"Сәғәт" салаты
5 картуф, 2 кишер, 1 алма, 2 тоҙло ҡыяр, 1 һуған, консерваланған борсаҡ, тоҙ, майонез кәрәк.
Биҙәү өсөн 6 йомортҡа, 1 ҡыҙыл татлы борос алына.
Кишер менән картуфты бешерергә лә, әрсеп турарға. Борсаҡ, туралған тоҙло ҡыяр һәм ҡырғыстан ҡырылған алманы ҡушырға һәм майонез, тоҙ ҡушып, бөтәһен бергә бутарға. Әҙер массаны түңәрәк формалағы сөм һауытҡа һалып, ҡалаҡ менән тигеҙләргә һәм ҙурыраҡ яҫы тәрилкәгә баштүбән бушатырға. Сәғәттең “корпусы“ әҙер. Уның өҫтөнә икегә бүленгән һәм һарыһы айырылған бешкән йомортҡаларҙың түңәрәк яғын өҫкә ҡаратып, түңәрәкләп теҙергә . Һарыһын ваҡ ҡырғыстан үткәреп, уртаға һибеп сығырға. Ҡыҙыл боростан сәғәт телдәрен ҡырҡып алырға — минут телен оҙонораҡ, сәғәт телен ҡыҫҡараҡ һәм ҡалыныраҡ ҡырҡырға. Боростоң ҡалғанынан бер төрлө 28 нәҙек оҙонса киҫәк ҡырҡып алырға һәм йомортҡаларҙың өҫтөнә Рим һандары формаһында һалып сығырға. Улар йәбешеп торһон өсөн, башта йомортҡа өҫтөнә самалап майонез һөртөргә мөмкин.
«Яңы йыл» салаты
200 г бешкән тауыҡ ите, 100 г сыр, 2 бешкән йомортҡа, ярты һуған, ярты гранат, майонез, тәменсә тоҙ, ҡара борос кәрәк.
Һуғанды турағас, әсеһе бөтһөн өсөн эҫе һыуҙа бешекләргә. Сырҙы, йомортҡаны ҡырғыста ҡырырға. Тауыҡ итен ваҡ ҡына итеп турарға. Һуғандың һыуын һарҡытырға. Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып (әҙ генә сыр һәм йомортҡа ағын биҙәү өсөн алып ҡалығыҙ), майонез һалып бутарға. Салаттың өҫтөн – сыр, урта өлөшөн – йомортҡа ағы менән, ә ситтәрен гранат менән биҙәргә.
Авокадо һәм ҡыҙыл
балыҡ менән
тарталеткалар
200 г ҡыҙыл балыҡ, 14 тарталетка, 1 авокадо, 180 г сыр, ярты ҡыяр, петрушка, салат япраҡтары кәрәк.
Өлгөргән йомшаҡ авокадоның тышын әрсеп, шаҡмаҡлап турағыҙ. Уға 1 аш ҡалағы лимон һуты һығып һалырға кәрәк. Ҡырғыс аша үткәрелгән сырҙы өҫтәгеҙ һәм бер төрлө ҡатнашмаға әйләнгәнсе бутағыҙ. Тәрилкәгә салат япраҡтары һалып, уның өҫтөнә тарталеткаларҙы ҡуйып сығығыҙ, уларҙың эсен авокадолы, сырлы эслек менән тултырығыҙ. Ҡыҙыл балыҡты йоҡа ғына итеп телегеҙ, рулет итеп төрөп, тарталетка эсенә тығып ҡуйығыҙ. Ул роза һымаҡ килеп сығырға тейеш. Һәр тарталетканы ҡыяр һәм петрушка менән биҙәгеҙ.
Баклажандан
ҡабымлыҡ
2 баклажан, 150 – 200 г сыр, 2 помидор, йәшел тәмләткестәр, майонез, 2-3 бүлкәт һарымһаҡ кәрәк.
Баклажанды йоҡа ғына итеп буйға телергә. Әсеһе бөтһөн өсөн 20 минут тоҙло һыуҙа тоторға. Ул арала эслек эшләргә: ҡырғыста ҡырылған сырға иҙегән һарымһаҡты, туралған йәшел тәмләткестәрҙе һәм майонез өҫтәп бутарға. Помидорҙы телемләп турарға. Баклажандарҙы ике яҡлап та ҡыҙҙырғандан һуң, уның бер яҡ башына сырлы ҡатнашманы һәм помидор телемен һалып рулет һымаҡ урарға.
Маринадланған
бәшмәк менән салат
Салат өсөн бешкән ит, татлы борос, маринадланған бәшмәк, һуған, лимон һуты, көнбағыш майы кәрәк.
Итте, боросто, һуғанды һаламлап турарға. Маринадланған бәшмәк менән туралған ингредиенттарҙың бөтәһен бергә ҡушып бутарға. Көнбағыш майына лимон һуты һығып, ошо ҡатнашманы салатҡа һалып болғатырға.
«Йондоҙ» салаты
Бешкән тауыҡ ите, бешкән сөгөлдөр, һуған, аш һеркәһе, шәкәр, тоҙ, маринадланған ҡыяр, сыр, майонез, биҙәү өсөн гранат емештәре кәрәк.
1 -се ҡат –туралған тауыҡ ите, тоҙ, борос, майонез.
2-се ҡат – маринадланған һуған ( шәкәр,Һыу, аш һеркәһе һалып эшләнгән иретмәлә тоторға),
3-сө ҡат – маринадланған ҡыяр, майонез,
4-се ҡат – ҡырылған сөгөлдөр һалына.
Салаттың ситтәренә майонез һөртөп, өҫтөнә сыр һибергә. Уртаға майонездан селтәр эшләп, гранат менән биҙәргә.
Тоҙло балыҡ менән
салат
3 йомортҡа, 200 г тоҙло балыҡ, ҡыҙыл һуған, салат япраҡтары, лимон һуты, гәрсис, көнбағыш майы кәрәк.
Бешкән йомортҡаны, балыҡты, салат япраҡтарын эре итеп турарға. Һуғанды һаламлап турап, тоҙ һалып йомшартырға. Көнбағыш майына гәрсис, лимон һуты һалып, соус эшләргә. Салатҡа һалып бутарға.
Ҡабымлыҡ
Был ҡабымлыҡты әҙерләү өсөн эремсекле сыр, ҡыҙыл ыуылдырыҡ, һөйәкһеҙ ҡара зәйтүн емеше (маслина) кәрәк.
Башта ҡоймаҡ бешерергә. Уға эремсекле сыр һөртөп, рулет формаһында төрөп, дүрт өлөшкә бүлергә. Өҫтөнә ҡыҙыл ыуылдырыҡ һалып, зәйтүн емештәре киҫәктәре менән биҙәргә.
«Һөтлөкәй» торты
Йәймә өсөн 2 йомортҡа, 1 банка ҡуйыртылған һөт, 100 г аҡ май, он, ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) кәрәк. Крем өсөн эремсекле сыр, 500 г ҡаймаҡ, 200 г ҡуйыртылған һөт алына.
Ҡуйыртылған һөткә йомортҡа, май һалып, яҡшылап туғырға. Һуңынан ҡамыр йомшартҡыс ҡушылған он һалып, шыйыҡ ҡамыр эшләргә. Уны бер нисә өлөшкә бүлергә, пергамент ҡағыҙына һалып, йәймәләр бешереп алырға. Улар әҙер булғансы ҡаймаҡҡа эремсекле сыр, ҡуйыртылған һөт, ҡаймаҡ һалып, крем эшләргә.
Йәймәләр әҙер булғас, араларына крем һылап, ҡатлап һалып сығырға. 3 – 4 сәғәттән табынға ҡуйырға була.
Еңел салат
100 г краб таяҡсалары, 80 г корейса кишер, салат япраҡтары, 1 ҡыяр, 2 – 3 ҡалаҡ кукуруз, «Кириешки» сохарыйҙары, укроп, 1 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ майонез кәрәк.
Краб таяҡсаларын шаҡмаҡлап, ҡыярҙы һаламлап турарға. Салат япраҡтарын ҡул менән ваҡларға. Барлыҡ ингредиенттарҙы һалғас, ҡаймаҡ, майонез һалып бутарға. Үҙегеҙ теләгәнсә биҙәй алаһығыҙ.