Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Ноябрь 2022, 07:00

"Йондоҙ"ло табын - Салауат ВӘЛИЕВ

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы Салауат ВӘЛИЕВ бүлешә.

Тауыҡ итенән
бәлеш

Бәлеш өсөн әсе ҡамыр ҙа, сөсөһө лә бара. Беҙ, ғәҙәттә, сөсө ҡамыр менән бе­ше­рәбеҙ. 200 г ҡаймаҡҡа самалап тоҙ, сода, 2 йомортҡа һалып, бутайбыҙ. Аҙаҡ 1,5 – 2 стакан тирәһе он ҡушып, ҡамыр баҫырға ла, бер аҙ ял иттерергә. 
Эслек өсөн тауыҡтың 500 г  түш итен  ваҡлап турарға. Уға шулай уҡ ваҡлап ту­ралған 3 һуған, 6 картуф өҫтәргә. Тоҙ, ҡара борос, йәшел тәмләткестәр һалып бутарға.
Ҡамырҙы ҙурыраҡ һәм бәләкәйерәк ике өлөшкә бүлеп йәйергә лә, ҙуры­ра­ғын майлы табаға һалырға. Эслекте тигеҙләп һалғас, өҫтөнә 50 г аҡ майҙы ҡы­рырға йәки 50 мл һыу ҡо­йорға кәрәк. Былай иткәндә ул һутлыраҡ була. Икенсе йәймә менән өҫтөн ҡаплағас, ситтәрен семтеп сығырға. 180 градуслы ҡыҙыу мейестә 50 – 60 минут тирәһе беше­рергә.

Лимонлы соустағы
алабуға балығы

800 г алабуға (окунь) фи­леһына 2 балғалаҡ мөшкәт сәтләүеге, 2 ҡалаҡ ваҡлап туралған укроп, самалап тоҙ, борос, 2 лимондың һу­тын һибеп, 3 сәғәт һалҡын урында маринадларға. Филены 4 өлөшкә бүлеп, табала йәки грилдә ике яҡлап 7 минут ҡыҙҙырырға. Балыҡ­ты табынға эҫе килеш, махсус соус һәм гарнир менән бирергә.
Соус әҙерләү өсөн 125 мл һөт өҫтөн (сливки) ҡай­натып сығарғас, болғата-болғата тәүҙә 50 г аҡ май,          2 ҡалаҡ лимон һуты өҫтәргә. Утын һүндергәс, ваҡлап туралған йәшел һуған һа­лырға.

Шпинатлы салат

2 йомортҡаны ҡаты итеп бешерергә лә, таҙартып,          4-әр өлөшкә бүлергә. ¼ өлөш ҡыҙыл һуғанды артыҡ ваҡ итмәй генә турарға. 100 г шпинатты йыуып, һар­ҡы­тырға.
Тәрилкәгә уларҙы өйөп һалғас, өҫтөнә бер ус һа­рымһаҡлы сохарый, самалап тоҙ, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы һибергә.


Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: