Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Ғинуар 2023, 07:00

"Йондоҙ"ло табын - Альбина КИЛДЕЙӘРОВА

Үҙенең аш-һыу серҙәре менән йырсы, “Туған тел” телеканалы алып барыусыһы Альбина КИЛДЕЙӘРОВА бүлешә.

Биш минутлыҡ рулет

Көтмәгәндә ҡунаҡ килһә йәки үҙегеҙ ризыҡ төрләргә теләһәгеҙ, тиҙ генә әҙерләй торған ҡабымлыҡ был. 2 йомортҡаны, 7 краб таяҡсаһын, бер бәйләм укропты ваҡ ҡына итеп турарға. Уларға 2 ҡалаҡ майонез йәки ҡаймаҡ, ҡырғыста ҡырылған 3 бешкән йомортҡа, 100 г ҡаты сыр, 3 бүлкәт һарымһаҡ һалып, тәменә ҡарап тоҙ һибеп, яҡшылап бутарға.
Әҙер массаны ләүәшкә йәйеп һалып, рулет итеп төрөргә. 10 – 15 минут һыуытҡыста тота бирһәң, ул тағы ла тәмләнеп китә. Табынға телемләп киҫеп бирергә.

Мейестә бешкән өйрәк

Тәүҙә 150 мл соя соусына 50 мл әфлисун һуты (мотлаҡ һут һыҡҡыс аша сығарылғаны кәрәк), 20 мл кунжут майы, 1 балғалаҡ ҡыҙыл борос, 1 балғалаҡ чили пастаһы, ҡырғыстан үткәрелгән 20 г имбирь тамыры һалып, яҡшылап бутарға.
Уртаса ҙурлыҡтағы өйрәктең эсен-тышын тоҙ, ҡара борос менән ыуырға. Ҡалын полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, өҫтөнә алдан әҙерләнгән соусты ҡойғас, бәйләп, 5 – 6 сәғәткә һалҡын урынға ҡуйырға. Соус тигеҙ һеңһен өсөн ваҡыты-ваҡыты менән ҡапсыҡты һелкетеп, әйләндереп алырға кәрәк. Ваҡыт үткәс, өйрәк итен ҡапсыҡтан алып, майланған табаға һалып, 180 градус эҫелектәге мейестә 1 сәғәт бешерергә. Иткә һеңмәй ҡалған соусты түгергә кәрәкмәй, уны ваҡыты-ваҡыты менән бешеп ултырған өйрәк өҫтөнә һылап торорға була.

Борсаҡтан салат

Ғәҙәттә, салат өсөн консер­валанған йәшел борсаҡ алалар. Ә мин ябай борсаҡтан да бик тәмле, файҙалы салат эшләгәнем бар. Бының өсөн 1 стакан борсаҡты таҙалап йыуып, төнгөлөккә һыу ҡойоп ултыртам. Иртәнсәк һыуын түгеп, тағы бер ҡат йыуам һәм йомшарғансы 40 минут тирәһе бешерәм. Һыу өҫтөнә йыйылған күбекте һәр ваҡыт алып торорға кәрәк. Бешеп сығырға 15 минут ҡала самалап тоҙ өҫтәйем. Утын һүндереү менән һыуын һарҡытам.
2 ҡалаҡ зәйтүн майына 1 ҡалаҡ лимон һуты, 1 балғалаҡ бальзам һеркәһе һалып, ныҡлап бутарға. 2 помидор менән 1 боросто уртаға бүлеп, орлоҡ­тарынан таҙартырға, шаҡмаҡлап турарға. Борсаҡҡа ҡалған йәшелсәне һәм зәйтүн майынан әҙерләнгән соусты, самалап тоҙ һәм йәшел тәмләткестәр (укроп, петрушка, селдерей) һалып бутарға.

  Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: