Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
2 Ғинуар 2023, 07:00

Ҡурсаҡ

(Хикәйә)

Һап-һары сәсле, зәп-зәңгәр күҙле бәләкәй ҡыҙыҡай талпынып-талпынып “бәпес” һикертә. Күҙҙәрендә – бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ. Бәпескенәһе лә  туҙып  бөткән  бер  ҡурсаҡ шунда. Ҡыҙыҡай “һәпетүк-һәпетүк-һәпетүк” тип  һамаҡлай, тирә-яҡтағыларға “күрәһегеҙме, минең бәпесемде” тигән  кеүек бәхетле  күҙҙәрен төбәй.
Уф-ф-ф... Ошо  сабый  бына  нисә  тиҫтә  йылдар  инде ваҡыт-ваҡыт  минең  төшөмә  инә  лә, йоҡонан  уянғас,  йөрәгемде  һыҙлата.
...Беҙҙең  өйөбөҙ, алты  мөйөшлө  булһа  ла, бик  ҙур  түгел. Ике  яҡта  ла мейесе  бар. Береһе  усаҡлы, усаҡҡа  ҡаҙан  ултыртылған. Унда әнейем  аш  бешерә, ширлек өҫтөндәге стенаға һауыт-һабалыҡ кәштә  эленгән, аҫҡа күнәк, суйын, табалар түңкәрелгән. Тамаҡҡа ашағанда  урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп ултырып ашайбыҙ. Өйөбөҙ матур ғына муйыл ағасына һыйынып ултыра. Муйылыбыҙ яҙ көнө шау сәскәгә  күмелә, ә ҡышын өйөбөҙҙө бурандарҙан ышыҡлай. Атайым туғыҙ  йәшендә ултыртҡан уны, хәҙер балаһы кеүек күрә. Хатта миңә, ғаиләбеҙҙәге берҙән-бер ҡыҙға, бөтә шуҡлыҡ ғәфү ителгәндә лә,  уның ботағын һындырыу рөхсәт ителмәй.
Ағай-апайҙарым да, һылыу-мырҙаларым да әлегә юҡ минең. Шуғалыр инде, әнейемдәр ҙә, күрше-тирә яҡ апай-инәйҙәр ҙә мине  әллә ни күрә. Яратып, иркәләп бер булалар. Күршелә  генә  Зәлифә  исемле  йәштәш  әхирәтем бар. Мин  уларға  барғылап йөрөйөм. Зәлифә үҙе беҙгә һирәк инә. Уға уйын тейеңкерәмәй шул: илағыраҡ ҡына һылыуы Хәмиҙә бар. Зәлифә әсәһе  йорт эштәре  менән  булышҡанда һылыуын  әүрәтә. Бушамай. Сана  шыуырға  саҡырайым, тип инһәң дә әсәһе  Фәриха  еңгә ороша  башлай:
– Ә һылыуыңды  кем  ҡарай? Зөлхизә  ыңғайына  йөрөргә  ни... Ултыр  өйҙә генә, йөрөмә  быйма  туҙҙырып...
Әлдә  мине  улай тыйыусы юҡ. Түбән  яҡтағы һырғалаҡта  бейәләй-быймалар  боҙланғансы  сана  шыуам. Һырғалаҡ  шундай  таҡыр. Атайым  яһап  биргән  санаға  ултырып шыуып  төшәм  дә, сананы  үргә  кире  һөйрәп  менеп,  яңынан түбән яҡҡа  елдерәм.  Шундай  рәхәт. Бала-саға  минән  башҡа  ла  етерлек, кемдең  санаһы  шәберәк  шыуғанын  күҙәтеп  кенә  торабыҙ, бер-беребеҙҙән  уҙҙырырға  тырышабыҙ. Өшөтөүен өшөтә, барыбер  ҡайтҡы  килмәй, ҡайтып  китһәң,  йылынып  сығыуыңа  уйын  бөтөп  ҡуйыр тип  ҡурҡыта.
Их... Әнейем килеп ала шул. “Ҡайт, – ти ул. – Ҡыш  бабай  булдыңмы ни? Сығып  китәһең дә  юҡ  булаһың! Атайыңа  әйтһәм  әле!” Шулай  тиһә  лә атайыма  ошаҡламай  ул, юрый  ҡурҡыта. Атайым, әлбиттә, асыуын  килтерһәң, шелтәләй, уның асыуын  килтермәүең  хәйерле  икәнде  мин  былай беләм ул.
Өйҙә  йылы. Мейескә  арҡаны, ҡулдарҙы  терәһәң, һыуыҡтан  ингән  тән  зымбырлап  китә. Ҡайсаҡта  тәнгә  йылы  йүгереүҙән үтә  ныҡ  ауыртынһам да,  әнейемә  әйтмәйем, йә икенселәй  урамға  сығармаҫ  та  ҡуйыр. Атайым  тиҙҙән  төшкөлөккә  ҡайтасаҡ. Ул аты менән  ҡайтып  йөрөй. Ферма  мөдире  булып  эшләй. Атайымдың  кеҫәһендә  һәр  саҡ “ҡуян  күстәнәсе”  була. Ул, бәлки,  сәй эсеп  алғас: ”Әйҙә, ҡыҙым, фермаға  бараһыңмы?” – тиер. Барам, әлбиттә! Әнейем аҡ  йөндән  бәйләп  биргән шәлемде, атайымдың  шинель  салғыйынан  тегелгән  бишмәтемде,  былтыр  атайым  бер  бот  картуфҡа  тирмәнсе  Ивандан баҫтырып  алып  ҡайтҡан ҡыҙыл  быймамды  кейәм  дә,  санаға  ултырып сығып  китәм.  Быйма  тигәндән, ҡыҙыл  быйма  харап  ирмәк  ул. Ундай  быйма  беҙҙең  ауылда  берәүҙә  лә  юҡ. Ҡарға  баҫҡан  һайын,  эҙең  ҡыҙарып  ҡала. “Ҡояш  ҡыҙы  атлап  барғас  ни, – ти әнейем, – эҙе  лә  ҡояш  төҫөндә”.
Фермала  ҡыҙыҡтар  күп. Ферма  өйөнән  кеше  өҙөлмәй. Үҙебеҙҙең  ауылдың  апайҙары,  еңгәләр,  күрше  сыуаш  ауылының  ҡатын-ҡыҙҙары  һыйыр  һауа. Берсә  башҡортса  һөйләшеп  китәләр, берсә  сыуашса.
– Абау! – ти бер  апай  мине күрһә, – Был  ниндәй  яп-ямаҡ  ҡыҙыҡай  ул?  Күҙе  килеп  тороп  ҙур, үҙе  ҡап-ҡара, күҙ теймәгере, тфү-тфү! Нимәһен  яратҡан  була  икән  Әхмәҙуллин  был  ҡыҙыҡайҙың?  “Ҡыҙым, ҡыҙым”, – тип  үлеп  барған  була. Бер  матурлығын  да  күрмәйемсе! – Шулай ти ҙә арҡанан  ярата  башлай. Мин өндәшмәйем. Ҙу-ур күҙле  булғас,  аҡыш  микән  ни мин? Ямаҡ  булғас,  нимә  тип  арҡанан һөйә  икән?  Унан  башҡа  яратыусы  юҡ, тиҙер  инде.  Асыуым  килә,  атайыма  әйтмәксе  булһам  да,  тыйылам. Анау  бер  ваҡыт,  сана  шыуғанда бер  малай  этеп  йыҡҡас, танауым  ҡанағайны. Шуны  атайыма  әйттем дә, ул, моғайын, теге  малайҙы  шелтәләгәндер, мине  малайҙар  әллә  нисә  көн  “ошаҡсы, ошаҡсы” тип  ирештерҙе. Яңыраҡ  ҡына  оноттолар. Быныһын  ошаҡлап, йәнә исем  күтәргем  килеп  тормай  әле. Ундағы  апайҙарҙың  йәнә  бер  һорауы йыш  ҡабатлана.
– Ҡасан  кейәүгә  бараһың, Зөлхизә?
– Әлләсе... Унда  йәйәү  баралармы,  ат  менәнме?
– Кейәүгәме? – тип  көлөшә  апайҙар. – Ҡай  берәүҙәр осоп  бара, ҡай  берәүҙәр барам тиһә лә,  кил, тиеүсеһе юҡ. Һиңә кил, тиерҙәр ул. “Шаҡының  араҡалығы” тип  илатып  йөрөрһөң әле  берәүҙәрҙе.
– Әхмәҙуллин ҡыҙын  хан  малайына  бирерҙәй  булыр  инде ул! Әле үк  әллә  ниндәй   иткән  булалар бит.
Ә  күҙенә  аҡ  һалғаныраҡ  бер  инәй  тора ла:
– Һин,  Зөлхизә,  миңә  генә  ҡыҙ  бул  да ҡуй, –  тип  аптырата. – Ебәк  күлдәк  алып  бирермен. Атайың берҙән-бер  ҡыҙына  ситса  күлдәк  кейҙереп йөрөтә бит. Ыстырам! Атайың, һуғыштан  ҡайтҡас,  әнейеңде  күреп, сат ҡапланмаһа,  минең  ҡыҙым  була  инең  инде һин!
– Эй,  беҙҙең  бәхет  юҡ  бит  инде ул, Сайма  апай, – тип  һүҙгә  ҡушыла  икенсеһе. – Егеттәребеҙ яу  яланында  башын  һалды. Ҡайтҡандары  һайланды. Ҡатын-ҡыҙ  күп, егеттәр  һирәк. Ирҙәр  ҡартаямы  ни, йәштәштәрен  мөрхәтһенмәгән  булдылар. Әхмәҙуллин  да һайланып йөрөп  алды Әҡлимәһен. Йәше  үтеп  барғанда  ғына  бәпесле  булғас, әллә ни  күрәлер шул.
– Әҡлимәнең  беҙҙән  артыҡ  ере юҡ  инде. Миңә “көт тә көт” тип китте лә...
Сайма  инәй  ямаҡай  ғына ул. Шул  инәйҙең ҡыҙы булыр инемме  икән ни?  Юҡты. Әнейемдең  бер  ебәк  яулығы  бар  ул, ҡунаҡҡа барғанда,  ҡәҙерлегә  генә  ябына. Ныҡ  матур.  Ундайҙан  тегелгән  күлдәк  буламы  икән  ни?  Был  инәй  ысын  әйтһә, бик матур  күлдәкле  булыр  инем  микән? Ҡуйсәле, күлдәкле  булам  тип  әнейемдең  ҡосағынан  айырылырға алйот  түгелмен  әле. Ҡышҡы  буранда  йә  үтә  һыуыҡ  булып  тышҡа  сыға  алмай  ултырғанымда, әнейемдең  көйәнтә  күтәреп  шишмәнән  һыуҙан  ҡайтҡанын  да  саҡ  көтөп  алам.  Ҡай саҡта  илайым...
Сайма  инәй  мине  былтыр  йәй  урамда  ла  ҡурҡытып  китте. Саҡырғас янына  барғайным.
– Зөлхизә, һин  үҙеңдең сегән  ҡыҙы  икәнеңде  беләһеңме ул?
– Ниндәй сегән?
– Сегәндәр арбаларына  тейәлешеп  йөрөй. Үҙләренә  кәрәкмәгән  балаһын  кешенең  тупһаһында  ҡалдыра  ла китә. Һин  ана шундай  ташландыҡ ҡыҙ. Белә инеңме?
– Юҡсы...
– Әнейеңдәр  әйтмәнеме ни?
Аптыраным да, ҡурҡтым да был  инәйҙең  хәбәренән. Түҙмәнем, әнейемдән  һорайһы иттем:
– Ысынды  әйтәме ул Сайма инәй?
Әнейем  ҡосаҡлап  алды.
 – Сегәндәрҙең  һинең  кеүек  ҡыҙы  була, тиме ни? Булһа ла, кешегә  бирмәҫ ине. Ышанма! Арыраҡ йөрө  Сайма  инәйеңдән.

(Дауамы бар).

Кистәрен  беҙгә  Әсҡәпъямал  инәйем инеп  йөрөй. Атайымдың  апаһы  ул. Беҙгә  ҡаршы  ғына  өйҙә  тора. Әсҡәпъямал  инәйҙең  сәсе  ап-аҡ. Ҡар  һымаҡ. Ундай  сәс  беҙҙең  ауылда  берәүҙә  лә  юҡ. Мин  ныҡ  аптырайым.  Тотоп-тотоп  ҡарағаным  бар.
–  Минең  дә  сәсем  әнейең  менән  һинеке  кеүек  ҡап-ҡара  ғына ине  ул, – ти Әсҡәп  инәй. – Минең  кеүек ҡартайғас,  һинеке  лә  ошолай  булыр  әле.
Шунан өҫтәп  ҡуя:
– Фронттан  Мисбахтың  «ҡара  ҡағыҙ»ы  килгәс  сәсем  ағарҙы  ла  ҡуйҙы  шул. Алты  балаңды  ҡосаҡлап  ултырып  ҡал   да...
Ҡасан  ҡартаям  әле мин! Хәҙер  үк  сәсем  инәйемдеке  кеүек  булһа ярамағанмы инде... Инәйемде  яратам  мин. Әкиәт  һөйләй. Йомаҡ  ҡоя. Аҡ таш  уйнарға  ла  ул өйрәтте. Былтыр  Наҡаҫ  буйынан йыйып  алған  ап-аҡ  ҡына  шыма  таштарым  бар. Шулар  менән  уйнайбыҙ. Мин  гел  еңәм.
Бер тапҡыр  килгәнендә  инәйем  көтөлмәгән  хәбәр  һалды:
–  Зөлхизә, мин  һиңә  йылғаның  йөҙөп  килгәнеңдә  тотоп  алған  ерен  күрһәткәйнем  бит әле. Һине  өйгә  алып  ҡайтҡас,  шул   тирәләге  һыуҙан,  иртәнге  сәғәттәрҙә  бисмиллалап  йәнә  һыу  һоҫоп  алып,  ғөсөл  ҡойондороуыбыҙҙы, шуға  ла  һинең  һау-сәләмәт матур  булып  үҫеп  китеүең  хаҡында ла  һөйләгәнем  шикелле. Иҫеңдәме?
– Эйе..
–  Ана шул, мин һине  һыуҙан  тотоп алған  ерҙә  йәнә  бер  бәпес  күреп  ҡайттым  бит әле.
–  Ысынмы? Миңә лә күрһәт! Матурмы?
–  Матур... Минең кеүек  ҡарсыҡтарға  ғына күренә  шул  ул. Ә һинең әлегә үҫәһең бар. Шул  бәпесте  һеҙгә  алып  ҡайтайыммы?
–  ...
–  Бер үҙең  булмаҫһың...
– Берәүһе лә булмаған  кешеләр  бар  бит... Илюш  ағай...Улы ла ҡыҙы ла юҡ. Хрәзүк  апай менән икеһе генә.
– Ниндәй  Илюш?
– Атайымдың  сыуаш  ауылындағы  белеше. Беҙ  уларға  барып  йөрөйбөҙ. Мине иркәләй. “Акмадуллин, пәхетең бар, ә беҙгә Туры пала епәрмәй”, – ти бит ул . Һыуҙа  күргән  бәпесеңде  уларға  бирәйек, бәхетле  булһындар!
– Ул  Илюшты әйтәһеңме?.. Уларҙың  бәхете  Турыларының  ҡулында. Был, мин күргән  бәпес,  сыуашса  белмәй ул. 
– Илюш  ағай үҙе лә, ҡатыны Хрәзүк  апай  ҙа  башҡорса белә бит! Уларға ғына  бирәйек,  бүтән берәүгә лә апарма! 
– Ул  бәпес, миңә апай кәрәк,  тигәйне  бит  әле...
Мин аптырай төшәм.Нишләргә һуң? Апай  булғым  килә  лә ул. Апай булһам, Зәлифә кеүек, аяғым-ҡулым  бәйле  булыр микән? Апай  булһаң,  сыҡтың  ти сыҡмай  ҙа  урам  буйына. Ферма  тураһында ла, матур  йәй  ваҡытында, сәсәкләргә, ағастарға, ҡоштар  һайрауына  һоҡланып, атайымдың  арбаһында  бесән  сабыусылар  янына барыуҙы  ла оноторға тура киләсәк. Кәрәкмәй, тиһәң, бәпес йәл. Йылғаның  ул  урынын  беләм  мин, ярайһы  тәрән, бәпес, бахыр, берәрһе  тотоп  алмаһа,  һыу  төбөнә  батты  ҡуйҙы... Шуны уйлағас, илағы килеп китте.
– Беҙгә әпкил, Әсҡәп инәй...
Был  һөйләшеү  онотола  башлағайны  инде.  Бер  көндө  һул  яҡ  күршебеҙҙәге  Өмөгөлсөм  инәй: “Әйҙә инде, әйҙә”, – тигәс,  янына  ҡунырға  ингәйнем. Яңғыҙы ул, йәлләнем  шул. Үҙемдән  беләм, әйттем  бит, әнейем  һыуға  киткән  арала  ла, илайым  да ҡуям. Тыныс  йоҡлағанмын  да ул. Уянғас та үҙебеҙгә  ҡайтҡы  килде лә китте.
Өйгә килеп  инһәм,  бәпес  илаған  тауышты  ишетеп,  шаҡ  ҡаттым.
– Ин, ин, –  тип  ҡаршыланы  атайым. – Ана,  Әсҡәп  инәйең  һылыуыңды  һыуҙан  тотоп  апҡайтты. Апай булдың. Исемен  кем тип  ҡушабыҙ?
Мин  мендәр  өҫтөндә  ятҡан, әнейемдең  күлдәге  итәгенә  төрөлгән бәпес янына  һаҡ  ҡына  яҡынлайым. Абау! Һап-һары!..  Ямаҡ  килеп тороп....
Һылыуыма  Рәмилә  тип  исем  ҡуштыҡ. Тора-бара  матурайҙы. Тик  шуныһы  ҡыҙыҡ: атайым  менән  әнейем дә, мин  дә  ҡара  сәсле. Рәмиләнең  сәсе  һап-һары.
– Аллаяр  ҡоҙаға  оҡшаған, – ти Әсҡәп  инәй, – Әҡлимә  килендең  атаһы, Рәмилә  кеүек, аҡ  сырайлы  ине бит.
Өйҙә  йәш  бала  булғас, миңә иғтибар  итеп  бармайҙар. Хәҙер  ҡыш  буйы  уҙған  йылдың  рәхәтлектәрен һағынып  иҫләргә  генә  ҡалды. Зәлифәгә  хәҙер  рәхәтерәк. Ул  быйыл  һылыуын  санаға  ултыртып  һөйрәп  йөрөй. Минеке  бәләкәй әле. Йышыраҡ  тәҙрәнән  ҡарап, өйҙә  ултырам.Атайым  көнө  буйы  фермала булғас, әнейемдең  өйҙә  эше  күп. Атайым  былтыр  Күмертау  баҙарынан  алып ҡайтҡан ҡурсаҡ  менән  көнө  буйы  уйнайым. Һылыуымдың  сәңгелдәген  бәүетәм. Ҡурсаҡ  матур  ине ул, уйната торғас, иҫкерҙе, сәсе  һирәгәйҙе, тараһаң,  тараҡҡа  эләгеп  һурылып  сығып  тик  тора.
Һылыуым  ултыра  башланы. Шыуыша.  Урындыҡтан  тәгәрәп  ҡуймаһын тип  ҡарауыллайым. Рәмилә минең  ҡурсаҡты уйнатырға  ярата. ”Һәпетүк! Һәпетүк! Һәпетүк!”– тип осондороп-осондороп  һикертә. Тәҙрәнән  атайымдың  ҡайтып  килгәнен  күреп  ҡалһам,  ишек төбөнә  йүгерәм. Бейәләйен мейес  башына  һала  һалам. Кейеп  сығып  киткәндә  йылы булыр. Әнейем  дебеттән  бәйләп  биргән  шарфын  элеп  ҡуям.Янында өйрөлөп-сөйөрөләм. 
– Йә, ҙур ҡыҙ, һылыуың  менән  татыу  уйнанығыҙмы? – ти  атайым, шунан: “Атай, атай!”– тип  талпынып  ултырған Рәмиләне  күтәреп  алып,  һикертә,  ярата башлай.
“Эх, – тип эсемдән  генә  әрләйем  һылыуымды. – Һин  булмағанда, рәхәт  ине.” Ә ул үҙе  илгәҙәк,  миңә  лә тартылып, бергәләп  уйнағыһы  килеп  кенә тора, тик  ҡурсаҡты  ғына бирмәй, ҡулыма  алғанымды  күреүе  була,  үҙенә  тарта. Ә  бер  көндө... Ана  шул  көн  иҫемә  төшһә, әле  лә  йөрәгем  сыға  яҙа шул  минең...
Атайым ҡышҡы  һыуыҡ  көндәрҙең  береһендә  ҡайтып  инде лә, ҡуйынынан матур  ғына  сандалиҙар  килтереп  сығарҙы. Мин шунда  уҡ, йүгереп  барып,  уларҙы  эләктерә  лә  һалдым.
– Миңәме?
– Һиңә  ярамаҫ, бәләкәй бит... Һылыуыңа  булыр. Һиңә  лә  ала инем,  ҙурырағы булманы.
– Миңә булһын!
– Кейеп  ҡара һуң...
Кейеп  ҡараным  да бит, ҡайҙа, яҡын да килмәй. Ә Рәмиләгә  тап-таман. Кейеп  алды ла  иҙән  буйлап  йүгергеләй  башланы. Үҙе  аяғына  ҡарай, үҙе  көлә. Бәхетле... Мин  шым  ғына  кейенеп, ихатаға  сыҡтым. Күңелем  тула-тула  барып, илап  ебәрҙем.Тоғро  ғына  янымда  һырпаланған  була. Этебеҙҙән  башҡа  мине  берәү  ҙә яратмай  кеүек. Атайым  менән  әнейемә  лә  асыуым  килә.  Мин  бәләкәй  саҡта  уның  кеүек  сандали  ҙа  алманылар. Рәмиләһен  әйтер  инем.  Нишләгәнен  белмәй. Күҙе  ҡыҙһын, тиҙер  инде, эй  йүгергән  була, эй  йүгергән  була... Ярар,  мин  һиңә  күрһәтәйем  әле! Тиҙ  генә  кире  өйгә  индем  дә,  теге  ҡурсаҡты  урамға  алып  сыҡтым.
Шунан...Шунан  шул  инде... Мин уны  ҡар өйөмөнөң  иң түбәһенә  мендереп  күмеп  ҡуйҙым. Сандалиҙарға  алданып һылыуым  ҡурсаҡты онотто. Тиҙҙән  ауырып  китте,  бахырҡай. Атайым  күрше  ауылдан  фельдшерҙы алып  килеп  ҡараны. Әнейем һурылып, ябығып  китте. Атайым  да  йыш-йыш  көрһөнә. Һылыуым  һаташып бер  шыбыр  тиргә  төшә, берсә  дер  ҡалтырай. Әнейҙәр  иламайҙыр,  тип  уйлай  торғайным, илай  икән  дә. Һылыуымды  ҡосаҡлап  ултырып- ултырып  илай. Әсҡәп  инәйем  дә  элекке  кеүек  йор  һүҙле  түгел.
Хәҙер  һүҙ Рәмилә  тирәһендә  генә  урала. Инәйемдең  кәңәше  менән  сит  кешене  алып  килеп,  өшкөртөп  тә  ҡаранылар. Һылыуым  бер  көндө  һаташып: “Һәпетүк! Һәпетүк! Һәпетүк!”–  ти  башланы. Әнейем, теге  иҫке  ҡурсаҡты  эҙләп-эҙләп  тә  таба  алмағас, минән  дә  һорап  ҡараны:
– Һылыуыңдың  шул  тәтәйен  күрмәнеңме, балам? Ҡулына  тотторһаҡ,  күңеле  булыр  ине.
– Белмәйемсе... – Иренемде  бүлтәйтеп, башымды  түбән  эйҙем.
Урамға  сығып киттем. Теге   көрт  башына тырмашып  менеп, бармаҡтарым  өшөгәнсе,  ҡарҙы соҡоп  ҡараным.Ул  көндән  бирле  ҡар  күп  яуҙы шул. Ҡурсаҡ  табылманы.
Ике  көндән  һылыуымды  ерләнеләр...
Ә ҡурсаҡ, ҡар  ирегәс, яҙ көнө  килеп  сыҡты.  Атайым  ишек  алдын  һепереп  йөрөгәндә  табып  алған. Уны  күреү  менән, һылыуымды  иҫкә  төшөрөп, илап  ебәрҙем.
...”Һәпетүк! Һәпетүк! Һәпетүк!” Һары  сәсле  бәләкәй  генә  ҡыҙ  бөгөн  йәнә төшөмә инде. Хәҙер  мин үҙем  әсәй. Күптән  инде  бәлиғ  булған  ҡыҙым бар. Бәләкәй  сағында  тәтәйҙәрҙән  өҙмәнем. Ә теге һары сәсле  ҡыҙыҡай  минән, алты  йәшлек  апаһынан, һаман  булһа  ҡурсағын  эҙләтә.
                                        

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: