Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Декабрь 2022, 12:20

Һөйгәнемде һағынам...

- Мин шул тиклем тәүге иремде, Әмирҙе*, яраттым, белһәгеҙ ине! – нескә күңелле Нурзилә хислә­неүҙән хатта күҙҙәрен йома. – Ныҡ-ныҡ яраттым! Һәм ғүмер буйы бәхетле йәшәрбеҙ, тип уйланым. Ул да бит мине өҙөлөп яратты, бер-беребеҙҙе һөйөп туя алмаҫ кеүек ине. Һөйләшеп һүҙ бөтмәне, саҡ ҡына ла айырылышып тороу ҡыйын була торғайны... 
Беҙ, буласаҡ финансистар, юғары уҡыу йортонда таныштыҡ. Уны тәү тапҡыр күргәс тә ҡойолоп төштөм, йөрәгем тертләне. Ул да мине күрҙе, һынсыл ҡарашын төбәне... Бер аҙна тирәһе бер-беребеҙ менән ҡарашмаҡ “уйнағас”, яныма килеп ултырҙы: 
– Мин – Әмир.  
Яғымлы тауышынан бар тәнемә йылылыҡ йүгерҙе һәм ҡапыл тынысландым да ҡуйҙым. Тап шул мәлдә үк, ахыры, уның менән бергә булырымды тойҙом. Әмир ҡарамаҡҡа ябай ғына егет, әммә ергә ныҡ баҫып йәшәй торғандарҙан булыуы йөҙөнә сыҡҡайны. Беренсе курста уҡығанда уҡ ул миңә тәҡдим яһаны, ҡыуанып риза булдым. Тик икебеҙҙең дә ата-әсәйҙәре, әлегә ашыҡмай тороғоҙ, уҡып бөтөгөҙ, диплом алығыҙ, өйләнешеү ҡасмаҫ, тип туйҙы кисектерергә ҡушты. Студент саҡта йәшлектең ҡәҙерен белеп, рәхәтләнеп йөрөп ҡалығыҙ, тинеләр. Беҙ аптыраманыҡ, яҡын­дарыбыҙға асыуланып та, үпкәләп тә йөрөмәнек, тоттоҡ та бергә йәшәй башланыҡ. Бик матур, татыу йәшәнек, ҡайһы ваҡытта бәхәсләшеп, көйөп китһәк тә, тиҙ генә яраштыҡ. 
Шулай уҡыу осоронда бергә йәшәп, диплом алғас ЗАГС-ҡа ғариза бирҙек тә, бер көн һәүетемсә генә барып яҙылыштыҡ. Икебеҙ ҙә джинсыла, крос­совкаларҙа, ул – футболка һәм пинжәктә, мин – блузкала. Сәсемә ҡыҫҡа ғына фата ҡаҙаным. Ике яҡтан да ата-әсәләр, туғандар, туй, туй кәрәк, тиһәләр ҙә, табын йыйманыҡ, кәрәген тойманыҡ. Беҙ былай ҙа бәхетле инек. 
Студент саҡта ауырға ҡалмаҫ өсөн һаҡланып йөрөнөм. Банкта эшләй башлағас, гормональ дарыуҙар эсеүҙән туҡтаным. Ҡуртымға ыҡсым ғына бер бүлмәле фатир табып, үҙебеҙҙең мөйөшөбөҙ тураһында хыялланып, тәүге иғәнәгә аҡса туплай башланыҡ. Ирем икенсе урынға эшкә урын­лашҡайны, карьераһы йылдам үҫте. Әмир  – төплө аҡыллы, оҫта ойоштороусы, инициативалы кеше, тәжрибәле етәкселәр уның көслө үҙәкле булыуын тойоп, яҡшы эшен күреп, юғары баһаланы, лайыҡлы рәүештә үрләтте. Ирем менән ярышманым, уның өсөн ҡыуандым ғына. 
Көн артынан – көн, ай артынан ай үтте, инде таблеткалар эсмәгәнемә йылдан ашты, ә мин ауырға ҡалманым. Барып тикшерелгәйнем, һау-сәлә­мәтһең, ирең дә тикшерелергә килһен, тинеләр. Әмиргә әйткәйнем,  бармайым, ваҡытым юҡ, тип баш тартты. Мин дә һау-сәләмәт, тине. Ләкин тамсы тама-тама ташты тишә, өгөтләй торғас, Әмирҙе күндерҙем. Һәм бер хәйерһеҙ көндө медицина үҙәгенә юлландыҡ. Иртә менән юлға сыҡҡанда ҡойоп ямғыр яуа ине. Эй, бармаҫҡа ла ҡуйырға инде әллә, тигән уй мейене суҡыны. Әммә ул уйҙы башымдан ҡыуып, бер ниәтләгәс, барырға кәрәк, тип үҙемде эстән нығыттым. 
Юлда аварияға тарыныҡ...
Кредитҡа алған машинабыҙ юҡҡа сыҡты, Әмир ауыр йәрәхәтләнде. Мин артҡы ултырғыста, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктергән килеш, аяҡтарҙы һоноп ултырып, серем итеп килә инем, еңел ҡотолдом – йәрәхәттәрем ҡурҡыныс түгел ине. Тиҙ төҙәлдем, ә Әмир дауаханала оҙаҡ ятты. Бар тән яраларынан да иң ҡурҡынысы уның өсөн шунда ине – янбаш һөйәктәренең һыныуы арҡаһында ул ирлек көсөн юғалтты. Ошо сәбәпле ул тора-бара үҙгәрҙе, йомолдо, көйһөҙгә әйләнде. Бер ҡасан да миңә тауыш күтәрмәгән, ҡырын ҡарамаған ирем ерле-юҡтан асыулана, ҡысҡыра башланы, кәмһетергә ынтылды. Беҙҙең арабыҙҙа серҙәр булманы бит, мин уның бөтә “йомшаҡ” ерен белдем, ә ул – минекен. Ана шуларҙы ул соҡоп сығарып, махсус рәүештә иң ауыртҡан ергә “суҡыны”, мине мыҫҡыллап, күңелемде семтеп алыу уның өсөн нормаға әйләнде. Иремдең холҡо насарайһа ла, бер нимәгә ҡарамаҫтан, уны яраттым, нимәгә әсенгәнен, асырғаланғанын аңланым, йәлләнем, шуға ла түҙҙем, ҡаршы өндәшмәнем. Ауыр саҡта үҙ-үҙемә, сабыр бул, Нурзилә, был Әмир түгел, уның сире, көсһөҙлөгө һине кәмһетә, һиңә тауыш күтәрә, тип, ныҡ булырға тырыштым, иремде кисерҙем. Кенә тотманым. Үҙемде әүрәтеп, барыһы ла яйланыр, тип яҡшыға өмөтләндем. 
Әмир ҡайтанан эшләй башлағас, мине эштән сығарттырҙы. Икебеҙгә лә етерлек эш хаҡы алам, өйҙә ултыр, тигәс, мине контролдә тоторға тырышыуын аңлап, эстән ҡаршы булһам да, ярай, тип ризалаштым. Ғөмүмән, авариянан һуң гел ыңғайына торҙом. 
Тик өйҙә эшһеҙ оҙаҡ түҙә алманым. Ике аҙна ла үтмәне, интернет аша эш эҙләп таптым. Аҡсаһы әллә ни күп түгел, уның ҡарауы эше лә еңел. Әмир ыңғыраша-ыңғыраша фатихаһын бирҙе. 
Бер көндө ул, һуң ҡайтам, мине көтмә, йоҡларға ят, тип шылтыратты. Урын йәйҙем дә, утты һүндереп яттым. Һәм уйланып, әйләнеп-тулғанып ята торғас, кинәт күҙемә сәйер нәмә сағылды. Ҡыҙыҡһынып  утты яндырҙым да, ултырғыс ҡуйып, үрелеп ҡараным: атаңдың ғына башы, унда камера йәшерелгәйне! Әмир мине күҙәтер өсөн ҡуйған! Әлбиттә, уның ҡайтыуына мин самауырҙан былайыраҡ “ҡайнағайным”. Ире ишектән килеп инеү менән тетмәһен теткәндер, тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ шул... Йоҡлағанға ла һалышып ята алманым. Иланым. Улай ярамай, тип. Бер ни өндәшмәй камераны ҡутарып алды ла, нисек инде – шулай сығып олаҡты. Үҙе менән берәй нимә эшләп ҡуймаһын, тип йәлләп, ҡайтыуын һорап, инәлеп смс-тар яҙҙым, шылтыратыуымды өҙҙө... Таңға лаяҡыл иҫерек ҡайтты. Эшенә төш мәлендә генә һуңлап барҙы. Кисен һуҡмыш ҡайтты. Минең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә теләмәне. Был хәл оҙаҡ дауам итте.
Мин шундай арыным. Яңғыҙлыҡтан, һал­ҡын­лыҡтан, алдағы билдәһеҙлектән. Аралашыу етмәне. Үҙебеҙҙең хәлдәрҙе бер кемгә лә һөйләмәнем. Һуң нисек итеп иреңдең серен башҡаларға асаһың? Импотенцияһы тураһында хәбәр таралып, кемдер унан көлһә, мәсхәрәләһә?! Аллам һаҡлаһын... Асыҡтан-асыҡ йәлләүҙәре лә ҡыйын булыр ине иремә... Ҡыҫҡаһы, эске көсөргәнештән арыныр өсөн  кейенеп-яһанып, төнгө клубҡа барырға булдым. Әмир барыбер төнгө берҙәрҙә генә ҡайта, уға тиклем алдараҡ ҡайтып өлгөрөрмөн, тип уйланым. Яңы бейек үксәле ботильон, тар итәк, оҙон муйынлы водолазка, курткамды кейеп, сумкамды аҫтым да, иренемде ҡып-ҡыҙыл төҫкә буяным. Үҙемдән ҡәнәғәт ҡалып, клубҡа яҡшы кәйефтә килеп индем. Ә унда минең ир ултыра... Бер һары сәс менән. Әмир ҙә мине шунда уҡ күрҙе. 
Ул мине елтерәтеп клубтың артында торған эштән бирелгән машинаһына ултыртты ла, газға баҫты. Ул миңә ҡысҡыра, мин – уға. Әйтмәгән һүҙҙәр ҡалманы. Ул  күҙҙәрен аҡайтып, йөрөмтәл яғың сыҡтымы, арҙандарҙы темеҫкенеп эҙләп, клубҡа килдеңме, фәлән-фәсмәтән, тип аҡыра. Белдем мин һинең хыянат итереңде, шуны көттөм, ти. Икенсе бисә менән клубта ултырыуына ныҡ рәнйегәйнем, эйе, тип ҡысҡырҙым: “Һин башҡа бисәләрҙе нисектер кинәндергәндә, мине лә ләззәтләндереүсе табылды!” Иреш-талаш ошо юҫыҡта барҙы һәм Әмир ҡаланан 23 саҡрым алыҫлыҡта туҡтаны ла, мине тағы ла елтерәтеп машинанан сығарҙы, сумкамды тартып алды. Һәм машинаға ултырып, кире боролоп, китте лә барҙы. Мин төн уртаһында юлда тороп ҡалдым. Ныҡ ҡурҡыныс булды. Ни телефон юҡ, ни аҡса. Машиналар һирәк кенә үтә, мине алмайҙар. Ҡараңғыла күрмәйҙәр, шикелле, тип юлға сы­ғыбыраҡ ҡул күтәргәйнем, саҡ тапалманым – бер машина тейә яҙып үтеп китте янымдан. Ҡотом осто... Аптырағандың көнөнән ҡайтыр яҡҡа атланым. Фар яҡтыһын күрһәм, туҡтап ҡулды күтәрәм. Тик бер кем дә туҡтамай, тиҙлеген дә кәметмәй елдерәләр... Әмир минең арттан кире килер ул, тигән өмөтөм дә бар ине... 


 
Төн уртаһында тыпа яңғыҙымды юлда ҡалдырып китергә бөтөнләй үк ҡанһыҙ әҙәм түгел дә инде ул, мине ярата, йөрәге етмәҫ, тип үҙемде йыуата-йыуата атланым. Ҡаршыға килгән  машиналарға ҡарамай, башты текә сөйгән булам. Йәнәһе лә, Әмир булһа, минең һынмағанды, ғорурлыҡты күрһен. Машинаға ултыр, тиһә, ултырмай инәлтәсәкмен әле ул, әйҙә, хәҙер ул минең арттан йүгереп, инәлеп ҡараһын, юғиһә тамам шашты, уға яҡшыраҡ булған һайын мине кешегә лә һанамай башланы, тип үсәп киләм. Әммә бер машина ла тиҙлеген кәметмәй, артымса боролмай... Сама менән бер биш саҡрым араны атлағас, үкереп иларға тотондом. Үҙемде йәлләп иланым да иланым. Йөрәгемдең әрнеүенә аяғымдың ауыртыуы ҡушылды – яңы ботильон үксәмде ышҡыны. Ауыртыу үҙәккә үтте. Шомло ине юлдан килеүе, тотош донъяла япа-яңғыҙ ҡалыуыңды ап-асыҡ тояһың... Арттан тағы фар яҡтыһы күренде. Инде бер нимәгә лә өмөтләнмәй генә ҡулды күтәреп туҡтаным. Машина үтеп китте. Һәм... кире боролоп килде. Салонда өс ир ултыра ине. Ҡотом осоп, нишләргә белмәй ҡатып ҡалдым.
– Ҡурҡмағыҙ, беҙ тешләшмәйбеҙ, ултырығыҙ, – тигәнде ишеткәс, шөрләй-шөрләй генә инеп ултырҙым. 
– Мин һеҙҙе күрмәй ҙә үтеп киткәйнем, – тип водитель көҙгөнө рәтләп, миңә талсыҡҡан күҙҙәре менән генә йылмайҙы. – Ярай ҙа Саша аңғарҙы.
Саша тигәндәре артҡы ултырғыстағы, минең яндағы ир икән:
– Мин дә күрмәнем ул, күҙгә нимәлер салынған һымаҡ тойолдо, ҡатын-ҡыҙға оҡшаған, тип кенә әйттем дә, яңылыш күргәнемдер ул, был тирәлә төн уртаһында кем яңғыҙы йөрөп ятһын, тип ҡул һелтәнем, – тип уңайһыҙланғандай миңә ғәйепле ҡарап, водителгә ымланы, – ана, Әнүр - маладис, ялҡауы килмәй, кире боролоп ҡарарға булды.  
– Ысынлап та ҡатын-ҡыҙ булһа, нисек бында бер үҙен торғоҙоп ҡалдыраһың, тип кире боролдом шул, – Әнүр тағы миңә көҙгө аша күҙ һирпте. – Хәҙер таңға ҡарай ныҡ һыуыта, етмәһә...   
Иий, аллаҡайым, була бит шундай мәрхәмәтле кешеләр! Ошо Әнүр атлы ир мине ҡотҡарҙы. Ә Әмир минең артымдан килмәне... 
Алыҫтан эштән ҡайтып барған ирҙәр минең төндә ҡаланан бик алыҫта йәйәү йөрөп ятыуыма аптыраһа ла, төпсөнмәне. Мин дә өнһөҙ һорауҙарына, шулай килеп сыҡты инде, тип кенә әйтә алдым. 
Ҡотҡарыусыларым мине йорт эргәһендә төшөрөп ҡалдырҙы. Уларҙы мин йөрәгем менән ҡосаҡланым. Шул ирҙәргә рәхмәтем һаманғаса сикһеҙ, гелән үҙҙәренә бәхет теләйем. 
Таңғы бишенселә фатирға ҡайтып ингәндә, Әмир диванда телевизор ҡарап ята ине. 
– Нимә, йөрөп туйҙыңмы, йөрөмтәл? – шул булды һүҙе. – Ошо йөрөүең еткәндер?
Бер ни өндәшмәй, аяҡ кейемен систем. Капрон тишелеп, үксәләрем ҡанғаса ышҡылғайны. Ваннаға инеп, душ та төштөм. Ирҙең мыҫҡыллы һүҙҙәренә иғтибар итмәҫкә тырышып, үксәләргә лейкопластырь йәбештерҙем, сәй эстем. Әмир йоҡлап киткәс, иң кәрәкле әйберҙәремде, документтарҙы алдым да, башҡаса һис ҡасан уға әйләнеп ҡайтмаҫ өсөн, шым ғына тышҡы ишекте астым...
Тәүҙә ата-әсәйемдәргә ҡайттым, аҙаҡ ике туған һеңлем янына эшкә урынлаштым. Әмир мине ҡайтарырға маташты, ләкин әйләнеп ҡайтыу түгел, уға боролоп та ҡараманым. Уны ныҡ яратһам да, ҡайтманым. Әле икенсе ирем менән граждан никахында йәшәйем. Минең бөтәһе лә яҡшы, Әмирҙе генә үлтереп һағынам. Мине төн уртаһында юлда торғоҙоп ҡалдырған ирҙе түгел, беренсе тапҡыр күргән, яныма килеп ултырып, мин – Әмир, тип танышҡан  һөйгәнемде һағынам...
Нурзилә илай. Мин диктофонды һүндерҙем...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

* Исемдәр үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: