Хыялға юл
Әлшәй районының Түбәнге Әүрүз ауылында тыуып үҫкән Рафиҡ Ихсанов өс саҡрым күршелә булған Мечников ауылында уҡый. Беренсе кластан иртән – уҡыуға, кискеһен – спорт күнекмәләренә йөрөү үҫмерҙе сыныҡтыра, рух һәм тән көсө бирә, холҡон үҙгәртә. Математика фәнен үҙ итә, шулай ҙа киләсәген осоусы һөнәренә бағышларға ниәтләй. Быға данлыҡлы совет осоусылары Александр Покрышкин һәм Иван Кожедуб тураһында китаптарҙы уҡыу, мәктәптә үҙҙәре яһаған тирҙа атырға өйрәнеү һәм башланғыс хәрби белем алыу йоғонто яһамай ҡалмаған.
Хыял, ниәт һәм тейешле әҙерлек Рафиҡ Ихсановты Һарытауҙағы осоусыларҙың юғары хәрби команда училищеһына алып килә. Уҡыуҙы уңышлы тамамлағас, 1986 йылда йәш лейтенант-вертолетсы үҙе теләп Афғанстанға юллана. Тау шарттарында тап винт ҡанатлы осҡостар кешеләрҙе, ҡорал һәм яу припастарын ташыуҙа бик ҡулайлы була, Рафиҡ Рәшит улы был эштә һынатмай. Ул һәм уның ҡул аҫтындағылар хәрби оҫталыҡҡа уҡыу полигонында түгел, ә ысын яу шарттарында өйрәнә.
Хаҡлы рәүештә - Герой исеме
Чечнялағы террорға ҡаршы операцияға Рафиҡ Ихсанов өлгөргән һәм тәжрибәле командир булып инә. Хәрби хеҙмәте ҡатмарлы шарттарҙа үтһә лә ул имен ҡала, ҡанатлы машинаһын да һаҡлай. 2000 йылда ул Рәсәй Геройы исемен ала. Бының турала ул әле теләр-теләмәҫ кенә бәйән итә һәм артыҡ бер ни ҙә эшләмәнем тип һанай.
- Беҙ ГРУ-ның тактик десантын тауҙарға төшөрөү бурысын үтәнек. Эскадрилья составында остоҡ. Ми-24 менән мин төркөм менән етәкселек иттем һәм дошмандан һаҡланым, ҡалғандар Ми-8 транспорт вертолеттарында осто.
Операция уңышлы үтте, тик боевиктар беҙҙең бер яу вертолетын утҡа тотоп эләктерҙе. Экипажы парашют менән һикерҙе һәм дошман биләгән ергә килеп төштө. Беҙҙекеләр шунда уҡ ултырып, уларҙы алып китте, - тине ул.
Ошондай уңышлы маневр өсөн төркөм командирын юғары наградаға тәҡдим иткәндәр. Унда “Экипажды ҡотҡарған өсөн” тип яҙылған.
Рәсәй Геройы званиеһын осоусы көтмәгән булған. “Был беҙҙең көндәлек эш, уны артыҡ уйланмайынса башҡарабыҙ. Командование уны кешеләрҙе юғалтмаған һәм задание ла үтәлгән өсөн бирергә ҡарар ҡылған тип уйлайым”, - ти Рафиҡ Рәшит улы.
Яҡташыбыҙ Афғанда булғанда уҡ ташҡа баҫылмаған ҡанундар араһында иң төп һәм изге законды үҙләштергән. “Үҙең һәләк булһаң да, дуҫыңды ҡотҡар” – был ҡанун көн дә хәрби заданиеға юлланғанда айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә.
... 1999 йылдың 13 декабрендә Чечня Республикаһының ул мәлдә ҡораллы законһыҙ формированиелар боевиктары эйә булған Аргун тарлауығында атып төшөрөлгән Су-25 штурмлаусы самолетының осоусыһы катапульта ярҙамында үҙ-үҙен ҡотҡара. Уға ярҙамға бортына десентсыларҙы алған эҙләү-ҡотҡарыу тәьминәте вертолеты ашыға. Тик уны ла тәғәйен ергә килеп еткәндә атып төшөрәләр һәм вертолет мәжбүри ултыра. Хәрбиҙәрҙе ҡотҡарырға вертолеттар осоп сыға, береһендә подполковник Ихсановтың экипажы ла була. Улар боевиктарҙың уты аҫтында беҙҙекеләрҙе ҡотҡара.
Ошо һәм башҡа эпизодтар Рафиҡ Рәшит улына Рәсәй Геройының “Алтын Йондоҙо” юҡҡа ғына бирелмәгәнен асыҡ күрһәтә.
Герой аҙаҡтан Забайкалье хәрби округында полк командиры була. Мәскәүҙә лә хеҙмәт итә, хәҙер ҙә шунда йәшәй. 2006 йылдан алып запаста булған Хәрби-һауа ғәскәрҙәре полковнигы Рафиҡ Ихсанов әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара. РФ Юстиция министрлығы янындағы хәрби, махсус һәм ике яҡлы тәғәйенләнештәге интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен хоҡуҡи яҡлау буйынса Федераль агентлығының генераль директоры урынбаҫары булып эшләй. 90-сы йылдар аҙағында булдырылған Советтар Союзы Геройҙары һәм Рәсәй Геройҙары ярҙам Фондының (Мәскәү ҡалаһы) йәмәғәтселек башланғысында вице-президенты булып тора.
... Тап Рәсәй Геройҙары йәштәрҙе илһөйәрлеккә өйрәтергә тейеш
2015 йылда республикала гражданлыҡ-илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса “Мин патриот” төбәк йәмәғәт ойошмаһы төҙөлдө. Рафиҡ Рәшит улы унда идара рәйесе вазифаһын башҡара. Был йәмәғәт эшен ул бик мөһим тип һанай һәм уҡыусылар менән осрашып ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәрә.
- Тере ҡалған Рәсәй Геройҙары күп түгел. Был юғары награданы алған меңгә яҡын кешенең яртыһына тиерлек ул үлгәндән һуң бирелгән. Улар үҙҙәренең бурысын үтәп һәләк булды, - тип һанай осоусы. –Йәштәрҙе илһөйәрлеккә өйрәтеү эшен беҙҙән башҡа кем эшләһен?
“Дөрөҫлөк – беҙҙең яҡта!”
Рафиҡ Рәшит улы илебеҙ Украинала алып барған хәрби операцияға ҡарата үҙ мөнәсәбәтен эш менән күрһәтә. Ул быйыл йәйгеһен Шайморатов исемендәге ирекмәндәр батальонына йыйылыусылар менән күреште. Яҡташыбыҙ үҙе лә заманында Афғанға үҙ ирке менән юлланған булған.
“Ирекмәндәр рәтенә тороусылар – улар ысын геройҙар, бының турала беҙҙең президент та белдерҙе. Әлеге ваҡыт ҡыйыу кешеләр күренеү өсөн ҡулайлы. Мин барыһына ла үҙҙәренең яҡындарына еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем“, – тине ул.
Рәсәй Геройы махсус хәрби операция башында ҡатмарлыҡтар тыуҙы, хәҙер иһә хәлдәр көйләнде тигән фекер менән уртаҡлашты. “Быға тиклем бындай күләмдә беҙҙең ғәскәрҙәр ысын яу шарттарына йәлеп ителмәне. Хәҙер улар дошманды ҡыйратырға өйрәнде. Юғары аныҡлыҡлы ҡорал, пилотһыҙ осҡан аппараттар, радиоэлектрон көрәш өсөн махсус саралар ҡулланыла. Хәрби хәрәкәт алып барыу тактикаһы беҙҙең подразделениеларҙың личный составын һаҡлап ҡалыу маҡсатын үтәй. Быны башҡорт ОМОН-ы тәжрибәһе күрһәтә.
Операцияның маҡсаттары тормошҡа ашыр тип ышанам. Дөрөҫлөк – беҙҙең яҡта, беҙгә башҡаса юл юҡ, - тине Рафиҡ Ихсанов.
А.ИШНАЗАРОВ әҙерләне.