Был гүзәл мөхәббәт тарихын ауыҙҙы асып тыңланым да бүлешмәйенсә түҙә алманым. Юғалтыуҙар, һыҙланыуҙар аша килгән һөйөү, бәхет тураһындағы тарихты түкмәй-сәсмәй һеҙгә еткерәм, дуҫтар.
– ...Әйҙә, миңә күсеп кил! – тип өгөтләй, инәлә Абрар*.
– Ә тауыҡтарымды ҡайҙа итәйем? – тип ыуаланам мин. Тауыҡтарҙан бигерәк ғүмер иткән донъямды ташлап китеүе, йорт-ерем, тиҫтәләрсә йыл йыйған, туплаған мөлкәтем йәл. Хәҙер, тауыҡтарыңды һуйып ашарбыҙ, тиһә, аралашыуҙы өҙәм дә ҡуям, тип уйлайым. Шул уйҙан бошоноп китәм, сөнки Абрарҙы юғалтҡым килмәй! Ул үҙе берәү донъяла! Ихлас, эскерһеҙ, көслө, ярҙамсыл, уңған. Минең хыялымдағы ир ошо Абрар бит ул. Уйҙарымды һиҙгәндәй, Абрар трубкаға ҡайнар тынын өрә:
– Алһыу, мин һинең тауыҡтарыңа һарай эшләйем!
Ҡайнар тынын ҡолағым менән тоям кеүек, шундай рәхәт!
– Балконыңда төҙөйһөңмө? – тип иркәләнеп көләм.
– Һин миңә бер аҙ ғына ваҡыт бир, Алһыу! Мин хәл итәсәкмен!
– Ярай, Абрар!..
– Биш йыл элек булды был һөйләшеү, – тип йылмая Алһыу апай. – Әле генә кеүек ине, йылдар елдәй елеп үткән... Ҡапыл ғына тормошома килеп инде ул – Абрар исемле ир. Һабантуй тантанаһында ул үҙе айырым бер байрам булды йөрәгемә. Студент саҡтан таныш, интернет аша хәбәрләшеп торған Әлфисә әхирәтем мине үҙҙәренең район һабантуйына ҡунаҡҡа саҡырғайны. Барайыммы икән әллә юҡмы, тип аптырап йөрөнөм-йөрөнөм дә, өлкән улым ялға ҡайтҡас, өйҙө уның ҡарамағына тапшырып, бер һелкенеп йөрөп ҡайтайым әле, тип сыҡтым да киттем. Эй, күңелле үтте байрам! Кешенең күплеге! Һабантуй яланы гөрләп тора, үҙенән-үҙе кәйеф күтәрелә. Әлфисә менән ҡултыҡлашып сауҙа рәттәре буйлап йөрөп, тәм-том алып, ат сабышын, концерт номерҙарын ҡарап кинәндек. Инде уның туғандары йыйылышҡан ҡорға китеп барабыҙ – унда ҡаҙан аҫҡандар, самауырҙар ҡайнай, табын йәйгәндәр...
Алыҫтан бер ирҙең утынды ваҡлап ярғанын күреп, һоҡланып ҡарап киләм. Көс-ҡеүәте ташып тора, уйнап ҡына ярғандай. Әхирәтем уның яғына ымлап, минең билгә төрттө: “Абрар ҡәйнеш, бына тигән шәп ир! Тик һаман өйләнмәгән, яңғыҙ. Өйләндерәйек, тиһәк, миндә ниндәй үсегеҙ бар, тип һүҙҙе шаяртыуға бора ла ҡуя”. Әхирәтемдең “яңғыҙ” тигән һүҙе йөрәккә барып сәнселде. Сөнки ул саҡта мин дә байтаҡтан яңғыҙ инем. Ирем эскән килеш аварияға тарып, йәшләй үлде, мин ике бала менән тороп ҡалдым. Өсөнсөһөнә ауырлы булғанымды белмәнем. Иремде ерләгәс, ике баламды ике яғыма ҡыҫып, тормош йөгөн яңғыҙым ғына һөйрәп алып киткән булдым. Ирһеҙ йәшәүе еңел түгел, мал тотһаң, бигерәк ҡыйын. Хәйер, ирем тере саҡта ла төп көс үҙемә төшкәйне, сөнки ул эсергә әүәҫ булды. Эскән кешенең ҡулы ла остандап бара: йә күҙ аҫтым күгәреп, йә беләктәрем йәшелле-күкле йөрөйөм, йә түшем... Зарланмаһам да, иремдең холоҡһоҙлоғон, ҡыҙыулығын ауылда былай ҙа белеп, күршеләр, хеҙмәттәштәр мине йәлләй торғайны. Ҡәйнәм, ҡәйенбикәләрем яҡлашманы. Улар мине, килен һимеҙ, йәмһеҙ, тип яратманы. Һис ҡасан ярҙам итмәнеләр, балаларымды ла ситкә типтеләр. Улы үлгәс, ҡәйнәм, моғайын, бер килке йомшарыр, ир балаларыбыҙҙың ҡәҙере артыр, тип өмөтләнгәйнем дә, булманы.
Башым әйләнеп хәлем бөтөүен, йөрәгем болғаныуын иремдең үлеменә бәйле көсөргәнешкә һылтаным. Ҡалай булһа ла, түшәк бүлгән ирем, балаларымдың атаһы ине бит. Гел дә йоҡом килеүен ауыр эшкә япһарҙым: утынын өй, ҡарын көрә, малдың тиҙәген түк, бесәнен һал... Өлкән улым беренсе генә синыфта уҡый, икенсеһе унан бер йәшкә кесе. Хәлдәренән килгәнсә йүгереп йөрөп ярҙам итешеп, күҙемә генә ҡарап торҙо балаҡайҙарым. Яйлап йүнәлеп китермен әле, тиһәм дә, үҙем бер аҙ ябығып, эсем туҡтауһыҙ күпкәс, аҫҡа тартҡас, участка терапевына барҙым. Ул мине кушеткаға ятҡырып, эсемә баҫҡылап ҡараны ла, һин йөклө ләһә, тине. Күҙ алдарым ҡараңғыланды: “Юҡ, булмаҫ...” Ҡатындарҙы ҡарау бүлмәһенә ебәрҙе. Етди ҡиәфәтле фельдшер-акушер ситкә ҡарашын йүнәлтеп, мине нескә тилбер бармаҡтары менән ҡапшап тотҡоланы ла, бирсәткәһен сискән ыңғайы:
– 15 – 16 аҙна, УЗИ анығыраҡ күрһәтер, – тине. – Нишләп, иҫәпкә тормай, ошоға тиклем һуҙып йөрөнөгөҙ?
– Нисек инде 15–16 аҙна?! Иремдең үлгәненә лә шул сама бит, - тип саҡ аңымды юйманым.
Һис бер гонаһым юҡ ине, шулай ҙа ерле-юҡтан үҙемде ғәйепле тойоп, һуңғаса ауырымды йәшереп йөрөргә тырыштым. Тулы кәүҙәле булғас, кешеләр аңғарманы ла. Әммә участка дауаханаһына бер мин генә түгел, ауылдаштар ҙа барып йөрөй ҙәһә, әлбиттә, ишеттеләр, күрҙеләр, белделәр. Ауырлы булыуым тураһындағы яңылыҡ ауылды ҡырҡ урап, ҡәйнәмдәргә лә барып етте. Өйгә килеп, ҡарғап ҡайтты мине. Иреңде гүргә тығып, йөрөп тапҡан балаңдың бер һаны ла теүәл булмаһын, тип әйтеүе йөрәкте ярҙы. Улығыҙҙың балаһын йөрөтәм, үҙегеҙҙең ейәнсәрегеҙҙе, тип әйтеүемде ишетмәне. Ҡыҙым тыуғас, бала табыу йортонан әсәйем, апайым менән еҙнәм килеп алдылар ҙа, әсәйем беҙҙә ҡалды. Иң ауыр саҡта, бәпесемә бер йәш тулғансы тиерлек, әсәйем мәрхүмә янымда булды, ул баланы ҡарашты, донъя көтөштө, рәхмәт инде уға. Ауылдың ғәйбәтселәре “кем менән сыуалғанымды” белергә маташты, йәнәһе лә, кем менән зина ҡылған, кемдең балаһын үҫтерә “был тәртипле булып ҡыланған эре бисә”. Бер уйлаһаң, уларҙың миндә ниндәй эше бар, ләкин ғәйбәтсе яуыздар өсөн йөҙөңдән алыу бер ни тормай. Кеше алдында йөҙөңдө йыртып, нисектер тантана итәләрме шул... Ауыр булһа ла, бирешмәнем. Һәр кем алдында, иремә хыянат итмәнем, намыҫым тап-таҙа, тип аҡланып та йөрөп булмай.
Ҡыҙыма бер йәш тулғас, кинәт кенә әсәйем баҡый донъяға китеп барҙы: эҫе көндә еләк йыйырға барып, ҡан баҫымы ныҡ күтәрелгән, инсульт һуҡҡан. “Тиҙ ярҙам” уны дауаханаға алып барған, тик кисен икенсегә инсульт һуғып, йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто, баҡсаны ҡарауҙы күршемә ҡалдырып, әсәйемде ерләргә ҡайттым (әлеге лә баяғы еҙнәм килеп алды). Балаларҙы ла үҙем менән бергә эйәрттем. Өсөнсө көн тигәндә күршем шылтырата: “Шундай мәлдә һине борсоуы ла уңайһыҙ, шулай ҙа әйтмәйенсә лә булмай... Ҡыҫҡаһы, һуҡмыш ҡәйенбикәләрең минән өйөңдөң асҡысын талап тигәндәй алды, тиҙерәк ҡайтһаң, яҡшыраҡ булыр ине”. Урамда торғоҙоп ҡалдырырға итәләрме әллә беҙҙе, тип ҡотом осоп, ҡайта һалдыҡ. Әлдә генә ҡайтҡанмын, һиҙемләүем дөрөҫкә сығып, беҙҙе өйҙән ҡыуырға йыйынған былар. Иркенләп өйөмдә хужа булып йөрөйҙәр, донъяның аҫтын өҫкә әйләндереп, документтарҙы эҙләйҙәр. Бәләкәс балалар бар, тип тә торманылар, мине төрлөсә кәмһеттеләр, өйҙән ҡыуҙылар. Бер ҡәйенбикәм менән һуғышыуға тиклем барып еттек. Мине яҡлашҡан еҙнәм менән апайым булмаһа, белмәйем, имен ҡалыр инемме икән...
Ҡәйенбикәләр өйгә документтарҙы тапһа, әллә нимәләр ҡыланып бөтөр ине, ярай ҙа беҙҙе осраҡлылыҡ ҡотҡарҙы. Бөтә документ бер ерҙә - ҙур күк папка эсендә ята ине. Балалар пособиеһына белешмәләрҙе яңыртырға кәрәк булғас, диванда ҡыҙымды имеҙгәндә шул папканы алып ҡарап ултырғайным. Аҙаҡ диван башына һалдым. Һәм папка диван артына төштө лә китте, эсендәге документтары ҡойолдо. Шул мәлдә, әсәйҙе инсульт һуҡты, тип ауылдан шылтыраттылар ҙа инде. Папка ҡайғыһы булманы. Һәм документтар беҙҙең ҡайтыуҙы диван артында тыныс ҡына ятып көтөп алды...
Ҡәйнәм мәрхүмә булғансы буштан-бушҡа мине ҡарғаны. Иремдең баҡыйлыҡҡа күсеүенән һуң 3 – 4 йыл үткәс, күңелемдә, ҡабаттан кейәүгә сығырға ине, тигән уй моронлап ҡуйҙы-ҡуйыуға, ләкин кеше һүҙенән ҡурҡып, ирҙәргә күтәрелеп тә ҡараманым. Иң матур сағым яңғыҙлыҡта, һалҡын түшәктә үтте. Бар һөйөүемде ҡыҙыма түгеп, уны үтә иркәләтеп үҫтерҙем. Ялҡау ғына, үҙен генә ҡайғыртҡан бала булып үҫте. Ә улдарым, киреһенсә, һәр ваҡыт минең өсөн өҙөлөп тора. Абрар менән таныштырып, кейәүгә сығыуым тураһында әйткәс, өлкән улым, бәхетле бул, тип теләне, уртансы балам, үҙең беләһең, тине, ҡыҙым, мине бүлешкеһе килмәй, сыпраңланы. Өлкәнәйеп бөткән ҡыҙ, әҙәп тигәнде белмәй, Абрар менән ҡырыҫ, тупаҫ һөйләшә. Яҡшы тәрбиә бирмәгәнемә уның өсөн миңә оят. Ә Абрар, ярай, аҡылланыр әле, тип мине йыуата: “Ул түгел, мин үҙем һине үҙемдән ҡыҙғанып китәм – һин бит иҫ киткесһең! Һине бер кем менән дә бүлешке килмәй!”
Уй, шулай тип әйтеүҙәре!..
Ана шул һабантуйҙағы ҡорҙа әхирәтем беҙҙе таныштырҙы ла, Абрар менән йәнәш кенә ултырҙыҡ. Ҡайтыр саҡта ул:
– Нишләп был һылыу әхирәтең менән күптән таныштырмай йәшереп йөрөттөң, еңгә?! – тип юрамал ғына Әлфисәне битәрләгәндәй итте.
– Ҡуй инде, шул тиклем һылыу икән, ти, – тип мин ҡысҡырып көлөп ебәрҙем дә, ике аҙау тешемдең юҡлығын иҫемә төшөрөп, ауыҙҙы ҡаплай һалдым.
Ә ул миңә күҙен тултырып ҡарап:
– Һин бит иҫ киткесһең, – тине. Ышандым әйткәненә.
Кисен ул Әлфисәләргә килеп, мине ауыл буйлап йөрөргә саҡырҙы. Таң атҡансы йөрөнөк тә ҡуйҙыҡ. Иртән мине оҙатып ҡуйғанда:
– Миңә кейәүгә сығаһыңмы? – тип һораны.
Бер нимәгә лә өмөтләнмәй:
– Сығам, – тип көлдөм. Ул еңел тын алып, ҡабырғалар шытырлағансы ҡосаҡлап, үҙенә ҡыҫты:
– Айырыла ла алмайым һинән... Бына нисек була икән ул...
– Нимә? – тип шыбырланым.
– Һөйөү, – тине. Бөтә үткән йылдар юйылды, маңлайҙағы һырҙар яҙылды, икебеҙгә лә, гүйә, 18 йәш ине...
Ярты йылдан ашыу ике арала йөрөнө ул. Көн дә шылтыратты. Шылтыратҡан һайын:
– Әйҙә, миңә күсеп кил! – тип өгөтләне.
– Ә тауыҡтарымды ҡайҙа итәйем? – тип шаяртып иркәләндем.
– Һин миңә бер аҙ ғына ваҡыт бир, Алһыу! Мин хәл итәсәкмен! – тигән Абрар ҡалалағы фатирын һатып, биҫтәлә ыҡсым ғына йорт һатып алды. Һәм бер көндө:
– Түҙемем бөттө, башҡаса айырым йәшәй алмайым. Мин һине күсереп алып ҡайтырға килдем! Миндә хатта тауыҡтарыңа әтәс тә бар! – тип килеп инде.
Бөтәһе лә уңышлы килеп сыҡты: балалар менән һөйләшеп, кәңәшләшеп, береһе лә ауылда йәшәргә теләк белдермәгәс, өйҙө, малды һатып, аҡсаны уларға бүлеп бирҙем дә, Абрарға күсеп килдем. Бирнә итеп тауыҡтарҙы алдым - Абрарҙың ҡупшы әтәсенә кәләштәр.
Биш йыл сөкөрләшеп кенә, бик бәхетле йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр! Ике улымды ла башлы-күҙле иттек, ҡыҙым гражданлыҡ никахында бер ир менән тора.
Беҙ өйләнешкәс, иң аптырағаны Әлфисә әхирәтем булды, шикелле:
– Мәңге буйҙаҡ Абрарҙы нисек үҙеңә ҡаратып, нисек арбаның ул, ә?!
Кем уны белһен инде... Һөйөү – мәңгелек сер бит ул.
Ашыҡмай ғына ҡамыр баҫҡан, туҡмас ҡырҡҡан – һөйөклө Абрарына аш бешергән Алһыу апайҙың һөйләгәндәрен йыр тыңлаған кеүек тыңлайым. Уларҙың бәхетенә һис тә көнләшмәйем, киреһенсә, ҡыуанам. Ә йөрәгем һөйөүгә тулғандан-тула...
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Исемдәр үҙгәртеп алынды.