Ҡурай еләгенең япраҡтары йәйгеһен һарғылт-йәшел төҫкә инеп, унда сиратлашып килеүсе асыҡ һәм ҡуйы йәшел төҫтәге ҡабарынҡы урындар күренһә, көҙөн аҡһыл һары төҫтәге таптар менән ҡаплана икән, тимәк, ул тамырға һәм япраҡтарға зыян килтерә торған йоғошло ауырыу менән зарарланған.
Ауырыу ҡыуаҡтың емештәре кибә, тәмһеҙләнә. Үҫентеләр сибекләнә һәм, зәғифләнеп, бер нисә йылдан һуң ҡороп бөтәсәк. Зыян күргән ҡыуаҡтарҙы ҡаҙып алып яндырырға кәрәк. Һәм ул урынға 4 – 5 йыл ҡурай еләге ултыртырға кәңәш ителмәй. Ә инде башҡа урын булмаһа, ауырыу ҡыуаҡтарҙы тулыһынса юҡ итеп, тупрағын алмаштырғас ҡына яңыларын ултыртырға мөмкин.
Яңы үҫентеләрҙе йыл һайын серетмә һәм минераль ашламалар менән туҡландырып торорға һәм зарарлаусы бөжәктәрҙән һаҡларға онотмағыҙ.