Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Ноябрь , 21:00

Йондоҙнамә ( 14 –20 ноябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

 

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Был арала күптән таныш кешеләр менән осрашырға форсат сығыр. Урынлы кәңәштәр ҙә ишетерһегеҙ, ҡайһы бер мәсьәләне лә асыҡлау мөмкинлеге табырһығыҙ. Кесе йомала йондоҙҙар түҙемлерәк булырға ҡуша.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аҡсағыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Шишәмбелә кәрәкмәгән сығымдар килеп сығыуы бар. Шаршамбыла һирәк осрай торған мәл кисерерһегеҙ. Был көндө теләһә ниндәй өлкәлә лә уңышҡа өлгәшерһегеҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙна борсолоуҙар килтерер һымаҡ. Ҡайсаҡ бының өсөн сәбәп тә табылыр, тик күпселек осраҡта барыһы ла юҡ-бар ғына булыр. Эргәгеҙҙә кәңәш бирерлек кешеләр ҙә табылыр. Ҡәҙимге, яҡшы таныш эштәрегеҙ уңышлы барыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Осор яңы эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы. Өмөтлө тәҡдимдәрҙе лә йыш ишетерһегеҙ, моғайын. Һеҙгә оҡшағандарын һайларға кәрәк. Был арала теләһә кем менән дә еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Иң етди мәсьәләләрҙе лә ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Яҡшы таныш эштәрегеҙ күп иғтибар талап итер. Иң еңеле лә ҡыйынлыҡ менән барыр. Шуға ҡарамаҫтан, күптәр ниндәйҙер яңылыҡты күрер, элек белмәгәнде өйрәнер. Кесе йомала яҡын кешеләрегеҙҙән яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Был арала өйрәнелгән көн һәм  эш тәртибен боҙмаҫҡа тырышығыҙ. Йондоҙҙар тормошоғоҙға үҙгәрештәр индермәҫкә ҡуша. Шулай эшләһәгеҙ, ҡыйынлыҡтарға осрамаҫ. Ғөмүмән, алдығыҙҙа яңы офоҡтар ҙа асылыр, бәлки. Һуңғы ваҡытта абруйығыҙ үҫеүен күрмәй ҡалмаҫтар.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Үҙегеҙ өсөн күп кенә файҙалы эште башҡарырһығыҙ. Бәғзеләр яҡындарына ла ярҙам итер. Эске тауышығыҙ дөрөҫ йүнәлеште  һәр саҡ күрһәтеп торор. Кемдер быға тиклем бөтөнләй хәл итә алмаҫлыҡ эштә лә уңышҡа өлгәшер. Алған тәжрибәгеҙҙең киләсәктә бик кәрәге тейер.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Бик тә уңышлы аҙна. Йондоҙҙар ярҙамы, уңайлы мәл, тәжрибәгеҙ – барыһы ла булышлыҡ итеп торор. Элек һеҙгә икеләнеп ҡараған кешеләр ҙә ҡарашын ҡырҡа үҙгәртер. Шаршамбы тағы ла ыңғай яңылыҡтар килер. Йомала етди һөйләшеү булыуы ихтимал.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Был арала һеҙҙе етди һөйләшеүҙәр көтә. Төрлө кеше менән уртаҡ тел табырға кәрәк булыр. Был еңел бирелмәҫ. Тәжрибәгеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Кесе йома яңылыҡтар килтеер, кискә табан иң мөһимен дә ишетерһегеҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна бик өмөтлө башланыр. Кәйефегеҙ күтәренке булыр, һеҙҙе бер нәмә лә борсомай кеүек. Шаршамбынан һуң ваҡиғалар тынысыраҡ барыр. Кемдеңдер ярҙам һорап, мөрәжәғәт итеүе ихтимал. Был ауыр, ләкин сауаплы ла эш булыр, моғайын.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Яҡшы яңылыҡтар даими килеп торор. Бөтә эшегеҙ ҙә һәйбәт бара һымаҡ. Әлбиттә, быға үҙенән-үҙе өлгәшмәгәнһегеҙ. Бының өсөн  һуңғы ваҡытта әҙ тир түкмәнегеҙ. Хәҙер көтөргә генә ҡала. Арыуығыҙҙы һиҙерһегеҙ, йондоҙҙар үҙегеҙгә ял бирергә  ҡуша.

Уҡсы ( 23.11 –  21.12)

Мәл аралашыу өсөн уңайлы. Элекке таныштарығыҙ менән дә осрашырһығыҙ, яңы танышлыҡтар ҙа булдырырһығыҙ. Бәғзеләр уртаҡ эш башҡарыу туаһында һөйләшә алыр һымаҡ. Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр ҙә тыуыр, бәлки. Кесе йомала кәрәкмәгән сығымдарҙын һаҡланығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас в