Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
6 Ноябрь , 21:00

Йондоҙнамә ( 7 –13 ноябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Тәүге тәҫьораттарығыҙға артыҡ ышанмағыҙ. Ябай һәм аңлайышлы күренгән мәсьәләләрҙең дә үтә ҡатмарлы булыуы ихтимал. Уларҙы хәл итеү өсөн байтаҡ көс һәм тир түгергә тура килер. Был арала һеҙгә түҙемлек тә кәрәк булыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Матди яҡтан аҙна уңышлы көтөлә. Аҡса килеп торор, йүнселлек менән булышҡандар мотлаҡ уңыр. Шулай ҙа һауаға ла артыҡ менмәгеҙ, Һәр саҡ мөмкинлектәрегеҙҙән сығып ҡына эш итегеҙ. Шулай ғына юғалтыуҙарҙан ҡотола алырһығыҙ.

Балыҡ ( 20.02  – 20.03)

Өйҙә лә, эштә лә ҡаршылыҡтар һағалар, моғайын. Ҡайсаҡ хәлде тәрәнгә ебәрмәҫ өсөн  артҡа сигенеүегеҙ дөрөҫ булыр. Аҙаҡ хаҡ булыуығыҙ тулыһынса раҫланыр. Ҙур эштәрегеҙҙе аҙна аҙағына ҡалдырмағыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Көндәр өмөтлө булырға оҡшай. Дәртегеҙ ташып тора һымаҡ. Ҡыйынлыҡтар ҙа һеҙҙе бөтөнләй ҡурҡытмай кеүек. Элек туҡтап торған эштәрегеҙгә лә тотонорға мөмкиндер. Был юлы уларҙы уңыш атҡарып сығырһығыҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүегеҙ һәр саҡ булышлыҡ итер. Элекке бәйләнештәрегеҙҙең дә файҙаһы тейер. Шаршамбыла эшегеҙгә ҡағылған ыңғай яңылыҡ ишетерһегеҙ. Һуңғы ваҡытта борсоп торған мәсьәләне еңел хәл итерһегеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Фекер төйнәү еңел булмаҫ. Төрлө юҡ-бар ваҡиға эсегеҙҙе бошорор. Хәйер, янығыҙҙа кәңәш бирерлек кешеләр бар. Был арала бөтөнләй ят эш менән булышырһығыҙ. Уны уңышлы башҡарырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Һеҙҙе өмөтлө аҙна көтә. Ҡыҫҡа ваҡытта эштәрегеҙҙе тәртипкә килтерерһегеҙ. Бәғзеләр элекке эштәренә иғтибар бирер. Был юлы уларҙы тамамлап ҡуйырһығыҙ. Йомала ыңғай ваҡиғалар булыуы мөмкин.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Ҡайсаҡ һеҙҙе ялҡаулыҡ баҫыр. Ҡыйын булһа ла башланған эштәрегеҙҙе дауам итегеҙ. Тап ошо арала ниндәйҙер һиҙелерлек уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Ҡайһы бер фекерҙштәрегеҙ ышанысһыҙ булыуын асыҡ күрерһегеҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Осор бигүк уңышлы  башланып китмәҫ. Был арала етди мәсьәләләр менән артыҡ булышмаҫҡа ҡушыла, барыбер әллә ни артыҡ файҙа күрмәҫһегеҙ, Шаршамбынан һуң дөйөм хәлегеҙ ҡапыл ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Үлсәү ( 24.03 – 23.10)

Кәйефегеҙ һәйбәт буласаҡ. Был бөтөн эшегеҙгә лә ыңғай йоғонто яһар. Бик өмөтлө аралашыуҙар көтә. Үҙегеҙ тураһында ла элек бер ҙә ишетмәгәнде ишетерһегеҙ, бәлки. Был ысын күңелдән әйтелер.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Ашыҡмағыҙ, башта һәр мәсьәләне лә яҡшылап өйрәнегеҙ. Иң бәләкәй нәмәне лә иҫтә торорға тырышығыҙ. Шулай ғына уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Кемдер эштәрегеҙгә таяҡ тығып та маташыр,  әммә булдыра алмаҫ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Бөтәһе лә һәйбәт барыр. Тап был арала элек башлаған ҙур ғына эште тамамларһығыҙ. Бынан һуң үҙегеҙҙе күпкә тынысыраҡ тойорһоғоҙ. Башығыҙҙа яңы уй-фекерҙәр ҙә тыуыр. Уларҙы бойомға ашырыуға әҙерлекте бөгөндән үк башлғыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас в