Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Ноябрь 2022, 07:00

Ҡунаҡ апай

(Хикәйә)

Рафиға Карам ҡыҙы Усманова 1954 йылдың 7 сен­тябрендә Борай районының Бустанай ауылында тыуып үҫә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Төрлө йылдарҙа мәктәптә уҡытыусы, Нефтекама ҡалаһының “Кама таңнары” гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары, республиканың “Кызыл таң” гәзитендә үҙ хәбәрсе булып эшләй. Һуңғы йылдарҙа тыуған ауылында йәшәп, әҙәби ижад менән шөғөлләнә. Шиғриәт, проза һәм публицистика жанрында уңышлы эшләй. Тиҫтәләгән китап авторы. БР Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Биш ҡатлы таныш йорт янына килеп еткәс, Мәҙинәнең аяҡтары хәлһеҙләнеп, кинәт туҡтап ҡалды. 
– Инәһең!
– Инмәйһең! – тип ике ҡапма-ҡаршы көс тартҡылашты йәнендә.
Бына нисәнсе тапҡыр, кеше үтә алмаҫлыҡ ниндәйҙер кәртәгә осрағандай, шул көстәрҙең “Инмәйһең!” тигәненә бойһоноп, бүтән бында аяҡ баҫмаҫҡа ант итеп, илай-илай кире ҡайтып китә ул. Ә бөгөн, ниһайәт, бер нәмәгә ҡарамай инергә, балаһына әсәһенең сумкаһын тапшырырға тигән ныҡлы ҡарарға килде.
Ысынында ниңә ҡыйынһынырға тейеш һуң әле? Уның ниндәй ғәйебе бар?
Шундай уй менән йорт подъезына табан ышаныслы бер аҙым яһаны. Әммә, нимәгәлер килеп төртөлгәндәй, тағы туҡтап ҡалды. Хәлһеҙләнеп, йорт янындағы ултырғысҡа ултырҙы. Күҙ алдына (бына нисәнсе тапҡыр инде!) бынан тап ярты йыл элек булған күренеш килеп баҫты.
...Ике генә көнгә командировкаға киткән ире, аҙна үтеүгә һаман ҡайтмағас, ҡала ситендәге гараж баҙынан картуф алырға барғайны ул. Гараж ишеген асып ебәреүгә, машина эсендә хәрәкәтһеҙ ятҡан инәнән тыума шәрә ике кешене күреп, һушһыҙ ҡалды. Мәйеттәрҙең икеһе лә ҡара ер төҫөндә ине. Әммә Мәҙинә уның береһен шунда уҡ таныны: уның ғәзиз ире Рафиҡ ине. Ә икенсеһе? Йә Аллам, икенсеһе – йәш кенә бер ҡатын да баһа. Тәүбә! Тәңрем, ниндәй хурлыҡ был?! Мәҙинәнең иң беренсе уйы кешеләр саҡырып ҡысҡырыу булһа, икенсеһе – был хурлыҡтан гаражды бикләп, ут төртөп ҡотолоу ине. “Машинаһы-ние менән үртәргә! Төтөнләп янһын, эҙе лә ҡалмаһын!”
Ял көнө ине шул. Күрше гараждарҙа кешеләр күренә башланы. Уларҙы күреүгә, ҡатын томаланып барған аңы менән был хурлыҡлы мәсхәрәне йәшереп булмаясағын аңланы. Йөрәгендә ауыр сәнсеү тойҙо, һушын юйып, йәшен һуҡҡан ағас кеүек, ҡапҡа төбөнә ауып төштө. Илағанда:
– Ярай әле  улым күрмәй. Ярай әле ул армияла, – тигән уй аңынан йүгереп уҙҙы.
Мәҙинәне үтеп барған кешеләр күреп, дауаханаға оҙатты, гаражға милиция саҡырттылар. Ҡатын бик хәлһеҙ булһа ла, ялынып, ялбарып, икенсе көндө үк дауахананан сыҡты. Ни  генә булмаһын, ирен кешесә итеп ерләргә тейеш!
Рафиҡ менән уның һөйәркәһен: “Ярайһы ғына эскәндәр, иҫерек килеш, енси мөнәсәбәт ваҡытында машина газына тонсоғоп үлгәндәр”, – тинеләр.
Эсе тулы ут һәм ялҡын булһа ла, Мәҙинә Рафиҡҡа әсе  ҡарғыштарын яуҙырманы. Бик ауыр, икһеҙ-сикһеҙ ауыр ине уға. Әммә мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына хас сабырлыҡ менән тешен ҡыҫып булһа ла түҙҙе. Ирен, бөтә йоланы үтәп, хөрмәтләп ерләнеләр, өсөн, етеһен, ҡырҡын да ҙурлап үткәрҙе. Ләкин күңеле шул ҡәҙәр ҡатҡайны уның, хатта бер генә бөртөк күҙ йәшен дә сығара, тамсы ла илай алманы. Яҡындарынан атаһын ерләргә ҡайтҡан улы Ринатҡа, Рафиҡ йөрәк сиренән үлде, тип әйтеүҙәрен үтенде. Улында атаһына ҡарата нәфрәт уятыуҙан ҡурҡты. Ни әйтһәң дә, Ринатҡа хеҙмәт итеп бөтөргә кәрәк бит әле: төшөнкөлөккә бирелмәһен.
Ә теге ҡатындың кем булыуын (уның исеме Фәрбүзә булып сыҡты) бер аҙнанан һуң ғына асыҡлай алдылар. Өс йәше лә тулмаған, алмалай матур ҡыҙы ҡалған, тинеләр. Ире ҡатынын өҙөлөп яратҡан. Шуға хыянатын кисерә алмаған, күрәһең: ҡатынының мәйетен фатирына индереүҙән баш тартҡан.
–  Эттәргә бәрегеҙ, тормошомдо ағыуланы, кәнтәй!  – тип ҡысҡырған икән, тип бөтә ҡаланы тултырып һөйләнеләр. Йыйылған халыҡ ҡыҙының: “Әсәй, әсәйем! Әсәйемде ҡайтарығыҙ!” – тип өҙгөләнеүенән тыйыла алмай илаған, имеш, тип өҫтәүселәр булды. Мәҙинәне милицияға саҡыртып, машинала Фәрбүзәнең сумкаһы юҡ инеме, тип һораштылар. Баҡтиһәң, уның эштәге сейф асҡыстары юғалған икән. Фәрбүзәнең ире Фәрит, ҡатынының эшенән асҡыс эҙләп килеүҙәр йышайғас, милицияға Мәҙинәнең адресын белешеп мөрәжәғәт иткән. Шуға саҡыртыуҙары икән.
– Юҡ, бер ниндәй ҙә асҡыс күрмәнем, – тине Мәҙинә, Фәриткә асыулы ҡарап. Әйтерһең дә, булған фажиғәгә Фәрбүзәнең ире Фәрит ғәйепле ине.
Шунан һуң әкрен генә, ауыр тәьҫораттар эсендә ярты йыл ваҡыт үтте. Асҡыс Фәрбүзәнең әсәһендә табылған, ә сумка иһә (юҡ, ул сумка түгел, ә биҙәнгестәр һауыты ине) ысынында Мәҙинәлә булған. Ул теге көндө машина ишеген асып ебәргәс, күҙ алдында пәйҙә булған оятлы һәм ғибрәтле хәлде шулай ғына юйып булалыр һымаҡ, кеше күрмәһен тигәндәй, тиҙ-тиҙ генә иҙәндә аунап ятҡан әлеге биҙәнгестәр һауытын алып, үҙ сумкаһына йәшергәйне. Ҡатындың һалҡын кәүҙәһен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙап ҡалғандай, уның урынында үҙе булмауына әсенеп, үкһеп илап ебәреүен ваҡыт үткәс кенә хәтерләне.
Дауахананан сыҡҡас, биҙәнгестәр һауытын кухня шкафы өҫтөнә ташлағайны. Уны әле яңы ғына табып алды. Фәриттең адресын белешеп, косметичканы күҙенән юғалтыр өсөн, уны Фәрбүзәнең ҡыҙына йә иренә тапшырмаҡсы, шул рәүешле ауыр хәтирәләрҙән мәңгегә ҡотолмаҡсы булды. Бына бөгөнгөһөн дә иҫәпләгәндә, бишенсе тапҡыр килә инде ул бында. Юҡ, бөгөн һис кенә лә инмәйенсә китергә ярамай...
Мәҙинә урлашып тотолоуҙан ҡурҡҡандай, тирә-яғына ялт ҡына күҙ төшөрөп алып, тиҙ генә звонок төймәһенә баҫты. Күп тә үтмәне, тып-тып баҫҡан баланың аяҡ тауышы ишетелде:
– Кто там? – тине  ул руссалап.
–    Атайың өйҙәме, үҫкәнем? – тип саҡ-саҡ һорай алды Мәҙинә, ҡаушауҙан кипкән ирендәрен көскә ҡыймылдатып.
– Мама? Әсәй! Әсәйем! Атайым да өйҙә. Ты только не уходи. Пожалуйста, не уходи, я сейчас открою, – тип йүгергеләп йөрөй башланы. Күп тә үтмәй, ултырғыс ҡуйып, уға баҫып, көс-хәл менән ишек келәһен асты. Әммә әсәһе урынында бүтән ят апай баҫып тороуын күреп, башта йәшле күҙҙәренә ғәжәпләнеү билдәләре сығарҙы, унан әсәһен тапмауына аптырап ҡалып, үҙәк өҙгөс ҡараш ташлап, илап-һыҡрап, урындыҡҡа бөгөлөп төштө.
– Ты не моя мама! Уходи! Где моя мама? Әсәй, әсәйем! – тип үкһене ул.
Өмөтө өҙөлгән  бәләкәй генә ҡыҙсыҡты ҡыҙғаныуҙан Мәҙинәнең күҙҙәрен йәш ҡапланы. Ул ултырғысты этеп, көс-хәл менән эскә үтте. Лилиәне (ҡыҙсыҡтың исеме шулай ине) ҡулдарына алып, һөйә-һөйә күкрәгенә ҡыҫты, ниндәйҙер йыуатыу һүҙҙәре әйтте. Үҙе фатир эсенә күҙ йүгертте. Өйҙә йыһаздар, кейем-һалым, һауыт-һаба хәтһеҙ күренһә лә, тәртип булмағанға оҡшай. Аш-һыу өҫтәлендә башланып ташланған араҡы шешәһе, закускалар... Залдағы диванда иҫерек Фәрит ғырлай.
Ҡыҙсыҡ әкрен генә шыңшып: “Ашағым килә”, – тине.
Мәҙинә гүйә йоҡонан уянып китте: “Сабый ас икән дә баһа”. Тиҙ генә Лилиәне кейендереп, яҡындағы магазинға алып сығып китте. Күп тә үтмәй, аҙыҡ-түлек тейәп ҡайттылар. Лилиә лә үҙенең бәләкәй генә кәрзиненә тәм-том тултырырға онотманы. Етмәһә, апайы йомшаҡ сысҡан да алып бирҙе. Сабыйҙың йөҙөндә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу билдәләре барлыҡҡа килде.
Мәҙинә тиҙ генә аш бешереп, Лилиәне ашатты, сөсө ҡамыр әҙерләп, ҡоймаҡ ҡойоп, ҡаймаҡ һылап, сәй яһаны. Лилиә шатлығынан нимә эшләргә лә белмәне. Сысҡаны менән мәж килде, һикергеләне, йырланы, уйнаны. Ҡунаҡ апай: “Әсәйең һиңә бирергә ҡушты”, – тип биҙәнгес һауытын ҡулына тотторғас, һөйөнөсөнән ҡысҡырып көлөп үк ебәрҙе. Бүлмәһенә инеп бер аҙ уйнауға, йоҡлап та китте.
Мәҙинә уның өҫтөнә япты, ваҡытһыҙ етем ҡалған сабыйҙы ҡыҙғанып, илай-илай арҡаһынан һөйҙө, уйынсыҡтарын йыйыштырҙы. Фәрит һаман бер ни белмәй йоҡлай ине. Мәҙинәнең был ике етемде ҡыҙғаныуҙан йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Хәлдәренә инергә теләгәндәй, аш-һыу, ванна бүлмәһен йыйыштырҙы. Лилиәнең керҙәрен йыуҙы. Туҙандарҙы һөрттө, иҙәнде лә ялтыратып ҡуйҙы. Үҙе: “Фәрит уянып китһә, нимә тип аҡланырмын?” – тип борсолдо, тулҡынланды. Әммә ни генә булмаһын, башлаған эште теүәлләргә өйрәнгән ул, Фәрит ятҡан диванға бик яҡын бармаҫҡа тырышып ҡына, залды ла тәртипкә килтерҙе. Тағы бер йоҡо бүлмәһен асты. Унда нишләптер бар нәмә  лә тәртиптә ине. Урын-ер ҙә йыйыштырылған көйө. Фәрбүзә үлгәндән бирле, күрәһең, был ишекте асмағандар. Стеналағы келәм өҫтөнә Фәрит менән Фәрбүзәнең туй кейемендә йылмайып төшкән фотолары эленгән. Мәҙинә, үҙен ярамаған эш ҡылғандай хис итеп, тиҙ генә ишекте япты. Әллә ниңә тыны ҡыҫып, башы әйләнеп китте. Йөрәге менән тоя: бәхетһеҙ булмаған был ҡатын. Тормоштары ла бит етеш. Ни етмәне икән үҙенә?!
Ул үҙе, исмаһам, иргә барғас, торорға кәрәк, тип йәшәне инде. Рафиғы йәбер-золомдо әҙ күрһәтмәне: бер ҙә юҡҡа көнләшеп йәнен кимерҙе, телеңде йоторлоҡ булғанда ла бешергән ашынан, еренә еткәндә лә  эшләгән эшенән гел ғәйеп табып, хурлап торҙо. Ҡул күтәреүҙән дә оялманы. Яҡындары: “Былай ҡыланмаҫ ине, берәй йөрөгән кешеһе барҙыр”, – тиһәләр ҙә, Мәҙинә ышанманы. “Эше ауыр, яуап­лы. Арыйҙыр, үтер әле...” – тине. Тик гел генә иренең яйына, көйөнә торорға тырышты.
...“Бәй, нимә уйланып тора әле ул. Ҡайтырға ваҡыт та баһа!” Ҡатын записка яҙырға ҡағыҙ эҙләй башланы. Залдағы өҫтәлдә Фәриттең шофер таныҡлығы, паспорты, башҡа документтары ята. Бәй, Мәҙинә менән йәштәштәр ҙә икән бит. Һуңлап өйләнгәндер, күрәһең. Мәҙинә үҙе кейәүгә бик йәшләй сыҡты шул. “Йәш саҡ – тиле саҡ”, – тип белмәй әйтмәйҙәр, күрәһең... Мәҙинә Фәриттең блокнотынан бер бит ҡағыҙ йыртып алды. Килеүҙең сәбәбен аңлатты. Берәй йыуатырлыҡ йылы һүҙ эҙләне – тапманы. “Ниңә эсәһең? Балаң хаҡына туҡта!” – тип киҫәтмәксе булды. “Хаҡым бармы һуң?” – тип икеләнеп, тағы туҡтап ҡалды. Кис етеп килә ине инде. “Фәриттең уянып ҡуйыуы бар. Китергә кәрәк. Китергә һәм бүтән килеп йөрөмәҫкә...” Мәҙинә шундай уйҙар менән, йәһәт кенә ишек келәһен асып, сығырға ғына торғанда, уянып, бүлмәһенән сыҡҡан Лилиә:
– Ҡунаҡ апай, китмә, мин ҡурҡам. Атайым эшкә киткәндә, өйҙә бер үҙем ҡалам, – тип йоҡоло күҙҙәрен ыуып, шыңшый башланы.
– Әйҙә, – тине Мәҙинә, уны ашығыс кейендерә башлап. – Минең иртәгә ялым. Янымда булырһың. 
Ҡағыҙға: “Лилиә лә минең менән”, – тип өҫтәне лә, телефонын, адресын күрһәтеп, ҡыҙсыҡты етәкләп, ҡунаҡҡа алып китте.
Әммә ул көндө лә, икенсе көндө иртән дә телефон шылтыраманы, Фәрит килмәне. Тик төш ваҡыты үткәндә, Лилиәгә ҡунаҡ апайы яңы күлдәк тегеп биргәс, бәрәмәс бешкәс, ниһайәт, ҡыңғырауға баҫтылар.
– Ғәфү итегеҙ, – тине Фәрит инер-инмәҫ, Мәҙинәгә ҡарар-ҡарамаҫ.
– Әйҙә, ҡыҙым, кейен, ҡайтабыҙ.
“Юҡ, юғалырҙай егеткә оҡшамаған”. Мәҙинә уның оялсан күҙҙәрендә өмөт сатҡыларын шәйләмәй ҡалманы.
– Атай, ҡара әле, минең ниндәй матур күлдәгем бар. Ҡунаҡ апай текте. Кисә ул беҙгә ҡунаҡҡа килде, бөгөн һин килдең. Әйҙә, йыу ҡулыңды, сисен, сәй эсербеҙ, – тип Лилиә, атаһына ялынып. – Араҡы эсмә! Унда ҡайтмайым. Әсәй юҡ унда. Бында бар, – йәшле күҙҙәрен тултырып, әле атаһына, әле Мәҙинәгә ҡараны. Өлкәндәр юғалып ҡалды. Улар өндәшмәгәс, бындай һәйбәт әсәйҙе ҡулдан ысҡындырғыһы килмәгәндәй, Лилиә түҙемһеҙләнеп һорау теҙҙе:
– Һин әсәйем булырһыңмы? Мин һине яратырмын, әсәйем тип әйтермен.

***
...Бынан һуң йылдан артыҡ ваҡыт үтте. Май айының ҡояшлы бер көнөндә атай-әсәйен етәкләгән, ҡурсаҡ кеүек кейенгән Лилиә, тимер юл вокзалында поезд килгәнде көтөп, һикергеләп уйнай ине.
Бына, ниһайәт, поезд килеп туҡтаны. Вагондарҙың береһенән еңелсә сумаҙан тотҡан, һалдат кейемендәге бер йәш егет һикереп төштө. Мәҙинә Лилиәгә ниҙер әйтеүгә, ҡыҙсыҡ уның ҡулындағы сәскәләрҙе алып, һалдат ағаһына табан йүгерҙе.
Ринат башта туҡтап ҡалды. Унан, сумаҙанын ергә ултыртып, йылмайып, сәскәләр тотоп йүгереп килгән Лилиәне ҡулдарына алып, өҫкә күтәрҙе:
– Бына ниндәй икән минең һеңлекәш, – тине ул. – Ҙур ҡыҙ  икәнһең дә баһа инде һин.
Лилиә шатланып, уны муйынынан ҡосаҡланы. Ул арала Ринаттың иңенә әсәһе  килеп аҫылынды. Ситтәрәк торған Фәрит: “Ҡайтыуың менән, Ринат”, – тине, һынаулы ҡарап. Улар ирҙәрсә ҡул ҡыҫып күрештеләр. Лилиә һөйөнсө алырға ашығып, Ринат ағаһының ҡолағына ғына:
– Әсәй минең менән уйнарға бәпес алып ҡайта! – тине. Фәрит менән Мәҙинә уның нимә әйтеүен аңлап, бер-береһенә ҡараны. Ринат ҡыйынһынып торған әсәһен ҡосаҡлап алды. Яҙмыштары алда нисек булыр, әммә ул көндө Лилиәне күтәргән улы Ринат һәм сумаҙан тотоп, иңдәренән ышаныслы ҡосаҡлап атлаған ире Фәрит эргәһендә барған Мәҙинәнән дә бәхетле кеше юҡ ине.

Рафиға УСМАНОВА

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: