Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
16 Ғинуар , 10:00

Йондоҙнамә ( 16 – 22 ғинуар)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

 

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Был арала һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр. Әйткән фекерҙәрегеҙ кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр. Ярҙамсылар, фекерҙәштәр табыуы ауырлыҡ тыуҙырмаҫ. Шаршамбыла етди ҡағыҙҙар менән бәйле ниндәйҙер ҡыйынлыҡтарға  осрауығыҙ ихтимал.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Һеҙҙе ҡыҙыҡтырған яңылыҡтар даими килеп торор. Уларҙы ентекле тикшерегеҙ, бәғзеләренең дөрөҫләнмәүе бар. Шишәмбелә кемдер эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр. Был хәл эсегеҙҙе бошорһа ла, түҙегеҙ. Йомала йылы һүҙҙәр ишетерһегеҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙнаны әүҙем үткәрерһегеҙ. Ауыр мәсьләләрҙе тиҙ хәл итерһегеҙ. Ярҙам итергә теләүселәр ҙә табылыр. Кесе йомала яҡын кешегеҙ менән етди һөйләшеү булыр. Был юлы уның менән еңел аңлашырһығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Өмөтлө осрашыу, һөйләшеүҙәр күбәйер. Шишәмбелә үтә кәрәкле яңылыҡ таишетерһегеҙ. Яҡындарығыҙ, һәр саҡтағыса, мәшәҡәттәр өҫтәп торор. Кемгәлер ярҙам итергә лә кәрәк булыр, бәлки. Был арала сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән артып китер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Көндәр файҙалы үтер. Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булмаҡсы, фекерҙәрегеҙ ҙә башҡалар тарафынан  хуплау табыр. Бәғзеләр яңы вазифа тураһында тәҡдим алыр. Кемделер кесе йомала өмөтлө осрашыу көтөр, моғайын.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна башындараҡ ниндәйҙер көсөргәнешле хәл килеп сығыуы мөмкин. Шишәмбеләге яңылыҡтар яҡын киләсәккә ҡуйған маҡсаттарығыҙҙы боҙоуы ла бар. Бер нисә көн баш күтәрмәйенсә эшләрһегеҙ. Шәмбегә барыһы ла яйланыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Йондоҙҙар яҡын киләсәккә маҡсаттарығыҙ хаҡында күп һөйләмәҫкә ҡуша. Эште башҡарғандан һуң был хаҡта хәбәр итергә мөмкиндер. Ошо кәңәште тыңлаһағыҙ, барыһы ла һәйбәт барыр. Шаршамбыла көтөлмәгән осрашыу булыр. Ул файҙалы уҙыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Был арала ниндәйҙер етди һөйләшеүгә әҙерләнегеҙ. Уның барышында ҡайһы бер мәсьәләне асыҡлай алырһығыҙ. Шаршамбынан һуң мәшәҡәттәрегеҙ ҡапыл күбәйеп китер. Бер юлы ике-өс эш менән булышырһығыҙ, үтә иғтибарлы булыуығыҙ мөһим.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Төрлө ваҡиға күбәйер. Ҡайсаҡ уларҙың эштәрегеҙгә ҡамасаулауы ла мөмкин. Шишәмбелә ниндәйҙер етди ҡарар ҡабул итерһегеҙ. Шуны онотмағыҙ, уны үҙаллы хәл итеүегеҙ дөрөҫ. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Осор барышында юҡ-барға артыҡ иғтибар бирмәгеҙ. Етди сәбәпһеҙ күңелегеҙ төшөр. Быға бер генә дауа бар: эшкә йәки уҡыуға бирелһәгеҙ, барыһы ла онотолор. Йомала ыңғай хәлдәр булырға оҡшай. Әҙерәк йүгерергә лә тура килер.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Аҙна араһында мотлаҡ уңырһығыҙ. Һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә мөмкинлек сығыр. Быны күрмәй ҡалмаҫтар. Бик тиҙҙән ниндәйҙер өмөтлө тәҡдимдәр ҙә алыруығыҙ кеүек. Кесе йомала һеҙҙе өмөтлө ваҡиға көтә, быға әҙер булығыҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Һәйбәт хәбәрҙәр килеп торор. Уларҙан үҙегеҙ өсөн үтә файҙалы нәмәләр алырһығыҙ. Эске тауышығыҙ һәр саҡ дөрөҫ кәңәш бирер. Шаршамбыла икеле күренгән ҡатмарлы мсәьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ. Кемгәлер һиҙелерлек ярҙамығыҙ ҙа тейер.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас в