Уңыш йыйып алғас, баҡса бушап ҡалғандай була. Әммә баҡсасыларға ял итергә иртәрәк әле: уларҙы байтаҡ мәшәҡәт көтә. Түтәлдәрҙе таҙартып, ерҙе ҡаҙһаң, эш бөтә кеүек. Ә бына емеш ағастарын, еләктәрҙе ҡышҡылыҡҡа әҙерләү өсөн ваҡыт талап ителә. Һәм һәр төр ағасҡа айырым тәрбиә кәрәк.
Беҙҙең төбәктә емеш ағастарына килгән зыяндың 90 процентына ҡышҡы һыуыҡтар сәбәпсе. Шулай уҡ кешеләр 30 – 40 градус һыуыҡты ғына ҡурҡыныс тип уйлап яңылыша. Сөнки көҙ аҙағындағы, ҡыш башындағы көн торошо ла емеш ағастары өсөн файҙаға түгел: улар был ваҡытта әле тәрән тынлыҡ осорона күсергә өлгөрмәгән була. Боҙлауыҡ яуыуы, рашҡы, берсә йылы, берсә һыуыҡ көн торошо шаҡтай ғына зыян килтерә. Емеш ағасын ултыртыр алдынан тәү сиратта уның беҙҙең төбәккә тап килгән сортын һатып алырға кәңәш итәбеҙ. Йылы яҡҡа яраҡлыларын нисек кенә тәрбиәләһәң дә беҙҙәге ҡышты имен сыҡмаясаҡ. Сыҙам сорттарҙың да именлеге дөрөҫ тәрбиәгә бәйләнгән: ағастың үҫеү, сынығыу дәрәжәһе, туҡлыҡлы матдәләрҙең күләме, туҡымаларҙың һыу менән туйыныуы һәм башҡалар.
Ҡайһы саҡта емеш ағастарын сысҡан, ҡомаҡтарҙан һаҡлау өсөн төбөнә 35 см бейеклектә тупраҡ өйәләр. Әммә был эште ямғырлы көҙҙә башҡарырға ярамай, ә инде өйгән осраҡта, иртә яҙҙан тупраҡты кире таратырға кәрәк. Юғиһә ағастың төбө серей башлай, ҡайырыһы бурһый.
Баҡсасылар араһында, ҡар күп булһа – яҡшыраҡ, тигән хата фекер йәшәй. Барыһы ла сама менән булһа яҡшы. Ҡар күпмелер дәрәжәлә ағастарҙы туңыуҙан һаҡлай. Әммә олон янына өйөп ҡуйылған ҙур ҡар өйөмө (өҫтәүенә, ул боҙ менән ҡапланһа) һауа инеүенә ҡамасаулай һәм ағас тонсоға, ҡабығы зарарлана. Шуға күрә артыҡ ҡарҙы көрәп алырға кәрәк.
Көҙөн емеш ағастарын фосфор һәм калий менән ашлау уларҙың һалҡындарға сыҙамлылығын арттыра. Алмаш-тилмәш (1 кв. метрға 10 кг иҫәбенән) серетмә индереү һәм минераль ашламалар ҡулланыу (20 г суперфосфат һәм 15 г калий сульфаты йәки 200 г ағас көлө) файҙаға ғына буласаҡ.
Яңы ултыртылған ағас үҫентеһенең тамыры туңмаһын өсөн нимә эшләргә һуң? Йомшаҡ тупраҡ бик ныҡ туңмай, шуға ла һалҡындар башланғансы ағас төбөн 5 см тирәһе тәрәнлектә йомшартырға кәрәк. Унан һуң торф йәки бысҡы вағы менән буталған ҡомдо 10 – 20 см тирәһе һалырға. Күптәр бының өсөн ҡойолған япраҡ йәки һалам ҡуллана. Тик япраҡтарҙа ҡоротҡос бөжәктәр, ауырыу сығанағы булған микробтар барлығын оноторға ярамай. Ә һалам аҫтына, ғәҙәттә, сысҡандар, ҡомаҡтар оялай.
7 – 8 йыллыҡ емеш ағастарының, бигерәк тә бейек булып үҫкән алма-грушаның ҡупҡан ҡайырыһын алып, яндыралар. Сөнки уның аҫтына ҡышлау өсөн ҡоротҡос бөжәктәр оялай башлай. Ауырыуҙар үҫешмәһен өсөн олонға һәм йыуан ботаҡтарға баҡыр купоросы иретмәһе һибәләр. Шулай уҡ 10 литр һыуға 2,5 кг эзбиз һәм 1,5 кг балсыҡ һалып эшләгән махсус ҡатнашма менән ағас олонон буярға мөмкин. Тик был ҡатнашма (шулай уҡ башҡалары ла) йәш ағастар өсөн ярамай – үҫеш өсөн мөһим булған күҙәнәктәр ҡапланып, ҡорой башлаясаҡ. Ә бына һыуыҡҡа бирешмәһен өсөн уларҙы махсус япма менән урап ҡуйырға кәңәш ителә.
Виноград айырым тәрбиә талап итә. ҡышҡылыҡҡа ҡаплап ҡуйыр алдынан уның сыбыҡтарын бергә йыйып, бәйләгәндән һуң баҡыр купоросы менән эшкәртәләр. Бәйләнгән сыбыҡ көлтәһен ергә һалып, өҫтөн шыршы йәки ҡарағай ботаҡтары менән ҡаплайҙар. Артабан һыу үткәрмәй торған әйбер (шифер, полиэтилен, фанера һ. б.) һалып, ел асмаһын өсөн ауыр әйбер ҡуялар. Әгәр ҡыш иртә килеп, ҡар ятһа, ошолай йылытыу ҙа етә. Ә инде ҡар яуғансы уҡ ҡаты һыуыҡтар башланһа, виноградты тағы ла япраҡ, һалам, бысҡы вағы менән ҡаплайҙар. Башҡортостан тәбиғәте өсөн “Амурский прорыв”, “Низина”, “Долгожданный”, “Юбилейный”, “Анюта” сорттары һәйбәт һанала.
Шулай уҡ ҡарағат һәм крыжовник ҡыуаҡтарын да оноторға ярамай. Ҡороған ботаҡтарын ҡырҡып, тирә-яғын ҡойолған япраҡтарҙан таҙартҡас, ашлама индерергә кәрәк. Ҡарһыҙ ҡышта мотлаҡ төбөн күмергә кәрәк – наҙлы сорттар өшөһә, тамырынан ҡорой. Ә бына ҡайһы бер сорттар ҡаты һыуыҡтарға ла сыҙам була. Ҡара ҡарағаттың – “Золушка”, “Катюша”, “Партизанка”, “Ядреная”, “Перун”, ҡыҙыл ҡарағаттың – “Ненаглядная”, “Первенец”, крыжовниктың “Сенатор”, “Командор”, “Шалун”, “Колобок” сорттары талымһыҙ. Улар ҡышҡы һыуыҡтарға ла, ҡоро йәйгә лә тиҙ яраҡлаша. Ҡышлатыу өсөн бер ниндәй ҙә мәшәҡәт тыуҙырмай.
Ямғырҙан һуң көндәр ҡапыл һалҡынайтып ебәрһә, сейә һәм слива ҙур зыян күрә. Ошо сәбәпле, йәш үҫентеләрҙең олонон махсус япма менән уратып алығыҙ. Шулай уҡ ҡышҡылыҡҡа ян ботаҡтарын ныҡлы бау менән һаҡ ҡына итеп үҙәк ботаҡҡа бер нисә урындан бәйләп беркетәләр. Был алым ағасты ыҡсым да итә, ҡышын ҡар күп яуғанда зыян килеүҙән дә һаҡлай. Тик был эште ноябрь урталарында башҡарырға кәрәк: иртә бәйләгән осраҡта ағастарҙың үҫешенә ҡамасаулай.
Ошо урында баҡса еләге тураһында ла иҫкә төшөрәйек. Яҙ ҡар ҡапыл иреп, үҫентеләр тонсоҡмаһын өсөн, уларҙы бейегерәк урынға ултырталар. Көҙөн, үҙәгенә тейҙермәҫкә тырышып, торф йәки серетмә һалығыҙ. Ә ҡышҡылыҡҡа үҫентеләрҙе ылыҫлы ботаҡтар менән ҡаплап ҡалдырығыҙ.
Ҡышҡылыҡҡа айырым тәрбиә талап ителмәгән емеш ағастары буламы? Әлбиттә! Балан, миләш, әлморон, муйыл, мәрүән (бузина), энәлек (боярышник) үтә талымһыҙ һәм ҡышҡы һыуыҡтарға сыҙамлы. Уларҙы тәжрибәле баҡсасылар башҡа, наҙлыраҡ емеш ағастарын көслө елдән һаҡлау өсөн дә ултырта.