Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Сентябрь , 14:55

Телеңде йоторлоҡ! (9.09.2022)

Козинак

150 г таҙартылған көн­ба­ғыш, 30 г кунжут, 180 г бал, 40 г шәкәр, ярты лимон һуты кәрәк.
Көнбағышты һәм кунжутты алтын төҫкә ингәнсе ҡыҙ­ҙырырға. Кәстрүлдә балды иретергә лә, шәкәр, лимон һуты өҫтәп, шәкәр ирегәнсе талғын утта тоторға. Көн­бағыш менән кунжутты һалып, 15 минут тирәһе һүрән генә  утта бешерергә. Ҡатнашма бер аҙ төҫөн үҙгәртеп, ҡуйырыр. Йәйпәк тәрилкәне һыуларға һәм ҡатнашманы һалырға. Һыулы ҡул менән өҫтөн тигеҙләп, тығыҙларға. Ярты сәғәт һыуытырға. Унан тәрилкәнең аҫтын йылытып, ҡуптарып алып, пергаментҡа һалырға һәм 5 минуттан ромбиктарға ҡырҡырға.

Редистан салат

Уртаса ҙурлыҡтағы 10 редис, 2 йомортҡа, ярты банка консерваланған кукуруз, йәшел һуған, майонез, 100 г сыр кәрәк.
Бөтә ингредиентты ла ҡатлап һалырға һәм һәр ҡатҡа майонез һыларға. Иң тәүҙә туралған йомортҡа, һуңынан һуған, сыр, кукуруз,  ҡырғыстан үткәрелгән редис һалына. Салаттың өҫтөн укроп менән биҙәргә.


Көршәктәге аш

Картуф, һунарсы (“охотничья”) колбасаһы, кишер, томат пастаһы, һарымһаҡ, тоҙ, борос, ҡәнәфер, сыр, әнис, петрушка кәрәк.
Тәүҙә картуфты таҙартып, шаҡмаҡлап турарға. Шунан колбасаны түңәрәкләп ҡыр­ҡырға. Табала кишерҙе ҡыҙ­ҙырғас, томат пастаһы, әҙерәк кенә һыу, тоҙ, борос, ҡәнәфер һалырға. Һәйбәтләп бутап, көршәктә 45 минут беше­рергә. Әҙер ризыҡҡа әнис, петрушка, сыр өҫтәп, өҫтәлгә ҡуйырға.

«Фри» картуфы

Уртаса ҙурлыҡтағы 5 – 7 картуф, 2 йомортҡа ағы, тәменә ҡарап тоҙ, татлы паприка, ҡара борос кәрәк.
Картуфты әрсеп, 1 см ҡа­лынлығында таяҡсалар кеүек турарға. Йомортҡа ағын кү­бекләнгәнсе туҡырға. Тоҙ, паприка, ҡара борос һалып, яҡшылап болғатырға.
Картуфты сөм һауытҡа һалып, тоҙло-боросло йо­мортҡа ағын ҡушып, яҡшылап бутарға.
Духовканы 200 – 220 гра­дусҡа тиклем ҡыҙҙырырға. Картуфты табаға һалып, ал­тынһыу төҫкә ингәнсе бе­ше­рергә. 

Француз шарҙары

4 йомортҡа ағы, 200 грамм сыр, 1 ҡалаҡ он, көнбағыш майы, петрушка, тоҙ һәм борос, кәрәк.
Йомортҡа ағын туҡып, ҡырғыстан ҡырылған сыр өҫтәргә Тәменсә тоҙ, борос, петрушка һалырға. Түңәрәктәр эшләп, онда әүәләп, майҙа бешерергә. Майы һарҡһын өсөн ҡағыҙ салфеткаға һалып торорға.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в