Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Октябрь , 07:00

Ирем фатиха бирҙе...

– Икенсегә кейәүгә сығырға ирем фатихаһын бирҙе, - тине Ғәлимә*. Һөйкөмлө ҡатын күңелһеҙ генә көлөп ҡуйҙы ла, әйткәнен асыҡланы:
– Аварияла һәләк булған ирем Вәлит теге донъянан фатиха бирҙе... 
Мин бер ни өндәшмәй уға ҡарап ултыра биргәс, Ғәлимә һүҙен дауам итте:
– Байтаҡ йыл элек беҙ ғаиләбеҙ менән ҡышын оло фажиғәгә тарыныҡ: тайғаҡ юлда машинабыҙ өйөрөлөп китеп, кюветҡа остоҡ, электр бағанаһына бәрелдек. Мин, дөрөҫөн әйткәндә, хатта аңғармай ҙа ҡалдым ул нимә булғанын. Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды,  Аллам, тип кенә әйтеп өлгөрҙөм һәм ҡотом осоуҙан сытырлатып күҙемде йомдом. Артабан бар нимә “зыр-р” әйләнде лә, көслө ауыртыуҙан – башҡа оло тимер торба менән һуҡҡан һымаҡ тойолдо – ҡараңғылыҡҡа остом. 
Ҡыҙыбыҙҙың, Аллаға шөкөр, еңел йәрәхәтләнгәнен (ул ғына хәүефһеҙлек ҡайышын эләктергән булған), улыбыҙҙы, үлеп ҡуймаһын тип, яһалма комаға ебәргәндәрен, Вәлиттең аварияла үлемесле йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргәнен һуңынан белдем. Мин дә ауыр йәрәхәттәрҙән иҫемде юғалтҡанмын. Дүрт көн комала булғандан һуң иҫемә килдем. Команан сығыр саҡта төш күрҙем: кемдер сеңләп илай, килеп тороп һыуыҡ, йөрәкте ҡот осҡос ҡурҡыу хисе тотошлай ялмап алған һәм мин тегеләй-былай бәргеләнгән һымаҡмын. Оҙон аҡ коридорҙың осонда Вәлитем тора икән, тим. Ә коридорҙың урта тирәһендә торған улыбыҙ юғалып ҡалған, аптырап бер минең яҡҡа ҡарағандай, бер – атаһының яғына. Улар икәү-ара көңгөр-ҡаңғыр нимәлер тураһында һөйләшә, тик мин уларҙың тауышын ишетмәйем. “Вәлит, хәлең нисек?!” – тип һорайым, ул мине күрмәй ҙә, тауышты ла ишетмәй, хатта минең яҡҡа ҡарамай ҙа. Ни эшләргә белмәй, улыма өндәшәм: “Балам, ни хәлдәһең? Ҡайһы тирәңде ауырттырҙың?!” Улым атаһына ҡарап ниҙер әйтте лә, ҡарашы менән мине эҙләне: “Әсәй! Әсәй, һин ҡайҙа?!” Шунан күңелһеҙләнеп, атаһына табан боролоп, коридор буйлап китә башланы. Асырғаланып, ҡулдарымды уға табан һоноп, ҡысҡырҙым: “Улым, туҡта! Китмә, балам!” Үҙ тауышымдан уянып киткәндәй булдым. Ә бит ыңғыраштым ғына – ауыҙымда трубка ине... Мин был төштө һуңынан иҫләнем. Ә тәүҙә иҫемә килгәндә аңымда ла һымаҡмын, түгел дә кеүек инем. Ҡайҙа икәнемде, ни булғанын аңламаным, иҫләмәнем, ваҡыт менән арауыҡ төшөнсәһе юғалғайны. Яйлап хәтерем ҡайтты. Һәм шул төштө лә хәтерләнем. Ул төштө һис ҡасан онотмайым. Сөнки, аҙаҡ белеүемсә, тап дүртенсе көндө улыбыҙҙың хәле ныҡ ауырайып, саҡ теге донъяға китеп бармаған. Мин шул мәлдә иҫемә килгәнмен. Улым аҙнанан ашыу комала булып терелде – йәш организм бирешмәне, шөкөр. Яңынан атларға, уҡырға, яҙырға өйрәнергә, дауахананан сыҡҡас та, амбулатор дауаланыуҙы, реабилитацияны дауам итергә тура килде. Вәлитемдең яҡты донъяла юҡлығын, уны минһеҙ ерләгәндәрен, башҡаса һис ҡасан уның менән осраша, һөйләшә, уға иркәләнә алмауымды уйлай башлаһам, башым да, йөрәгем дә ярылыр сиккә етә торғайны. Үҙемде саҡ тыйып, миңә икебеҙ өсөн дә йәшәр кәрәк, балаларыбыҙ хаҡына тиҙерәк төҙәлергә кәрәк, тип әллә ҡайҙан көс алып, һауығырға тырыштым. 
Бер көндө улым менән дауаханаға рентген үтергә барҙыҡ. Сиратта ултырабыҙ. Ул оҙон коридорға ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла, миңә табан боролдо: 
– Әсәй, мин комала булғанда ошондай уҡ коридорҙа атайымды күрҙем. 
– Эй Аллам, – тип кенә яуаплай алдым. Күҙгә – йәштәр, тамаҡҡа төйөр тығылды. Ә улым бер ни булмағандай:
– Атайым мине үҙе менән бергә саҡырҙы, – тине. – Коридорҙа ишектәр бик күп ине. Мин һине, апайымды эҙләнем, тапманым. Һинең яҡында ғына булыуыңды тоям, ә күрмәйем. Атай миңә, әйҙә, кил бында, улым, ти. Мин уға, юҡ, әсәйһеҙ бер ҡайҙа ла бармайым, әсәйҙе көтөп алайыҡ, тинем. Һин бында килһәң, артыңса ул да килә, борсолма, тигәс, илай башланым. Һине саҡырҙым, әсәй. Бер мәлде ҡайҙалыр төпкөлдә ҡеүәтле саңһурғыс ҡуйған кеүек булдылар – атайҙы ла, мине лә шул һауа үҙенә ны-ыҡ итеп һура ғына! Ишек яңағына сытырлатып йәбешеп, көс-хәлгә тороп ҡалдым. Атай минән алыҫта ине, уға ярҙам итә алманым, ҡулдарымды ысҡындырырға ҡурҡтым. Ҡулдарымды ысҡындырһам, һауа мине лә үҙенә һурып алыр ҙа, һине таба алмам, башҡаса бер ваҡытта ла күрмәм, тип ҡурҡтым, әсәй. Ә атайҙы һауа һурып алып инеп китте...
– Ҡайҙа һурып алып китте? – күҙҙәремдән йәш субырлап аға ғына.
– Ап-аҡ ергә...
Улым менән икебеҙҙең дә бер үк тиерлек төштө күреүебеҙ шаҡ ҡатырҙы, уның да атаһы менән бергә китеп барыуын күҙ алдына баҫтырыуҙан... Уй, йөрәгем мең ярсыҡҡа ватылды шул мәлдә... Баламды ҡосағыма алып, үкһеп-үкһеп иланым. Ҡайһылыр шәфҡәт туташы иңбашыма ҡағылғас һиҫкәнһәм дә, туҡтай, үҙемде ҡулға ала алманым. Баламды ҡурҡыттым инде. Миңә нашатыр еҫкәтеп, дарыу эсергәс кенә үкһеүем тыйылды. Нисек рентген үтеп, өйгә ҡайтҡанымды ла иҫләмәйем...  
Саҡ-саҡ тормошто ялғап, һыҙлана-һыҙлана йәшәп кителде.
Команан һуң иҫемә килгәндән алып иремдең йылыһын, яҡынлығын тойоуым – үҙе бер айырым тарих. Йоҡлап ятҡанда ҡапыл кемдеңдер сәсемдән һыйпағанына тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып, уянып китәм дә, йөрәгем дарҫ-дорҫ тибә. Яңғыҙ ҡатындарға ен эйәләй, тигәндәре шул булдымы әллә, тигән уйҙан ҡобарам оса. Ҡалайтырға белмәй, ҡыҙыма, әйҙә, минең менән бергә йоҡла, киң карауатта яңғыҙыма шыҡһыҙ, һыуыҡ, тинем. Ул ҡыуанып ризалашты. Мин дә һеҙҙең менән ятам, тип улым да үҙенең юрған-мендәрен тотоп килде. Ике баламды ике яҡтан ҡосаҡлап, йоҡоға талдым. Төшөмә Вәлит инде:
– Ҡурҡты-ың... Ҡурҡма, Ғәлимә, был бит мин, – ти. Үҙе шундай һағышлы.
– Ысынлап һинме? Ен түгелме? – тип шикләнеп һорауыма ул башын сайҡаны:
– Мин. Мин, Лимкәү...
Тик ул ғына мине шулай наҙлап, иркәләп, исемемде үҙенсә ҡыҫҡартып “Лимкәү” ти торғайны...
Иртән ҡыҙым тумһайып уянды:
– Төнө буйы атайҙы күреп һаташтым, башҡаса мин һинең менән бергә йоҡламайым.
Больничныйҙы яптырып, эшкә сыҡҡайным, коллективта яңы кеше – алсаҡ ҡына бер ир. Ул миңә тәүҙән үк иғтибар итеп, бер алдыма, бер артыма сыға, юхалай. Ә миндә ир ҡайғыһы ла юҡ, авариянан һуң һаулыҡ та үтә самалы, дорфа ғына һөйләшәм, уны артыҡ яҡынлатмайым. Өҙә генә һуғып асыуланып та булмай, бергә эшләргә кәрәк. 
Бер ваҡыт төшөмә Вәлитем инде:
– Ашыҡма, Ғәлимә, – ти. – Ул һиңә иш түгел!
– Кем? – тигән булам, белмәмешкә һалышып.
Эштәге ирҙең исемен атаны.
– Әллә көнләшәһеңме? – тинем шаярып.
– Бар... бер аҙ, тик үҙ хәлемде үҙем белгәс, юлыңа арҡыры төшөп ята алмайым, – ти уфтанып. – Шулай ҙа һүҙемә ҡолаҡ һал – ул һиңә иш түгел!
– Ул күңелемә ятмай, борсолма, – тип тынысландырҙым иремде. 
Ошонан һуң ике-өс ай үттеме-юҡмы, Вәлит тағы төшкә инде. Был юлы ул нисектер ҡабалан-ҡарһалан, ҡаса-боҫа һөйләште, өҫтө-башы туҙған кеүек ине.
– Лимкәү, мин башҡаса килә алмам, – тине ашығып, – былайтып йөрөүемде яратмайҙар, асыуланалар. Ярамай!
– Кемдәр яратмай? Кемдәр асыулана? – тигән һорауым тел осонда, әммә ирем һүҙ ҡыҫтырырға ла ирек бирмәй, йәһәт-йәһәт һөйләүен белә:
– Һин әле йәш, матур, яңғыҙ ҡалма, Лимкәү! Тиҙҙән һинең элекке танышың килер, һин шуға кейәүгә сыҡ! Ул һиңә һәйбәт, тоғро ир булыр, балаларыбыҙҙы ла ситкә типмәҫ. 
– Китмә, Вәлит, ҡал! Миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй, – тип илап ҡосағына һырылайым тигәйнем, ул йомшаҡ ҡына мине этте:
– Илама... Миңә былай ҙа ҡыйын... Белһәң ине, нисек миңә ҡыйын!..
– Вәлит, мин һинһеҙ һулып барам! – тип уйланым, ләкин ирендәрем дерелдәп, бер ни ҙә өндәшә алмай ҡалдым. Вәлит берҙе күҙҙәремә йотлоғоп, тултырып ҡараны ла, әйтерһең дә, йөҙөмдө мәңгелеккә иҫендә ҡалдырырға тырышты, йүгереп китеп барҙы. Тауышы ғына ҡолағымды иркәләне:
– Илама... Һинең тағы бер ҡыҙың буласаҡ, Лимкәү...  Их, ниңә генә тормозға баҫтым икән, мин – иҫәүән...  
Уянғанда мендәрем күҙ йәшенән лысма һыу ине. Ниндәй тормозды һөйләне ул, ниндәй элекке танышым, ниндәй ҡыҙ бала, тип ҡаңғырып, әллә алйып бараммы, аҡылдан яҙаммы, тип хәүефкә ҡалып бөттөм. Атайыма, Вәлитте төшөмдә күрҙем, ниңә генә тормозға баҫтым икән, тип үҙен үҙе язалай, тип һөйләп биргәйнем, ул, йәне көйөп, тәмәкеһенә йәбеште:
– Һуң тайғаҡ юлда тормоз педаленә ҡапыл ныҡ итеп баҫырға ярамай! Етмәһә, ABS-ы булмаған машинала! Боролошта! Ну кейәү... Үҙен генә түгел, һеҙҙе лә әрәм итә яҙҙы бит.
Вәлитте шунан бирле бер тапҡыр ҙа төшөмдә күргәнем юҡ. Ә әйткәндәре раҫҡа сыҡты. Һеңлем юбилейын ҙурҙан ҡубып билдәләгәндә, синыфташтарын да саҡырғайны. Араларында Зәбир ҙә булды. Мин уны, өс йәшкә кесе егетте, күптән күргәнем юҡ ине. Мәктәптә уҡығанда ҡаҡса ғына кәүҙәле, бәләкәйерәк буйлы егет ир ҡорона инеп, ҡалынайып, нығынып киткәйне, танырлыҡ та түгел. Янға килеп, үҙен танытты. Армиянан һуң Себер яҡтарында төпләнеп ғаилә ҡорған, ҡатыны менән өс йыл да йәшәмәй айырылышҡан Зәбир менән бер йылға яҡын аралашып, дуҫлашып, өйләнештек. Һаулығым шәптән булмағас, бала тапмаҫмын, тип йөрөй инем, ауырға ҡалғанмын да ҡуйғанмын. Ҡурҡытһа ла, барыһын да Аллаһы Тәғәләгә тапшырып, ҡыҙ бала табып алдым. Мең шөкөр. Зәбир менән хәҙер икебеҙ ҙә намаҙҙабыҙ. Вәлит рухына аяттар бағышлап, барыһына ла шөкөр ҡылып йәшәйем. Әйләнгән һайын табиптарға ла рәхмәт уҡыйым. Кеше ғүмерен һаҡлар өсөн күпме көс түгә улар – үҙҙәре генә белә. 
Бына шулайыраҡ ине минең һөйләй торған тарих. Үтә сәйер, тип тапмаһаң инде...
– Бөтәһе лә яҡшы! Рәхмәт һеҙгә! – тинем ысын күңелдән.
– Юлда ипләп йөрө, ҡыума, – тип Ғәлимә мине ҡат-ҡат киҫәтеп, оҙатып ҡалды. – Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтендә, шулай ҙа һаҡланғанды ул да һаҡлай!
Баныу ҠАҺАРМАНОВА. 

* - Исемдәр үҙгәртелде.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в