Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
7 Ноябрь 2022, 09:47

Бәпәй еҫе менән килгән бәхет

Минән бер аҙ кесерәк Әлфиә* исемле таныш ҡатын ҡырҡ нисә йәшендә бала табып, барыһын да аптыратты. Ә иң аптырағаны уның ҡыҙы Әминә булды шикелле. Аптырау ғынамы, әсәһенә үпкәләп, асыуланып, хатта һөйләшмәй йөрөгән. 
– Ҡыҙымды  яңғыҙ тәрбиәләп үҫтер­ҙем, үтә иркәләтеп, шаштырып ебәргән­мен, – тип үҙен ғәйепләй Әлфиә. – Мин иртә кейәүгә сыҡтым: унынсы синыфта уҡығанда армиянан ҡайтҡан егет менән дуҫлашып йөрөп, мәктәпте тамамлауым менән өйләнештек. Ирем тыныс, һәйбәт ине, ҡайны-ҡәйнәм дә арыу кешеләр, арабыҙға ҡыҫылманылар, киреһенсә, мине уҡытып, диплом алырға ярҙам иттеләр, рәхмәт яуғырҙары. Училищела һуңғы курста уҡығанда ауырға ҡалдым, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Етеш йәшәргә ынтылышым көслө ине, бер кемдән дә кәм-хур булғы килмәне, шуға ла ситкә күсеп сығып киттек. Ирем уңышлы ғына эшкә урынлашты, мин бала менән өйҙә ултырҙым. Үҙемә ҡалһа, тәмле итеп ашарға бешереп, ҡыҙымды матур итеп ҡарап, бүлмәлә тәртип булдырып, яҡшы ҡатын булырға тырыштым. Ирем менән киләсәккә пландар ҡорҙоҡ, йыш ҡына бәхәсләшһәк тә, тиҙ генә яраша тор­ғайныҡ. Һәр ваҡыт шулай булыр, тигән ышаныста йәшәнем. Ғаиләбеҙгә бер ни ҙә янамай, тип уйланым. Ләкин көтмә­гәндә бар тормошобоҙ ҡырҡа үҙгәрҙе.   
Ҡыҙыбыҙға ике йәш булғанда, өләсәйем ауырып, түшәккә ятты. Уны ҡарарға ауылға ҡайтырға тура килде. Бер-ике ай ҡарармын да, кире китермен, тип уйланым. Ҡыҙымды, әлбиттә, үҙем менән алдым. Ләкин бер-ике ай тигәнем ярты йылға һуҙылды. Ул саҡта беҙҙә өй телефоны булманы, ирем почтаға шылтыратып, мине шунда саҡырта торғай­нылар. Аҙнаһына бер тапҡыр өсәр минут һөйләшкән булабыҙ: “Һаумы” – “һау”... Ирем алдан көйә, кире ҡайтыуы­быҙҙы һорай торғайны. Аҙаҡ тора-бара ара­ларҙың һыуынғанын тойҙом, әммә бер ни ҙә ҡыла алманым, өләсәйҙе ҡарарға башҡа кеше юҡ – әсәйем дә мин генә... 
Ярты йылдан һуң ирем янына ҡайтҡас, уның башҡа ҡатын менән сыуалғанын белдем. Шунда бер нәмәгә ҡарамаҫтан, сат йәбешеп, артабан йәшәргә лә китергә ине лә һуң, ҡайҙан... Аҡыл бармы йәш саҡта?! Ирешеп, шарт-шорт бәрә һуғып ҡайт та кит! Берәүҙең ҡайтыр урыны булғас ни... Ҡәйнәм килеп, ғаиләне тарҡатмаҫҡа өгөтләп маташты, ата-әсәйем дә айырылыуыма ҡаршы булды. Ләкин үҙ һүҙемде һүҙ итеп, барыбер араларҙы өҙҙөм. Хыянатты кисерә алманым.
Яңы тормошто башлап ебәреүе ифрат ауырға төштө... Тәүҙә бер үҙем ҡалаға сығып киттем, эшкә урынлаштым. Әлдә ятаҡтан бүлмә бирҙеләр. Ҡыҙыма балалар баҡсаһында урын да табылғас, уны яныма күсереп алдым. Ғүмер шундай тиҙ үтә икән ул... Әле генә, хас та өләсәйем һымаҡ һамаҡлап, ҡыҙымдың сәстәрен үреп, аллы-гөллө ҙур таҫмалар бәйләп ултырған кеүек инем, әйләнеп ҡараһам – ике тиҫтәнән ашыу йыл үтеп тә киткән! Иркә генә үҫкән ҡыҙым мәктәпте тамамлап, юғары белем алды, эшкә инде. Ә мин һаман “ҡыҙым” тип өлтөрәп йәшәнем. Йәшерәк сағымда артымдан ир-ат йөрөмәне түгел – йөрөнө. Тик береһе Әминәгә үтә ҡаты, талапсан булды, ҡыҙыңдың ыңғайына торма, шашты­раһың, тип мине өйрәтеп маташты, икенсеһенең йыртыҡ ыштанынан һәм татлы теленән башҡа бер нәмәһе лә юҡ ине, өсөнсөһө әсәһе һүҙенән үтә алмаған ебек булды. Һуңғараҡ донъя көтөрлөк йүнле генә бер ир осрағайны ла, үҫмер осорондағы ҡыҙым, икебеҙгә  рәхәт тә һуң, беҙгә башҡа бер кем дә кәрәкмәй, тип ҡырҡа ҡаршы торҙо, ғауға ҡуптарҙы, кейәүгә сығыу уйынан кире дүндерҙе. 
Шулайтып, яңғыҙым ғына ҡартайыр­мын инде, тип йәшәп ятҡанда, ҡыҙым һөйөнсө алды: “Мин кейәүгә сығам!” Кемгә тип уйлайһығыҙ?! Кавказ егетенә, ингушҡа. Эштән Тамара исемле ҡатын­дың Мәскәүҙә уҡыған ҡыҙы ингушҡа кейәүгә сығып, бер йыл да тормай айырылышҡайны, шуға Әминәне ихласлап кире өгөтләргә тотондом:
– Уларҙа йолаларға тоғролоҡ көслө, ҡатын иренең күләгәһе булырға, мотлаҡ яулыҡ ябынырға, һәр саҡ телен тыйырға тейеш. 
– Булырмын, ябынырмын, тыйырмын, – тип ныҡыша ҡыҙым үҙһүҙлеләнеп.
– Уларҙа кейәү кешегә ҡайны-ҡәйнәһе менән бер ваҡытта ла осрашырға ярамай, шуға ла ирең менән бергә ҡунаҡҡа ла килә алмаҫһың, бер үҙеңде лә миңә ебәрмәҫтәр, – аптырағандан Тамараның һөйләгәндәрен уға дәлил итеп әйтеп ҡарайым. 
– Үҙең беҙгә килерһең, мин уны берәй ергә олаҡтырып торормон, – тип ауыҙ йыра балам. 
– Туйҙа бейек үксәле туфли кейҙереп, ҡотлауҙар, бүләктәр ҡабул итер өсөн мөйөшкә баҫтырып ҡуйһалар, көнө буйы ни тамаҡ ашай алмай, ни һыу эсә алмай, ҡунаҡтарҙың байрам иткәнен ҡарап торорға тура киләсәк бит, – тип уфтанам. – Ә унда туйҙар аҙна-ун көн буйына дауам итә!
– Матур ғына итеп баҫып торормон, уға ғына хәлемдән килер, – ғашиҡ булған ҡыҙым бирешмәй. 
– Тора икән... Бер ереңә пропеллер ҡыҫтырылған бит һинең, биш минут бер урында ултырып сыҙамайһың, – тип көйөп, инде нишләргә белмәй, эшкә барғас, Тамараға зарландым. Минең ыңғайға ул китте ҡыҙып:
– Бында ир-егеттәр бөткәнме?! Иҫтәре китә бит шулар халҡына!
Шунан ҡыҙымды бер күршеһе менән таныштырырға дәртләнде:
– Артур – бына тигән шәп егет! 35 йәштә, бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән. Программист!  Аҡыллы, инсафлы, ата-әсәһе лә яҡшы кешеләр!
– Минең ноутбукты ремонтлау һылтауы менән ебәр әле һин уны беҙгә! Бер ҙә генә ҡыҙымды ситкә кейәүгә биргем килмәй, уны бында ҡалдырырға кәрәк, – тип Тамараның тәҡдимен ҡуш ҡуллап хупланым. Егеттең беҙгә килер ваҡытын килешеп билдәләп, эштән ҡыуанып ҡайттым. 
Шәмбе кисе етте, ҡыҙым үҙ бүлмә­һендә телефонын ҡосаҡлап ята, мин ҡоймаҡ ҡоям – программист егетте көтәм. Бер ваҡыт ишеккә туҡылдатты­лар. Әллә домофон эшләмәйме икән, тип ғәжәпләнеп, ишекте шар астым:
– Хуш килдегеҙ! Һеҙҙе бик ныҡ көтә инек!
Минән саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ ир асҡан ауыҙын кире япты, миңә күҙҙәрен тултырып ҡараны. Егет 35 йәштә тигән кеүек ине Тамара, был ни өлкәнерәк күренә, тип уйлап, уны еңенән тартып, өйгә саҡырҙым:
– Үтегеҙ! Нишләп туҡтап ҡалдығыҙ? 
Ирҙең тамам юғалып ҡалыуын, күҙен асалаҡ-йомалаҡ итеп баҫып тороуын ирмәк күреп, көлдөм:
– Мин тешләшмәйем ул, ҡурҡмағыҙ! – көлә-көлә ҡыҙыма ҡысҡырҙым. – Әминә! Сыҡ әле! Бына егеткә минең ноутты күрһәт, мин ҡоймаҡ ҡоям! 
Иргә өндәштем:
– Хәҙер мин һеҙҙе үҙемдең “фирменный” ҡоймаҡ менән һыйлайым, Артур!
 Шунда ғына ир телгә килде:
– Һеҙ мине башҡа берәү менән бутанығыҙ... Мин – Зөфәр. “Тиҙ ярҙам” водителе. Ауырыуҙы күтәреп алып сығырға ир заттарын эҙләп йөрөйөм. Фельдшерҙар – ҡыҙҙар...
Артыма килеп баҫҡан Әминә:
– Беҙҙә ир заты юҡ шу-ул, – тип һуҙҙы. – Күршеләребеҙгә туҡылдатып ҡарағыҙ.
Мин оялыштан ҡып-ҡыҙыл булдым – битем янды.
Ир минән күҙен дә алмай:
– Ярай, – тине. 
Шунан киң йылмайҙы:
– Һеҙ... мине лә үҙегеҙҙең “фирменный” ҡоймағығыҙ менән һыйларһы­ғыҙмы? 
Шул мәлдә домофон шылтыраны.
– Ана, Һеҙгә ярҙамға носилка күтәреүсе килде, – тип мығырланым. Ләкин программист егетте күргәс, уның ғүмерҙә лә ҡағыҙҙан артыҡ ауыр нәмәне күтәрмәгәне аңлашылды. “Тиҙ ярҙам” водителе күршеләрҙе ярҙамға саҡырҙы.
Билдәле инде, Артур менән Әминәнең борсағы бешмәне. Хәйер, бер аҙҙан Әминә үҙе егетен ташланы: тәүҙә һорауһыҙ телефонында соҡонғанына йәне көйһә, аҙаҡ нисек кейенергә өйрәтә башлауын яратманы. Әхирәттәре менән аралашыуҙы тыйыуы мөнәсәбәт­тәренә һуңғы нөктәне ҡуйҙы. 
– Кавказ егетенә кейәүгә сығыр өсөн улар араһында тыуырға, йолаларын ҡанға һеңдереп үҫергә кәрәк, – тип һығымта яһаны ҡыҙым. 
Ә минең селтәр ҡоймаҡты ашарға килгән Зөфәр ярты йылдан өйләнешергә тәҡдим яһаны. Тәүге ҡатыны менән айырылышҡандан һуң алты йыл яңғыҙы йәшәгән ир мине үҙенә йәшәргә алып ҡайтты. Ҡыҙым: “Оялмайһың да, мин әле кейәүгә сыҡмағанмын, ә һиңә ҡартайған көнөңдә нимәгә ир?!” – тип туҙынды инде. Тик ғүмер буйы уның ыңғайына ла тора алмайым, йөрәкте усҡа тотоп, Зөфәргә күсеп сыҡтым. Балам тыуғас, ҡыҙым телефон аша: “Кеше көлдөрөп йөрөйһөң инде! К...дә йөнөң ағарған, һиңә нимәгә бала?!” - тип ҡысҡырҙы... Ике ай тиерлек минең менән һөйләшмәй үсегеп, асыуланып йөрөнө. Балам бит, ауыр һүҙҙәрен дә, ҡылығын да кисерҙем. Хәҙер, шөкөр, араларыбыҙ йылынды, бөтәһе лә яҡшы. 
Бына шулайтып, ҡыҙымды Кавказ егетенә кейәүгә бирмәйем тип, үҙем ирле булдым.
Балаһын ҡосағынан төшөрмәй тормошон бәйән иткән Әлфиәгә бер генә һорау бирҙем:
– Үкенмәйһегеҙме?
Ул ихлас көлөп, сабыйының бит алмаһынан супылдатып үпте:
– Юҡ! Тамсы ла үкенмәйем! 
Ысынлап та, бәпәй еҫтәре менән килгән бәхеткә кем үкенһен?
    
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

* – Исемдәр үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: