Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
24 Сентябрь 2022, 07:00

«Тыуған ерҙә тын алыуы ла иркенерәк»

Баймаҡ ере таланттарға бай төбәк. Бында йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә, шағирҙар ҙа һәм башҡа төрлө һәләт эйәләре лә тыуып үҫеп, ҡанат нығытып, республиканы яулай. Шағирә Айгөл ИШЕМҒУЖИНА-ИҘЕЛБАЕВА тыуған төйәгенә тоғро ҡалып, уны йәмләп, ижадында данлап йәшәй. Оҙаҡ йылдар журналистикала эшләү менән бер рәттән, Баймаҡ ижадсыларын берләштергән Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһен етәкләй. Бынан бер нисә йыл элек китапхана селтәрендә эш башлағас, “Игебай мәктәбе” балалар ижади клубын дауам итеп алып китте. Уңған, талантлы шағирә менән әңгәмә ҡороп, уның тормош юлына, ижад башланғысына бер аҙ байҡау яһарға булдыҡ.

– Айгөл, тәүге ижад емеш­тәреңде, шиғырҙарыңды хәтер­ләйһеңме?
– Бәләкәйҙән яҙышҡаным хә­терҙә. 3-сө класта уҡығанда: “Елбер-елбер елберләп, елбә­ҙәкләп ҡар яуа...” тигәнерәк һүҙҙәр менән шиғыр яҙғайным. Уны уҡытыусыма күрһәткәс, миңә ипләп кенә шиғриәт ҡанундары тураһында аңлатты. Килеп сыҡмайҙыр, тип уйланым. 6-сы класҡа еткәс, тағы ла тәүге ҡар тураһында “Мөғжизә” тигән шиғыр ижад иттем. Ул “Йән­шишмә” гәзитендә баҫылып сыҡты. Был киләсәккә ҡанат ҡуйҙы, ышаныс уятты. Зәйнәб Биишеваның Емеш образы мине илһамландырҙы, тип әйтә алам. “Яҡтыға” трилогияһын уҡығас, маҡсат ҡуйып, алға барырға кәрәклеген аңланым. Яҙыусыға арналған шиғырым да “Аманат” журналында донъя күрҙе. Наил Ғәйетбаевтың “Ҡара ҡумта”һын уҡығас, “Ҡолтүбә түбәһендә” тигән фантастик хикәйә яҙып ҡараным. Ул да журналда сыҡты. Ижадҡа мин шулай килдем.


– Һин Баймаҡ районының ҡайһы ауылында тыуып үҫтең? Нәҫелегеҙҙә шиғыр яҙыусылар бармы?
– Атайым Ҡолсора ауылынан, мин, Баймаҡта тыуһам да, Темәстә үҫтем. Атайымды бухгалтер итеп эшкә тәғәйенләгәс, бер нисә йыл Билал ауылында ла йәшәнек. 9-сы класта уҡығанда ҡабат Ҡолсора ауылына ҡайттыҡ. Мәктәп алыштырыуҙы ауыр кисерһәм дә, хәҙер үкенмәйем. Дуҫтарым, таныштарым күп. Шулай ҙа күңелемә Темәс яҡын. Унда барыу менән күңелемдә илһам шишмәләре урғыла башлай. Яҡтылыҡ, нур бар кеүек. Тәүге класташтар, тәүге уҡытыусым...
Әсәйем дә, атайым да гәзиткә мәҡәләләр яҙа торғайны. Атайым иртә вафат булды. Уның шиғыр яҙыуын белмәй инем, үлеменән һуң блокнотын табып алдым. Әрме хеҙмәтендә байтаҡ шиғыр ижад иткән булған. Хисапсының шундай таланты барлығына аптыраным. Минең шиғырҙар яҙыуыма юҡҡа ғына шатланмаған икән. Тик ул ниңәлер журналист булыуыма ҡаршы булды. Шуға ла, 9-сы класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға индем. Имтихандар ваҡытында уҡ шағирҙар Рәсимә Ураҡсина һәм Рәйес Түләк менән таныштым. Уларға шиғырҙарымды күрһәт­кәс, бик шатландылар. Бер ваҡиға ла иҫтә ҡалды: уҡырға ингәндә математиканан имтиханды тапшыра алмағанға күңелем төшөп коридор буйлап китеп бара инем инем, ҡаршыма Рәсимә Булат ҡыҙы осрап: ”Шағирә, уҡырға индеңме?” – тип һораны. Мин: ”Юҡ, математиканан бирә алманым”, – тигәйнем, ул: ”Уҡытыусыға бар ҙа: “Пушкин да математиканан ”икеле”гә уҡыған”, – тип әйт!” – тине. Шулай эшләнем дә. Фәнилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы икенсе эш биргәйне, белгән темам булып, ул ”дүрт”ле ҡуйҙы, әммә: ”Пушкин ғына түгел, Лобачевский ҙа булырға кәрәк!” – тип киҫәтте. Училищела уҡығанда ошо дәрестә бигерәк тә тырышып уҡыным, уҡытыусы алдында үҙемде уңайһыҙ тойоуым булышлыҡ иткәндер инде. 
1993 йылда сәсәниә Розалия Солтангәрәева менән осрашыу булды. Шул саҡта беҙ уға шиғырҙар, нәҫерҙәр арнап яҙып, альбом сығарҙыҡ. Минең ҡобайырымды сәхнәгә сығып башҡарырға тәҡдим иттеләр. Йырлап бөткәс, сәсәниә урынынан ырғып торҙо ла: "Борон ҡобайыр әйтеүсегә һыйыр йәки йылҡы малы бүләк иткәндәр. Мин һиңә мал вәғәҙә итмәйем, ә көмөш балдағымды бүләк итәм!" – тип бармағыма кейҙергәйне... Эй, балалыҡ, ғәмһеҙлек! Ул саҡта миңә 16 йәш кенә ине. Шул балдаҡты һаҡлай алмауым, юғалтыуым өсөн һаман да йәнем әсей. Илағы килә... 


– Шулай ҙа һин училищены тамамламай, Башҡорт дәүләт университетына киткәнһең...
– Ундағы рухлы уҡытыусыбыҙ (ауыр тупрағы еңел булһын) Фәниә Фәҡей ҡыҙы Сарбу­латованың тәҡдиме менән 2-се курстан һуң, ауылға ҡайтып класташтарым менән имтихан тапшырып аттестат алдым да, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факульте­тының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға индем. Күренекле яҙыусы Мирас Иҙелбаев “Шоңҡар” түңәрәген алып бара ине. Тәүге курста уҡ минең шиғырҙарҙы тикшер­ҙеләр. Бер аҙҙан улар “Йәшлек” гәзитендә, “Шоңҡар” журналында донъя күрә башланы. 5-се курста уҡығанда район гәзитенә шиғырҙарымды ҡалдырғайным, Тәфтизан ағай Ушанов “Илһам шишмәләре” конкурсына ебәр­гән. Үҙем дә белмәйенсә, гала-концертҡа саҡырыу алдым һәм 1-се урын яуланым. Күренекле шәхестәр, йәш шағирҙар менән таныштым. Минең өсөн был ҙур ҡаҙаныш булды. Диплом алғас, бер йыл Өфөлә уҡытыусы булып эшләнем. Аҙаҡ “Һаҡмар” гә­зитенә саҡырғайнылар, районға ҡайтып киттем. Журналист эше ныҡ оҡшаны, 18 йыл хаттар бүлегендә хәбәрсе булдым.

– Редакцияла эш башлау менән һиңә әҙәби-ижад берек­мәһен йөкмәткәндәр. Кеше­ләрҙе ижадҡа әйҙәү, уларҙың яҙмаларын тикшереү үҙ ижа­дыңды тотҡарламаймы?
– Быйыл "Йәнгүҙәй"ҙе етәк­ләүемә теүәл 20 йыл тулды, Аллаға шөкөр. Бәлки ваҡытымды күп алалыр, әммә уларҙың талантына, ихласлығына шатланып, яратып эшләгәс, ауырлығы беленмәй. Әле китапханала өсөнсө йыл ғына эшләйем һәм берекмә менән етәкселек итеү төп эштәремдең береһе һанала, шуның өсөн эш хаҡы алам. Ә быға тиклем 17 йыл яратып йөкмәнем, шуға уның өсөн хаҡ һорау тураһында башыма ла килмәй торғайны. Тәүге бәпес­тәрем – игеҙәктәрем тыуыу ме­нән яҡты донъянан киткәс, китапхананың ул саҡтағы директоры Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина миңә ошо бурысты йөкмәтте. Уға тиклемге етәксеһе Гөллирә апай Исхаҡова мәрхүмә булған саҡ ине. Мин тәүҙә ҡурҡтым, икеләндем, баш тартҡан саҡтарым да булды, әммә Луиза Ҡаһарман ҡыҙы берәүгә лә бирҙертмәне. Балаларымды юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙем. Шул саҡта “Йәнгүҙәй” ижадсылары миңә терәк булды, улар менән күңелемде баҫтым. Шуға уларҙың һәр береһенә рәхмәтлемен. Китапхананың әлеге директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина миңә  "Игебай мәктәбе" балалар ижади клубын да бирҙе. Унда ла икеләндем, ике клубты алып бара алмаҫмын, тип ҡурҡтым, әммә ул ныҡышҡас, икәүһен дә тигеҙ тартырға тырышам.
Әлеге ваҡытта Рәйес Түләк исемендәге "Йәнгүҙәй" әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының 57 китабы баҫылған. 2009 йылда ”Ирәндек гәүһәрҙәре” исемле тәүге йыйынтыҡта 31 авторҙың ижады донъя күргәйне. Быйыл Баймаҡ биләмә-ара үҙәк ки­тапханаһы #ЧитайНеОдин республика волонтерҙар конкурсында ”Ирәндек гәүһәрҙәре – 2” проекты менән еңеп сыҡты. Ошо проектҡа ярашлы, икенсе йыйынтыҡҡа 42 яңы авторҙың ижады тупланды. Сибай ти­пографияһында бына-бына сығыр һәм тиҙ арала исем туйын да уҙғарырбыҙ, тип өмөтләнеп көтәбеҙ.


– Китапханала эшләй баш­лағас, ниндәйҙер ижади идеялар барлыҡҡа килдеме?
– Журналистиканан китап­ханаға күсеү үҙем өсөн дә яңылыҡ булды. Электән әҙәбиәт уҡырға яратам, хәҙер бигерәк тә күп уҡыйым. Һәм быға тиклем иғтибар итмәгән нәмәләр күҙгә салына. Мәҫәлән, Аҫылғужа Баһумановтың әҫәрҙәрендәге ят, һирәк осраған һүҙҙәренән аңлатма-һүҙлек төҙөп, мәҡәлә яҙҙым. Артабан Урал Мостафин, Мирас Иҙелбаев, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева әҫәрҙәрендәге һүҙҙәрҙе өйрәндем. Уларҙың барыһы ла ваҡытлы матбуғатта баҫылып сыҡты. Миндә филолог үлмәгән икән, тип шатландым. Икенсенән, ижади осрашыуҙар, әҙәби кисәләр ойоштора башлау ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә: яҙыусылар, айырыуса яҡташтар менән йыш аралаша башланым.


– Ғаиләң менән дә таныштырып үт әле. Улар һинең ижадсы булыуыңа нисек ҡарай?
– Ирем – Венер Мәхмүт улы Иҙелбаев, Баймаҡ район дауа­ханаһында инженер-программист булып эшләй. Сығышы менән Ишбирҙе ауылынан, Мирас ағай Иҙелбаевтың ике туған ғына ҡустыһы. Шөкөр, бик тә рухлы, тарихты, телде яҡшы белә, ысын патриот. Минең Өфөлә йәшәү хыялы менән талпынып-талпынып ҡуйыуым уның Баймаҡҡа ныҡҡа терәлеп тороуына бәрелеп, селпәрәмә килһә лә, хәҙер быға үкенмәйем, ҡайҙа ла үҙең булып ҡалыуың, бул­мышыңа хыянат итмәүең шарт бит. Тыуған ерҙә йәшәгәндә тын алыуы ла иркенерәк.
Ҡыҙым Яҙгөл – Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт бүлеге студенты, театр рәссамы буласаҡ. Айгизә ҡыҙыбыҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка гимназия­һының 7-се класы уҡыусыһы. Улыбыҙ Динислам ғына үҙебеҙ­ҙең янда, әле 3-сө класта белем ала. Математика фәнен ярата, робот техникаһы түңәрәгендә яратып шөғөлләнә, музыкаға ла һәләте бар. Киләсәктә ниндәй юл һайлар – әлегә билдәһеҙ. Ижадҡа килгәндә, ғаиләм һәр ваҡыт аңлап ҡабул итә. Хәҙер ҙә, редакцияла эшләгәндә лә, өйҙә тормайһың, тип зарланғандары булманы. Үҙем дә эш тип яҡындарымды иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышам.


– Журналист, шағирә... Һиндә тағы ла ниндәйҙер йәшерен таланттар бармы?
– Темәстә йәшәгән ваҡытта музыка мәктәбендә белем алдым. Фортепьянола, баянда, гитарала әҙ-мәҙ уйнай беләм. Көйҙәр ҙә ижад итәм. Тик башҡаларға оҡшаш булып ҡуйһа, тип ҡурҡам һәм билдәле йырсыларға тәҡдим итергә оялам. Әйткәндәй, минең ши­ғырыма һәүәҫкәр композиторҙар Гөлүзә Буранбаева, Әминә Бикташева матур йырҙар ижад итте. Гөлүзә яҙған ”Мәңгелек мө­хәббәт” йырын Резидә Әминева менән Фәрүәз Урманшин йөрәккә үтерлек итеп башҡара. Яңыраҡ ҡына республикала билдәле тағы ике йырсы йырымды алды, исемдәре әлегә сер. Быйыл Сибай типогра­фияһында үҙнәшер ысул менән ”Ҡарағай менән аҡ бейеү” исемле тәүге проза йыйынтығым донъя күрҙе. Тәбиғәтем менән шағирәмен, шуға был өлкәлә үҙемде һынап ҡарау, берҙән, икенсе һулыш биргәндәй булһа, икенсенән, шиғриәттә лә булмышымды тәрәнерәк асырға булышлыҡ итте кеүек. Быны яңы яҙған шиғырҙарымда асыҡ тоям.


– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Айгөл. Ижад шишмәләрең һәр саҡ урғылып торһон!

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: