Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Ғинуар 2023, 22:50

Бер повестең тарихы

(Яҙыусы, шағир ҡустым Дамир Шәрәфиҙең яҡты иҫтәлегенә)

 
 
Ҡыш. Стәрлетамаҡта күҙ асҡыһыҙ буранлы кис. Төн тип тә әйтергә була, сөнки ғаиләм менән йоҡларға ятырға әҙерләнәбеҙ. Иртәнсәк балаларҙы мәктәпкә оҙатып, үҙебеҙгә сәғәт һигеҙгә эшкә барып етергә кәрәк. Шул мәлде ап-аҡ ҡарға төрөнгән бер кеше килеп керҙе. Ҡыш бабай тип әйтер инек, әле февраль айы, икенсенән, ул бит ниндәй һыуыҡта ла өшөмәй, ә был кеше туңып-бөрөшөп бөткән. Ул Өфөлә "Йәшлек" гәзитендә эшләүсе ҡустым Дамир булып сыҡты. Һүҙенә ҡарағанда, ҡайҙалыр ошо яҡта шайтан бар икән, шуны эҙләп китеп бара. Талбаҙыла автобус артабан китә алмай, көрткә батып ултырған, Стәрленән килеп алғандар. Дамирҙың шаяртыуы бөтмәҫ тип, һүҙҙе ҡуйыртманыҡ, әҙерәк йән кереттек тә, йоҡларға яттыҡ.

Иртәнсәк барыбыҙ ҙа үҙ эше менән таралыр алдынан шул мәғлүм булды. Ул шайтан тигәне Шихан исемле ял йорто икән, Дамир шунда бер аҙналыҡ путевка алып китергә сыҡҡан булған. Ул Шихандың беҙҙән тағы егерме саҡрым арала икәнен ишеткәс, тамам кикиреге төштө. Дамирҙы фатирҙа бикләп ҡалдырып китеп барҙыҡ. Киске ҡараңғыла әйләнеп ҡайтыуыбыҙға Дамир нимәлер яҙып ултыра. Бала саҡ хәтирәләрен ҡағыҙға төшөрөргә һис ваҡыт таба алмай инем, башланым әле, тип, һөйөнөп хәбәр һалды. Ошо Шайтанға ла әҙерәк шуны яҙып булмаҫмы тигән уй менән китеп бара икән. Бәй-бәй-бәй, шайтаныма кәрәкме һиңә ул Шайтан, бына һинә люкс-номер, ултыр ҙа яҙ, ашау-эсеү һәр саҡ әҙер, тик запас асҡыс юҡ, көн буйы бикле ултыраһың инде. Шатланып риза булды, үҙе был шайтандан күрмәҫ элек үк биҙгән икән.

Яҙған хәтирәләре 1979 йылдың йәйендә Көмбә ауылы малайҙарының бер ай төрткө сысҡан тотоу кәсебе менән булғаны, һәм шул осорҙа үткән бүтән төрлө ваҡиғаларға бәйләнгән. Ул ваҡытта Дамирға 14 йәш , ә энеһе Юлайға әле 12 йәш тә юҡ. 
Тау-таш, ҡуйы урман аша, ел-ямғырға ҡарамай, әле генә айыу атлап үткән юлдарҙан көн һайын тиҫтәнән ашыу саҡрым ара үтеп, ҡапҡандар һалып, уларҙы ҡарап, эләккән төрткө сысҡандарҙы тунап, тиреләрен киреп киптереп йөрөргә уларҙы бер кем дә көсләп ҡушмаған. Ҙурыраҡ ауылдарҙа был кәсепкә ололар ғына йөрөй торғайны. 


Беҙҙең ауылда ул йылдарҙа электр уты ла, радио ла юҡ, Көмбәне башҡа ауылдарҙан, шул иҫәптән мәктәптән дә айырып торған Кесе Инйәр йылғаһы аша күпер ҙә һалынмаған. Шуға күрә бала-сағаның уйнаған уйындары ла, эшләгән эштәре лә башҡа ауылдарҙыҡынан айырылыбыраҡ тора торғайны. Күп уйындарҙың ҡағиҙәләрен үҙебеҙ уйлап сығара инек. Оҙаҡ йылдар үткәс, бала саҡта яратып уйнаған, беҙ атаман тип йөрөткән уйындың урыҫ лаптаһына шул тиклем оҡшағанын күреп ғәжәпләнгәйнем. Булат ағайым ниндәйҙер календарь битендә шахмат уйыны тураһында материал табып, фанеранан фигуралар эшләп, еп кәтүген уртаға киҫеп, фигураларҙы шунда беркетеп, ауылды уйнарға өйрәтте. Бишенсе класҡа Инйәргә уҡырға барғас, арыу ғына ерҙәрен дөрөҫ уйнамауыбыҙ асыҡланды. 


Шулай итеп, Дамир аҙна буйы бикләнеп яҙып ултырҙы, беҙҙен ғаиләнән башҡа бер кемде лә күрмәне. Ишетеп ҡалып, Стәрлетамаҡта йәшәүсе шағир Әхсән Хәлилов килгән, ишек аша ғына һөйләшкәндәр. Элекке йоҙаҡ эстән дә асҡыс менән генә асыла торғайны шул. 


Һөҙөмтәлә йөҙ биттән ашыу ҡулъяҙма бер аҙнала әҙер булды. Яҙылған һәр битен мин уҡып барҙым. Әле лә ғәжәпләнеп иҫкә алам, шул йөҙ бит эсендә бер яңылыш яҙылып һыҙылған һүҙ түгел, хатта хәреф тә күрмәнем. Әҙер тексты күсереп яҙғанда ла хата ебәрелмәй тормай тип аптырауыма еңел генә көлөмһөрәп яуап бирҙе: ул яҙма минең башта күптән әҙер ине инде, ә күсереп яҙғанда ла хата ебәреп ултырырға мин Фәлән түгел. Кем тураһында әйткәнен яҙып тормайыҡ. Дамирҙың теле элек-электән үткер бысаҡтан үткер, ҡара боростан әсе булды. 

Бала саҡта мин дә Вәзир ағайым менән шул уҡ юлдарҙан шул уҡ кәсеп менән йөрөгәйнем. Ул ваҡытта ауылда беҙҙән башҡа йөрөүсе булмағас, тиҙ ташланыҡ, шыршы сайыры йыйыуға күстек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, шомло, ҡурҡыныс ине ул урман, тиҫтәләрсә саҡрымда бер кеше йөрөмәгән ерҙәрҙә бер үҙең йөрөүе бер ҙә мәрәкә түгел, бигерәк тә йәшен йәшнәп , күк күкрәп, ҡойоп ямғыр яуа башлаһа. Шуға күрә, Дамир кисергән хистәрҙе мин бик яҡшы аңлайым. Ә инде Дамир яҙған күбә ҙурлыҡ ҡырмыҫҡа иләүе, шау алтынбаштар менән ҡапланған Тубылғы яланы, өҫтәлгә оҡшап торған тигеҙ таштар әле лә хәтеремдә. Дамирҙың бөтә яҙғаны минең үҙ башымдан үткән кеүек тойола. Хәҙер ул яҡҡа йөрөүсе юҡ, элекке юлдарҙың эҙе лә ҡалмаған. 


Дамир беҙҙән бик ҡәнәғәт булып ҡайтып китте. Шайтанға барһам, шул тиклем файҙалы эш башҡара алмаҫ инем тип һөйөндө. Бер килке ваҡыт үткәс, был яҙмалар Урал гәзитендә баҫтырыла башланы. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, уны уҡымаған кеше ҡалмаған, гәзитте ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡығандар. Байтаҡ ваҡыт үткәс, «Көн башы һуҡмаҡтары» исемле автобиографик повесть, руссаға ла тәржемә ителеп , икеһе бер китап булып баҫылып сыҡты. Бәләкәй генә Көмбә ауылын тарихта мәнгеләштереүенә Дамир ҡустыма ҙур-ҙур рәхмәт. Хәтирәләр 2003 йылдың февралендә Стәрлетамаҡта яҙылған, ауылдағы иҫән малайҙар, хәҙер ҡартайып барған ирҙәр инде, әле лә шул 1979 йылдың йәйен һағынып иҫкә алалар. 


Рәхмәт һиңә, Дамир!

Вәкил Шәрәфетдиновтың ВК сәхифәһенән алынды (https://vk.com/wall184023343_1647)

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: