Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Ғинуар 2023, 11:47

Бойкот (Хикәйә)

Ирек магазиндан сығыуға ҡаршыһында бер иҫерек пәйҙә булды.
– Бер яртылыҡ ҡына! Күп түгел, бер яртылыҡ ҡына! Үләм, яҡташ! Йәллә, зинһар!
Ирек күҙенә инерҙәй булып, ҡулын һоноп торған иргә шикләнеп тә, сикәнеп тә текәлде:
– Бер яртылыҡ? Нимә була ул бер яртылыҡ?
“Эй, иҫәүән, шуны ла белмәйһеңме ни?!” – тигән кеүек һораныусы Иреккә мыҫҡыллы йылмайыу ишараты менән төбәлде лә, был бай кейемле егеттең уға түгел, ә үҙенең уға көнө төшөүен иҫләне булһа кәрәк, йөҙөнә үтенеү, ғазапланыу билдәләре сығарып, бөкрәйеберәк тороп, аңлатыуҙы кәрәк тапты:
– Бер шешәлек аҡса! Эйе, бер бәләкәй генә фанфуриклыҡ булһа ла! 
Өфөлә  урам саттарында хәйер һораныу­сыларға, ер аҫты үткәүелдәрендә алам-һаламға төрөнөп ятҡан асарбаҡтарға күптән күнегеп бөтһә лә, ауылда ла былай хәйерселәп йөрөүселәрҙең барлығын белмәй ине әле Ирек. Шуға күрә бер мәлгә генә аптыранғандай туҡталды ла, һатыусы биргән сдачаны кеҫәһенән алып, һанап та тормай, ирекәйгә тотторҙо.
– Рәхмәт, яҡташ! Изгелегеңде онотмам!
Үҙ юлы менән ыңғайлаған Иреккә был тауыш таныш кеүек тойолдо. Ул ҡарһаланып аҡсаны һанарға керешкән кешегә боролоп ҡараны.
Яғалары керле алама күлдәк өҫтөнән һиҙерәп бөткән иҫке костюм, салбарының тубыҡтары сыҡҡан, йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан урта йәштәрҙәге ир. Ул Иректең артына әйләнеүен, үҙенә төбәлеүен күреп, башын күтәрҙе һәм Ирек уны сырамытты. 
“Вәкил бит! Класташым Вәкил!”
Әммә Ирек танышы янында туҡталманы, ҡырт ҡына боролоп машинаһына инеп ултырҙы. “Ауди”һын ҡабыҙғанда ҡулдарының һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡалтыраныуын тойҙо...

***
Фәүзиә һыйырын һауып, һөтөн айыртып, быҙауын, һарыҡтарын айырым-айырым бер-бер артлы көтөүгә ҡыуып, йорт тирәһендә эшен бөтөргәс, улы ятҡан төпкө яҡҡа башын тыҡты:
– Ирек! Улым, тор! 
Тегеһе теләр-теләмәҫ кенә күҙҙәрен ҡыҫып ҡараны ла:
– Мин бөгөн мәктәпкә бармайым... – тине. Өҫтәлгә сәй әҙерләп йөрөгән әсәһе улының мөсһөҙ генә тауышын ишетеп:
– Атаҡ, ауырып киттеңме ни? – тип йәһәтләп янына килде, маңлайына иренен тейҙерҙе. – Температураң юҡ былай. – Унан улының тулҡынлы тыңлауһыҙ сәстәрен һыйпаштырҙы. – Ярар, бөгөнгә бармаһаң да ярар. Тауышың үҙгәреп тора шул. Үҙ яйыңа тороп, сәй эсерһең. Хәлең булһа, амбулаторияға барып күрен, справка ал. Укол һалам тиһә, һалдыр, ҡалғанын үҙем төшкөһөн, кискеһен һалырмын. – Фәүзиә ҡабалан ғына сәй һемерҙе лә эшенә ашыҡты. Ҡапҡанан сығыуға үҙҙәренән бер нисә өй аша йәшәүсе Вәкилде күреп, тиңләшеүен көтөп алды.
– Вәкил, мәктәптә әйтерһең әле, Ирек бөгөн уҡыуға бара алмай. Ауырып тора.
– Ауырып? – Малайҙың күҙҙәре ниңәлер ялтлап киткәндәй тойолдо. 
– Эйе, ауырый, – Фәүзиә Вәкилдең ҡарашын күреп, йылмайып ҡуйҙы. Эй, бала-саға! Хатта сирләп мәктәпкә бармай, бер көн өйҙә ҡалыуҙы ла бер бәхеткә һанайҙар! 
– Ярай, әйтермен! – тине лә тегеһе алдан төшөп, йүгерә-атлай мәктәп яғына ыңғайланы. 
Магазинда һатыусы булып эшләгән Фәүзиә төшкөлөккә ҡайтҡанда улы һаман урын өҫтөндә ине әле. Газына сәйнүк ултыртып, утын ҡабыҙғас, әсә улы эргәһенә килеп, йәнә маңлайын тотоп ҡараны.
– Барҙыңмы амбулаторияға? Ҡаранымы? Нимә тине? Справка бирҙеме? - тип бер-бер артлы һорауға ла күмеп ташланы улын. 
– Юҡ, хәлем булманы, – тине лә Ирек, стена яғына боролоп ятты.
– Ҡайһы ерең ауырта һуң? Эсең түгелме?
– Юҡ, әсәй, эсем дә, бер ерем дә ауыртмай. Хәлем генә юҡ...
– Сәй эстеңме һуң?
– Эһе.
– Ярай, төшкөлөккә бешеренеп тормайым, сәй генә эсәм дә китәм эшкә. Төштән һуң тауар алып килергә тейештәр. Әйҙә, минең менән баллап сәй эсеп ал. Хәл инеп китер.
– Рәхмәт. Әлегә эскем килмәй. Бәлки, һуңыраҡ торормон...
Фәүзиә арҡаһы менән ятҡан улының өҫтөн рәтләп ябып, тупылдатып һөйөп ҡуйҙы.
– Йоҡла. Бер көн уҡыу ҡалғандан бер ни ҙә булмаҫ. Быйыл ҡыш буйына ауырыманың, бушҡа дәрес ҡалдырманың. 
Төштән һуң тауар ҡабул итеп, уларҙы урынлаштырып, арманһыҙ булған Фәүзиә эш сәғәте бөткәнен түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Ҡайта һалып, картуф булһа ла бешереп алырға кәрәк. Мал-тыуар көтөүҙән ҡайтҡанса, саҡ ҡына терәлеп ял итеп алыр. Көноҙон аяҡ өҫтө тороп, аяҡтарының хәле ҡалманы. Алты тулыуға ишеген бикләй һалып, ҡайтырға боролғайны, магазин мөйөшөнән Сәйҙә килеп сыҡты.
– Уй, Сәйҙә, бикләп өлгөргәйнем бит әле! Берәй әйбер кәрәк инеме? – тип кеҫәһенән асҡыстарын кире сығара башланы Фәүзиә.
– Һаумы, Фәүзиә! Юҡ-юҡ, асма, кәрәкмәй. Һинең менән бергә ҡайтайым әле тыҡрыҡҡа тиклем. 
– Киттек. Хатта үҙемсә ҡабаланып ҡайтып барам, Ирек ауырып тора.
– Ауырып? – Сәйҙә туҡтала бирҙе. – Минең Сәғит тә ята. Мәктәпкә барманы. Ай-һай алдашалар шикелле малайҙар!
– Нисек алдашалар? – Фәүзиә хатта атлауынан туҡтап текәлде.
– Шулай! Ауырымай улар. Уҡырға бармаҫ өсөн һылтау.
– Юҡтыр! Минең Ирегем ғүмерҙә лә буштан-бушҡа дәрес ҡалдырғаны юҡ!
– Минеке лә! Тик баяғылар... ҡурҡытҡандыр.
Фәүзиәнең йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды.
– Кемдәр? Нисек ҡурҡытҡандар?
Уның аптырауҙан ҙур асылған күҙҙәрен, ҡурҡынған ҡарашын, ҡалтыранып, өҙөлөп сыҡҡан тауышын ишетеп, Сәйҙә уны тыныс­ландыра һалды.
– Ниңә бушҡа ҡурҡаһың?! Ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ. Бә-әй, ишетмәнеңме ни?
– Нимәне?
– Уй, Фәүзиә! Был ер кешеһе түгелһеңдер һин! Бөтә мәктәп гөж килә, һин генә бер нәмә лә белмәй ятаһың!
– Нимәгә гөж килә?! – Ҡатын ҡысҡырып ебәрҙе лә, ҡапыл ғына тынысланды. – Ярай, бөттө, бөттө. Мин тыныс... Сәйҙә, баштан башлап, матур ғына итеп һөйлә әле, нимә булып ята мәктәптә? Ысынлап та мин бер нәмә лә белмәйемсе. Минең Ирегем берәй эш боҙғанмы әллә?
– Тыныслан. Ирек бер ниндәй ҙә эш боҙмаған. Сәғит тә боҙмаған. Тик икәүһенә ҡарата мәктәптә бойкот иғлан иткәндәр.
– Бойкот?! Ни өсөн һуң?
– Кем генә белә инде! Мин дә Сәғитте әрләп, һүгеп, саҡ ошоларҙы әйттереп алдым. Унан-бынан һораштырғайным, беҙҙекеләр башҡа балалар ыңғайына йөрөмәй ти ҙә баһа! Ала ҡарғалар! Шуға бөтә мәктәп уларға бойкот иғлан иткән! Берәү ҙә һөйләшмәй, берәү ҙә уларға яҡын бармай ти! Бөтә мәктәп көлә икән уларҙан!
Фәүзиә урам уртаһына саҡ ултыра төшмәне. Бына һиңә мә! Уның әллә кем күреп, һөйөп кенә үҫтергән улы нимә ҡыланып ята!
Әңгәмәсеһенең быуынһыҙланып, үҙенең беләгенә сат йәбешеүен күреп, Сәйҙә хәбәренән туҡтаны.
– Ҡурҡма! Иртәгә шарт иттереп уҡыуына ебәрәм мин Сәғитте! Әҙәм көлдөрөп ни!
Фәүзиә өйөнә инеү менән ҡулындағы сумкаһын иҙәнгә ташланы ла, төпкө бүлмәгә атлыҡты.
– Һөйлә! – тине ул тыны быуылып, - Ауырыйым тип алдап, ни өсөн мәктәпкә бармай ятаһың?! 
Улы ятҡан еренән юрғанын башы аша ҡапланы. Был күренеш йәне алҡымына тығылып ҡайтҡан ҡатынды ярһытты ғына.
– Шулайтып ятып, ҡотолормон тиһеңме?! Уҡыу аҙағы етеп килә, нимә уйлайһың? Бер аҙна-ун көн генә ҡалды! Тырыш, уҡы!
Улы өндәшмәне, тешен ҡыҫып, күҙҙәрен сытырҙатып йомдо.
– Ирек! – тине әсәһе уны футболкаһынан тотоп һелкетеп. – Ниндәй эш боҙҙоң? Ни өсөн һиңә бойкот яһанылар?
– Боҙманым. – тип теш араһынан һығып сығарҙы малай. 
– Үҙ теләгең менән һөйләмәһәң, хәҙер елкәңдән тотоп апарам мәктәбеңә! Директорға! 
Ирек ауыҙ асып өлгөрмәне, өй телефоны шылтыраны. Фәүзиә һулышын тигеҙләргә тырышып, ауыр итеп тын алып, трубканы ҡолағына килтерҙе.
– Эйе, һаумыһығыҙ! – Бер аҙ тынып торҙо. – Ярай, барырмын.
Трубканы һалғас, йәнә үҙен тыныслан­дырырға маташып, эстән генә унға тиклем һананы. 

(Дауамы бар).

– Мәктәпкә саҡырталар. Иртәгә сәғәт өскә, – тине ул, улының карауатына ултырып. – Ирек, әйҙә һөйлә. Бөтәһен дә. Мин йыйылышҡа тиклем һинең ауыҙыңдан ишетеп, бөтәһен дә белеп барырға тейешмен. Ғәйеплеһең икән, ғәфү үтенермен. Мин ғорур түгел, үтенермен. Ә ғәйебең булмаһа, яҡлармын! Тик яҡлар өсөн мин дөрөҫөн белергә тейеш! Һөйлә. Бер нәмә лә йәшермәй һөйлә!
– Әсәй! – Ирек ҡапыл илап ебәрҙе. Улының мыршылдап илап, тынысланғанын көтөп алды ҡатын. Уға яҡын барманы, ҡосаҡламаны. Әгәр ғәйепле булһа, тигән шик тотто уның ғәзизенә һонолған ҡулын.
– Үҙең бит беҙҙе, эсмәгеҙ, тартмағыҙ, тип үҫтерҙең! 
– Шулай тинем шул! Нимә хәҙер мин һеҙгә, эсегеҙ, тартығыҙ, тип тораммы ни?!
– Беҙҙең малайҙар, ҡыҙҙар йыйылыша... Кемдең ата-әсәһе берәй ергә китә, шул өйгә йыйылалар. Пиво, вино эсеп ҡарайҙар, тәмәке тарталар. Ә беҙ... Сәғит менән мин ундай ергә бармағас, улар беҙҙән көлә! – Малай тағы мыршылдап танауын тартты. – Улар беҙҙе, молокосос, ти! “Ҡыҙҙар кеүек булғас, күлдәк кейеп килегеҙ, салбарҙа йөрөмәгеҙ!” – тип мыҫҡыллайҙар. Беҙҙең менән һөйләшмәйҙәр! Береһе лә! Үтеп барһаҡ, ҡысҡырып көләләр! Аяҡ салып ҡолаталар! Дәрестә яуап бирҙертмәйҙәр... 
Фәүзиә ҡапыл ынтылып, улын ҡосағына алды һәм күҙ йәшенә ирек ҡуйҙы. Ул да үткәрҙе бит ошондай мәлдәрҙе! Унан да көлдөләр, мыҫҡылланылар... Инде улына ла сират еттеме ни?! Әсәле-уллы икәүләп шым ғына илашты. Әсәһенең йәлләүен күреп, Ирек үҙ һүҙен әйтеп ҡалырға тырышты.
– Мин башҡаса мәктәпкә бармайым, йәме!
– Шулайтмаһа ярар ине! Ҡурҡаҡ, тип әйтәләр икән, ҡурҡмауыңды күрһәтергә кәрәк! Бараһың! Уҡыйһың! Гел “бишле”гә генә уҡыйһың! Бына ун көндән уҡыуҙар бөтөр! Ҡотолорһоң! Йәй үткәнсе онотола ул! 
– Улар... Былай ғына ҡалдырмаясаҡ! 
– Бына иртәгә барайым әле йыйылышҡа! Күрмәгәндәрен күрһәтәм мин уларҙың! Ата-әсәһе тыя белмәһә, өйрәтермен! Кемеһе башланы? Кем атаман?
– Миңзифа! Унан Миңзифаның эйәрсендәре Вәкил, Рәмил...
– Миңзифа?! Шул ҡыҙыҡайҙан ҡурҡып тораһыңмы? Күрәйем әле әсәһен! 
– Юҡ, әсәй! Миңзифаға ла, әсәһенә лә бер нәмә лә әйтмә! Әтеү ошаҡсы тип йәнемде алырҙар! Ә Миңзифаның әсәһе ауырый...
Фәүзиәнең ҡылт итеп иҫенә төштө: байтаҡтан бирле йөрәктән ауырый шул ҡатын. Операция ла эшләтте шикелле, йыш ҡына дауаханала ла ятып сыға, уныһын да күреп-белеп тора. Ә Миңзифаның ундай ҡыҙ икәне ике ятып бер төшөнә лә ингәне юҡ. Былай һауалы ғына, бөтөнөһөнә лә өҫтән генә ҡарап йөрөй йөрөүен. “Тимәк, әсәһе өйҙә юҡлыҡтан файҙаланып, күбеһенсә шуларҙа йыйылаларҙыр, - тип уйланы Фәүзиә. – Ысынлап та ауырыу ҡатынға нимә тип кенә әйтһен инде ул? Йөрәге туҡтап ҡуйһа, уны кем ҡотҡарыр?! Кеше ғүмерен ҡыйһа, артабан нисек йәшәр?! Юҡ, әйтә алмай ул Миңзифаның әсәһенә... Ҡыҙҙың үҙе менән һөйләшеп ҡарамағанда?”
Иртәгеһенә Иректе таң менән уятып, өгөтләп мәктәпкә барырға күндерҙе әсә. Сәғиттең дә барасағын әйтте.
– Нимә генә тип үсекләп, көлөп тормаһындар, яуап ҡайтарма! Ишетмәмеш булып үт тә кит! Аяҡ салмаһындар өсөн ҡарап ҡына атла! Белмәй ҡалып, ҡолап китәһең икән, һикереп тор ҙа, йылмай! Йылмай ҙа... рәхмәт әйт! Аптырап тороп ҡалһындар! Дәрестә уҡытыусылар һораһа, яуап бир. Белһәң дә, белмәһәң дә ауыҙ йомоп торма! Көлһәләр, ишетмә! Тик мине генә тыңла! Бөтәһе лә яҡшы булыр, улым!
Улын шулай нығытып ебәрһә лә, үҙенең йөрәге яныуҙан туҡтаманы Фәүзиәнең. Ҡулына эш барманы, магазинда һатып алыусыларҙың һорағаны урынына һорамаған әйберҙе үлсәп аптыратты. Шулай ҙа һыр бирмәне. Ауырыҡһынып торам, тип ғәфү үтенде. Сәғәт өс тулмаҫ борон уҡ барып етте ул йыйылышҡа.
Мәктәптәң ҙур тупһаһының ике яғына күгәрсен шикелле теҙелеп ултырған уҡыусыларҙы күреп, аяҡ быуындарының ҡалтыраныуын тойҙо Фәүзиә. Уң яҡтағыһында  Иректең ике класташ малайы ла барлығын күреп, шулар янына барҙы.
– Һаумыһығыҙ, малайҙар! – тине ул күңелле генә тауыш менән. – Ирек күренмәйме? – тигән булды. Тегеләр аптырашып китте, ҡурҡыуҙары йөҙҙәренә сыҡты.
– Һаумыһығыыҙ, – тип һуҙҙы икеһе бер тауыштан. – Юҡ, күренмәй. Эстәлер...
- Ирек менән нимәгә һөйләшмәйһегеҙ? Әллә ул шулай насар малаймы? Һеҙҙе туҡмаймы, ҡыйырһытамы? Әллә үсекләшәме? – Тегеләр, юҡ, тип баш сайҡанылар. – Бәлки, ул ошаҡсылыр? Класығыҙҙа булған бер нәмәне уҡытыусыларға, йә директорға барып ошаҡлап йөрөйҙөр?
– Ю-у-уҡ...
– Ә улай булғас, нимәгә һөйләшмәйһегеҙ? Насар яғы булһа, әйтегеҙ! Мин уның кәрәген бирермен!
– Юҡ, Ирек насар малай түгел ул... – тине лә шымды былар. Улар эргәһенә өсөнсөһө килде. – Ирек һәйбәт малай ул... Тик ... Миңзифа уның менән һөйләшергә ҡушмай. 
– Нимә, күмәкләп бер Миңзифанан ҡурҡаһығыҙмы ни?
– Юҡ, ҡурҡмайбыҙ ҙа ул... Ул бөтөн мәктәп менән командовать итә. Бөтәһе лә уны тыңлай. Хәҙер һеҙҙең менән һөйләшкәнде күрһә, йәки Иректе яҡлашҡанды белһә...
– Беҙгә лә көн бөтә инде.
– Ул беҙҙе колледжда уҡыған ағаһынан туҡмата... – тине бер бәләкәй кәүҙәлеһе ҡурҡып ҡына. - Ирек насар түгел дә ул... Тик беҙ уның менән һөйләшмәйбеҙ инде.
– Шунһыҙ беҙгә лә көн юҡ...
– Рәхмәт, малайҙар! – Фәүзиә еңел тын алып, мәктәпкә инеп китте. Улының ғәйепһеҙ икәнен белеү уға көс өҫтәне. Тимәк,  үлһә үлә, улын мыҫҡылларға ирек бирмәҫ! Яҡлар сара табыр! 
Йыйылышҡа Иректәрҙең класындағы 12 уҡыусының алтауһының ғына әсәһе килгәйне. Миңзифаның әсәһе юҡ, бәлки, уның булмауы бындағы һөйләшеүҙе, Миңзифа тураһындағы һүҙҙәрҙе ишетмәүе яҡшыраҡтыр ҙа, тип уйланы Фәүзиә. Класс етәксеһе, мәктәп завучы менән директоры, район мәғариф бүлегенән вәкил ҡатнашлығындағы йыйылышта Фәүзиә бер һүҙ ҙә әйтә алманы тиерлек. Әйтергә форсат та бирмәнеләр. Иң тәүҙә мәктәп директоры йыйылышты асыҡ тип иғлан итте лә һүҙҙе райондан килгән ханымға бирҙе. Уныһы әсәйҙәрҙе сәләмләү менән үк уҡытыусы өҫтәлендә торған ноутбукты йыйылыусылар яғына борҙо ла, бер генә һорау бирҙе:
– Был нимә?
Ниндәйҙер сайттағы фото ине был. Артҡы партала Сәйҙә менән йәнәш ултырған Фәүзиә унда ниндәй фото, кемдәр икәнен күрмәне лә. Тауыш-тын юҡ.
– Мин һеҙҙән һорайым: был нимә? – тине ханым, тауышын күтәреп. – Был хәлгә нисек барып еттегеҙ? Бындағы малайҙарҙың әсәйҙәре килгәнме?
– Эйе, – тине класс етәксеһе. – Бына Фәүзиә апай менән Сәйҙә апай. 
Фәүзиә менән Сәйҙә бер-береһенә ҡарап аптырашты. 
– Йә, нимә әйтерһегеҙ? Малайҙарығыҙға нимә булған?! Бөтөн илгә хур булып ятаһығыҙ?! – Район вәкиленең тауышы сырылдап китте.
Бер ни аңламаған Фәүзиә ҡалҡынып:
– Мөмкинме? – тине лә алғараҡ барып, ноутбукка төбәлде. Унда Ирек менән Сәғит бер-береһенең иңдәренә ҡулдарын һалып, йылмайып баҫып тора. Ике дуҫ. Был фотоның ни насарлығы?!
– Аңламайым, - тине Фәүзиә. – Улар дуҫтар... Нимә булған?
– Ә һеҙ бына быны, быны күрәһегеҙме?! 
Фәүзиә йәнә экранға, район вәкиле төрткән урынға  төбәлде. Унда фотоның өҫтөнә ҙур итеп ҡара крест ҡуйылған икән. Фотонан алда, өҫтә ат башындай оло хәрефтәр менән:
“Смерть фашистам!  Убейте их! Нет места в школе таким “друзьям – геям!” – тип яҙылған! Фәүзиәнең ҡапыл башы әйләнде, ҡолап китмәҫ элек тип, йәһәтләп партаға йәбеште.
– Юҡ! Булмаҫ! Булыуы мөмкин түгел! – тип шыбырҙаны ул, саҡ иҫен йыйып. – Улар дуҫтар! Бары дуҫтар ғына! Бына һинең ҡыҙың менән уның ҡыҙы дуҫ! Шуның кеүек! Был – әшәкелек! Улар дуҫтар! Сәйҙә, әйт, ни эшләп ултыраһың?!
Сәйҙә лә был фотоларҙы тәүгә күреп, һушын йыя алмай ултырған икән, ул да сәсрәп торҙо:
–Был ялған! Улар ябай дуҫтар! Тыуғандан алып дуҫтар! Кемдең эше был?!
Фәүзиәнең күҙҙәрен йәш ҡапланы. Ысын дуҫлыҡтан боҙоҡлоҡ тапҡан кешеләргә, улының класташтарына, ошондай йыйылыш үткәреп, уларҙы түбәнһетеп торған мәктәп етәкселегенә йәне көйҙө. Ҡатындарҙың һүҙҙәрен ишетмәгәндәй, ниндәй халәттә булыуҙарын күрмәгәндәй, вәкил сығышын дауам итте:
– Был безобразиены туҡтатығыҙ! Бөгөн үк сайтты яптырығыҙ! Күрәһегеҙме уны нисә кеше ҡараған?! Миллион! Мил-ли-он! Һәм миллион кеше комментарий яҙған! Был ике малайҙы үлемгә хөкөм иткән! Ояты ни тора! Мәктәпкә генә түгел, районға, республикаға фаш иттегеҙ! Мәсхәрә! Позор! – тип тағы әллә нимәләр тип, ике ҡатынды оялтырға, кәмһетергә кереште ҙур түрә. Уның оҙон сығышы ваҡытында саҡ аңына килеп, уйлау халәтенә ҡайтты Фәүзиә. Бына нисек?! Тимәк, уларға балаларҙың дошманлашыуы түгел, уларҙың күңеленә яра һалыу түгел, ә мәктәптең фашланыуы, оятҡа ҡалыуы мөһимерәк икән! Әгәр сайтҡа һалынмаһа, класта барған ыҙғыш, низағ, бойкот иғлан итеү бер кемде лә борсомаҫ инеме икән ни?!  Вәкил ханым туҡтау менән, ошондай уйҙар эсендә ултырған Фәүзиә, ҡабаланып ҡул күтәрҙе.
– Ярай, сайтты яптырырбыҙ. Уныһы ҡурҡыныс түгел. Беҙ ундай сайт барлығын да, беҙҙең малайҙарға ҡарата башланған мәғлүмәт һуғышын күрмәнек тә, белмәнек тә. Бәлә бында түгел. Интернетҡа инмәһәң, уны күрмәһәң – проблема юҡ. Проблеманың башы мәктәптә. Дөрөҫөрәге, класта. Сөнки интернетҡа был ике малайҙың фотоһын кем ҡуйған? Әлбиттә, сит кеше түгел, үҙ класташтары. Улар араһындағы аңлашылмаусанлыҡ, хатта күрә алмау – ошолай сағылыш тапҡан. Беҙ иң тәүҙә уның сәбәптәрен төшөнөп, шуны юҡҡа сығарырға, хәл итергә тейеш. 
– Кем класс етәксеһе? – тине вәкил.
– Мин, – тип алға сыҡты урта йәштәге ҡатын. – Мин мәктәптә 20 йылдан ашыу эшләйем, бындай хәлдең булғаны юҡ ине. Класта бер ниндәй ҙә насар әйбер күҙәтелмәй, бәлки, проблема ғаиләләлер?
Фәүзиә менә Сәйҙә бер-береһенә ҡарашты. Фәүзиә ире үлгәне бирле, һигеҙ йыл инде ике балаһын яңғыҙ үҫтерә. Ошоғаса өйҙә бер тауыш, бер әрләшеү булманы, өсәүләп хатта дуҫ ҡына, балаларын иркәләтеп кенә йәшәп ятыштары. Ә Сәйҙәнең ғаиләһе бына тигән, ике ғаиләлә лә бындай хәл, иреш-талаш, йә баланы кәмһетеү булғаны юҡ та баһа.
– Юҡ, ғаиләлә бөтәһе лә яҡшы, – тине Сәйҙә. – Беҙҙә лә, уларҙа ла.
– Класта дуҫлыҡ юҡ. Улар бөтәһе лә беҙҙең ике малайға бойкот иғлан иткән. Шуның сәбәбен  асыҡларға кәрәк,- тине Фәүзиә.
– Ике малайға ҡарата икән, тимәк, улар ғәйепле. Буштан-бушҡа кеше ситнәтелмәй. Бөгөн үк хәл итегеҙ, иртәгә отчет минең өҫтәлдә ятһын. Ғәйеплеләргә яза бирегеҙ! Сайт ябылған булһын! – тип вәкил ишекте шарт ябып сығып китте. Директор менән завуч уның артынан ынтылды.
– Малайҙарығыҙҙы тәрбиәләгеҙ! Һөйләшегеҙ! – тине класс етәксеһе ҡырыҫ ҡына. – Башҡалар дуҫ булғанды, нишләп ике малай ситтә йөрөй? 
– Ғәфү итегеҙ! Уҡыу йылы бөттө, яңы килеп сыҡҡан проблема түгелдер бит? Ә һеҙ нимә ҡаранығыҙ? Әгәр проблема электән булған икән, ниңә баштан уҡ саҡыртманығыҙ? Хәбәр итмәнегеҙ? Йыл буйына бөтәһе бер генә тапҡыр класс йыйылышы булды, элек сирек һайын үткәрелә торғайны. Бәлки, тәрбиә эше һүлпән булғанға ла малайҙар һыйышмайҙыр? Күҙ-ҡолаҡ етешмәйҙер? – тине Фәүзиә, башҡа әсәйҙәрҙән яҡлау өмөт итеп.
– Һин йөрөмәгәс тә! – тип яҡлап сыҡты класс етәксеһенең күршеһе. – Мин Фәлән Фәләновнаға һүҙ әйтергә бирмәм! – Ул партаны шаҡ иттереп һуғып, сүкеп ҡуйҙы. – Миңә һүҙ әйтһәгеҙ әйтегеҙ, уға бер һүҙ ҙә әйтә алмаҫһығыҙ! Уға етергә әле! Балаңды ҡара! Нисәмә йыйылыш булды, бер ҙә килмәнең! Хәҙер класс етәксеһенә япһармаҡсыһыңмы?! Аҡ эт бәләһе ҡара эткәме?!
Көҙгөһөн үткәрелгән йыйылышҡа килгәйне Фәүзиә. Беренсе сиректән һуң. Иректе һәр ваҡыттағыса маҡтап, ике генә “дүртле” билдәһе сығыуын, тағы ла тырышһа, отличник булырға тороуын әйтеп, хуплап-дәртләндереп сығарғайны. Шунан башҡа саҡырыусы ла, телефондан шылтыратыусы ла булманы. Көндәлегендә лә яҙыу күрмәне, уны аҙна һайын түгел, көн һайын ҡарап бара Фәүзиә. Ҡасан йыйылыш була, әйтергә онотманыңмы, тип Иректән дә һорашып ҡына тора. Ул йәнә Сәйҙәгә ҡараны, тегеһе юҡ, булманы, тигәнде белдереп баш сайҡауҙан уҙманы. 
– Йыйылыш булманы, минең улым һәр ваҡыт әйтә. Ҡасан өмә үткәрәләр, ҡасан концерт ҡуялар, бөтәһен дә әйтә, көндәлегенә яҙып алып ҡайта, –тине лә Фәүзиә, башҡа әсәйҙәргә күҙ йүгертте. Көллөһө лә башын аҫҡа эйгән. Тик баяғы күрше генә класс етәксеһен маҡтап йәнә һүҙ алды. Быны инде Фәүзиә тыңлап ултырырға теләмәне. Атылып кабинеттан сыҡты. Ул ишеккә етеүгә, өҫкө ҡаттан төшөп килеүсе директор менән баяғы район вәкилен күреп ҡалды ла туҡтаны.
– Ғәфү итегеҙ, исемегеҙҙе белмәйем, – тине ул. – Ысынлап та класта дуҫлыҡ юҡ. Бойкоттоң сәбәбе беләһегеҙме, нимәлә? Беҙҙең малайҙар кискеһен йөрөргә сыҡмайҙар, аулаҡ өйҙәргә бармай. Ә башҡалар шундай ерҙәрҙә тәмәке тәртып ҡарайҙар, һыра һемереп маташа. Беҙҙекеләр йөрөмәгәс, уларҙы “ала ҡарға” тип атайҙар һәм мыҫҡыллайҙар. Баяғы фото ла тап шул үс алыу өсөн генә, ә ысынлап та малайҙарҙың икенсе ориентацияһы булғаны өсөн түгел.
– Ышанам, – тине нисектер вәкил уның һүҙҙәре менән килешеп. – Улдарығыҙ дуҫтыр. Әммә ни өсөн улар “ала ҡарға”? Барһындар класташтары менән, йөрөһөндәр. Айырылып тормаһалар, уларҙы бер кем дә ситләтмәҫ, бойкот объявить итмәҫ.
– Нисек барһындар?! Мин сығармайым улымды! Уға бит әле 13 кенә йәш! Ярай, атамандары 1–2 йәшкә өлкәнерәктәр, береһе рус класынан күскәнгә, икенсеһе ауырып, икенсе йылға тороп ҡалды. Тағы берәүҙе һуңлатып, 8 йәше тулғас ҡына бирҙеләр. Уларға ярай 14, берәүһенә инде 15 йәш. Әммә минең улым әле бәләкәй, 13 йәштә сығып, урам ҡыҙырып, тартып, эсеп йөрөһөнмө ни?!
– Бушҡа туҙынмағыҙ! Һеҙҙең психичка икәнегеҙ әллә ҡайҙан күренеп тора! Улығыҙ ҙа шулайҙыр, күрәһең! Бушҡа ситкә типмәҫтәр ине! Һеҙгә дауаланырға кәрәк!
Ҡатын боролоп китә бирҙе лә:
– Ярай, йөрөһөндәр! Уларҙың йәшендә һеҙ эсеп, тартып ҡараманығыҙмы ни?! Мин дә эсеп тә, тартып та ҡараным, әммә күрәһегеҙ, алкаш түгелмен! Әле бына минең дә улыма 16 йәш, ул да әйтә, эсеп тә, тартып та ҡараныҡ, оҡшаманы, тип. Ул йәштә шулайтып бөтәһе лә тәмләй. Эскесе булып китһә, тик бер-икәүһе генә булып китә. Тыймағыҙ. Айырмағыҙ коллективтан!
– Ярай, – тине вәкилдең был һүҙҙәренә һушы киткән Фәүзиә лә үжәтләнеп. – Һеҙ әйткәс, улымды кискеһен сығарырмын. Йөрөтөрмөн аулаҡтарға! Эсһен, тартһын! Эскесе булып китһә, һеҙ яуап бирерһегеҙ! Яуаплылыҡ минең иңдән төштө!
– Дура! – тине лә вәкил ҡатын, мәктәптән сығып китте. Уның артынан директор юрғаланы. Ишектең шарт иткән тауышы Фәүзиәнең йөрәгендә шаңдау кеүек байтаҡ ваҡыт ҡаҡлығып торҙо: шарт, шарт, шарт! Әйтерһең, бер туҡтауһыҙ мылтыҡтан аттылар!..
Әсәһе мәктәптән, балтаһы һыуға төшкән кеүек, шым ғына ҡайтып инде. Инде әрләрме, тип көткән Ирек хатта уның шул ҡәҙәр тыныс, ипләп йөрөүенә аптырап та ҡуйҙы. Өндәшмәй генә эштәрен теүәлләне, малын ҡарап инде, ашарға ултыртты. Һүҙһеҙ генә ҡыҙҙырылған картуфта соҡсондолар. Йүнләп ашаусы кеше булманы: икеһенең дә тамағына аш бармай ине.
Рәхмәт әйтеп, өҫтәлде йыйыштыра башлағас, улына ҡарамай ғына:
– Сайт администраторына нисек шылтыратырға йә яҙырға беләһеңме? – тип һораны. Иректең ыңғай баш ҡағыуын күргәс, телефон номерен яҙып биреүен үтенде. Оҙаҡ ҡына шылтыратҡас алды администратор тигәндәре. Фәүзиә ҡабат-ҡабат хәлде төшөндөргәс кенә эштең ниҙә икәнлеген аңланы теге. “Биш минуттан фотоларҙы алып, таҙартып ҡуймаһағыҙ, мин прокуратураға мөрәжәғәт итәм! Ваҡыт китте!” – тип ҡурҡытып ҡуйырға ла онотманы ҡатын. Был хәленең батып барыусының һаламға тотоноуы ғына икәнлеген аңлаһа ла. Биш минуттан түгел, бары ярты сәғәттән һуң ғына инеп ҡарай алды Фәүзиә. Баяғы сайтта фото ла, комментарийҙар ҙа, бер нәмә лә юҡ ине. “Бына бит замана техникаһы, - тип йыбанып ҡына уйланы Фәүзиә. – Сайт тап-таҙа. Әйтерһең, бер нәмә лә булмаған. Теге район мәғариф бүлеге вәкиле тыныс йоҡлай ала, директор отчет бирә инде. Әммә... әммә минең йөрәгемдең әрнеүен, улымдың күңеленең яраларын нисек бөтәштерергә?! Юғалған дуҫлыҡты, аңлашыуҙы нисек кире ҡайтарырға?! Ышанысты юғалтыуы ғына еңел, кире яулап алыу ай-һай ауыр бит ул...”
– Дәресеңә ныҡлап әҙерлән! – тине ул Ирек ултырған төпкө бүлмәгә башын тығып. – Бер кем насар уҡый, белмәй, тип әйтә алмаһын! Был аҙнала мәктәпкә йөрөрһөң, ике генә көн ҡалды. Түҙ! Әрләүсе, ошаҡлашыусы, мыҫҡыллаусы булһа ла, күрмә, ишетмә, өндәшмә! Киләһе аҙнала күҙ күрер! Бары ошо аҙнаға ғына түҙ инде, аҡыллым, йәме?! 
Ирек төнгө бергә тиклем дәресен әҙерләне, ҡат-ҡат уҡып та, башына һеңмәгәнен ятлап алды. Әсәһе әйтә икән, юҡҡа түгел. “Был аҙнаны, дөрөҫө ике көндө нисек тә түҙергә! Еңелмәҫкә!” – тип тәҡрарланы үҙ-үҙенә...

***
 Ул иҫ белгәндә ата-әсәһе эскелек һаҙлығына батҡайны инде. Фәүзиә менән ағаһы күрмәгәндәрен күреп буй еткерҙе. Ағаһы 9-сыны бөткәс, район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһына инеп ҡотолдо, Фәүзиәне приютҡа оҙаттылар. Бына шунда татыны ла инде ҡыҙыҡай дошманлашыуҙы ла, “бабайлыҡ”ты ла, кәмһетеүҙәрҙе лә... Төндәрен илап сыҡһа ла, бирешмәне, тешен ҡыҫып түҙҙе. Ҡаршы ирешеп, һуғышып еңеп булмаҫын төшөнгәйне инде. “Ятыр ерем йомшаҡ, ашар ризыҡ бар, түҙергә!” – тип үҙен нығытты Фәүзиә. Сөнки өйөндә йылы аш, йомшаҡ урын уға ҡайҙа?! Яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе менән тәрбиәселәр, уҡытыусылар араһында йөҙө яҡты булды. Әммә ҡыйырһытҡандарын күрһә лә, өлкәндәрҙең яҡлап бер һүҙ ҙә өндәшмәүенә аптырап иҫе китә ине. “Ни өсөн яҡлашмайҙар икән?! Ситнәтеүҙәрен, кәмһетеүҙәрен, хатта бер-икене бәргесләп алыуҙарын да күрә йөрөйҙәр ҙә баһа, ниңә бер өлкән кеше лә яҡлап бер һүҙ әйтмәй?!” – тип иңрәне күңеле... Бер мәл шулай сираттағы мыҫҡыллауға түҙмәй, туалетта илап ултырғанда, төнгө няня килеп инде. Өндәшмәй генә ҡыҙҙың бит-күҙен йыуҙырҙы, арҡаһынан тупылдатып яратты. Бындайҙы күптән күрмәгән ҡыҙ ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Ни өсөн? Ни өсөн мине яратмайҙар? 
Өлкән инәй ҡыҙҙың сәсен һыйпаны, арҡаһынан һөйҙө.
– Бөтәһе лә кеүек булмағанға яратмай улар һине. Яҡшы уҡығанға, тәртипле булғанға. Һүгенмәгәнгә. Көсһөҙҙәрҙе кәмһетмәгәнгә яратмай һине иптәштәрең.
 – Тимәк, улар мине яратһын өсөн насар булырғамы ни миңә?
– Эйе, шулай булһаң, үҙҙәре араһына алырҙар ине. Тик... насар булырға кәрәкмәй. Көрәшергә өйрән. Еңә алмаһаң, түҙ! Түҙмәһәң, улар кеүек бул! – тине инәй.
– Ни өсөн мине береһе лә яҡлашмай? Тәрбиәселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа?! Мин бит тырышып уҡыйым! Тәртип боҙмайым! Ни өсөн?! Ниңә яҡламай һуң уҡытыусылар? Улар яҡлаһа...
– Белмәйем... Бәлки, уларға шулай ҡулайыраҡтыр! – тине инәй уйланып, көрһөнөп алғас. – Тәртипһеҙ булһа ла, был балалар  ныҡ көслө! Уҫал! Уларҙы барыһы ла тыңлай! Бер генә екерһен, бөтөн класс шым була. Ә уҡытыусы әрләп-әрләп тә уларҙы таңлата алмай. Уларға ошондай холоҡһоҙ, әммә уҫал, башҡаларҙы тыңлатырлыҡ атамандар ҡулай! Кәрәк! Ә һин уларҙы тыңлата алаһыңмы? Әлбиттә, юҡ, һинең тауышты улар ишетмәйәсәк тә! Шул була инде көслөнөкө замана тигәне... Был донъяла әле улар һиңә бик күп осрар... Эшеңдә, башҡа ерҙә... Ғәҙеллек эҙләгән кеше ошоларҙың барыһын да белергә, әҙер булырға тейеш, ҡыҙым... Күп осраҡта изгелек еңелә. Ғәҙеллек юҡ был донъяла. Әкиттә генә ул һәр саҡ изгелек өҫтөн сыға ... 
- Улай булғас... Нисек йәшәргә һуң?
- Белмәйем. Йә күнергә! Йә ғүмер буйы еңешергә! Көрәшергә. Бүтән юл юҡ. Үҙең һайла артабан... Еңел генә бөтәһе лә кеүек бул, йәки ғәҙеллек юллап, йәшәмәйсә, көрәш...
Көрәшкән ваҡыттары ла булды Фәүзиәнең, ҡул һелтәп, битараф ҡалғаны ла, ағым ыңғайына ғына йөҙгәне лә. Төрлө ситуацияла төрлөсә булырға кәрәк икәнен аңланы шикелле...
Приюттан һуң һөнәрселек училищеһында һатыусы-кассир һөнәрен генә үҙләштерҙе лә, уны ошо әлеге йәшәгән ауылға эшкә ебәрҙеләр. Шунда танышып, оҙаҡ та дуҫлашмай кейәүгә сыҡҡайны Иректең атаһына. “Ата-әсәһе эсергә әүәҫтәр, Ирмәк үҙе лә йыш ҡына ҡыҙмаса йөрөй. Яҙмышыңды уның менән бәйләргә ашыҡмай торһаңсы, - тине бер апай магазинда яңы эшләй башлаған Фәүзиәгә. – Ауыл тулы буйҙаҡтар, бына тигәнен һайлап алыр мәлең”. Ирмәккә башкөллө ғашиҡ ине шул Фәүзиә, күҙе бер кемде лә күрмәҫ, иләҫ-миләҫ сағы ине. Тәүҙә ҡыҙҙары, ике йылдан Ирек донъяға килде. Эскән ата-әсәнән, аҙаҡтан приютта, йылдан ашыу балалар йортонда күргән ыҙаларынан һуң, кейәүҙәге тормошо тәүҙә ал да гөл кеүек тойолғайны.  Иҫерек ата-әсә менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәмәйбеҙ тип, буш торған бер иҫке генә йортто рәтләштереп, таҙалап сыҡтылар. Айырым йәшәү Фәүзиәгә ожмахҡа тиң ине. Өйҙә бер йүнле йыһаз, өҫтәлдәрендә һый-ниғмәт булмаһа ла, эй, бәхетле ине улар! Шаярышып йоҡлап китәләр, йылмайышып килеп торалар! Ире тракторҙа йөрөй, иртәнән ҡара кискәсә өйгә ҡайтып инмәй. Кискә тиклем һағынып үҙәге өҙөлөр ине! Ике баланы балалар баҡсаһына илтеү, уларҙы барып алыу йәш ҡатынға уйындай ҙа тойолманы. Икеһен яҙҙан көҙгәсә бер коляскаға, ҡышын бер санаға ултыртып һөйрәп йөрөттө, бер ҙә ауырлығын тойманы. Фляга ултыртып шишмәгә һыуға йөрөнө. Баҡсаһын да үҫтерҙе, ҡош-ҡортон да, бер-ике баш малын да ҡарап өлгөрҙө. Бер ҙә арыманы. Уныһы ла бит әле магазиндағы эшенән бушаған арала. Ҡул менән кер йыуыу, мейес яғыу, икмәк һәм башҡа төр тамаҡҡа бешереү ҙә мейес менән усаҡта ине. Һәләк күңелле йәшәнеләр ҙә һуң! Тик шул Ирмәгенең яйлап ҡына эскелек һаҙлығына бата барғанын ғына күрмәгән... Күргәс, аңлағас, ошо заман зәхмәтенә ҡаршы көрәш башланы тынғыһыҙ ҡатын. Эсермәҫкә тырышып, артынан ҡалманы, ҡайтмай ҡалһа, эҙләп барыбер табыр ине. Ире әрләһә лә, ҡулына хут биреп, эткеләп-төркөләп ебәрһә лә, ҡуйманы. Ситтә ҡунып ҡалырға рөхсәт итмәне, ҡыш булһа, туңып ятырынан ҡурҡты. Бәлки, Ирмәк үҙе эсеүҙе ташларға теләһә, был сирҙән арына ла алыр ине. Теләмәне. “Юҡ менән булышма. Эсәм, барыбер эсәм”, – тиер ине. “Үлергә уйлайһыңмы? Бауырҙан саҡ ҡалдың бит, сереп бөтөп бара, тине врач.” “Үлһәм дә эсеп үләм, эсмәгән көйө үлеп ятмайым”, – тип ҡарышты ла, утыҙ өс йәшендә бауыры сереп, китеп тә барҙы. 27 генә йәшендә тол булып, 7 йәшлек ҡыҙын, 5 йәшлек Иреген ҡосаҡлап ултырҙы ла ҡалды Фәүзиә...
Үҙенең ата-әсәһенең дә, ҡайны-ҡәйнәһенең дә, иренең дә эсеүе Фәүзиәне тәрән уйҙарға һалды. Әгәр эскелек ҡан менән, гендар менән бирелә икән, уның ҡыҙы менән улы оло афәт алдында тора түгелме! Башҡа балаларҙың эскесе булып китеү хәүефе ун процент ҡына булһа, минекеләрҙеке туҡһан, процент, тигән һүҙ ҙә баһа! Балаларыма күсмәһен был сир, тигән шөбһәле ҡурҡыныс уй уларҙың һәр аҙымын күҙәтергә өйрәтте. Кем менән дуҫлаша, нимә тураһында һөйләшә, ниндәй записка алыша, “Бәйләнештә” селтәрендә нимә яҙыша – ҡарап барырға тырышты. Балалары менән дә ошо турала бәләкәйҙән һөйләште, алама кешеләрҙән, алама ғәҙәттәрҙән алыҫ булырға өндәне. Үҙенең яҙмышын, приют һәм балалар йортондағы күргән-кисергәндәрен дә өҫтән генә булһа ла һөйләп, миҫал итеп килтерер ине. “Беҙ бер ваҡытта ла ҡулыбыҙға араҡы тотмаясаҡбыҙ!”– тип әйтә торғайны икеһе лә. Бына ҡыҙы 9-сыны бөтөп, Өфөгә китапхана техникумына  уҡырға инде. Аҙна һайын һағынып ҡайтып, өйҙө таҙалап, йыуып-йышып китә. Ул ҡайтыуға әсәһе тәмле-татлы бешеренеп, ҡунаҡ көткәндәй көтөп ҡаршы алып тора. Ҡыҙы менән улының бер-береһе өсөн үлеп барыуҙары, ныҡ һағынышып күрешеүҙәре әсәнең йөрәген йылыта. Исмаһам, тормош юлында терәк-таяныс булырҙар, тип һөйөнә. Ҡыҙының насар юлға баҫмаҫын аңлаһа ла, кемдәр менән йәшәгәнен, нимәләр менән ҡыҙыҡһынғанын, ҡайҙарға йөрөгәнен гелән һорашып, белешеп тора. “Һеҙ икәү – минең иң яҡын кешеләрем. Һеҙҙән башҡа минең бер яҡыным да юҡ. Серҙәштәрем дә – һеҙ, дуҫтарым да – һеҙ. Бер генә үтенесем бар: алдашмағыҙ! Бөтөн ғәйебегеҙҙе, хатағыҙҙы, яңылышыуығыҙҙы аңлармын, яҡлармын, ярҙам итермен. Тик алдашмағыҙ, һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләгеҙ!”- тип үҫтереп алып килә ине. Һәм бығаса уларҙың алдашҡаны ла, әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергәне лә булмағайны. Бына бөгөн килеп ниҙәр булып ята һуң?..
Сәйҙәнең улын яҡшы белә Фәүзиә, бәләкәстән генә бергә уйнап үҫтеләр. Сәғиттең уларҙа, Иректең Сәғиттәрҙә йоҡларға ҡалған саҡтары ла булды. Бергә ашап-эстеләр, иртәнән кискәсә урамда уйнанылар, бер-береһенә ярҙам итешеп, кәртә-һарайҙарын таҙалашып, утын ярып-өйөшөп күҙ алдында ярҙамсыл, матур булып үҫеп киләләр. Шул саф дуҫлыҡҡа ла ҡара яғыусы табылыр тип кем уйлаған?! 
Улы дәресен ҡарап бөтөрөп, телефонын тотҡан көйө йоҡлап киткәс, Фәүзиә телефонын алып һалды, утты һүндерҙе. Шул саҡ телефонға смс хәбәр килеүен белдергән сың-сың ишетелде. Фәүзиә ҡапыл ғына экранға ҡараны һәм “Ә беҙ үлһәк, тегеләрҙе төрмәгә ултыртырҙармы икән?! Яҡшы булыр ине! Төрмәлә сереһендәр!” – тигән яҙыуҙы күреп, карауатҡа, улының аяҡ осона ултыра төштө. “Кешенең хатын уҡымағыҙ, шәхси әйберенә теймәгеҙ!”– тип өйрәтеп үҫтерһә лә, был хәбәрҙән һуң ул үҙен тыйып тота алманы. Сәғиттән килгән хаттарҙы уҡып сыҡты. Бәй, былар бит үҙҙәрен нисек юҡ итергә тип баш вата! Тәүҙә аҫылынып үлеүҙе тикшергәндәр. “Аҫылынып үлгән кеше бик йәмһеҙ була икән. Йөҙө күм-күк, теле ҙур булып ауыҙынан сығып тора ти! Кит! Улай итергә ярамай!” – тигәндәр. Унан йә дарыу эсеп, йә ҡыйыҡтан һикереп үлеүҙе тикшергәндәр... Фәүзиәнең аңы томаланғандай булды... Тимәк, тимәк, улы, уның бер бөртөк ғәзизе йәшәүҙән төңөлөп йөрөй! Ә ул, көрәш, бирешмә, тиһә лә, проблеманың улай уҡ тәрәнгә китеүен белмәгән дә бит! Ни хәл итеп араларға улын был бәләнән? Нисек ҡотҡарырға?! Көнө буйына артынан эйәреп йөрөп булмай ҙаһа! Ә үҙен юҡ итәм тигән кешегә биш минут етә! Ҡалайтырға?! Кемдән ярҙам һорарға?! 
Фәүзиә улының телефонын урынына һалып, үҙ яғына сыҡҡас та, аптыранып, ишекле-түрле байтаҡ йөрөнө. 
“Былай булмай. Ярар, уҡырға йөрөмәһә йөрөмәҫ, бер яйын табыр. Улын ҡайҙалыр алып китергә кәрәк. Тик ҡайҙа? Ҡыҙы уҡыған Өфөгә алып барһа? Күптән Өфөнө алып барып күрһәтеүҙе һорап йөҙәтә ине. Ярар, барырҙар ҙа ти, ҡайҙа йәшәрҙәр? Уның өсөн арыу ғына аҡса ла кәрәк бит әле. Йыйнап ҡуйғаны бар ул барлыҡҡа, етерме икән? Еткерер. Етмәһә, көнлөккә булһа ла эшкә төшөр, улын был бәләлә ҡалдырмаҫ. Ҡотҡарыр!“ Шул уй менән таңға ҡарай ғына йоҡлап китте Фәүзиә. Малын ҡыуып, йорт тирәһендә эшен бөтөргәс, күрше ҡатындан һыйырын һауып, ҡош-ҡортон ҡарап тороуын үтенде. Уныһы алай ҙа ғына риза булды. Хәҙер иртәнге автобусҡа сығып ултырырға ғына ҡалды. Өфөгә юл яҡын ара түгел, өс-дүрт сәғәт ваҡыт кәрәк. Ҡыҙына һуңғараҡ шылтыратып аңғартыр. Ул Иректе ваҡытында уятты, улы йыуынған арала сәй хәстәрләй һалды.
– Улым, башҡаса мәктәпкә бармайһың! - тине ҡаты итеп. – Хәҙер үк юлға сығабыҙ, Өфөгә.
Ирек битен һөртөргә лә онотоп, ҡулындағы таҫтамалын бөтәрләп, туҡтап ҡалды.
– Нисек Өфөгә? Нимәгә?
– Ундай мәктәптә уҡымауың яҡшы. Бына тигән мәктәптәр бар Өфөлә. Уҡырһың, юғалып ҡалмаҫһың! Хәҙер сәй эсәбеҙ ҙә, тиҙ генә әҙерләнеп, 11-ҙәге автобусҡа сығабыҙ.
Ирек һораулы ҡарашын әсәһенән алмай ғына өҫтәл артына килеп ултырҙы.
– Ә мәктәп? Документтар?
– Әлегә документһыҙ барабыҙ. Документтарыңды аҙаҡтан, уҡыу йылы бөткәс килеп алырбыҙ. Берәйһе һорап шылтыратһа йәки яҙһа, ауырып, дауаханаға киттем, тип әйтерһең. Беҙҙең ни йомош менән йөрөүҙе белмәй торһалар ҙа ярар.
Ҡыҙына юлда шылтыратып әйтте. Ҡайҙа туҡталырға белмәүен дә аңғартты. Училищела бергә уҡыған дуҫ ҡыҙҙары бар ул барлыҡҡа, тик һәр береһе тормошта. Ҡайһылай йәшәүҙәрен белмәгәс, йә алдан һөйләшеп ҡуймағас, уларға барып төшөп булмай инде. Әллә ярата улар һинең килеүеңде, әллә юҡ тигәндәй. 
Фәүзиәләр барып төшкәндә ҡыҙы уҡыуҙан ҡайтҡайны. Вахтер ҡатын менән һөйләшеп, индереп сәй эсерҙе.
– Әсәй, мин интернеттан ҡарап балешеп сыҡтым. Бында ҡунаҡханалар ныҡ ҡыйбат икән. Уларҙа бер төн ҡунып сығырға ла аҡсаң етмәҫ. Шулай ҙа бер нисә хостел бар, уларҙың хаҡтары арзан. Тик йәшәүе нисектер, белмәйем. Ҡунаҡханаға етмәй инде...
– Булһын! Беҙ бында ял йортона килмәгәнбеҙ. Баш төртөп, йоҡлап сығыр урын булһа, еткән! – тине Фәүзиә. – Бөгөнгә барып, урынлашып торһаҡ, иртәгә ни эшләргә икәнен шунда уйлашырбыҙ. 
Телеүҙәктән алыҫ булмаған бер хостелды һайланылар. Ҡыҙына ла алыҫ түгел икән, осрашып торорбоҙ, тип шатланды Фәүзиә. Ҙур булмаған биш ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан икән хостел тигәндәре. Эреле-ваҡлы тиҫтәләп бүлмәнән тора. Уртаҡ коридор, кухня, душ бар. Улы менән икәүһенә кескәй генә ике кешелек бүлмәне алдылар. Йәшәп торорға ла, ваҡ-төйәк алырға ла аҡсалары артып ҡалды. Өфөнөң күркәм урындарын күрһәтеп сығырға булды әсә. Үҙе ошо баш ҡалала приютта, һуңғараҡ балалар йортонда үҫкәс, ошонда училище тамамлағас, ҡала уға таныш та, яҡын да ине.  
Эй, улын шатландырам, бәлә-проблемаларын онотһон тип, Өфөнөң бар матур урындарында булдылар, бер көн иһә көнө буйына аквапарктан сыҡманылар. Унан театрҙар, кинотеатрҙар, филармония ҡалманы. Иртәнсәктән телефонды ҡулдарына ла алмайҙар, бар донъяларын онотоп, ял итәләр, бер-береһен ҡыуандырырға тырышалар. Ҡыҙы ла ҡушылып китә уларға, сюрприздар эшләп ташлай. Шул арала интернеттан ҡустыһы өсөн уҡыу йорттары, гимназия, лицей-интернаттар ҡарап та өлгөргән икән. 
– Әсәй, Иреккә артабан уҡыр өсөн мин өс урын таптым. Үҙе һайлаһын, – тине ул бер көн сәй артында. – Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны былай ҙа беләһегеҙ. Инженерный лицей, йәнә спортивный лицей бар икән Затонда.     
– Өсөнсөһө шунда уҡ төшөп ҡала,– тине көтмәгәндә Ирек. – Минән спортсы сыҡмай. Теге икәүһен яҡшылап белешергә, ниндәй талаптар ҡуйыла, ниндәй имтихандар бирергә, ҡасан һынауҙар үткәрелә икәнен белешергә кәрәк. 
Интернет заманының шуныһы яҡшы шул, ултырған ереңдән бөтөн ҡыҙыҡһындырған әйберҙе белергә мөмкин. Бер нисә көн һөйләшә торғас, “Ғариповты” һайланылар. Имтихандарға әҙерлек башланды. Уға тиклем Фәүзиә үҙе генә ҡайтып, улының документтарын алып килде. Яҡшы уҡыған малайға һынауҙар ауыр тойолманы, һис ауырлыҡһыҙ уҡырға инеп китте...
Икәүләп июнь уртаһында ауылға ҡайтып төштөләр. Уйлана торғас, Фәүзиә үҙе лә ауылдан күсеп китергә тигән ниәттә туҡталды. Йәй көнө әлегә эшләп торор ҙа, көҙгә ҡарай малын һуйып, тапшырып, ҡош-ҡортон эш итеп, үҙе лә Өфөгә сығып китер. Балалары янында булыр...
***
Ауылда саҡта ситтән тороп эш эҙләп, йәшәр урын белешеп, август аҙағында Өфөлә яңы тормош башланы улар... Еңел генә бер нәмә лә бирелмәй кешегә, бында ла үҙ ауырлыҡтары булды. Әсеһен дә, сөсөһен дә татынылар. Әммә быға тиклем кисергәндәре шулай тәьҫир иттеме, уларҙы йырып сығыу Фәүзиәгә лә, Иреккә лә ауыр тойолманы. Ауылдағы кеүек кәмһетеүҙәр күрергә тура килмәне Иреккә, тик әлегә ҡәҙәр алған белеме менән иң алдынғы гимназиялағы белем кимәле ныҡ айырыла ине. Һәр ауыл-ҡаланан йыйылған “иң-иң”дәр араһында тиң булыр өсөн, артта ҡалмаҫ өсөн ай-һай ныҡ тырышырға тура килде уға. Бирешмәне Ирек, аңламағанын һораны, өҫтәмә дәрестәргә йөрөнө. Ауылда уҡып та онотолғандарын яңынан иҫенә төшөрөр өсөн 7-се кластың физика, химия, биология, математика кеүек дәреслектәрен алып, киренән ҡабатлап сыҡты. Тырышлыҡ, ныҡышмалы хеҙмәт үҙ емешен бирмәй ҡалманы. 8-сене бөткәндә Ирек биш параллель кластың 150 уҡыусыһы араһында иң яҡшы бишәү иҫәбендә ине. Уҡыу буйынса ҡыуып етеп, аңлап, төшөнөп алғас, башҡа өлкәләр буйынса ла гимназия һәм интернат тормошонда әүҙем ҡатнаша башланы. Ҡурай, бейеү түңәрәктәренә яҙылды, волейбол, теннис секцияларына йөрөнө. Өҫтәлмә рәүештә физика, математика фәндәренән шөғөлләнде, олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яуланы. Үҙе үҫкән һайын аңы ла үҫте, аныҡ маҡсаттары барлыҡҡа килде, күңелен матурлыҡ, изгелек тойғолары ғына биләп алды. Улының тәрбиәле, тәүфиҡлы булып үҫеп килеүе өсөн әсәнән дә нығыраҡ ҡыуанған кеше булдымы икән? Балаларың бәхетле булһа – үҙең дә бәхетле. Ауыр һынауҙарҙан лайыҡлы үтеүҙәренә, һурып алыр тормош упҡынынан улын ваҡытында һөйрәп алып сыға  алыуына шатланып бөтә алманы Фәүзиә, ярҙамы, сыҙамлығы өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итте...  
Гимназияны тамамлау, эшкә төшөү, ситтән тороп уҡыу, үҫешеү, үҙ эшен асыу, ипотекаға фатир алыу... Йылдар шулай ҡыуышып уҙа торҙо, яңы ғына илап ултырған Ирек киң яурынлы, мыҡты кәүҙәле ир-егеткә әүерелде. Ҡыҙы күптән кейәүгә сығып, үҙе ике балаға әсәй булып өлгөрҙө. Карьера яһайым тип әллә шәхси тормошон ситкә ҡуйып торҙо, Ирек кенә 30 йәшенәсә һаман яңғыҙ йөрөй. Инде атаһы – йәшенә лә яҡынлашып килә. Бахырҡай, Ирмәге, ҡайһылай ҙа йәшләй киткән икән - 33 кенә йәш булған! Ул саҡта  ҡайғыға батып, ике балаға бауыр баҫып, уның шулай йәшләй китеүен дә аңғармаған. Бөгөн йәшәһә, ниндәй ир булыр ине икән Ирмәк? Уны оло йәштә итеп күҙ алдына ла килтерә алмай инде Фәүзиә! Улының тулыҡанланып торған сәсен һыйпап, Ирмәген күҙ алдына баҫтыра. Тас ҡына атаһы бит әле! Холҡо ғына оҡшай күрмәһен инде. Аллаға шөкөр, ошоғаса иҫерткестәрҙе ауыҙына алыу түгел, ҡулына ла тотоп ҡарағаны юҡ. Инде ла аҡылын шулай камил ғына итеп ҡалдырһын, шайтан тоҙаҡ ҡормаһын инде берүк... Өйләнеп, башлы-күҙле, бала-сағалы булып китһә, хафаһынан бөтөнләйгә ҡотолор ине лә Фәүзиә... Нисәмә йыл өмөтләнеп, уның ризалыҡ биргәнен көтөп йөрөгән кешеһе лә бар барлыҡҡа. Улын яңғыҙлатмайым тип һуҙып килә һаман...
– Әсәй, – тине уның уйын һиҙгән кеүек Ирек, балаларса әсәһенең тубығына башын һалып, – Мин өйләнергә уйланым, тиһәм, нисек ҡарайһың ошо эшкә?
Фәүзиә эйелеп улының маңлайынан үпте:
– Бик ыңғай ҡарайым, улым! Фатихамды бирәм! 

***
Тыуған ауылына Фәүзиәләрҙең байтаҡтан ҡайтҡаны юҡ. Тәүге йылдары йәйгеһен өсәүләп  ҡайтып китәләр ине, аҙаҡтан “Бушты бушҡа ауҙарып йөрөгәнсе, аҙ булһа ла аҡса эшләшәбеҙ һиңә”, – тип Иреге лә, ҡыҙы ла ауылға ҡайтыуҙан баш тартты. Торараҡ өйҙө лә һаттылар, ипотеканы ҡаплауға тотонорға бик ярап ҡалды. Ауыл менән бер нәмә лә бәйләмәй ине инде... 
Атаһының, ҡартәсәй-ҡартатаһының ҡәберенә һуғылып, уларҙан да фатихә алыу ине Иректең уйы. Магазиндан тере һәм яһалма сәскәләр алып сығыуға ҡаршыһына осрап аҡса һораған кеше йәнә иҫенә төшөүгә, егет тертләп китте. “Вәкил шул! Миңзифаның уң ҡулы булып, уны әҙ ыҙалатмағайны шул ваҡытында. Әле лә иҫендә: эй күн курткаға күҙе ҡыҙған сағы ине Иректең. Уныһы бик ҡыйбат тора. Йәй буйы кешегә көтөү көтөп, әбей-бабайҙарға утын ярып, көҙгөлөккә тәки алырға аҡсаһы етте Иректең. Нисек ғорур атлап бара торғайны ул мәктәпкә! Бөтәһе лә уға ҡарайҙыр, һоҡланалыр төҫлө! “Атаһы булмаһа ла, юғалып ҡалманы, үҙе эшләп тапҡан аҡсаһына алып кейгән күн куртканы!” тип маҡтап ҡалалар кеүек ине. Әммә аҙна тирәһе генә кейеп ҡалды танһыҡ курткаһын, баяғы Вәкил килеп уны буйынан буйына лезвие менән арттан ҡырҡып төшөрҙө... Күҙҙәренән субырлап аҡҡан йәшен ҡул һырты менән тызый-тызый аҡырып иланы шунда Ирек: “Ни өсөн, Вәкил? Ни үсең бар миндә?”  Уны уратып баҫҡан малайҙар менән бергә Вәкил дә, Миңзифа ла шарҡылдап көлдө...
Курткаһын ҡулына тотоп, башын эйеп ҡайтып инде өйгә. Ярай әсәһе эштә икән... Улай  итеп ҡараны, былай итеп – юҡ, килештерә алмай. Шунан скотч менән эстән дә, тыштан да йәбештереп ҡуйҙы. Беленеп ялтырап тора-тороуын, әммә кейергә мөмкин. Скотчты ҡара буяҡ менән буяп, елем менән ҡатырып ҡуйҙы. Әсәһе күрҙеме икән-юҡмы, ни өсөн йырттың, һаҡлаңҡырап кейһәңсе, тип һораманы ла, әрләмәне лә...
Икенсе юлы алгебранан контроль эш дәфтәренән тап кәрәкле биттәрен йыртып алып уҡытыусынан “икеле” ҡуйҙырттырыу... Кроссовкиҙарын йәшереп ҡуйып, һыуыҡ спортзалда ойоҡбаш менән генә дәрестә булып, һыуыҡ тейҙереп ҡаты ауырыу... Сумкаһын сығарып көрткә ташлап, дәрестә бер нәмәһеҙ ултырып, уҡытыусыларҙан әрләнеү... Бойкот иғлан итеп, күпме мыҫҡылланылар, һынап бөтөрөрлөк түгел... Быларҙы әсәһе белмәне, ҡайтып ошаҡлашып йөрөмәне, ҡәҙерле кешеһен борсоуҙан ҡурҡты... Бына шул этлектәрҙе эшләгән Вәкил бөгөн магазин мөйөшөндә хәйер һорашып тора... 
Зыяратта булып, атаһы, ҡартатай-ҡартәсәһе менән һөйләшеп, фатихә һәм бәхиллек һорап, ҡәберлектәрҙе сүп-сарҙан таҙартып сыҡҡас, Ирек машинаһын трассаға түгел, киренән ауыл яғына борҙо. Магазин тирәһендә кеше күренмәй ине. Ул “Ауди”һын һүндереп, бер аҙ рулдәге ҡулына башын һалып, урамды күҙәтеп ултырҙы... Бына магазиндың артынан, үҙе кеүек һәләмә кейемле ике ирҙе эйәртеп, көткән кешеһе күренде. Ирек машинанан сығып, уларҙың ҡаршыһына барҙы.
– Вәкил, класташ, таныйһыңмы мине?
Вәкил иҫерек күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап, уға ҡараны, бер Иреккә, бер “Ауди”һына күҙ төшөрҙө.
– Юҡ, шаяртма, минең ундай класташым юҡ. 
–    Мин Ирек, иҫләйһеңме, бөтә мәктәп менән миңә бойкот иғлан иткәйнегеҙ?
Вәкил ышанмағандай ҡаршыһында торған бай, журнал тышынан төшкән кеүек, энәнән ептән кейәнгән, фырт егеткә йәнә текләп ҡараны.
– Булмаҫ! – тине, теш араһынан сырт төкөрөп. Үҙенең күҙендә ҡурҡыуға ла, шикләнеүгә лә, көнсөллөккә лә оҡшаған бер тулҡын сағылып үтте.
– Эйе, мин. Ирек. Мин һеҙгә рәхмәт әйтергә теләйем, – тине Ирек яйлап, иҫерек класташының аңына барып етһен өсөн һуҙып, туҡтап тигәндәй. – Рәхмәт! Шул саҡта мине ситләтмәһәгеҙ, мин Өфөгә уҡырға бармаҫ, бөгөнгө Ирек була алмаҫ инем. Ҙур һабаҡ бирҙегеҙ миңә! Миңзифаны күрһәң, уға ла минең ошо һүҙҙәремде еткер! Әйткәндәй, ҡайҙа ул? Кейәүҙәме?
– Әйтермен, – тине Вәкил, күҙен ҡыҫып, ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап. – Күреп торам мин уны, ҡайтҡылап китә. Район үҙәгендә йәшәй. Кейәүҙә тиһәң дә була, юҡ тиһәң дә... Бер ҡараһаң, берәү менән йәшәй, икенсе ҡараһаң, башҡа менән... Күбәләк инде, унда-бында оса...
– Аңлашылды... – тине Ирек. Унан ҡапыл өҫтәп ҡуйҙы. –  Давай бойкот иғлан итәбеҙ, Вәкил!
– Кемгә? – тегеһе аңшайҙы. – Миңзифағамы ни?
Ирек ҡысҡырып көлдө. Кәрәге бер тин, тигәндәй, мыҫҡыллап көлдө.
– Юҡ, араҡыға! Әйҙә, ташла эскеңде! Ташла ла, өр-яңынан йәшәй башла! Беҙ бит әле йәш! Мин һиңә ярҙам итермен, Вәкил. Эскенән ҡотолһаң, миңә кил. Эшкә алырмын! –Саҡ ҡына туҡтап, тегеһенең аңлауын, башына барып етеүен көттө. – Бойкотмы?!
Ир алан-йолан ҡаранды, әшнәләре аптыранып бер яҡ ситтә тороуын белде. 
– Бойкот! – Ике ир, ике класташ ныҡ итеп ҡул ҡыҫышты. Күптән ҡырҡылмаған оҙон тырнаҡлы бысраҡ ҡулдан ерәнеп торманы Ирек, ныҡ итеп ҡыҫты...

Автор: Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.

Автор:Закупки
Читайте нас: