Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
1 Декабрь 2022, 07:00

Телеңде йоторлоҡ! (18.11.2022)

Кукуруз
таяҡсаларынан
торт

2 ҡап кукуруз таяҡсаһы, 150 г аҡ май, 250 г “Кис-кис” ирисы кәрәк.
Иретелгән майға иристы һалырға һәм иреп бөткәнсе болғата-болғата утта тотор­ға. Әлеге сиропты ҡайнар килеш кукуруз таяҡсалары өҫтөнә ағыҙып, яҡшылап болғатырға. Ҡатнашманы тәрилкәгә һалып, сәк-сәк кеүек итеп өйөргә. Әҙер тортты бер аҙ һыуытҡыста тотоп алырға кәрәк.

Һуған ҡабығы
өҫтөндә
бешерелгән балыҡ

3 скумбрия балығына 1 лимон, 5 – 6 бөртөк ҡара борос, 3 – 4 лавр япрағы, 4 – 5 теш һарымһаҡ, ярты бал­ғалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, 3 баш һуған ҡабығы кәрәк.
Лимондың һутын һығып алырға. Уға зәйтүн майы, тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡ, лавр япрағын һалып бол­ғатырға. Таҙартып әҙер­ләнгән балыҡты ошо маринадта 2 сәғәт тоторға.
Таба төбөнә фольга йә­йергә, һуған ҡабығын тигеҙ итеп һалып сығырға. Өҫтөнә махсус ҡағыҙ (пергамент) йә­йергә лә, балыҡтарҙы теҙер­гә. Балыҡ өҫтөнә лимон ки­ҫәк­тәре ҡуйырға һәм фольганы төрөргә. 180 – 200 градусҡаса эҫетелгән ме­йестә 40 – 45 минут беше­рергә. Һуған ҡабығы балыҡҡа ҡабатланмаҫ хуш еҫ бирәсәк.

Эремсекле
ҡоймаҡ

1 литр һөт, 2-3 стакан он, ярты ҡалаҡ тоҙ, ярты ҡалаҡ аш содаһы, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, 2 йомортҡа, эслеккә ярты килограмм эремсек, 1 стакан йөҙөм, 3 ҡалаҡ шәкәр, 100 грамм ҡаймаҡ кәрәк.
Барыһын да һөткә ҡушып ҡамыр әҙерләргә һәм ҡой­маҡ ҡойорға.
 Эремсеккә шәкәр, йөҙөм, ҡаймаҡ һалып болғатырға (ҡорораҡ тойолһа, бер нисә ҡалаҡ ҡына һөт өҫтәргә мөмкин). Һәр ҡоймаҡҡа 2 ҡалаҡ самаһы эслек һалырға.
Эслектең тағы бер варианты: картуфты бешереп иҙер­гә лә, майҙа ҡыҙ­ҙырылған һуған ҡушырға.

Ҡаластан шәңгә

Ҡамыр баҫып тормайынса ғына эремсек шәңгәһе бе­шерергә өй­рәтәбеҙ.
Бәләкәй ҡаластарҙы ярты сәғәт һөттә ебетергә. Улар ныҡ     йомшарырға тейеш тү­гел. Өҫтөнә эремсеккә йомортҡа, бер ҡалаҡ шәкәр, йөҙөм буталған  ҡатнашманы  һалырға. 30 минутҡа мейес­кә бе­шерергә ҡуйырға. Эремсек алтынһыу төҫкә инһә, ризыҡ әҙер.
Ҡаластың уртаһына һа­лырға  үткәрелгән ит менән һуған, бәшмәк, төрлө йәшел тәмләткестәр ҡушылған сырҙы ҡулланырға мөмкин.

Маринадланған кәбеҫтә

Бер баш кәбеҫтәне, бер һарымһаҡты турап, бер уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, 3 литрлы банкаға тултырабыҙ , бер нисә бөртөк ҡара борос һалабыҙ. 
1,5 л һыуға 2 аш ҡалағы тоҙ, 200 г шәкәр, 200 г аш һеркәһе һалып , тоҙлоҡ әҙерләп, банкаға ҡоябыҙ. 200 г көнбағыш майы һалабыҙ. 
Иртәгәһенә кетерҙәп кенә торған маринадлы кәбеҫтә әҙер буласаҡ!

Аштарығыҙ тәмле, файҙалы булһын!

 

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас в