Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
8 Ноябрь 2022, 07:00

Социаль селтәрҙәрҙе тикшереү көсәйтелә

Башҡортостанда йәшәүселәргә база әҙерлеге кимәлен индереү нимә менән янай?

19 октябрҙә Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән база әҙерлеге кимәле  индерелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб булдырҙы, ул йәмәғәт тәртибен тәьмин итеүҙең өҫтәмә сараларын ҡабул итә, ҡайһы бер инфраструктура объекттарының, шул иҫәптән транспорт, элемтә, энергетика өлкәһендә махсус эш режимдарын индерә ала. 
Был режимдың республикала йәшәүселәргә нисек тәьҫир итеүе мөмкин? 
ЛНР, ДНР, Запорожье һәм Херсон өлкәһе хәҙер Рәсәйҙең бер өлөшө. Украинаның был биләмәләрҙе үҙҙәренең ҡораллы көстәре ярҙамында ҡайтарырға тырышыуын иҫәпкә алып, илебеҙ етәкселегенең хәрби хәл иғлан итеү өсөн формаль нигеҙҙәре бар.
Махсус хәрби операцияға бәйле, 20 октябрҙән Рәсәйҙә дүрт сикләү кимәле индерелде:
– Хәрби хәл (ЛНР-ҙа, ДНР-ҙа, Запорожьела һәм Херсонда);
– Уртаса яуап биреү кимәле (Ҡырым, Краснодар крайы, Ростов, Брянск, Воронеж, Курск өлкәләре һәм Севастополь ҡалаһы); 
– Юғары әҙерлек кимәле (үрҙә һанап үтелгәндәрҙән тыш, Үҙәк федераль округ һәм Көньяҡ федераль округ төбәктәре. Был төбәктәргә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе ҡарай). 
Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, база әҙерлеге кимәле индерелде.
Президент указында «база» һәм «юғары әҙерлек» режимы араһында етди айырма юҡ. Һүҙ ике осраҡта ла йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы көсәйтеү хаҡында бара, мөһим инфраструктура эшенең «махсус режимы» билдәләнә. Был үҙгәрештәр оборона-сәнәғәт комплексында эшләү менән бәйле булмаған ябай граждандар тормошонда сағылырмы? Әлбиттә, сағыласаҡ, тип уйлайым. Сөнки йәмғиәттә һуғыш ваҡиғаларына ҡағылышлы бәхәстәр туҡтамай. Шуға бәйле, кешеләр йыш ҡына йәмәғәт урындарында, айырыуса социаль селтәрҙәрҙә, үҙ фекерен белдерә. Күптәр Рәсәй Федерацияһы ҡораллы көстәре эшмәкәрлеген дискреди­тацияла­ған, махсус  хәрби операция барған урын­дарҙа видеояҙмалар яһаған өсөн Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексында һәм Рәсәй Енәйәт кодексында ҡаралған административ һәм енәйәт яуаплылығы саралары тураһында белмәй. Әлеге шарттарҙа үрҙә һанап үтелгән режимдарҙың һәр береһендә РФ ҡораллы көстәрен дискредитациялаусы мәғлүмәт таралыуына ентекле күҙәтеү алып барыла һәм халыҡ араһында мәғлүмәт «дисбаланс»ына юл ҡуймау өсөн ныҡлап тикшерелә. Тиҙҙән  хоҡуҡ һаҡлаусылар тарафынан  «Армияның абруйын тө­шөрөү» тураһында статья буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар һәм хатта енәйәт эштәре ҡуҙғатыу  тураһында протоколдар бермә-бер артасаҡ. 
Адвокат булараҡ, әлеге тотош ил өсөн ҡатмарлы мәлдә әйтер һәм яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр уйларға, күпте белһәң дә, әҙ һөйләргә кәңәш итер инем.

Енәйәт эштәре буйынса адвокат 
Айҙар ХЫЗЫРОВ әҙерләне.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: