Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
8 Декабрь 2022, 07:00

Адвокат һайлау буйынса мөһим кәңәштәр

Ваҡыт үтеп тора, тормоштағы  төрлө хәл-ваҡиғаның, үкенескә күрә, ҡайһы берҙәре күңелһеҙ ҙә булғылай. Хатта кешене элек бер ҡасан да тарымаған хәлгә йүнәлтә. Бындай хәлдәргә енәйәт эҙәрлекләүен дә индерергә мөмкин. Билдәле мәҡәл дә: «От тюрьмы и от чумы не зарекайся», – ти бит.
Кинола ғына мәсьәләләрҙе тиҙ генә хәл итергә әҙер торған ғаилә адвокаты бар. Тормошта күпкә ҡатмарлыраҡ: квалификациялы юридик ярҙам талап ителгән хәлгә юлыҡҡас, кеше алдында  күренекле клиенттары һәм  уңышлы тамамланған  эштәренең иҫәбе менән маҡтанған белгестәр баҙары үҫеп сыға.
Әгәр гражданлыҡ йәки административ эште ҡараған осраҡта теләһә ниндәй вәкил ярҙам итә алһа, енәйәт эше менән бәйле осраҡта иһә яҡлауҙы адвокат статусына эйә булған кеше генә тормошҡа ашыра ала.
Артабан мин ысын, квалификациялы адвокатты һайлау һәм мутлашыусыларға бармаҫҡа ярҙам итеү буйынса дүрт төп һәм мөһим кәңәш бирмәксемен. 

1. Махсуслашыу 
(специализация)

Әгәр кешенең теше ауырта икән, ул – теш табибына, күреү һәләте насар икән, күҙ табибына бара. Адвокаттар менән бы­лай: әгәр һеҙ ғаилә тарҡа­лыуы тураһында бәхәс­ләш­һәгеҙ, ғаилә хоҡуғы буйынса адвокат эҙләгеҙ. Эшҡыуарлыҡ бәхәсе – юрист-арбитражсыға мөрәжәғәт итегеҙ. 
«Барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙған» юристар һәм адвокат­тарҙың күбеһенең тәрән экспертизаһы юҡ. Йыл һайын хоҡуҡтың аныҡ өлкәһендә үҙ оҫталығын нығытҡан белгес күп яҡлы «юрист-станоксы»ға ҡарағанда һеҙгә яҡшыраҡ ярҙам итер, моғайын.

2. Күтәрелгән бурыстарҙы уңышлы хәл итеү

Адвокаттан уңышлы тамам­ланған эштәр миҫалын факт­тар менән раҫлауын һорағыҙ. Мәҫәлән, суд эшендә уның яҡ­лаусы булараҡ  ҡатнашыуын һәм уның нигеҙендә сығарыл­ған  ҡарарҙарҙы күрһәтеүен.

3. Хеҙмәт хаҡы

Арзан хеҙмәттәр эҙләмәгеҙ. Һөҙөмтәлә бының һеҙгә бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Си­фат, һөнәри ҡараш өсөн түләргә кәрәк. Үҙ ваҡытын арзан баһалаған юрист һеҙҙең проблеманы хәл итеү өсөн тырышып эшләй алмаясаҡ.

4. Һөҙөмтә гарантияһы

Әгәр адвокат һеҙгә суд эше буйынса ыңғай һөҙөмтә гаран­тияһын бирһә, шунда уҡ “тылсымсы”нан ҡасығыҙ.
Эш шунда: ул һеҙҙең мәсьә­лә буйынса ҡарар ҡабул ит­мәй. ҡарарҙы суд сығара! Ә адвокат һеҙҙең позицияғыҙҙы судҡа еткерер­гә, уны закон нормаларына һәм суд прак­тикаһына һыл­тан­малар менән нигеҙләргә һәм Фемида хеҙ­мәткәрҙәрен ғәҙел ҡарар сығарырға күн­дерергә тейеш.
Ниндәй адвокат менән бәй­ләнешкә инергә кәрәкмәй:
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре кәңәш иткән адвокат менән. Ғәҙәттә, бындай адвокаттар тәфтишсе менән бергә эшләй, улар үҙҙәренә ышаныс бел­дереүселәрҙе үҙ ғәйебен танырға күндерә. 
Мәсьәләне ришүәт тапшырыу юлы менән хәл итергә тәҡдим иткән адвокат менән. Был законһыҙ, тимәк, иртәме-һуңмы, бындай адвокат үҙе енәйәт эше фигуранты була­саҡ, уның менән бергә уға ышаныусыны ла хөкөм итәсәктәр. 

Енәйәт эштәре 
буйынса адвокат Айҙар ХЫЗЫРОВ әҙерләне. 

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: