

Картуф менән
бешерелгән тауыҡ ите
Уртаса ҙурлыҡтағы тауыҡты 8 – 10 өлөшкә бүлергә. 6 – 7 картуфты әрсеп, икегә ярырға. 2 һуғанды таҙалап, ярым түңәрәкләп турарға.
4 ҡалаҡ майонезға самалап тоҙ, ҡара һәм ҡыҙыл борос, тауыҡ өсөн махсус тәмләткес, 1 балғалаҡ гәрсис, иҙелгән 1 баш һарымһаҡ һалып бутарға. Ошо соус менән ит, картуф һәм һуғанды бутап, духовкала 40 минут бешерергә.
Был ризыҡты табаға йәйеп һалып, өҫтөн асыҡ килеш бешерергә лә мөмкин. Махсус ҡапсыҡта быҡтырһаң, ул һутлыраҡ һәм йомшағыраҡ буласаҡ.
Ирәүән бәлеше
200 г майһыҙ эремсеккә 8 ҡалаҡ үҫемлек майы, 8 ҡалаҡ һөт, 1 йомортҡа, 100 г шәкәр, самалап тоҙ, 1,5 ҡалаҡ ҡамыр күперткес (разрыхлитель), 1 ҡалаҡ ванилин һалып, яҡшылап бутарға. Уға яйлап-яйлап 400 г он ҡушып, ҡамыр баҫырға.
Ҡамырҙы йәйгәс, майланған табаға һалырға. Өҫтөнә ваҡлап туралған ирәүәнде (1 – 1,5 кг тирәһе) йәйеп һалырға ла, 100 г шәкәр һибергә. Эслектең күплегенә ҡурҡырға ярамай, бешә бара уның күләме аҙая. Бәлештең өҫтөнә 250 г ҡаймаҡҡа 3 йомортҡа, 100 г шәкәр һалып туҡылған массаны тигеҙ итеп һыларға. Уны 200 градус эҫелектәге мейестә 30 минут бешерергә.
Лимонлы соустағы алабуға балығы
800 г алабуға (окунь) филеһына 2 балғалаҡ мөшкәт сәтләүеге, 2 ҡалаҡ ваҡлап туралған укроп, самалап тоҙ, борос, 2 лимондың һутын һибеп, 3 сәғәт һалҡын урында маринадларға. Филены 4 өлөшкә бүлеп, табала йәки грилдә ике яҡлап 7 минут ҡыҙҙырырға. Балыҡты табынға эҫе килеш, махсус соус һәм гарнир менән бирәләр.
Соус әҙерләү өсөн 125 мл һөт өҫтөн (сливки) ҡайнатып сығарғас, болғата-болғата тәүҙә 50 г аҡ май, 2 ҡалаҡ лимон һуты өҫтөргә. Утын һүндергәс, ваҡлап туралған йәшел һуған һалырға.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.