Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Ғинуар 2023, 07:00

Үкенесле тәүге һөйөү

Төн уртаһында бер ҡатын “Бәй­ләнештә” миңә дуҫтарға өҫтәл­де: “Һаумыһығыҙ, Һеҙ Баныу Ҡа­һармановамы?” Ыңғай яуапты күргәс, яҙыуын дауам итте: “Саҡ табып алдым... Һеҙ гел дә төрлө яҙмышты яҙаһығыҙ, бәлки, минекен дә яҙырһығыҙ. Һеҙгә яҙып ебәрһәм буламы?” Булмай торғаны бармы?! Әлбиттә, була, тип яуапланым. Һәм беҙ уның менән таңға тиклем тиерлек яҙыштыҡ.
– Мин – ҡала ҡыҙы, тулы, етеш ғаиләлә үҫтем, – тип тормошон бәйән итә башланы ул. – Атайым менән әсәйем бик абруйлы кешеләр, беҙҙе, балаларын, матур итеп ҡарап үҫтерҙеләр. Мәктәптә яҡшы уҡы­ным, киләсәктә кем булырымды, нисек йәшәремде аныҡ күҙалланым. Үҙемде иҫләгәндән алып ата-әсәйҙең тыуған ауылына барырға ашҡынып торҙом. Мәктәптә уҡығанда ҡустым менән һәр каникулды сиратлап, алмашлап йә өләсәй­ҙәрҙә, йә ҡартнәйҙәрҙә үткәрҙек. Рәхәт, күңелле ине унда: өләсәй, бисмиллаһын әйтә-әйтә, ҡомалаҡтан хуш еҫле икмәк һала, ҡартнәй йырлай-көйләй еләктәрҙән тәмле бөйө­рөктәр бешерә, олатайҙың гаражында тимер-томор араһында соҡонабыҙ, ҡартатайға эйәреп балыҡҡа йөрөйбөҙ – һәр көн хис-тойғоларға, ваҡиғаларға бай, һөйөүгә, наҙға, иғтибарға тулы. 
Тап шунда, ауылда, үҙемдең тәүге һөйөүемде лә осраттым: минән бер йәшкә кесе Тимур* исемле үҫмер артымдан йөрөй башланы. Ул эскеселәр ғаиләһенән ине. Әсәһе лә, атаһы ла эсте. Тимур бик башлы, зирәк аҡыллы егет ине, әммә холҡо, Аллаҡайым... Ут кеүек ҡыҙыу, “гөлт” итеп ҡабына ла китә, торғаны менән һуғыш суҡмары. Уның йоҙроғон күп егет татығандыр. Уға, эскесе балаһына, бәлки иғтибар ҙа итмәҫ инем, үҙе мине һайланы. Урамда күрһә – күҙ ҡыҫып һүҙ ҡушыр, клубҡа сыҡһаҡ, шаярып йә сәсемде тартыр, йә шарфымды алып, үҙенең муйынына урар ине. Шулай башланып китте беҙҙең сәйер дуҫлыҡ. Тимур төҫкә-башҡа сибәр, спорт менән шөғөлләнде, ярыштарҙа призлы урындар яуланы. 
Бер йылы мин ҡышҡы каникулға ауылға килгәйнем, ул, киреһенсә, ҡалаға ярышҡа бара икән. Шуны әйтер өсөн көндөҙ килде. Һыҙғырып сығарҙы. Өләсәй тәҙрә аша кемдең килгәнен күргәс, һуҡранды, сы­ғармаҫҡа итте. Ләкин мин, барыбер сығам, тип ҡырталашҡас, быйма кейергә, шәл ябынырға мәжбүр итте. Ошо ҡиәфәттә сыҡҡас, ныҡ уңайһыҙландым. Ә Тимур кейемгә иғтибар ҙа итмәне, күрешергә ҡулын һуҙҙы: “Ярышҡа китәм. Өс көнгә”. Ул ауыл яңылыҡтарын һөйләп, хәбәрен теҙҙе, мин өндәшмәй, быймам менән тырышып ҡар соҡоп торҙом. Ҙур ғына соҡорсоҡ хасил булғас, Тимур ҡайтырға йыйынды: “Иртәгә таң менән юлға...” Ул кинәт ҡоласын йәйеп, яп-яҡын килде лә, миңә эйелде... Шәп кенә ҡосаҡлаштыҡ, оялып ҡына үбештек тә, ул ҡанатланып ҡайтып китте. Ә мин ҡып-ҡыҙыл булып янған битемде, Тимурҙың тәме ҡалған ирен­дәремде өләсәй-олатайҙан нисек йә­шерергә белмәй, ҡар көрәргә тотондом. Ярыштан Тимур миңә шоколад алып ҡайтты...
Ҡыйыу, шаян, сос ауыл егете тәүҙә оҡшай ғына ине, һуңынан яраттым. Шундай егеттең минең арттан йөрөгәненә, тормошомда булыуына ҡыуанып, уның менән осрашыуҙарҙы көтә инем. Әммә үҙенә был турала бер тапҡыр ҙа әйтмәнем, белдермәнем. Әйткәндәй, беҙҙең дуҫлыҡ­ҡа яҡындарым аяҡ терәп ҡаршы торҙо. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тип ирештеләр, ата-әсәйем, хатта ауылға ебәрмәҫкә маташып, әллә нимәләр уйлап сығара ине. 
Тимурҙың башҡа ҡыҙҙар менән йөрөгәнен ишеткеләнем. Ә мин ауылда булғанда тик миңә генә килде. Армияға оҙатырһыңмы, тип һорағас, әлбиттә, ти­гәйнем дә, хеҙмәткә алғандарын белмәй ҡалдым. Хәҙерге кеүек кеҫә телефондары булһасы... Телеграф ҡына булды бит, ә Тимурҙарҙың өйөндә телефон юҡ ине, хаты һуң ғына килеп етте. 
Армияла ул элиталы часҡа эләкте. Миңә бер нисә тапҡыр шылтыратты, һөйләштек шунда арлы-бирле. Армиянан яҙған хаттарының береһе генә ҡулыма эләкте, ҡалғандарын әсәйем миңә күрһәтмәй, йыртып ырғытҡан. Тимурҙың хеҙмәтен тултырып ҡайтыуын зарығып көттөм. Уның ҡайтыуын ишетеү менән ауылға, өлә­сәйҙәргә юлландым.  Кисен клубҡа сыҡ­ҡайным, бер ҡыҙ яныма килде лә, беҙ Тимур менән йөрөйбөҙ, тине. Эстән ут йотһам да, тыштан тыныс ҡалып, ярай, йөрөгөҙ һуң, тинем һәм ҡайтып киттем. Аҙаҡ Тимур сәғәткә яҡын тәҙрә төбөндә һыҙғырып торҙо, сыҡманым. 
Ауылға ярты йыл буйына барманым. 
Һуңынан Тимурҙың кәләш алғанын ишетеп ҡайғырыуым... Көс-хәлгә үҙемде ҡулға алдым. Яңы йыл байрамына атай-әсәй менән ауылға ҡайтҡайныҡ, күмәкләп бал-маскарадҡа барҙыҡ. Тимур мине күреп ҡалыу менән яныма ашыҡты. Бармағын­дағы алтын балдаҡтың йөрәгемде һыҙла­тыуы... Шау-гөр килгән халыҡ араһында тығылып тороп шыпырт һөйләштек, һине генә һөйәм, тип ҡола­ғыма шыбырлап, күҙҙәремә мөлдөрәп ҡараны. Йән әрнеүен битарафлыҡ битлеге аҫтына йәшереп, бәхетле бул, тип теләнем... 
Бар көсөмдө уҡыуға һалдым: тәүге һөйөүем бәхетһеҙ булып, шәхси тормошом ыуалып-ҡойолоп төшһә лә, алдыма ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеүҙән туҡтаманым – белем эстәнем. Ата-әсәйем, ниһайәт, еңел тын алды. 
Бер-бер артлы балалары тыуһа ла, Тимур кәләше менән йүнләп йәшәмәне. Ни эшкә төшмәне, ни ғаиләһен ҡараманы. Эскегә һалышып, иҫерек баштан урлашты, һуғышып, яман даны таралды. Бындай иргә кем түҙһен? Ҡатыны ла балаларын алып, атай йортона ҡайтып китте. Ә мин юғары уҡыу йортон тамамлап, яҡшы урынға эшкә урынлаштым. Артымдан егеттәр күп йөрөнө, әммә береһе лә Тимур ише күңелгә ятманы. 
Йәйгеһен отпускыға ҡайтҡанда, ауылда булыуымды ишетеп, Тимур килде. Хас та үҫмер саҡтағы ише ҡараңғы төшкәс. Һыҙғырып, тышҡа сығыуымды һораны. Был ваҡытҡа ул ҡатыны менән айырылыш­ҡайны. Йөрәгем дөпөлдәп, ярһып, урамға атылдым... Тимур менән һағынышып осрашып, тауға атланыҡ. Ул усаҡ яҡты. Ошо усаҡ яҡтыһында хистәр дөрләп ҡабынып, ҡауыштыҡ.  
Ауырға ҡалыуымды аңлағас, тамсы ла икеләнмәй, табырға булдым. Әсәйемә серҙе систем. Ул шаҡ ҡатты. Һәм, ай-вайыма ҡарамай, мине абортҡа ебәрҙе. Хәҙер ныҡ үкенәм, нишләп әйттем икән  тип, һуңғараҡ әйтергә кәрәк булған. Ауырым ҙурайғас, әсәйемдең һүҙенән сыға алманым, баланы алдырҙым... Унан алда Тимурҙың үҙенә лә хәбәр иткәйнем ауырлымын тип, ләкин әллә иҫерек булды, әллә нимә, уның яғынан мин көткән яусы килмәне. Күп тә үтмәне, ғәйеп тағып, уны төрмәгә ултыртып ҡуйҙылар. Бик ҙур срокка иркенән мәхрүм иткәндәрен ишетеп, ышанманым, буш һүҙҙер, тип уйланым, әммә барыһы ла дөрөҫләнде...
Ул ултырғас, мин һәйбәт егеткә кейәүгә сыҡтым. Ғаилә дуҫтарының улына. Йөрө­мәнек тә беҙ, баш ҡағып сәләмләшә генә торғайныҡ. Ата-әсәйҙәребеҙ үҙ-ара һөй­ләшеп, беҙҙе ҡапыл өйләндерҙе лә ҡуйҙы. Ҡаршылашмай, яҙмышыма күндем. Тиҫ­тәләрсә йыл буйына Тимурҙы көтә алмаҫ­мын кеүек тойолдо, мәлендә бала табырға кәрәк, тип уйланым. Кейәүгә сыҡмаҫ борон Тимурҙан бер генә хат алдым, нимә кәрәк, шуны һорап исемлек ебәргәйне. Башҡа хаттары ла булған ул, тик әсәйем йәшергән. Был турала белмәнем, һуңынан Тимурҙың үҙенән ишеттем...
Кейәүгә сығып, тырышып донъя көттөм, әсә булырға теләнем. Ләкин, үкенескә күрә, балаға уҙманым... 
Тормош мәшәҡәттәре менән ғүмерҙең үткәне лә һиҙелмәне. Бер ваҡыт социаль селтәрҙә Тимур килеп сыҡҡас, сәхифәмә бүтән инмәнем, ҡурҡтым. Ә ул телефонымды эҙләп табып, шылтыратты. Минең – үҙемдең тормошом, һинең – үҙеңдең тормошоң, башҡаса шылтыратма, тинем. Тыңланы, борсоманы. Тик тағы бер нисә йыл үткәс, трубкала ҡабат уның тауышы яңғыраны. Һөйләшер-һөйләшмәҫ трубканы һалдым... 
Төрмәлә ул интернет аша бер ҡатын менән танышып, яҙышып, бер аҙҙан өйлә­нешкәндәр. Унан байтаҡҡа оло ҡатыны Тимур янына барып йөрөгән (унда тик яҡын туғандарҙы ғына индерәләр икән). Тимур ултырған сағында ҡомарлы уйынға әүрәп, гел аҡсаға уйнап, ҡатынынан аҡса таптырған, хатта кредит алдырған. Һөйөү­гә сарсап, төрмәлә ултырған ир менән яҙмышын бәйләгән ҡатын гел аҡса таптырыуынан биҙрәп, бер заман унан ҡасырға ла уйлаған, ләкин аҙаҡ кире барған. Уртаҡ балалары юҡ. Был турала Тимур мессенджер аша яңынан мине эҙләп тапты ла үҙе һөйләне. Эсем бошҡан мәл ине, һөйләшеп киттек. Ул, һине ныҡ яраттым, нишләп яратыуыңды әйтмәнең, һәр ваҡыт мин генә инициатива күрһәттем, тип үпкәләне: 
– Бала ла тапманың, алдырҙың... 
– Ә ниңә кәләш итеп алманың?! – тинем. 
– һиңә тиң түгел инем, һине миңә бирмәҫтәр ине, – тине.
– Алам, тиһәң, бер кемгә лә ҡарап тормай сығыр инем...
– Мине ултыртыуҙары булды, һин шунда уҡ кейәүгә сыҡтың, биш йыл буйына иланым, – тине. 
Ә бит мин шул биш йылда ныҡ насар йәшәнем: ирем өҫтөмдән йөрөнө, эскән сағында ҡул күтәрҙе. Күңелемде биреп ярата алмағанымды тойоп боларғандыр, тим. Һуңынан ғына һин дә мин йәшәп киттек, тәрбиәгә бала алып үҫтерҙек.
Тимур икенсе йыл сығырын әйткәс, йөрәгем тертләне. Ул иһә бер ниндәй ҙә өмөт бирмәне, ауырыйым, тине:
– Туберкулез, гепатит, язва... Йәшәргә күпме ҡалған – белмәйем.
Тимурҙың хәҙер икенсе кеше булыуын аңлайым, ул үҙе лә шулай ти: “Мин һинең элекке сағыңды ғына яратам, хәҙер ҡа­тыным бар, ул миңә ярҙам итте, тиҫтә­ләрсә йыл ултырасағымды белһә лә, миңә кейәүгә сыҡты...” 
Шуны ла әйткем килә: Тимур, асығам, ашарға ебәрә алмаҫһыңмы, тип тәүҙә аҙыҡ-түлек кенә ебәреүемде һорай тор­ғайны, тора-бара аҡса ла һорай башланы. Ҡатыныңды бурысҡа батырҙың, хәҙер минең сиратмы, тип көйөп аралашыуҙы өҙөргә уйлаһам да, йә үлеп ҡуйһа, тип яҙыштым, саҡ ҡына булһа ла ярҙам итәйем, тип йәлләнем. 
Тиҙҙән һөйләшкән мәлдә Тимурҙың телефонын күреп, тартып алдылар. Бәй­ләнеш өҙөлдө. Был яҡшығалыр ҙа, моға­йын. Үткәндәрҙе кире ҡайтарыуы мөмкин түгел бит. Үкенестәр генә үҙәкте өтә. Әле һеҙгә һөйләгәс, күңелем бушағандай булды. Еңел булып ҡалды. Миңә ваҡыт бүлгәнегеҙ өсөн рәхмәт. 
– Ә һеҙгә ышанысығыҙ өсөн рәхмәт, – тинем әңгәмәсемә. – Уйламағанда Тимур менән күрешһәгеҙ ҙә, хистәр түгел, аҡылығыҙ алдан йөрөһөн инде. Ул гүзәл һөйөү, йәшлек хәтирәһе булып ҡалһын, сөнки янығыҙҙа ирегеҙ бар - ышаныслы бөгөнгөгөҙ һәм киләсәгегеҙ. 
Ҡатын ризалаштымы-юҡмы, һаубул­лашты.
Ә Тимурҙы, ысынлап та, йәл. Эскелек, дыуамаллыҡ арҡаһында тормошо селпә­рәмә килгән. Ни таяныр таянысы, ни ынтылыр маяҡтары булмаған. Йәл...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА. 
* - Ирҙең исеме үҙгәртелде.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: