Бөтә яңылыҡтар
10
Махсус биттәр
12 Октябрь 2022, 07:00

Ҡ А Р А Ҡ А Й

(Хикәйә)

(Илгиз Наил улы Истамғәлин 1986 йылдың 8 мартында Әбйәлил районының Буранғол ауылында донъяға килә. БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған. Бала саҡтан шиғырҙар һәм хикәйәләр ижад итә. Тәүге әҫәре 2008 йылда гәзитебеҙ биттәрендә донъя күрә. 
2009 – 2014 йылдарҙа Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Әле Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020» төбәк-ара конкурсы лауреаты.)

Ҡышҡы ауыл өҫтөнә әкрен­ләп эңер төштө. Ҡояш байыу менән бер аҙға баҫылып торған ел яңынан хәрәкәткә килде лә төнъяҡ тарафтан һалҡын һауа алып килде. 
Рәғиҙә һыйырҙарын кәртәгә индереп бикләргә ашыҡты. Өс һыйыры ла тыңлап, үҙ урындарына инеп торҙо. Ә бына оло һыйыры Ҡараҡай кәртә ишеге алдына барып баҫты ла туҡтап ҡалды. Ҡатын күпме генә ҡыуала­маһын, тауышы менән ҡурҡытып ҡарарға тырышмаһын, малҡай урынынан ҡуҙғалманы ла. Хужабикә устары менән һыйырын һыртынан этеп тә ҡараны, уныһы, көйәлән­гәнен белдереп, ҡойроғон болғауҙан ары китмәне. 
Рәғиҙә утынлыҡтан бер сыбыҡ алып, еңелсә генә малдың һыртына бер-икене һуҡҡылап та ҡараны. Һыйыр артҡы һул аяғы менән тибенде лә тағы туҡтап ҡалды.
Ҡатын үҙенең көсһөҙ булыуын тойоуҙан илар сиккә етте. 
– Йә әле, Ҡараҡайым, урыныңа ин инде. Быҙауың көтөп тора бит, - тип әүрәткән булды. – Миңә һине һа­уырға ла кәрәк бит...
Ҡараҡай уның һүҙен аңлағандай булды. Башын кәртә яғына борҙо ла “мө-ө-ө” тип тауыш биреп ҡуйҙы. Оя эсендә, ағас иҙәнде тупылдатып, аҙна-ун көн элек тыуған быҙауҙың йүгергеләгәне ишетелде. 
Шул саҡ аяғында саҡ баҫып торған ире Ғәбдинур ҡыйыш-мыйыш баҫып  кәртә яғына килеп сыҡты. Ҡатыны­ның тауышын ишетеп, килеп етер-етмәҫтән:
– Ҡараҡай, тиҙ генә урыныңа инеп тор, юғиһә... – тип туҡтап ҡалды. Һыйыр урынынан ҡуҙғалмағас, уны кәртәгә ҡарай этә башланы. Улай ҙа булмағас, ҡойроғон шаҡара тотто ла алға тартты. 
Оло һыйыр бер-ике аҙым атланы ла тағы туҡтап ҡалды. 
– Эх, хайуан, әле һин шулай итә­һеңме? Көсөм етмәҫ, тиһеңме?! Уры­ныңа ултыртам хәҙер һине, – тип, бер яҡ ситтәрәк эленеп торған оҙон сыбыртҡыһына тотондо.
– Мә һиңә! Мә һиңә... – тип малҡайҙы туҡмарға тотондо. 
Һыйыр, ауыртыуға түҙә алмай, бер урында һикергеләне, тик алға бер аҙым да баҫманы. Ҡараҡайҙың ныҡ туҡмалыуҙан һртында сыбыртҡы эҙҙәре бүртеп килеп сыҡты. 
Быны күргән Рәғиҙәнең күҙҙәре­нән йәш атылып килеп сыҡты.
– Ет-те! Туҡмама малҡайҙы! – тип иренең сыбыртҡыһына барып йә­беште. – Күрмәйһеңме әллә, уны туҡмауҙан ни файҙа?!
Күҙҙәре аларып киткән ире:
– Кит әле бынан! Аңра! – тип бар көсөнә уны этеп ебәрҙе. Рәғиҙә артҡа ҡарай ҡолап барып төштө. Бейәләйһеҙ ҡулдары менән туң ҡарға таянып, илап ебәрҙе.
Ире сыбыртҡыһын мөйөшкә атып бәрҙе, туйтаңлап артҡы ҡапҡанан сығып китте. 
Ҡатын урынынан торҙо ла өшөгән ҡулдары менән һыйырының башынан ҡосаҡланы. Ҡараҡайҙың күҙҙә­ренән сөбөрләп йәштәре аға ине. 
Эсеүҙән башы сыҡмаған булдыҡ­һыҙ иренең таш күңелле булып, малды рәнйеткәне өсөн йөрәге әрнене ҡатындың.
– Әйҙә, йылы ояңа, ана безәүкәйең көтә бит, – тип саҡырһа ла, һыйыр урынынан ҡуҙғалманы. 
Рәғиҙә кәртә эсенә йүгереп инде лә быҙауын тышҡа сығарҙы. Быҙауын күргән Ҡараҡайҙың тулы елен­дәренән тамсылап һөт тама башланы. Һыйыр быҙауына ҡарай атланы. Рәғиҙә быҙауҙы кәртә эсенә кире индерҙе. Уның артынан Ҡараҡай ҙа ыңғай ғына быҙауы артынан кәртәгә инеп китте. Ҡатын биҙрәһен тотоп сығыуға, быҙау һөт имеп туйған, әсәһенә тип һалған йомшаҡ бесән өҫтөнә менеп ятҡайны. Ҡараҡай бер туҡтауһыҙ уны ялай. 
Ҡараҡай – инде оло йәшкә еткән һыйыр. Ире күптән уны һуғымға һуйырға уйлай. Тик Рәғиҙә һис тә риза булманы. Ҡараҡай кәртә-ҡура ҡото ине. 
Рәғиҙә яңы һөттө айырып, балаларына ҡаймаҡ ашатты. Төн уртаһы етһә лә, Ғәбдинур ҡайтманы. Арты­ғын эсеп, берәй ерҙә ҡолап ятмаһын, тип борсолдо ҡатын. 
Дүрт балаһы ла тигеҙ тын алып йоҡлап киткәс, уларҙың юрғандарын рәтләштерҙе лә ситке бүлмәгә сыҡты. Көн оҙоно эш менән булып йөрөү үҙенекен итте. Башы мендәргә терәлеүе булды, йоҡлап та китте. 
Ҡапыл ишек асылғандай булды, һөйрәлеп инеп килгән Ғәбдинур ишек төбөнә “дарҫ!” итеп ҡолап барып төштө. Рәғиҙә шым ғына торҙо ла аш бүлмәһенә сыҡты. Тәҙрә аша төшкән яҡтылыҡ уны һиҫкәндереп ебәрҙе.
Ете төн уртаһы булһа ла, кәртә ҡыйығынан урғылып сыҡҡан тө­төндөң ап-аҡ булып өҫкә күтәрел­гәнен күрҙе. Рәғиҙә ишек төбөндә  хырылдап йоҡлап киткән ирен тотоп һелкетә башланы.
– Тор! Кәртә яна, тор, тием!
Ире ҡуҙғалмағас, йоҙроҡлап уны туҡмарға тотондо:
– Тор, тием бит мин һиңә! Тора һал, кәртә яна! 
Ире башын күтәрә бирҙе лә:
– Янһын, бәлки, мин уны үҙем яндырғанмындыр, – тип мығырланы. 
– Ах, оятһыҙ... Нимә һөйләйһең һин?! Үҙ балаларыңдың ауыҙынан өҙөп...
Рәғиҙә һөйләп тә бөтмәне, фуфайкаһын эләктерҙе лә, арлы-бирле шәлен ябынып, тышҡа атылды. Оя ишеген асып ебәреү менән әсе төтөн тамағына төйөр булып тығылды. Тиҙ генә ике кәртәне асып, башҡа һыйырҙарын тышҡа сығарҙы. Төтөнгә тонсоға башлаған малҡай­ҙар уҡ һымаҡ саф һауаға атылды. Рәғиҙә йүгереп барып быҙауы менән торған Ҡараҡайҙың кәртәһен асып ебәрҙе. Оло һыйыр мороно менән төрткөләп, быҙауын тышҡа ҡарай этеп маташа ине. Тик меҫкен быҙау киреһенсә кәртәнең төбөнә ҡарай ынтылды.
Бар көсөн йыйып, Рәғиҙә быҙауға ташланды. Уны көс-хәл менән күтә­реп тышҡа сығып ҡоланы. Һалҡын ҡарға сикәһен терәп, тәрән итеп тын алырға тырышты. Күңеле Ҡараҡайҙы быҙауы артынан бына-бына килеп сығыр, тип көттө. Әммә малҡай күренмәне. Рәғиҙә ятҡан еренән ҡалҡынды ла имгәкләп тигәндәй һыйырын ҡотҡарыу уйы менән кәртә эсенә инеп китте.  Һәрмәнеп алға үтергә маташты. Хәле мөшкөлләнә барыуын аңлап, һыйырын ҡотҡарыу мөмкинлеге бөтөүөн һиҙеп, кире боролдо. Тик өлгөрмәне ҡатын, тиҙәк араһына ҡолап барып төштө. Тын алыу мөмкин түгел ине, күҙ алдары ҡараңғыланды.  Дүрт балаһын иҫләп, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы.
...Уға табан атлаған аяҡ тауыштары ишетелде. Кәртә иҙәне шығырлай кеүек. Бына ҡатындың битенә, дымлы һауаны өрөп, нимәлер килеп терәлде һымаҡ. Сикәләрен дә ялағандай булды бер нәмә. Шунан “мө-ө” тигән тауыш ҡолағына салынды. 
Был Ҡараҡай ине. Малҡай борол­ған ыңғайы Рәғиҙәнең күҙенә һы­йырының ҡойроғо салынды. Ул һуңғы көсөн йыйҙы ла Ҡараҡайҙың ҡойро­ғона йәбеште. Һыйыр тышҡа ҡарай атлыҡты, артынан хужабикәһен дә һөйрәтеп алып сыҡты...
Йүгереп килеп еткән күршеләре Рәғиҙәне өйгә индереп һалды. Ҡараҡайҙың һөтөн эсергәс, уға бер аҙ хәл ингәндәй булды. Янғын һүндереү машинаһы килеп еткәнсе, мал һарайы менән бесән янып бөттө. Рәғиҙә уттың ни сәбәпле тоҡанып китеүен берәүгә лә һөйләмәне. Малға сыҡҡан һайын Ҡараҡайын муйынынан ҡосаҡлап тупылдатып һөйөр булды.
Ошо ваҡиғанан һуң Ғәбдинур бөтөнләй икенсе кешегә әйләнде. Тиҙ арала мал һарайы эшләп, көндәр буйы мал тәрбиәләү менән булды. Бөтәһен дә ғәжәпләндереп, эсеүен ташланы. Уның ағарып, ябығып киткән йөҙөн күргән Рәғиҙә янғын хаҡында бер ҡасан да һүҙ ҡуҙғатманы.

Илгиз Истамғәлин.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: