Ҡурҡыныс йыртҡыс – Юлбарыҫ йылынан һуң Ҡуян йылы килә, ул тыныслыҡҡа килтереүсе күсеш осоро булыуы ихтимал, тип фаразлай астрологтар. 2023 йылдың тәүге яртыһында (16 майға тиклем) Юпитер Ҡуҙы йондоҙлоғонда булғанда дөйөм көсөргәнешлек һаҡланасаҡ. Йылдың икенсе яртыһында был планета Буға йондоҙлоғона күскәс, ыңғай үҙгәрештәр һәм тыныслыҡ көтөргә була.
Ҡытай календары буйынса, Ҡуян йылы Ҡуян, Ҡуй, Сусҡа һәм Ҡомаҡ йылында тыуғандар өсөн уңышлы булыр.
Ҡомаҡ (1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008, 2020)
Ҡуян йылы Ҡомаҡ йылында тыуғандар өсөн бәхетле буласаҡ. Төрлө тармаҡта профессиональ йәһәттән үҫеш һәм тормошто яҡшыртыу өсөн мөмкинлектәр булып торасаҡ. Уңышҡа өлгәшеү өсөн ниндәйҙер яңы нәмәгә өйрәнергә кәрәк. Үҙегеҙҙе күрһәтеп ҡалыу өсөн бөтә шарттар ҙа буласаҡ. Матди йәһәттән дә йыл уңышлы ғына. Тырышлығығыҙ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ үҙ емешен бирер, килемегеҙ артыр. Шәхси тормошҡа килгәндә, парлыларға мөнәсәбәттәрен яйлау өсөн уңайлы осор, яңғыҙҙар иһә мөхәббәтен табыр.
Үгеҙ (1961, 1973, 1985, 1997, 2009, 2021)
Иң беренсе сиратта эшегеҙҙә һәм карьерағыҙҙа үҙгәрештәр көтөлә. Артабанғы яҙмышығыҙҙы хәл итерҙәй ҡарар ҡабул итергә тура килер. Йылдың икенсе яртыһы күпкә уңышлыраҡ булыр. Тырышлығығыҙ маҡсатҡа ирешергә һәм уңышҡа өлгәшергә ярҙам итер. Үҙегеҙгә ышанысығыҙ артыр. Йыл яңы танышыуҙарға бай булыр.
Юлбарыҫ (1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010, 2022)
Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙы Ҡуян йылында уңыш көтә. Әммә эштә һәм карьерала ауырлыҡтарға осрарһығыҙ кеүек. Мөһим ҡарар ҡабул итер алдынан барыһын да яҡшылап уйлағыҙ. Быйыл киләсәккә план ҡороу һәм яңы проекттар әҙерләү менән шөғөлләнергә кәрәк. Маҡсатығыҙға ирешеү өсөн тырышлыҡ талап ителә. Йыл аҙағында уңышҡа өлгәшерһегеҙ.
Ҡуян (1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011, 2023)
Ҡуян йылында тыуғандар өсөн йыл мөһим ваҡиғаларға бай булыр. Яҙмышығыҙға йоғонто яһарҙай ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ. Яңы эштәрҙе башлау, күптән уйланған пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы йыл. Финанс мәсьәләһенә килгәндә, булған аҡсағыҙҙы һаҡлап тотоноуығыҙ мөһим, планлаштырылмаған сығымдар булыуы ихтимал. Шәхси мөнәсәбәттәр яңыртыуҙы талап итә. Яңғыҙҙар үҙенең парын осратыр.
Аждаһа (1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012)
Аждаһалар өсөн йыл бигүк еңел булмаясаҡ. Шулай ҙа бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп, үҙ маҡсатығыҙға ирешерһегеҙ. Проблемаларҙы хәл итергә хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ ярҙам итер. Ҡыҫҡаһы, башҡаларҙың ярҙамы кәрәгер. Килемегеҙ тотороҡло булыр, бер аҙ артыуы ла бар, әммә сығымдар ҙа күбәйер. Шәхси тормошоғоҙҙа ла үҙгәрештәр булып торор, тик гел генә һеҙҙең файҙаға түгел.
Йылан (1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013)
Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар өсөн йыл һәр йәһәттән дә ыңғай килер. Әммә һынауҙар ҙа булыр, уларҙы сабырлығығыҙ һәм аҡылығыҙ менән генә еңә алырһығыҙ. Йыл һеҙгә уйлап эш итергә һәм әүҙем эшләй башлау өсөн уңайлы мәлде көтөргә кәңәш итә. Шәхси тормошҡа килгәндә, яҡындарығыҙ менән арағыҙҙы боҙмаҫ өсөн сабырлығығыҙҙы юғалтмағыҙ.
Ат (1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014)
Йыл бигүк тыныс булмаҫ. Әммә ыңғай йоғонтоһо көслөрәк, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итерһегеҙ. Эштәге ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тырышлығығыҙ арҡаһында лайыҡлы баһа алырһығыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәтегеҙ еңел булмаҫ, уларҙың көнләшеүе ҡамасаулар. Аҡса менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ, муттар ҡулына эләгеп ҡуймағыҙ.
Ҡуй (1931, 1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015)
Дөйөм алғанда, йыл уңышлы булыр. Тормошоғоҙҙоң һәр тармағына ла тотороҡлоҡ килтерер. Эшегеҙҙә етәкселек тә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торор. Алдағы йылда һеҙҙе бик күп яңы танышыу көтә. Йыл үҙегеҙҙең эшегеҙҙе асып ебәреү өсөн дә уңышлы. Яңғыҙҙарға иһә партнерҙарына ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк, араларында һеҙгә тура килгәне лә осрар.
Маймыл (1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016)
Йылдың бик көсөргәнешле булыуы ихтимал. Әммә ыңғай яҡтары ла бар, улар һеҙгә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итер. Эшегеҙҙә күп мәсьәләне хәл итергә тура килер. Алға барыу өсөн элекке хаталарығыҙҙы ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ. Шул осраҡта яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшерһегеҙ. Финанс хәлегеҙ тотороҡло булыр, әммә шулай ҙа аҡсағыҙҙы артыҡ сарыфламағыҙ.
Тауыҡ (1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017)
Йыл бер төрлө генә булмаҫ. Бер өлкәлә уңышҡа өлгәшһәгеҙ, икенсе яҡтан юғалтыуҙар ҙа булыуы мөмкин. Эшегеҙҙә ҡаршылыҡтар көтә, хатта эш урынын юғалтыуығыҙ ҙа ихтимал. Әммә йыл шәхси мөнәсәбәттәр өсөн уңышлы. Эштә яңы дуҫтар табырға тырышығыҙ. Улар һеҙгә эштәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ярҙамға килер.
Эт (1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018)
Йылдың ыңғай яҡтары күп, әммә иркен тын алырға ашыҡмағыҙ. Эштә әүҙемлек күрһәтерһегеҙ, яҡшы һөҙөмтә менән лайыҡлы ыңғай баһа ла алырһығыҙ. Низағтарға юл ҡуймаҫ өсөн хеҙмәттәштәрегеҙ менән дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға тырышығыҙ. Аҡса менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ, ымһындырғыс, әммә алдатҡыс тәҡдимдәргә ышанмағыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы булыр. Яңғыҙҙарҙы мөһим танышыу һәм сағыу роман көтә.
Сусҡа (1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019)
Сусҡа йылында тыуғандар өсөн йыл һәр яҡтан да уңышлы килер. Яңы мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмауығыҙ мөһим. Эштә барыһы ла яҡшы, ыңғай үҙгәрештәр килемегеҙҙең артыуына булышлыҡ итер. Мөхәббәттә лә уңырһығыҙ. Яңғыҙҙар үҙҙәренең икенсе яртыһын табыр. Һаулығығыҙ хаҡында хәстәрлек күреү кәрәк. Шунлыҡтан бөгөн үк организмығыҙҙы нығытыу менән шөғөлләнә башлағыҙ.