Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
8 Ғинуар , 21:00

Йондоҙнамә ( 9 – 15 ғинуар)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

 

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Был арала йондоҙҙар һеҙгә һәр саҡ булышлыҡ итәсәк, шуға күрә аҙнаны файҙалы үткәреү мөһим. Иң ауыр эштәрҙән башлаһағыҙ дөрөҫ булыр. Һәр хәлдә алға табан бер нисә аҙым яһай алырһығыҙ. Бәғзеләр ҡайһы бер мәсьәләгә асыҡлыҡ индерер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Тап аҙна башында икеле мөнәсәбәттәрҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртергә форсат сығыҙ. Башҡаларҙы, уларҙың теләктәрен яҡшыраҡ аңлай башларһығыҙ һымаҡ. Шишәмбе һәм шәмбелә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшеүегеҙ ихтимал.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Күңел күтәрерлек сәбәптәр осрар. Элек килеп сыҡмаған эштәрҙе лә булдыра алырһығыҙ, буғай. Шишәмбеләге ваҡиғалар башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр тыуҙырыр. Йома тағы ла ыңғай ваҡиғалар, яҡшы яңылыҡтар килтерер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Дүшәмбе-шишәмбелә етди мәсьәләләрҙе күтәрмәҫкә ҡушыла. Яҡшы танышығыҙ менән дә уртаҡ тел табыу ваҡытлыса ҡыйынлашыр. Кемдер элекке дәғүәләрҙе лә иҫегеҙгә төшөрөр. Шаршамбынан һуң дөйөм хәлегеҙ ҡырҡа үҙгәрер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Һаман да кешеләргә артыҡ ышанаһығыҙ. Шишәмбелә кемдер һеҙҙең артыҡ ябай булыуығыҙҙан файҙаланырға тырышыр – алданыуығыҙ бик ихтимал. Башығыҙға өмөтлө фекерҙәр килер – уларға сират  ваҡыт үткәс кенә етер.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна барышында әүҙемлегегеҙҙе кәметергә кәңәш ителә. Эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, үҙегеҙгә бер аҙ ял бирегеҙ – аҙаҡ уларҙы йәнә башларһығыҙ. Кесе йомала осраҡлы танышлыҡ булдырырһығыҙ. Иғтибарлы булығыҙ, тәүге тәҫьораттарығыҙҙың дөрөҫ булмауы ла бар.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Дүшәмбе-шишәмбе һәйбәт үтер. Бәғзеләр киләсәккә ҡағылған етди ҡарар ҡабул итер. Эшлекле мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Был арала кешеләр менән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Йомала яҡындарығыҙға ҡағылған ыңғай хәбәр  ишетерһегеҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Ҡайһы бер ваҡиғалар яйыраҡ барған һымаҡ тойолор. Кемдер һүҙендә тормаҫ, ә һеҙ уға өмөт бағлағайнығыҙ кеүек. Шулай ҙа был кире хәлдәр ҙурға китмәҫ, борсолор өсөн сәбәптәр юҡ, буғай. Шаршамбынан һуң һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларҙың ыңғай яҡҡа үҙгәреүен күрерһегеҙ.

Ҡыҙ ( 24.08  – 23.09)

Был арала кешеләр менән уртаҡ тел таба алыу һәләтегеҙҙең кәрәге тейер. Бер юлы уларҙың ҡайһы бер серҙәрен дә белерһегеҙ, үҙегеҙ һәр саҡтағыса күп һөйләмәҫһегеҙ, моғайын. Кесе йомала кемдер һеҙҙе уңайһыҙ хәлдә ҡалдырырға маташыр. Уның ниәте барып сыҡмаҫ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Бөтөн нәмәгә мөмкинлектәрегеҙҙән сығып фекер йөрөтөү мөһим. Көндәлек эштәрҙе башҡарғанда быны аңларға тейешһегеҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер мөһим осрашыу булыуы, уның файҙаһын күрерһегеҙ һымаҡ. Шишәмбелә яҡындар менән аралашыу һеҙҙән түҙемлек талап итер.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Һәр осраҡта ла тыныс булырға тырышығыҙ. Үҙгәреүсән ваҡиғаларҙың барыһынан да шул ғына ярҙам итәсәк. Кешеләр һеҙгә ҡәҙимгенән күберәк тартылыр. Ошо арала яңы фекерҙәштәр табырһығыҙ, бәлки. Уларҙы араһында ышаныслылары ла күп булыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Яңы эштәргә тотонор алдынан башланғандарын тулыһынса тамамлауығыҙ мөһим. Юғиһә алға бара алмаҫһығыҙ. Шишәмбелә  ауырыраҡ булыр – бер юлы бер нисә эште башҡарырһығыҙ. Йомалағы хәлдәр бер аҙ икеләнергә лә мәжбүр итер.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рекламная Служба(RBSMI)
Читайте нас в