Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
29 Декабрь 2022, 07:00

Яңы йыл табынын йыр менән биҙәйек!

Әсәй

Урал Рәшитов көйө,
Вәрис Акбашев һүҙҙәре

Кистәр еткән һайын моңһоуланып,
Сығаһыңдыр ҡапҡа янына,
Сабырлыҡтар бирһен һиңә, әсәй,
Сыҙамлыҡтар бирһен йәнеңә.

Ҡушымта:

Ҡапҡа төптәренә сығаһыңдыр,
Баҫылмаҫмы йөрәк яраһы, тиеп
Ярты көнгә ҡәҙәр тораһыңдыр,
Ҡайтып төшмәҫ микән балам тиеп.

Ҡайтмай ҡалһам әгәр, әрнеүҙәрең
Көсәйәлер һинең күңелеңдә.
Ғүмер буйы көтөп һәм зарығып,
Йәшәүҙәре еңел түгелдер.

Ҡушымта шул уҡ.

Үткәйҙәрең тулы сабырлыҡтыр
Күңелдәрең тулы яратыу.
Почтальондар үтеп киткән һайын
Йөрәктәрең сәнсеп ҡалалыр.

Ҡушымта шул уҡ.

Аҡ теләктәр

Резидә Әминева көйө,
Фәрзәнә Аҡбулатова  һүҙҙәре

Күк көмбәҙе асылған саҡ.
Фәрештәләр елпей ҡанат,
Аҡ теләктәр теләй-теләй
Ҡар бөртөктәренә ҡарап.
Мөғжизәле сихри миҙгел,
Тағы елеп килдеңме  һин?
Бәрәкәтле гүзәл ергә
Бүләгеңде һиптеңме һин?

Ҡушымта:

Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа,
Бәүелә, уйнай, талпына.
Иңгә ҡунған аҡ ынйылар
Илаһи бер хискә һала. 



Ғүмер көҙө

Дамир Солтанов көйө,
Зоя Йәрмөхәмәтова  һүҙҙәре

Көҙҙәр килә, тип ҡайғырма,
Көҙҙәр ҙә йәмле, иркәм,
Һағыштарын һары көҙҙөң
Йомшаҡ ел ҡыуа иртән.

Ҡушымта:

Миләштәр тәлгәшен эйгән,
Әйҙә бергә тәмләйек,
Ҡалған ғына ғүмерҙәрҙең
Ҡәҙерҙәрен беләйек.

Ғүмерҙең ҡойған ямғыры
Йәйҙәрҙе урлаһа ла,
Алтын көҙө, йомшаҡ ҡышы,
Барҙыр әле уртала.

Ҡушымта шул уҡ.

Ҡабул итәйек көҙҙәрҙе,
Ғүмер ғәмәлен белеп,
Оҙон юлын бергә үткәс,
Булмаҫ ҡыҫҡаһын бүлеп.

Ҡушымта шул уҡ.

Кейек ҡаҙ юлдары

Гүзәлиә көйө,
Гөлфиә Шакирова һүҙҙәре

Йәнем моңға тулы,
Әйтер һүҙем ҡалды.
Бер мәлде барыһы
Юғалды, юғалды.
Ҡайҙарҙа, ҡайҙарҙа,
Бөгөн һин ҡайҙарҙа?
Ҡайҙан эҙләйем һине,
Ҡояшта, айҙарҙа?


Ҡушымта:

Кейек ҡаҙ юлдары,
Юғары, юғары.
Исемең ҡабатлап,
Һанайым йондоҙҙарҙы.

Үткәндән яуапты,
Беләмен, эҙләйһең.
Күп нәмә үҙгәрҙе,
Тик шуны һиҙмәйһең.
Мин башҡа, һин башҡа,
Теймә һин яҙмышҡа.
Күңелдәр оҡшаған
Яралы аҡҡошҡа.

Ҡушымта шул уҡ.

Ниндәй булһам, шулай ярат мине

Фирзәр Мортазин көйө,
Кәүсәриә Нуруллина һүҙҙәре

Өлөшөмә төшкән көмөшөм һин,
Яңылыштым, тип һис тә уйлама.
Ниндәй булһам, шулай ярат мине,
Һөйөү менән, зинһар, уйнама.

Ҡушымта:

– Алыштырма мине башҡа йәргә,
Һөйөү үтте тиеп һанама.
Ниндәй булһам, шулай ярат мине,
Йәшлек уҙғанына ҡарама.

Сағыштырма мине башҡа менән,
Фәрештәгә мине тиңләмә.
Ниндәй булһам, шулай ярат мине,
Сихри серҙәр миңә һөйләмә.

Ҡушымта: шул уҡ.

Һин үҙеңсә һүҙһеҙ ярат мине,
Ҡупшы һүҙҙәр бары һөйләмә.
Нисек булһам, шулай ярат мине,
Үҙгәртергә һис тә теләмә.

Ҡушымта: шул уҡ.


Мин булырмын

Альфред Яҡшымбәтов көйө,
Гөлфиә Шакирова һүҙҙәре

Иртән иртүк тәҙ(е)рәңә
Ал ҡояштың нуры төшһә,
Әкрен генә, йомшаҡ ҡына
Таңдың елдәре иҫһә.

Ҡушымта:

– Мин булырмын, мин булырмын,
Нур булып уйнағанда.
Мин булырмын таңдарыңда,
Ҡош булып һайрағанда.

Һинең өсөн шишмәләрҙең
Уртлап алам көмөш һыуын.
Һөйөүем менән баҫырмын
Йөрәгемдең ярһыуын.

Ҡушымта: шул уҡ.

Бер моң булып, тулҡын булып,
Ҡағыламын йөрәгеңә.
Күләгәләй һарылам да
Төшәмен эҙҙәреңә.

Ҡушымта:

Мин булырмын, мин булырмын,
Нур булып уйнағанда.
Мин булырмын таңдарыңда
Ҡош булып һайрағанда.
Тик һин мине танырһыңмы
Ҡош булып һайрағанда?..


Һағыныу

Рәйес Ханнанов көйө һәм һүҙҙәре

Туғайҙарҙа ҽеләк бешкән,
Өҙөп ҡабайым әле.
Һағыштарға тағын бер аҙ
Түҙеп ҡарайым әле.

Ҡушымта:

Уңға ҡараһам да юҡ,
Һулға ҡараһам да юҡ.
Уңға ҡарап, һулға ҡарап,
Ултырып илаһам да юҡ.

Туғайҙарҙа ал тирәктәр,
Гөл тирәктәр моңлана,
Тирәктәрҙең ботағынан
Япраҡ түгел, йәш тама.

Ҡушымта шул уҡ.

Туғайҙарға көҙҙәр килгән, 
Бөтә донъя моңлана.
Тәбиғәттең уйсан сағы –
Һағышлана, һыҙлана.

Ҡушымта шул уҡ.

Ҡарҙар яуа

Вәсил Ғәлимов көйө һәм һүҙҙәре

Ап-аҡ донъя тынып ҡалған,
Тирә-яҡта – бөтмәҫ һағыш.
Йәшлегемде эҙләп киләм,
Һин дә эйәр миңә, яҙмыш.

Ҡушымта:

Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа,
Өйөрөлөп тирә-йүндә
Ҡарҙар түгел, моңдар яуа,
Һағыш һалып йөрәгемә.

Йыраҡ йылдар араһында
Һөйгәнемдең эҙе ҡалған.
Мин һинеке, һин минеке,
Тигәндәрең иҫтә ҡалған.

Ҡушымта шул уҡ.

Ҡояш бата бик йыраҡта,
Офоҡтарҙа йылдар ята.
Йәшлектәге эҙҙәремә
Талғын ғына ҡарҙар яуа.

Ҡушымта шул уҡ.


Мине оноторға
 мөмкин түгел

Артур Туҡтағолов көйө,
Мәликә Әминева һүҙҙәре

Мине оноторға мөмкин түгел,
Онотормон тиеп уйлама.
Сихырланым һине, 
һалып һөйөүемде
Эсер һыуың, һулар һауаңа.

Ҡушымта:

Китермен дә онотормон тиеп,
Үҙ-үҙеңде генә алдама.
Мине оноторға мөмкин түгел,
Онотормон, тиеп уйлама.

Айға ҡара, унда минең һыным,
Йондоҙҙарҙа – минең ҡараштар.
Ҡош осмаһа, елдәр килтерерҙәр
Йырҙарымды минең тарафтан.

Ҡушымта шул уҡ.


Эй, ғүмер

Азат Хөсәйенов көйө,
Айҙар Минһажев һүҙҙәре

Яҙҙар, йәйҙәр, көҙҙәр, ҡыштар,
Миҙгелдәр кеүек кенә.
Уҙалар ҙа китәләр шул,
Эйәреп бер-бер(е)һенә.

Ҡушымта:

Әле генә ингән инек
Шау сәскәле яҙҙарға.
Шул сәскәләр ҡай арала
Әйләнделәр алмаға.

Өлгөрҙөләр алмалары,
Ҡойола һалҡын елдә.
Тотоп алғыларым килә,
Иртәрәк йыя-йыя.

Ҡушымта шул уҡ.

Ҡойолошҡан алмаларға
Күбәләктәй ҡар яуа.
Эй ғүмерем, ни эшләүең был,
Ашығаһың ҡайҙарға?

Ҡушымта шул уҡ.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: