Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Ноябрь , 11:28

Йондоҙнамә ( 21 – 27 ноябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Аҙна һәйбәт башланыр. Һуңғы ваҡытта йыйылып киткән эштәрегеҙҙе бер аҙ тәртипкә килтерерһегеҙ. Әгәр ниндәйҙер яңы эшкә тотонорға булһағыҙ, йондоҙҙар һәр саҡ ярҙам итер. Шаршамбылағы һөйләшеү файҙалы булырға оҡшай.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)                                                   

Ыңғай хәбәрҙәр килеп торор. Уларҙың ярҙамы менән яҡын киләсәккә төҙөгән ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙы тулыһынса асыҡларһығыҙ. Кесе йоманан һуң яҡшы белгән эштәр менән шөғөлләнерһегеҙ. Һәр хәлдә мөмкинлектәрегеҙҙән сығып эш итегеҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Үҙаллы башҡарған эштәрегеҙ яҡшы барыр. Шулай ҙа янығыҙҙағылар менән ҡайсаҡ дәғүәләр күбәйеп китеүе лә ихтимал. Был арала фекерҙәрегеҙҙе аңлатыу ҙа еңел булмаҫ. Кесе йомала яҡшы танышығыҙ һәйбәт кәңәш бирер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Был арала әллә ни ырата алмаҫһығыҙ. Дәртегеҙ ҙә бар-барлыҡҡа, ләкин шишәмбе-шаршамбылағы хәлдәр маҡсаттарығыҙға кәртә ҡорор. Әлегә ваҡиғалар барышын аңлай алмаҫһығыҙ, сабыр итегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр. Хатта тәүгә күргән кешегә лә фекерегеҙҙе еңел генә еткерерһегеҙ. Ғөмүмән, аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Шаршамбыла тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн уңайлы мәл кисерерһегеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Киләсәккә маҡсаттар ҡороу өсөн мөмкинлектәр булыр. Башығыҙҙа бер-бер артлы өмөтлө фекерҙәр тыуыр. Ҡайһы бер борсоп торған һорауға тап был арала тулы яуап алырһығыҙ. Аҙна араһында ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күбәйер.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Ҡыйынлыҡтар шишәмбелә осрар һымаҡ. Быға ҡарамаҫтан, алдан уйлағанығыҙҙы бойомға ашырыуҙы дауам итерһегеҙ. Ғөмүмән, бар эштә лә уңырһығыҙ. Кесе йомала иғтибарлыраҡ булығыҙ. Араларҙы һаҡлап ҡалырға, мөмкин тиклем  кешеләр менән уртаҡ тел табырға тырышығыҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Иң сетерекле мәсьәләләрҙе тыныс ҡына тикшерергә форсат сығыр. Бер юлы күптән борсоған һорауға ла тулы яуап алырһығыҙ. Шаршамбынан һуң бигүк алыҫ булмаған сәфәргә лә сығырһығыҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Аҙна һис тә еңел булырға оҡшамай. Шулай ҙа ҙур мәшәҡәттәр ҙә көтөлмәй. Бәғзеләр күптән күрмәгән кеше менән осрашыр. Һөйләшеү ике яҡ өсөн дә файҙалы үтер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Көндәр үтә мәшәҡәтле килер. Ҡайсаҡ ниндәй эшкә тотонорға ла белмәҫһегеҙ кеүек. Шуға ҡарамаҫтан, барыһына өлгөрөрһөгөҙ – тәжрибәгеҙ ярҙам итер. Кесе йомала бөтөнләй көтөлмәгән, ләкин ыңғай ваҡиға булыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Һәр ваҡыт йондоҙҙарҙың ярҙамын асыҡ һиҙерһегеҙ. Шишәмбеләге ваҡиға кәйефегеҙҙе оҙаҡҡа күтәрер, моғайын. Бәғзеләр был арала күптәнге хыялдарын бойомға ашырыр. Йомала ҡатмарлы мәсьләгә осрарһығыҙ. Уны хәл итеү өсөн һеҙҙән түҙемлек талап ителер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Башлаған эштәрегеҙҙе дауам итеү еңел булмаҫ. Көтөлмәгән етди ҡыйынлыҡтарға осрауығыҙ ихтимал. Бындай саҡта эске тауышығыҙ дөрөҫ йүнәлеште күрһәтер. Шаршамбыла тәжрибәле кеше урынлы ярҙам күрһәтер.

ӨМӨТБАЙ.

 

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас в