Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Ноябрь 2022, 07:00

Яҙмыш ишараһымы?

(Булған хәл)

Бөгөн 7 ноябрь. Көн шул тиклем аяҙ. Күктәге ҡояш бер урынға ләпәштерелгәндәй, күсмәй  торған кеүек, үҙе яҡтырта ғына түгел, хатта йылыта. Эҫе түгел-түгеллеккә, ләкин һыуыҡ та түгел. Ҡап-ҡара ерҙә лә, һауала ла дым әҫәре юҡ. Элек улай булмай торғайны бит. 
Алтмыш һигеҙенсе йылдың етенсе ноябре һыуыҡ килде.Ҡар яумағайны былай, әммә ер шаҡырайып туңғайны. Әллә ҡайһы яҡтан (моғайын, төньяҡ­тан булғандыр, мин белмәгәнмендер) һыуыҡ ел иҫә. Електәргә үтеп инә. Битте-танауҙы ғына өтмәй, мамыҡ бейәләй аша бармаҡтарҙы,  бумазый салбар эсенә инеп, аяҡтарҙы семтеп-семтеп ала. Каникулда инек беҙ. Йыр дәресендә был йырҙы ныҡлап өйрәнгәйнек инде. Ғүмер буйы иҫкә төшкән һайын уны йырлағы килә:
    Октябрь байрамын 
    Беҙ тәбрик итәбеҙ.
    Сафтарға теҙелеп
    Беҙ йырлап үтәбеҙ.
Сафтарға ла теҙелмәнек беҙ ауылда, йырламаныҡ та. Һуңғараҡ, ҡалаға килгәс, үҫкәсерәк булды уныһы. 
Туй ине ул көндө беҙҙең ауылда. Минеүәрә инәйҙең улы Ғабдрахман кәләш алып ҡайтҡайны. Эре һөйәкле, киң яурынлы Минеүәрә инәй оҙон кәүҙәле, беҙҙең кеүек аҫтан-өҫкә ҡараусыларға ысын дейеүбикә кеүек күренә ине. Улы Ғабдрахман да ике метрға яҡын бәһлеүән. Буйы буй инде, ҡурҡыныс түгел кеүек, ә бына уның беҙҙең яҡта булмаған ҡарсыға танауы, әллә нисек төптә урынлашҡан, тишеп ҡараған сөм-ҡара үткер күҙҙәре сит милләт вәкиле икәнен әйтеп торалар ине. Инәй һуғышҡа тиклем үк  әллә Ҡаҙағстан, әллә Үзбәкстанға сығып китеп, яңыраҡ ҡына  ошо улын эйәртеп ауылға ҡайтып, иҫке генә өйҙә торалар ине.  
…Беҙ, бер көтөү ҡыҙ, еңгәгә эйә­реп,ҡойо башына һыуға барҙыҡ. Өҫтөнә килешле көҙгө пальто, башына ҡырыныраҡ ҡуйып берет, матур төҙ аяҡтарына капрон ойоҡ кейгәйне еңгә. Мин тәү күргән беретты, мо­ғайын, үҙе бәйләгәндер. Шундай һыуыҡта капрон кейгәненә лә, өшө­мәйме икән ни, тип аптырағайным. Пальто салғыйҙары һирпелеп кит­кәндә, тубыҡ тирәһенән торған аҡ күлдәге күренеп ҡала Асия еңгәнең.  Ә сибәрлеге, һөйкөмлө йөҙө! Кем әйтмешләй, “ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ”! Йырҙа йырланғанса тура килеп тора: “ай тыуғанда тыуҙың мәллә, ҡашың ҡара ҡыйғас ҡош”? Күҙеңде саҡ ҡына секерәйтеберәк ҡараһаң, нәҙек кенә һыҙылып киткән ҡаштары бейеккә икеһе ике яҡҡа осоп киткән ҡош ҡанаттарын һынландыра. Ҡуйы оҙон керпектәренә йәшеренгән һөрмәле ҡара күҙҙәренән моңһоулыҡ бөркөлгәндәй. Түп-түңәрәк аҡ йөҙө, һыуыҡҡа сыҡҡас, ҡыҙарып алланған бит остары  уны тағы ла һылыуыраҡ итә. 
Көйәнтәне һәлмәк кенә бәүелтеп, күнәктәге һыуҙың тамсыһын да ергә түкмәй ҡайтып килгәндә, бер көнбағыштың ҡап-ҡара ике ярсыҡ ҡабығы һыуға килеп төштө. Әллә нисек булып китте күңелгә…
Мин  еңгәнән арттараҡ бара инем. Кем ашай икән был көнбағышты? Абау, оятһыҙ, күҙлекле Фариза бит, күнәктәрҙән дә алдараҡ китеп бара! Әллә бишмәте йоҡа, әллә бер туҡтауһыҙ көнбағыш ашағанға, йөҙө күгәреп ҡатҡан, тиҙ генә йөн бейәләйҙәрен кейә һалды. 
– Нисек алырға һуң күнәктәге был ҡабыҡтарҙы? Таҙа һыуға ҡулды тығып алғы килә, алып булмай ҙа инде китеп барғанда. (Мин шулай уйлағанмындыр ғына…)
“Минән өлкәнерәк ҡыҙҙар бар бит, ниңә алмайҙар икән туҡтатып?” Ҡабыҡтарҙы еңгә лә күрҙе, шикелле, әммә бер нәмә лә өндәшмәне, шулай атлауын дауам итте. 
Туйҙан һуң Ғабдрахман кәләшен үҙе тыуып үҫкән Ҡаҙағстан яҡтарына алып сығып китте. Бер тапҡыр ҙа ҡайтманы улар ауылға. 
Егерме йыллап ғүмер үткәс, осраҡлы рәүештә генә миңә Асия  еңгәнең әсәһе менән танышырға тура килде. Дауаханала һөйләшеүҙән башҡа эш юҡ бит инде. Бына нимәләр бәйән итте ул. (Быларҙы Асия еңгәнең Ҡаҙағстандағы күршеһе һөйләгән.)
Совхоз үҙәгенән алыҫта ятҡан, самандан яһалған ике-өс йорттан башҡа бер нәмә лә булмаған сал далала ҡышын да, йәйен дә мотоцикл менән Ғабдрахман кейәү биш-алты меңлек ҡуй көтөүен көткән. Асия тәүҙә бала менән мәж килгән. Энә йә ырғаҡ менән бәйләп, балаға ла, үҙҙәренә лә кофтаһын, салбарын  әҙерләгән. Кейәү  Асияны һәр бағананан көнләшеп, ҡыҙғанып, һигеҙ йыл буйы эшкә сығырға рөхсәт итмәй, хатта магазинға ла яңғыҙын ебәрмәй. Үҙе кем менән генә йөрөмәй: өлкәнәйеп бөткән яңғыҙ бисәләр, бер айға командировкаға тип килгән эшселәр менән дә типтерә. 
– Хаттары ла һирәк килде баламдың. Шул заманда уҡ ҡул күтәргән булғандыр инде, яҙмаған хатҡа, – тип, күҙ йәштәрен саҡ тыйып, һүҙен дауам итте әсә. 
Тимур ейәнем мәктәп йәшенә еткәс, совхоз үҙәгенә күсәләр, Асиям да магазинға эшкә урынлаша. Мәктәптә математиканы һыу кеүек эсә ине.
– Уҡытыусыға уҡырға бар, балам, –тинем, барманы.  
– Әсәй, һеҙгә, туғандарыма ярҙам итәм – тип, һатыусыға ғына уҡыны. 
Кейәүҙең көнләшеүе сиктән аша, хатта күҙәтсе яллай. Ҡайтҡан һайын: “Кемгә йылмайып ҡараның?”, “Кем менән уйнаш иттең?” – тип теңкәһенә тейә балаҡайымдың.
Етенсе ноябрь элек байрам ине бит. Эшселәргә аҡса бирәләр, кейәү эшенән һалмыш булып ҡайта. Асиям бергә эшләгән һатыусы әхирәте менән байрам итеп ултырған. Тимур ейәнем улар менән сәй эсә лә киноға китә. Ҡайтып инеү менән кейәү бәйләнә башлай: 
– Өсөнсөгөҙ кем булды?
– Бергә эстегеҙме? Уны яратаһыңмы ни? 
Асиям да, теге әхирәте лә кире ҡағып ҡарай,  ҡайҙа ул, ишетергә лә теләмәй! 
– Гуляканы ниңә яҡлашаһың? – тип, теге  ҡатынды ҡыуып сығара.
Асиям сығып ҡасырға уйлап, ишек яғына боролғас, “Ә-ә-ә, ҡасып ҡотолорға булдыңмы?” – тип  өҫтәлдәге бысаҡты алып эсенә сәнсә. Һатыусы әхирәте тәҙрә аша күреп тора. Шул минутта уҡ ҡайҙалыр барып  милицияға шылтырата, тегене алып китәләр. 
Телеграмма килгәс, атаһы менән барҙыҡ. Алып ҡайта алманыҡ инде, балаҡайымды шунда ерләп ҡайттыҡ. Тимур ейәнем ун биш йәшендә үкһеҙ етем ҡалды. Бер тапҡыр ҙа күргәнем дә, яратҡаным да булмағас, әллә нисек ят ине был бала миңә. Алып ҡайтманыҡ беҙ уны Башҡортостанға. Үҙе лә теләмәне. Балалар йортона урынлаштырабыҙ тип, алып ҡалдылар. Кейәүҙе төрмәгә егерме йылға ултыртҡандар.
Атаһының күсермәһе булғанғалыр, баланы үҙ итә алманым.  Ун һигеҙ йәше тулғас, атаһының йыйған аҡсаһын кассанан алып машина алған, беҙгә күрһәтергә тип Баш­ҡортостанға ҡайтып килгәндә, ҡаршы юлға сығып, бәрелеп үлде ейәнем. Беҙгә хәбәр бер нисә ай үткәс кенә килеп етте. Ғабдрахман кейәү ҙә төрмәнән сыҡҡандырмы-юҡмы, бел­мәйем. Беҙҙең яҡҡа ул бер ҡасан да ҡайтманы. 
Мин ошо оло йөрәкле әсәгә нимә тип әйтергә, нисек йыуатырға ла белмәнем. Һигеҙ балаға ғүмер биреп, тәүгеһен – үҙенең күсермәһе кеүек сибәр ҡыҙын юғалтһа ла, йылдар үтеү менән һаулығы ҡаҡшай төшһә лә, тәүәккәл, ҡыйыу, ел-дауылдарға бирешмәгән  сибәр ханыма һоҡланып ҡараным.
– Яҙмышы шулай булғандыр инде, – тиеүҙән уҙманым.
– Шулайҙыр инде, – тине ул көрһөнөп.
– Ҡалған балаларығыҙҙың тормоштары нисек? – тинем мин, үҙем дә һиҙмәҫтән.
– Иҫәндәр, – тине ул. – Мине яңғыҙ ҡалдырмайҙар. Былтыр ирем үлеп китте, шуныһы ҡыйын.
Мейемде сүкеп, башымдан  бер уй китмәй: теге һыуға төшкән ҡап-ҡара көнбағыш ҡабығы еңгәнең буласаҡ ғаилә тормошона, яҙмышына ишара булдымы икән әллә?  

Зәлифә ЯНЫШЕВА.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: