Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
7 Декабрь 2022, 07:00

Сәскә бүлбеләрен һаҡлағыҙ

Георгин һәм гладиолус­тарҙы ни тиклем генә яратһағыҙ ҙа, артығын алмағыҙ. Сөнки уларҙы икенсе миҙгелгә тиклем һаҡлау ауырға төшә. Баҡсасылар көҙ айҙарында сәскә һуғанбаштарын күп итеп ҡалдырырға тырыша. Ләкин яҙ етеү менән күңелһеҙ күренеш күҙгә ташлана: һуғанбаштар юҡҡа сыҡҡан, серегән була.

 Бындай хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн маҡсат менән мөмкинлекте дөрөҫ самаларға ғына кәрәк. Әгәр мөгәрәп, гараж йәки верандағыҙ юҡ икән, юрғанды аяҡҡа ҡарап һуҙырға тура киләсәк. Һуғанбаштар һаҡланасаҡ урында һәр ваҡыт тиерлек 5 – 8 градус йылы булырға тейеш. Икенсе мәсьәлә лә бар: киләһе йылда сәселәсәк орлоҡ саҡ ҡына  боҙолһа, шундуҡ ырғытығыҙ. Үҙе лә серейәсәк, эргәһендәгеләрҙе лә зарарлаясаҡ.
Һуғанбаштарҙы ҡыш буйы тикшереп тороу талап ителә. Боҙолған урындарын ҡырҡып ташларға, ”зеленка” менән таҙартырға онотмағыҙ. Ә инде ул яртылаш тиерлек боҙолһа, сүпкә ырғытырға ғына ҡала.
Бегония. Уның һуғанбаштарын көслө ҡырауҙарға тиклем ҡаҙып алырға кәрәк. Һаҡлар өсөн сәскәнең һабағын 2 – 3 сантиметрға тиклем ҡырҡып ташлайҙар. Һуғанбаштарҙы көрәк менән ҡаҙып алып, йәшниккә һалығыҙ ҙа, һауа алған, әммә йылы урынға күсерегеҙ. Ике аҙна самаһы үткәс, ҡалған ботаҡтарҙы алып ташлағыҙ, йәбешеп торған тупрағынан һәм башҡа кәрәкмәгән сүп-сарынан таҙартығыҙ. Бегония һуғанбаштарын 6 – 8 градус йылылыҡта һаҡлайҙар. Уларҙы торф йәки ағас вағы менән ҡаплап ҡуйыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.
Георгин. Был сәскәне ҡаҙып алғас, киптереп, ярты сәғәт марганцовка иретмәһендә тоталар. Һаҡларға ҡуйыр алдынан георгиндарҙы аҙна-ун көн һыуыҡта тотоп алыу файҙалы. Сәскә бүлбеләре йәшниктәрҙә йәки кәштәләрҙә һаҡлана. Һауала 80 процент дым булырға тейеш, дым етмәгән урында улар кибә һәм эшлектән сыға. Әгәр был тиклем дымды булдырыу ҡулдан килерлек эш түгел икән, георгинды йәшниктәргә ҡом, торф йәки ағас вағы менән бутап һалырға була. Әллә ни күп булмаған бүлбеләрен бер нисә ҡат дымлы гәзиткә төрөп һаҡларға була, крафт-ҡағыҙ ҙа ҡулланыла. Тик был осраҡта сәсеү материалын һыуытҡысҡа ҡуялар. Гәзитен әленән-әле алмаштыралар.
Гладиолус. Уны һаҡ ҡына ҡаҙып алалар ҙа, сорттары, ҙурлыҡтары буйынса бүлеп сығалар. Сәсеү материалын тәүҙә “Интавир” йәки “Искра” иретмәһендә йыуалар, аҙаҡ марганцовкаға һалалар. Бынан һуң һуғанбаштарҙы гәзиткә теҙеп һалып киптерәләр. Бер аҙна самаһы йылы урында тоторға кәрәк, шулай уҡ бина даими елләтелһен. Бынан һуң сәсеү материалын бер ай буйы 18 – 20 градус йылыла киптерәләр. Гладиолусты һаҡлау өсөн картон йәшниктәр йәки ҡапҡаслы ҡаптар ҡулланыла. Уларҙың эсе дихлофос менән эшкәртелә. Кипкән гладиолустарҙы капрон ҡаптарҙа, гәзиткә төрөп һаҡлайҙар.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: