Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Сентябрь 2022, 07:00

Юлдағы кисерештәр

(Булған хәл)

Тормош ҡыҙыҡ та, бер ҡараһаң, сәйер ҙә һымаҡ тойола. Быйылғы яҙҙа баш ҡалабыҙ Өфөгә юл төштө. Таксиға һирәк ултырырға тырышам. Күбеһенсә автобус, йә булмаһа, йәй буйы "ГАЗель"дәр йөрөп тора, шуларға ултырып, төрлө уйға бирелеп, тәбиғәтте күҙәтеп барырға яратам. Эргәләге сит кешеләр менән танышып, һөйләшеп бараһың. 
Шулай, яңғыҙыма ғына урын тура килеп, иркенләп төрлө уй-хискә бирелеп барғанда, автобусыбыҙ бер районды үткәс, ҙур ике төйөнсөк күтәргән тулы кәүҙәле апайҙы ултыртып алды.  Ул, ух та бух итеп, минең янға ултырып, шоферҙы ҡысҡырып әрләй башланы. Йәнәһе лә, ярты сәғәт көтөп арыған, сәғәте-минутына килеп етмәгән. Шофер урыҫ милләтенән булғас, бәлки, бигүк аңламағандыр, ҡаршы яуап бирмәне. Төйөн­сөктәрен урынлаштырып бөткәс кенә үҙе йәтешләп ултырҙы. Миңә аҡайып ҡарап: "Ҡайҙа юл тоттоң?" – тип дорфа ғына һорау ташланы. Үҙемсә ҡыуанып: "Өфө яҡтарына!" – тинем. Юлдаш апай унда тиклем барып етмәй икән. "Икенсе ерҙә төшөп ҡалам", – тип аңлатты. Миңә ни, тағы ла яҡшы, юл оҙон, исмаһам, һөйләшеп барырға иптәш булыр, тинем. Башҡа район кешеләре менән аралашып, ул яҡтың хәлдәрен белеү ҡыҙыҡ бит. 
Апайыбыҙ – урта йәштәрҙәге ҡатын, йоҡа ирендәре эскә ҡымтылған, ҡап-ҡара ҡаштары өҫкә сөйөлгән, йәшел күҙҙәре менән һиңә ҡараһа, тән зымбырлап, тире аҫтында ниндәйҙер бөжәктәр йөрөгән кеүек, өшөп китәһең. Шулай ҙа һөйләшеп, танышып киттек. Исемен, Рабиға, тип таныштырҙы. Ире күптән мәрхүм булған икән. Һүҙ араһында: "Аллаға шөкөр, үҙ үлеме менән китте!” – тине. Өс улы, бер ҡыҙы бар икән. Улдары килендәре менән йәшәмәй – ташлашып, төрлөһө төрлө яҡҡа һибелгән. "Ҡыҙым кейәүҙә, алыҫҡа сыҡҡайны, өс балаһы бар. Кейәүем ҡыҙымды ла, ейәндәремде лә миңә ебәрмәй", – тине. Күр­шеләш апай шул тиклем йәл булып китте. Матур һүҙҙәр табып, күңелен йыуатырға тырыштым. Тик ниңәлер ул һүҙҙәр минең баштан ҡасты ғына. Шунда ла һорай ҡуйҙым:
– Апай, әллә ҡыҙыңа үҙең ҡунаҡҡа китеп ба­раһыңмы?
– Ю-юҡ, кәрәктәре бар ине! Ана, ауырымаған яҡтарына ятып йәшәһендәр. Минең уларҙан башҡа ла нужам күп. Фрося исемле сыуаш әбейен эҙләп китеп барам, – тине лә үҙ ауылы кешеләрен,  исемдәрен әйтеп, әрләй, ҡарғай башланы. 
Баҡһаң, был апайға күршеләре менән быға тиклем ҡатышып йөрөгән әхирәттәре йәшәргә ирек бирмәй икән. Уға участковый ҙа, силсәүит тә бер кем түгел. "Кәрәкһә, мин уларҙы районға ошаҡлап, бер иҙәнгә баҫтырам!" – тип тә ҡуйҙы. Шуның өсөн был апайҙың һәр бер шылтыратыуына улары ла килеп тора, имеш. Сумкаһынан аҡлы-ҡаралы фоторәсем килтереп сығарҙы ла, ҡолағыма ғына бышылдап: "Бына ошо икәүҙе әмәлләтергә ине", – тип бесәй күҙҙәре менән ҡараны. Рәсемдә 45 йәштәрҙәге сибәр, мөләйем пар баҫып тора ине. Матур, йыйнаҡ, сәскәгә күмелгән ихата күренә. 
– Былар кемдәр? – тип һорай ҡуйҙым.
– Кемдәр булһын, күршеләр! Ҡаҡшаттылар ҡош-ҡорт, малы, балалары менән! Ҡаҙҙары рәшәткә аша үләнемде тарта, һауын кәзәләре минең бәрәстәрҙе аҙҙырып, ҡырға эйәртеп алып китә. Ә анау ҡойолдороҡтары ҡапҡам янында уйнап, таш өйә. Үткән йыл ҡорттарынан сағылып, дауаханала биш көн ятып сыҡтым. Арыу булды, участковый саҡыртып, штраф һалдырттым. Хәҙер умарта тотмайҙар, бер аҙ иркенгә сыҡтым, – тип әсе ыҫылданы.
Әхирәттәре лә шулай насар икән. Ауылда үткән төрлө концертта, осрашыуҙа ҡатнашалар, ҡырға ял итергә йөрөйҙәр, донъя күрәләр. Бергәләп, ҡатышып йәшәйҙәр. Ә был апайға оҡшамай. Улар менән төшкән фотоһын да сығарып күрһәтте. Йылмайышып торған милли кейемдәге матур-матур ҡатындар.
– Апай, һеҙ үҙегеҙ нимә менән көн үткәрәһегеҙ һуң? – тип һорап ҡуйҙым, ҡыҙыҡһынып. 
Әҙерәк өндәшмәй бара биргәс:
– Һауын кәзәләрем бар ҙа баһа, шуның һөтөн эш итәм. Күберәген интернет селтәрендә ултырам, – тип әйтеп ҡуйҙы ла, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. – Ҡыҙыҡ бит, интернетта кешеләрҙең ирешкәнен уҡыйым. Ҡайҙа кем һуғышҡан, нимәһен урлаған, кем кем менән булған, кем кемдең ире менән йөрөгән,  шуларҙы тикшерәм.
Минең уйлауымса, ошо кисерештәрҙән ул үҙенә рәхәтлек алып, ҡыуанып йәшәй. Кемгә ауыр, кемгә ҡыйын, йә булмаһа, тормош иптәше менән талашһа, саҡ ҡына яңылыш баҫһа, уға ҡыуаныс. Күр­шеләренең ниндәйҙер зыяны булғанға түгел, ә үҙҙәренсә матур итеп, мал аҫрап, сабыйҙар үҫтереп, донъя көтөүе был апайға оҡшамай. Шуныһы ла иҫтә ҡалған – "Ҡунаҡ килһә, ипләп кенә рәшәткә ярығынан көнө-төнө уларҙы күҙәтәм”, – тигәйне. “Нимәгә һуң ул, апай?” – тигәс: "А-һа, бәлки, берәүҙе йә мине сәйнәйҙәрҙер? Бәлки, эсерҙәр, талашырҙар, ҡыҙыҡ бит!" – тип ҡуйҙы. Бына һиңә мә!
Был хәшәрәт ҡатынға ҡарап, күңелем болғана башланы, йөрәгем дарҫлап типте. Тиҙерәк унан ҡотолоу яғын эҙләнем. Икенсе урынға шылыр инем, башҡа буш ултырғыс юҡ. Оҙон юлды аяғөҫтө баҫып та барғы килмәй. Күҙҙәремде йомоп, йоҡларға тырыштым, булмай. Артабан аралашҡы килмәне, шуға һүҙ ҡушып торманым.
Килеп етте шикелле, тип, юлдашым атаған ҡалаһына еткәс, еңел һуланым. Был төшөргә әҙерләнеп, минән ярҙам һораны: "Аяҡтар ҡатты, сумкаларымды алып биреш инде!" Тағы ҡайҙандыр бер ҡағыҙ киҫәге сығарып миңә һондо ла, рәхмәт әйтергә лә онотоп, төшөп китте. Усымды яндырған ҡағыҙ киҫәген асып ҡараным. Унда Рабиға исеме менән телефон номеры яҙылғайны. Сүп һауытына ырғытырмын, тип сумкама һалдым. Ҡалған юлды илап үткәрҙем: фоторәсемдәге парҙы йәлләп, күҙемдән бер туҡтауһыҙ субырлап йәштәр аҡты ла аҡты. Бына бит, бер ғәйепһеҙ әҙәмдәр, насар кешеләргә дусар булып, күпме зыян күрә. Уларҙың, бәлки, был ҡатында эштәре лә юҡтыр. Ә ул йәһәннәм сигенә шуларға әмәл ҡылырға китеп бара. Был донъя ҡайҙа баралыр? Күпме ғаилә ошо ғәйбәт, әмәл арҡаһында тарҡала. Балалар атай-әсәйһеҙ ҡала. Тырышып көткән донъялары юҡҡа сыға... Ошо уйҙар тынғы бирмәй ине...
...Йәй уртаһы булғандыр, бер документымды тапмай, сумкамды әллә нисә тапҡыр аҡтарҙым. Йомарланған ҡағыҙ киҫәге килеп сыҡты. Ҡараһам, теге ҡатындың исеме һәм телефон номеры яҙылған. Ташларға онотҡанмын икән. Сүп һауытына ыр­ғыттым да, ҡыҙыҡһыныуым еңде: кире алып, шылтыратырға булдым. Гудок оҙаҡ ҡына барҙы. Инде һүндерәйем тигәндә теге остан хәлһеҙ генә тауыш ишетелде:
– Кем был?
Үҙемде таныштырып торманым:
– Миңә Рабиға апай кәрәк ине, – тинем. 
Теге остағы тауыш:
– Ҡысҡырып әйтегеҙ, мин йүнләп ишетмәйем. Һөйләшеүе лә ауыр, йөрөй ҙә алмайым. Уң яҡ кәүҙәмде фалиж һуҡты. Нимә кәрәк? Кем һеҙ?! – тигәс, бер нәмә лә өндәшмәй телефонды һүн­дерҙем.
Халыҡ мәҡәле бик дөрөҫ әйтә шул: соҡор ҡаҙыһаң – икене ҡаҙы, береһе үҙеңә кәрәгер...

Зифа ИШМЫРҘИНА.
Ейәнсура районы,
Иҙәш ауылы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: