Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
8 Ноябрь , 07:00

Ике һөйөү (Хикәйә)

Әхиәр Хәким –  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1929 йылдың 23 авгусында Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. Әхиәр Хәкимов әҙәби донъяға тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ килә. Яҙыусының мәҡәләләре 1967 йылда сыҡҡан тәүге “Әҙәбиәт һәм заман” китабында туплана. 70-се йылдарҙа проза жанрына тотона һәм күләмле, бай йөкмәткеле, тәрән фекерле әҫәрҙәр ижад итә. Уның башҡорт телендә яҙылған әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик, төркмән, әзербайжан, татар, эстон телдәренә тәржемә ителгән.
Яҙыусы 2003 йылдың 27 декабрендә Мәскәүҙә вафат булды, Өфөнөң мосолман зыяратында ерләнгән.


Төнгө урман тып-тын. Тик баш осонда уҫаҡ япраҡтарының бер туҡтауһыҙ серләшеүе ишетелә лә алыҫта ниндәйҙер ҡош, әллә ҡурҡып, әллә яңғыҙлыҡтан бойоғоп, һирәкләп ҡысҡырып ебәрә. Һауа бөркөү, үләндәр һарғайышып баштарын эйгән. Урман борсоулы.
Төн уртаһы ауышҡан булһа ла, Самат ашыҡмай, сөнки атаһының йоҡламауын белә. Әллә уның менән һөйләшеп алырғамы? Һүҙ көрәштереү ҙә уңайһыҙ шул. Юҡ, Самат атаһын ни тиклем генә яратһа ла, бөгөн уға әйтәһен әйтмәйенсә ҡалмаҫ. Көндөҙ, эш араһында, атаһы ситләтеп кенә һүҙ башлай ҙа һәр ваҡыт Зәйтүнәгә килтереп бәйләй, улын яҙа баҫыуҙан һаҡларға тырышып, тормоштан төрлө миҫал килтерә. Уның тәрән мәғәнәле, һалмаҡ һүҙҙәре Саматты ышандыра, үҙ хәленән оялып та китә ул. Тик ҡояш байып, күҙ бәйләндеме – уны ниндәйҙер тынғыһыҙ хис Ҡарһылыу соҡоро аръяғына, йөрәкте елкендереп гармун моңо килгән кескәй ауылға табан ала ла китә. Атаһының нәсихәттәре, ҡыҙҙарҙың мәкерле йылмайыуы – бөтәһе онотола, тик Зәйтүнә генә тороп ҡала...
Зәйтүнә менән бөгөнгө һөйләшеүҙе иҫкә алып, Самат шым ғына йылмая. Шунан атаһының урталай һынған ҡуйы ҡаштарын, мыҫҡыллы йылмайған үткер күҙҙәрен хәтерләй ҙә, ауыр һулап ҡуя, аҙымын тағы әкренәйтә төшә. Ләкин ара алыҫ түгел, соҡорҙо сығыуға, юлды ике яҡлап ҡыҫырыҡлап килгән урман ҡапыл бөттө, алда ҙур аҡлан асылды. Самат ошо яҡтарҙа үҫеп буйға етте, атаһына эйәреп, ҡалын урмандарҙы гиҙҙе, бар шатлығы, ҡайғыһы урман уртаһындағы ошо аҡланға, ел-ямғырҙан ҡарайып бөткән анауы кескәй өйгә бәйләнгән. Һуғыш йылдарындағы ауыр михнәттәрҙе Самат аҙ хәтерләй. Атаһы фронтта ине. Әсәһенең сирләп ятыуын һәм ғүмерлек эҙ ҡалдырған буранлы төндө генә һис онота алмай ул. Ниндәйҙер таныш булмаған кешеләр әсәһен ҡайҙалыр алып китте. Шул китеүҙән ул ҡайтманы. Үҫә биргәс кенә, Самат әсәһенең һыуыҡ тейҙереп үлеүен белде...
Самат ҡайтып ингәндә, атаһы, тәпәшәк кенә бүкәнгә ултырып, ишек төбөндә өйөлгән йомшаҡ йүкәне ыҡсым бәйләмдәргә бәйләй ине. Ул күтәрелеп ҡараманы, ҡаштарын төшөрә биреп, эшен дауам итте. Самат, өҫтәлдәге ашты күреп, иртәнән бирле бер нәмә лә ҡапмағанын иҫенә төшөрҙө. Ләкин аяҡ аҫтында ятҡан йүкә бәйләмдәрен соланға сығарып кәртәгә элгәс кенә өҫтәл эргәһенә килде һәм һыуыҡ һурпаны ҡабалан-ҡабалан эсергә тотондо. Сәлимгәрәй ағайҙың йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу күренде, яңағындағы төйөрҙәр хәрәкәтләнеп алды.
– Хәмәт ағайыңды күрҙеңме? – тип һораны ул боролмай ғына.
Самат ҡып-ҡыҙыл булды. Атаһының йомошон онотҡайны ул – өндәшмәне.
– Һиндә ни... эш ҡайғыһы түгел шул, – тине Сәлимгәрәй ағай. – Көндәр боҙолғансы бүрәнәләрен ташытһындар, тигәйнем дә бит. Белмәйем, ул клубты ҡасан башларға уйлайҙарҙыр.
Самат, башын эйеп, ашауын белде. Сәлимгәрәй ағай, урынынан тороп, ойоп киткән аяҡтарын ыуа-ыуа:
– Шул Ғимран ҡыҙы тип донъяңды оноттоң. Кешенән оят... – тип һөйләнде.
Самат ҡашығын тыҡ итеп өҫтәлгә ҡуйҙы ла атаһының көмрөһө сыға башлаған арҡаһына ҡарап торҙо. Ҡаштары, тап атаһыныҡы һымаҡ, урталай һынып китте.
– Нимә һин, башҡа һүҙ белмәгән кеүек, “Ғимран ҡыҙы ла, Ғимран ҡыҙы”  тип йөҙ йыртаһың? – тине ул, тыны ҡыҫылып. – Юлыңды киҫтеме әллә Ғимран?
– Киҫте шул! – тип яуапланы Сәлимгәрәй ағай асыу менән, ләкин шунда уҡ тауышын баҫты: – Ҡыҫҡаһы шул: әҙәм көлдөрөп йөрөмә. Өйләнергә ваҡыт, – тип өҫтәне.
Самат бүртенеп китте:
– Бәлки  кемгә өйләнергә икәнен дә әйтерһең?
Атаһы уның ярһыуына иғтибар ҙа итмәй:
– Илдә ҡыҙ бөтмәгән, – тине.
Был һөйләшеүҙе бөтөнләй икенсе төрлө итеп күҙ алдына килтергән Саматтың асыуы килде. “Әйтерһең, бер бөгөн килеп атайым ҡаршы төшә! Әтәсләнмәй генә һөйләшергә булмай инеме миңә?..” Шунан тауышына мөмкин тиклем тыныслыҡ бирергә тырышып:
– Зәйтүнә риза, иртәгә үк алам да ҡайтам, – тине.
Сәлимгәрәй ағай уның ҡаршыһына баҫып, тәү күргән төҫлө текләп ҡараны. Уң ҡулын улының яурынына һалды.
– Егет тигән исемең бар – берәүҙән ҡалған бисә һиңә нәмәгә?
– Яратам, – тине Самат шым ғына.
– Минең һүҙем ике булмаҫ, улым, – тине Сәлимгәрәй ағай, бармаҡтарын Саматтың яурындарына батырып, һәм ишеккә ымланы: – Аяҡ атлап инермен тип өмөтләнмә!
Самат аяғүрә баҫты.
– Етте! – тине ул. – Теләмәһәң, бер үҙең тора бир. Мин бала түгел, нишләремде беләм. Ғүмер буйы, һин тип, урман һаҡлап ултырмам.
– Нимә, нимә?! “Урман һаҡлап” тиһеңме? Ә һин беләһеңме – нимә ул урман?
Атаһының ауыртҡан еренә тейгәнен һиҙһә лә, Самат туҡтала алманы.
– Былай ҙа бында ике кешелек эш юҡ, – тип ишеккә ыңғайланы.
Ҡалғаны бер-ике секунд эсендә булды. Сәлимгәрәй ағай улының юлына арҡыры баҫып, беләгенән тотто ла ҡулын күтәрҙе. Самат тәүҙә ғәжәпләнеп китте, сөнки егет булып еткәс түгел, хатта кескәй сағында ла атаһының, ҡул күтәреү бер яҡта торһон, ҡысҡырып өндәшкәнен дә хәтерләмәй ул. Шунан, үҙе лә һиҙмәҫтән, уның йоҙроғон эләктереп алды. Атаһы тартылды, тик Саматтың тимерҙәй ныҡ ҡулынан ысҡына алманы. Күҙҙәре осрашып, тишерҙәй булып бер-береһенә ҡаҙалды. Көс һынашҡан ике батыр кеүек, өнһөҙ, хәрәкәтһеҙ торҙолар. Ҡапыл Сәлимгәрәй ағайҙың башы аҫҡа эйелде, йөҙөндә ғазаплы йылмайыу күренде.
– Ят, атай, ваҡыт һуң, – тине Самат ниндәйҙер ят, ҡарлыҡҡан тауыш менән һәм, соланға сығып, ҡаҡ һикегә ауҙы...
Ике көн үтеп китте. Гәрсә атаһының риза түгеллеге Саматты борсоһа ла, ул быны ваҡытлы бер хәл тип ҡарай ине. “Дулар-дулар ҙа күнер”, – тип уйлағайны Самат. Ләкин төнгө бәрелештән һуң бөтәһе лә юҡҡа сыҡты. Зәйтүнә менән осрашыуҙар шатлығы әллә нисек төҫһөҙләнгән, мәғәнәһеҙгә әйләнгән кеүек булды. “Һуҡһын ине атайым, һуҡһын ине, был тиклем ҡыйын булмаҫ ине!” – тип уйлай ул, ләкин шунда уҡ, әгәр һуҡһа, үлгәнсе ғәфү итә алмаҫ инем, тигән фекер еңә... Шул көндө осрашҡанда Зәйтүнә, ниһайәт, ризалыҡ биргәйне. Юғиһә элегерәк – өйләнеү тураһында һүҙ сыҡтымы – Зәйтүнә йә ҡысҡырып көлә башлай, йә: “Ҡуй, кәрәкмәй, йәнем, һөйләнмә!” – тип күҙ йәштәре менән ялына торғайны. Күҙендә сағылған икеләнеү һәм шатлыҡты йәшереп аҫҡа ҡарай ҙа: “Һиңә ҡыҙҙар ҙа бөтмәгән...” – ти. Ләкин Саматтың ҙур ышаныс менән һөйләгән һүҙҙәре уны рухландырып ебәрә, Зәйтүнә әкиәттәге кеүек гүзәл тормош тураһында хыялланырға тотона. Бындай саҡтарҙа Самат үҙе һоҡланып бөтә алмай һәм:
– Ҡыҙҙар күп, Зәйтүнә... Тик миңә һин кәрәк! Ишетәһеңме, һин генә... – ти.
– Һуң, ана бит ауылда нисек...
– Һөйләһендәр, ышанмайым! – ти Самат һәм Зәйтүнәне күтәреп алып өйрөлдөрә...
Зәйтүнә ауылдың матурҙарынан һаналды. Тәүҙәрәк, артистка булам, тип хыялланды, һуңынан был уйынан ҡайтып, унынсыны бөтөр-бөтмәҫ  фермала эшләй башланы. Тәбиғәт уға, сибәрлеккә өҫтәп, ғәжәп бер ҡылыҡ та биргәйне. Бер ҡараһаң, бөтә кешене кинәндереп йырҙар йырлай, уйнап-көлә, ләкин күп тә үтмәй, билдәһеҙ бойоҡлоҡҡа бирелә лә өндәшмәй йөрөй. Шунан тағы береһе икенсеһенән уҙған шуҡлыҡтар эшләп ташлай: йә берәй егеткә юрамал ғишыҡ хаты яҙа, йә батырлыҡ һынау өсөн төн йөҙөндә ҡыҙҙарҙы зыяратҡа алып китә. Ә былтырғы хәлдәр бөтәһенән дә ашып киткәйне. Ун һигеҙе лә тулмаған Зәйтүнә ҡаланан ялға ҡайтҡан Рәжәп исемле егеткә эйәрҙе лә китте. Тынғыһыҙ тәбиғәтле ҡыҙ бығаса күрелмәгән яңы тормошҡа ынтылғандырмы, бөҙрә сәсле Рәжәпте күреп, ысын мөхәббәт килде тип уйлағандырмы, – тик әле нығынып та етмәгән ҡанатын яҙып осто ла йығылып төштө. Уҫал телдәр нимә генә һөйләмәне был хаҡта! Имештер, Зәйтүнә иренең, буйҙаҡ саҡтағы ғәҙәтен ҡыуып, япа-яңғыҙ ғына паркка, ҡыҙҙар янына сығып китеүен һиҙеп ҡалған  бер көн, тегегә үс итеп, кем менәндер киноғамы шунда, театрғамы киткән. Ҡайҙандыр эсеп ҡайтҡан Рәжәп ғауға күтәрә, Зәйтүнәне туҡмамаҡсы була. Тик ғорур тәбиғәтле урман ҡыҙы юғалып ҡалмаған, иренең эскелектән ҡыҙарған танауын емерә һуҡҡан да төн йөҙөндә йәйәүләп ауылға ҡайтып киткән. Берәүҙәр шулай һөйләне. Башҡалар Зәйтүнәнең үҙен ғәйепләне. Ҡайһыһы дөрөҫтөр...
Ауылға ҡайтҡас, Зәйтүнә тәүҙә йәштәр менән аралашманы, ташлап киткән эшенә барырға ла ашыҡманы. Китеүенә ике-өс ай ғына үтһә лә, ҡапыл бер нисә йәшкә олоғайып киткән кеүек, урамда яңғыраған гармун тауышын ишетмәҫкә тырышып, кистәрен атаһының иҫәп-хисап эштәренә ярҙам итеп ултырҙы. Бының менән ул, әйтерһең, теге ваҡыт рәнйетеп, уны ташлап китеүенә аҡланыу эҙләй ине. Ҡалалағы тормошон һораусыларға Зәйтүнә ике һүҙ менән генә: “Үҙем дә белмәйем...” – тип яуап ҡайтарҙы, бик зарур йомошо булмағанда урамға ла сыҡманы. Ләкин, онотолһа ла, һүҙ артынан һүҙе әкренләп иҫкә төшкән йыр кеүек, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр тағы әйләнеп ҡайтты. Зәйтүнә бөтә уйын-көлкө, күңел асыуҙарҙы ойоштороу­сы булып китте, кистәрен урман буйында уның көмөш тауышы яңғыраны. Тирәһендә сыуалған егеттәрҙе лә элеккеләй мыҫҡыллап ҡыуаламаны ул. Шул арҡала төптө нахаҡтан телгә лә эләкте. Уны ирҙән айырылып ҡайтҡан ҡыҙ итеп ҡараған һәм еңел табышҡа иҫәп тотҡан ҡайһы бер егеттәр, ауыҙҙары бешкәс, Зәйтүнәгә үс итеп, төрлө уйҙырма таратып ебәргәйне. Ул быға башта әсенеп иланы, аҙаҡҡа табан: “Ғәйептең башы үҙеңдә булғас...” – тип иғтибар итмәҫкә булды. Яңынан фермала эшләй башлағас, эшкә мауығып, бәхетһеҙлеген онотҡандай булды.
Ләкин был тыштан ғына шулай ине. Ул егеттәрҙең үҙенә элеккесә ҡарамауына, бергә эшләгән ҡыҙҙар менән уртаҡлашырлыҡ шатлығы, йәшерен серҙәре булмауға әрнене, уңмаған яҙмышын уйлап көйөндө. Тик тынғы бирмәгән йәшерен өмөттәрен кешегә белдереү түгел, хатта үҙе лә уйламаҫҡа тырышты. Һәм ошо ваҡыт Саматҡа тап булды. Әҙ һүҙле, баҫалҡы был егет нимәһе менән оҡшағандыр – бер-ике осрашыуҙа уҡ Зәйтүнә көткән кешеһен табыуын аңланы. Тоҡана алмай һүнеп ҡалған хистәре яңынан дөрләп янды – ысын һөйөү килде. Ни тиклем әрнеүле, ниндәй тынғыһыҙ һөйөү булды ул! Һуңғы ваҡытта баҫыла биргән ғәйбәт тағы ҡуйырҙы. Зәйтүнә, йәнәһе, был йыуаш егеттең башын әйләндереп, үҙенә кейәү яһарға тырыша, ауылдан китергә димләй икән, тине берәүҙәр. Юҡ, уға ир ни бысағыма, егетте аҙҙыра, боҙоҡлоҡҡа ғына этәрә ул, тине икенселәр. Шул арҡала Зәйтүнә Саматты әллә нисә тапҡыр ҡыуалап ҡайтарҙы, осрашмаҫҡа анттар бирҙе, тағы кеше арҡыры саҡыртып алды. Дауыл баҫыла, Зәйтүнә элеккенән дә яғымлыраҡҡа әйләнә һәм, үҙҙәре тураһында берәй яңы хәбәр ишеткәнгә тиклем, уларҙан да бәхетле кеше булмай. Самат өйләнеү тураһында һүҙ ҡуҙғата, ләкин тегеһе икеләнә. Йәмһеҙ ғәйбәттәрҙән тамам туйып, бәхеткә һыуһаған йәш ҡатындың ошо оҙон буйлы, киң яурынлы егеттең көслө ҡулдарына үҙ яҙмышын ысынлап тапшырғыһы килә лә, ул мең төрлө шөбһәгә төшөп, үҙен дә, Саматты ла ауыр кисерештәргә һала. Ошо рәүешле йәй үтеп, көҙ етте. Аҙаҡ килеп ул ризалыҡ бирҙе.


(Дауамы бар).
Шул көндө үк Зәйтүнәнең атаһына әйттеләр. Ғимран ағай ҡыҙының шатлыҡтан алһыуланған йөҙөнә ҡарап:
– Теләгеңә ҡаршы килгәнем булманы, ҡыҙым. Яратышаһығыҙ икән – тороғоҙ, – тип кенә ҡуйҙы. Шунан бер Саматҡа, бер Зәйтүнәгә ҡарап алғандан һуң: – Тик ҡара уны... – тип нимәлер әйтә генә башлауы булды, Зәйтүнә уны ҡосаҡлап алды.
– Өндәшмә, атай, кәрәкмәй... – тип бышылданы ул.
Ғимран ағай уның башынан һыйпаны, йылмайып, Саматҡа күҙ ҡыҫты.
Тап ошо көндө, эштең шулай еңел хәл ителә башлауына ҡанатланып ҡайтҡан кисте, Самат атаһы менән һүҙгә килде лә ҡуйҙы. Атаһының Ғимран ағайға ниндәйҙер асыуымы, үпкәме һаҡлауын һиҙенә ине ул. Ләкин эштең ниҙәлеген белмәй, уның Ғимран тураһында ниңә улай яйы сыҡҡан һайын сәнсеп һөйләүен аңламай ине. Үҙ һүҙлеләнергә ҡалһа, Самат та бирешерлек түгел түгеллеген. Тик ете йәшенән бирле үҙен ҡарап үҫтергән, улын етем итмәү өсөн ғүмерен яңғыҙлыҡта үткәргән берҙән-бер яҡын кешеһен нисек рәнйетһен һуң ул? Әле өсөнсө көнгә талашты уйлаһа, Самат үҙенә урын тапмай, оялышынан өйгә ҡайтып инмәҫлек хәлгә килә. Атаһы ла өндәшмәй генә көрһөнә лә төрөпкәһен йән-фарман борхота. Ул да ғазаплана, тик һүҙ башларға ғорурлығы юл ҡуймай. Улының ҡылығында үҙенә билдәһеҙ булған ниндәйҙер дөрөҫлөк барлығын тоя ул, тик бығаса уның яҙмышын гел үҙе теләгәнсә билдәләп килгән ата Саматтың ошолай, үҫеп ҡанат ярған ыласын балаһы кеүек, ҡапыл тырнаҡ күрһәтеүенә юғалып ҡалғыйны.
Башҡа ваҡыт, берәй ергә китә башлаһа, Сәлимгәрәй ағай улына әллә күпме эш ҡушып китә торғайны. Бөгөн өндәшмәне, тик атын егеп, арбаға ултырғас ҡына:
– Лесничество саҡырған, – тине лә сығып китте.
Ул һуң ғына ҡайтты. Ҡапҡанан инеүгә йөҙөндә йылмайыу сағылды: Самат лесхоз әҙерләткән бесәнде ташып, кәбән яһап өйөп ҡуйған, клубҡа тип колхоз ҡырҡтырған бүрәнәне лә оҙатҡан. “Молодец!” – тип ҡуйҙы ул күңеленән. Өйгә инеүгә тәмле аш еҫе танауына бәрелгәс, Сәлимгәрәй ағайҙың кәйефе тағы ла күтәрелеп китте.
– Теләһә нишлә, улым, – тип һүҙ башланы ул, аш янына ултырғас, – һинең исемдән ризалыҡ биреп ҡайттым. Мине – Николаев урынына, ә һине минең урынға лесник-объездчик итеп тәғәйенләнеләр. Ҡыш курсҡа ебәрербеҙ, тиҙәр... Урманды һәйбәт беләһең, ошонда үҫтең, – шунан ул, йылмайып, улына туп-тура ҡараны ла: – Тимәк, ике яҡлап начальство булдым инде һиңә! – тип ҡуйҙы.
Зәйтүнә менән осрашҡаны бирле ауылға күсеү тураһында йыш-йыш уйланған Саматты был хәбәр артыҡ ҡыуандырмаһа ла, берҙән үҙенең дә файҙаһы тейәсәген уйлап, икенсенән, ике көнгә һуҙылған өнһөҙ тартҡылашыуҙың бөтөп, атаһының сырайы асылыуға һөйөнөп, ысын күңелдән шатланды.
– Эшләйбеҙ уны! – тип һалды.
Әллә майы, әллә ҡыуығы килешмәгәнгә ҡоромлана биреп янған лампаның яҡтыһы асыҡлана төшкәндәй, өй эсе иркенәйеп киткәндәй булды. Оҙаҡ күрешмәй торған кешеләр кеүек, ата менән бала, бер-береһен бүлдереп, урман хужалығын тәртипкә һалыу буйынса бәхәсләшә башланы. Тик был кис тә, өсөнсө көн кеүек, йәмһеҙ бөттө.
Ятырға йөрөгәндә Сәлимгәрәй ағай һис көтмәгәндә:
– Зәйтүнәне күрҙем әле, – тип ҡуйҙы.
“Тағы башланды!” – тип уйланы Самат һәм атаһына һаҡ ҡына күтәрелеп ҡараны. Сәлимгәрәй ағайҙың күҙҙәрендә Саматҡа таныш булмаған үҙе яғымлы, үҙе һағышлы йылмайыу осҡонлана.
– Һуң?.. – тине Самат икеләнеп.
Атаһы ишетмәне шикелле, уға ҡарамай ғына уйсан ҡиәфәт менән һүҙен дауам итте:
– Бер-ике йыл күргәнем юҡ ине. Был хәтле оҡшаһа оҡшар икән кеше! Торғаны әсәһе мәрхүмә...
Самат көттө, ләкин Сәлимгәрәй ағай, һүҙен ошо ерҙә бүлеп, тәҙрә эргәһенә барып баҫты ла төн ҡаранғылығына ҡарап уйға сумды. Нисә минут үткәндер. Ҡабат өҫтәл янына килеп ултырған атаһының ҡараңғы сырайын күреп, Самат ҡурҡып китте: әле яңы ғына йәп-йәш булып йылтыраған күҙҙәре һүнгән, маңлайындағы һәм битендәге йыйырсыҡтар тәрәнәйеп киткән кеүек; тамырҙары бүртенеп торған йыуан беләктәре, хәлһеҙләнеп, өҫтәлгә һуҙылған.
– Сирләп киттеңме әллә, ни булды, атай? – тип Самат уның янына килде.
– Сирләрһең... – тине атаһы һуҙып. Шунан ҡапыл: – Эх, булмай шул, булмай, – тип баш сайҡаны.
– Нимә булмай? Ни һөйләйһең?
Сәлимгәрәй ағай ауыр һулап көрһөндө лә, улын хайран ҡалдырып, аңлайышһыҙ һүҙҙәр һөйләргә тотондо:
– Булмаҫ, ышанмайым. Аҫыл ҡыҙы ундай булмаҫ... Бәхетһеҙлек ағас башынан йөрөмәй... Зәйтүнә лә, әсәһе кеүек, йәшлек менән бер йүнһеҙгә абынған икән – нишләтәһең инде... Һин, улым, ул яҡлап уйлама, юҡ-бар һүҙгә ышанмайым мин. Тик Ғимранға ҡоҙа була алмайым, ишет!
Самат тоҡанып китте:
– Ғимран ағайға нимә булған? Алдынғы бригадир, шундай һәйбәт кеше...
Сәлимгәрәй ағайҙың йоҙроғо өҫтәлде дер һелкетеп ебәрҙе.
– Шулаймы?! Ә Сәлимгәрәй яраманы, насар булды! Һин ни беләһең? Их...
Саматтың күңеленә шиккә оҡшаған хис үтте, ләкин шунда уҡ: “Юҡ, – тип уйланы, – Ғимран ағай насар кеше түгел...”
– Белгәс, әйт һуң, – тине ул атаһына.
Сәлимгәрәй ағай өндәшмәне. Асыуы ла, нисек тиҙ ҡабынһа, шулай уҡ тиҙ генә баҫылды. Ҡул һелтәне лә карауатына барып ятты.
Уйламағанда ғына улы алдында тағы ҡысҡырыныуына Сәлимгәрәй ағайҙың кәйефе тамам боҙолдо. “Саматтың үҙ һүҙенән ҡайтырға йыйынмауы көн кеүек, тимәк, ысынлап ярата”, – тип уның инде үҫеп, егет ҡорона инеүен, теләмәһә, ата ихтыярына буйһонмай, үҙ аҡылы менән йәшәргә хаҡлы булыуына хәтере ҡала биреп, күңелһеҙләнеп уйланы. Тиҫкәрелек арҡаһында бәхет ҡошон ысҡындырып ҡуйған аҡылһыҙ йәшлек көндәрен бер-бер артлы күҙ алдынан үткәрҙе. Ғимрандың ғәйебе юҡлығын аңлаһа ла, ғәфү итә алмай ул уны, сөнки... Шунан Аҫылбикәнең мәңге онотолмаҫлыҡ булып күңелгә һеңгән гүзәл һыны күҙ алдына баҫты. Уны төшөндә күрҙе. “Их, Сәлим, сәстәрең ағарғансы, үҙ хатаңды аңламаған икәнһең. Балаларҙың ни ғәйебе бар?..” – ти икән Аҫылбикә. Ә иртән Сәлимгәрәй ағай, үҙе лә һиҙмәҫтән ауыл юлына төшөп, әкрен генә атлап китте. Кисә Зәйтүнәне күргәс: “Аҫылбикә!” – тип саҡ ҡысҡырып ебәрмәгәйне ул. Тик һүҙ ҡушырға ҡыйманы, ҡыҙ ҙа, күрәһең, ашыҡҡандыр – һаулашып үтте лә китте..
Аяҡтары, ихтыярһыҙҙан, фермаға табан алып киттеләр. Иртәнге эштәрен бөтөргән ҡыҙҙар ҡайтырға йыйына, Зәйтүнә күренмәй. Сәлимгәрәй ағай ҡапҡа төбөндәге йыуан бүкәнгә ултырып уйға ҡалды. Ҡапыл, иртәнге һауаны ярып, Зәйтүнәнең саф һәм көслө тауышы яңғыраны:
...Йәшерен серҙәремде һалдым,
Мәңгегә һөйөр өсөн...
Зәйтүнәнең ашҡыныулы йырында сая ынтылыш, икһеҙ-сикһеҙ киң, һүнмәҫ һөйөүҙең ҡыйыу саҡырыуы ишетелә. “Һине саҡыра ул, улым, ишетәһеңме?” – тип уйланы Сәлимгәрәй ағай. Байтаҡ ултырғас, ул ауыр ҡуҙғалып торҙо ла йомошон йомошлаған, иң кәрәкле нәмәһен тапҡан төҫ менән ҡайтып китте. Өйҙә уны Ғимран көтөп ултыра ине.
*     *     *
Самат та, төнө буйы йоҡлай алмай: “Атайымдың Ғимран ағайҙа ниндәй асыуы бар икән?” – тип уйланды, ләкин был серле йомғаҡтың осона сыға алманы. Иртүк тороп кейенде лә, ауылға, атаһы менән бер туған ағаһы Хәмәтгәрәйгә, китте һәм ғәжәп бер яңылыҡ ишетте.
...Атаһы йәш ваҡытында ауылда ғына түгел, бәлки, тирә-яҡта дан тотҡан һылыу ҡыҙ Аҫылбикәгә ғишыҡ тотҡан. Ләкин, әллә ауыр тәбиғәте арҡаһында, әллә йылдар борсолоулы булғанға, өйләнергә ашыҡмаған. Комсомол ячейкаһы секретары Ғимран илдә коллективлашыу башланыу менән, йәштәрҙе үҙ тирәһенә туплап, “Йәшлек таңы” тигән шиғри исемле артель ойошторғас, Аҫылбикә лә колхозға яҙылып, тиҙ арала Ғимрандың иң яҡын ярҙамсыһына әйләнә, бригадир була. Ә Сәлимгәрәй, Аҫылбикәне көнләшеүенән, Ғимранға үс итеп, колхозға инмәй ҡала. Аҫылбикә, Сәлимде ни саҡлы яратһа ла, бөтә халыҡ алдында: “Колхозға инмәйенсә күҙемә лә күренмә!” – тип һала. Шунан Сәлимгәрәйҙе, кулак ҡотҡоһо таратыуҙа ғәйепләп, ҡулға алалар. Ғәйебе раҫланмай, ай ярымдан ауылға ҡайта, ләкин, һаман Аҫылбикәгә үпкәләп, байтаҡ ваҡыт колхозға инмәй йөрөй ҙә һалдатҡа китер алынан ғына ғариза яҙа. Йылын тултырып ҡайтыуына Аҫылбикә Ғимранға сыҡҡан була. Сәлимгәрәйҙең мөхәббәте, асылып өлгөрмәй шиңгән сәскә төҫлө, шулай мәғәнәһеҙгә юҡҡа сыҡҡан. Тик Аҫылбикә онотолмаған... Һуғыш башланғас, ҡатын, ике йәше лә тулмаған ҡыҙы Зәйтүнәне өләсәһенә ҡалдырып, ире артынан уҡ фронтҡа киткән дә алыҫ Билоруссия урмандарында Тыуған ил өсөн ғүмерен биргән. Һуғыш бөткән. Иҫән ҡалғандар яуҙан ҡайтҡан, ә күптәрҙең бәхете ярты-йорто булып ҡалған. Ғимран менән Сәлимгәрәй ҙә ҡулдарына береһе алты йәше лә тулмаған ҡыҙын, икенсеһе ете йәшлек улын ҡосаҡлап яңғыҙ ҡалған. Уртаҡ афәт элекке үпкәләрҙе оноттора бирһә лә, Сәлимгәрәй Ғимранды ғәфү итә алмаған. Аҫылбикә өсөн тик уны ғәйепле һанаған...
Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Хәмәтгәрәй ағаһы ауыр көрһөндө һәм:
– Зәйтүнәне әйтәм, ысынлап та әсәһенә бик ныҡ оҡшап үҫте. Ул буй-һыны, төҫө тиһеңме, ҡылығы тиһеңме – ҡуй инде, ҡуй... – тип өҫтәне. – Әсәйең мәрхүмәгә атайыңдың тел-теше булманы. Әйтер хәлем юҡ, тик Аҫылдан һыуына алманы. Урман эшенә тотоноуы ла шунан булды...
Самат дер-дер ҡалтыранды, яртыһы ла эселмәгән сынаяғына ҡарап, мең төрлө буталсыҡ уй, береһе икенсеһенән дауыллыраҡ хистәр ҡосағында тулғанды. Берсә атаһын йәлләне, берсә үгәйһетелгән әсәһен күҙ алдына килтерҙе.
Ағаларынан сыҡҡас, Самат ауылға ят кеше һымаҡ ҡарап торҙо.
Ҡапыл бер ҡарарға килеп, ул шәп-шәп атлап урман юлына төштө. “Тиҙерәк атайымды күрергә! Аңлатырға! Үҙе ғәйепле бит, үҙе. Ниңә беҙ яза тартырға тейеш? Мин нимә?! Мин – егет кеше. Ә бына Зәйтүнәнең ни ғәйебе бар?” Ошо уйҙар менән йүгерә-атлай ҡайтып етте лә, ишекте шар асып, ҡобараһы осоп өйгә атлығып инде һәм... яңаҡтарына таянып, аҫҡа ҡарап ултырған атаһы менән Ғимранды күрҙе. Өҫтәлдә әҙерәге эселгән ярты литрлы шешә ултыра, ашамлыҡтар яра. Ғимран да, атаһы ла уның инеүен һиҙмәгән төҫлө, күтәрелеп ҡараманылар.
Сәлимгәрәй ағай ҡамаҡ ҡырҙы.
– Бар, улым, тиҙ генә самауыр ҡуйып ебәр...
Самат соланда самауыр менән булышҡан арала асыҡ ишектән түбәндәге һөйләшеүҙе ишетте.
–  Ғүмер үтте, Сәлим... – ти Ғимран, – икебеҙҙең дә ҡарап торған берәр бөртөк бала... Иҫке талашты оноторға ваҡыт.
– Талашты онотоп була... – Быныһы атаһының тауышы, – тик үлгәндә лә онотолмай торған нәмәләр була бит.
– Эйе, Сәлим... Тик ғәйеп миндә генә түгел. Унан һуң... Икебеҙгә лә булманы бит – онот инде. Исмаһам, балалар бәхетле булһын.
Тынлыҡ. Саматтың йөрәге сығырҙай булып тибә.
– Улым, ин әле, – ти атаһы.
Ғүмерҙә күрелмәгән хәл – атаһының күҙҙәрендә йәш бөртөгө емелдәй. Ғимран да, һиҙҙермәҫкә тырышып, күҙен һөртөп ала.
– Беҙ сәй эскән арала ауылға барып ҡайт, – тине Сәлимгәрәй ағай, – йәһәт кенә Зәйтүнәне алып кил. Һүҙ бар...
Самат нисек атылып сыҡҡанын да һиҙмәй ҡалды. Ул ағас араһына инеп юғалғансы, асыҡ тәҙрәнән ҡарап торған ике атаның һаран йылмайыуында ни тиклем һөйөү бар ине! Кем белә, улар, бәлки, үҙҙәренең онотолмаҫ мөхәббәттәрен уйлап, шатлыҡтан аяғы ергә теймәй алға ынтылып йүгергән егеттең көслө, һығылмалы һынында үҙ йәшлектәрен күргәндәрҙер...



Әхиәр ХӘКИМ   

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас в