Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
9 Сентябрь 2022, 07:00

“Күңел тыныслығын ошонда таптым”

Бәләкәй баҙар гөрләп тора. Емеш-еләк, йәшелсә, һөт ризығы. Кешеләр үҙҙәренән артҡанын һатып ҡалырға тырыша. Юл  ситендә, рәшәткә буйына ла теҙелешеп киткәндәр. Әйберҙәргә ҡарай-ҡарай үтеп барабыҙ.
– Әйҙә беҙ ҙә анау бабайҙы ҡыуандырайыҡ, – ти ейәнсәрем.
– Нисек?
– Бер банка ҡарағатын һатып алғайнылар, эй ҡыуанды бабай. Тағы бер банкаһы ҡалды.
– Бындағы әбей-бабайҙарҙы ҡыуан­дыра баш­лаһаҡ, ой-ой-ой, аҡсабыҙ етмәҫ. Ҡарағат үҙебеҙҙә етерлек. Әһә, һары мәтрүшкә күренә.
Иң ситтә торған урта йәштәрҙәге һылыу ҡатын эргәһенә килеп, мәтрүшкәнең бер япрағын өҙөп алып, ҡояшҡа ҡарап маташам.
– Тишекле, тишекле, – ти был. –Алығыҙ, дарыу мәтрүшкәһе. Ике услам ғына ҡалды. Үҙебеҙҙең яҡтың тауҙарынан йыйылған.
– Алам, алам, шуға тикшереп маташам.
Мәтрүшкәне алып, китергә генә тиһәм:
– Апай, тороп тороғоҙ әле, мин дә һеҙҙең менән. Һеҙҙе беләм, бер көн ирем дә һеҙҙең менән иҫәнләшеп киткәйне. ”Беҙҙең затыбыҙ ул”, ти­гәйне. Мин – уның ҡатыны.
Ҡатынға яңы  иғтибарлап  ҡараным.
– Зәкирҙең ҡатынымы ни? Байтаҡтан бирле яңғыҙ ине шул, ҡайһылай ҙа яҡшы булған.
– Минең әйбер бөттө ул. Әйҙәгеҙ, анау эргәләге генә паркка барып ултырайыҡ. Ваҡытығыҙ булһа, әлбиттә. Шунда танышырбыҙ ҙа.
Ейәнсәрем  өйөнә ҡайтып китте. Мин яңы танышыма эйәреп киләм. Һылыу ғына, килешле генә кейенгән.
– Фаягөл мин, ә һеҙҙең исемегеҙҙе беләм. Күршем Валя ҡарсыҡ та әйткәйне. Һеҙ ошо юлдан көнөнә әллә нисә үтәһегеҙ. Был үләндәр минеке түгел ул, Валя ҡарсыҡ һата ине. Уға ярҙам итешәм. Бөгөн ул килмәне, кисә элекке бер күршеһе илатҡансы әрләне лә ҡуйҙы. Саҡ ҡайтып йығылды өйөнә. Ауырыны ла китте, шуға бөгөн үҙем килдем, ялымда әҙ булһа ла аҡса эшләшәйем, тием. Пенсияһы әҙ, дарыуҙарға аҡса күп кәрәк, үҙегеҙ беләһегеҙ. Апай, белмәгән-күрмәгән берәү эйәр­теп алды ла китте, тип аптырайһығыҙҙыр ҙа әле.
– Юҡсы, хәбәр тыңларға бик әүәҫ ул мин.  Матур урын. Сәскәләрҙең хуш еҫтәренә иҫерерлек. Ошонда ултырайыҡ.
– Һеҙ уны танымайһығыҙ, ахырыһы?
– Кемде?
– Валя ҡарсыҡты. Элек ул һеҙгә күрше генә йәшәп алған. “Йәш сағында ла йүгереп тик йөрөй ине, әле лә шулай. Бынау әбейҙәр ишек алдындағы эскәмйәлә ултырып, кеше тикшереп, ғәйбәт һөйләүҙән бушаманы, ә йәштәрҙең ваҡыты ла булманы”, – ти ул.
– Бөтөнләй иҫтән сыҡҡан шул. Ул бит оҙаҡ йәшәмәне. Бабайы үлгәс тә квартираһын  һатып, күсенеп китте. Ниңә әрләштеләр һуң?
– Витяны үлтерә һалып, квартираһын үҙеңә алдың. Өс ирҙең  өйө һиңә ҡалды, тип ҡысҡырҙы. Ул турала беләһегеҙҙер ул? Укол да һалып йөрөгәнһегеҙ ҡартына.
– Иҫемдә шул. Күршеләрем алсаҡ ине, бигерәк тә элекке әбейе һәйбәт булды.Туғандар кеүек йәшәнек. Иртә киттеләр. Быныһы менән бер-ике ай ғына йәшәп ҡалғандыр ул.
– Насар уйлы ҡарсыҡ түгел ул, мин белмәйем үткәндәрен. Бабайҙарым үлеп тик торҙо, тип һөйләй шул. 
– Мине онотҡан, тиҙер инде. Унан һуң әллә күпме кеше йәшәне ул фатирҙа.
– Апай, минең һүҙем Валя ҡарсыҡ хаҡында түгел,  һеҙгә үткән тормошомдо һөйләргә уйлағайным. Йәштәргә һабаҡ булһын. Нисәмә йылдар үтһә лә, күңелем барыбер ныҡлап тыныслана алмай. Күпме күҙ йәше түктем, мәсеттәрҙә булып, илай-илай  Хоҙайҙан ярлыҡау һораным. Ныҡ гонаһлымын, апай. – Ҡатындың күҙҙәре йәшләнде. – Минең арҡала бер егет үҙенә ҡул һалды.
– Ҡуйсы, илама. Мә, тип, ҡулына арҡан тоттормағанһыңдыр.
– Уныһы шулай, тик  кеҫәһендә минең иң яратып кейгән күлдәгемдең билбауы ятҡан.

* * *
Аттестат тапшырыр көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алды Фаягөл. Әхирәте Миңниса менән Өфөгә медицина университетына барырға йыйынғайнылар. Бала саҡтан табип булырға тип хыялландылар.
Бына әле кластары менән таң ҡаршылап, өйҙәренә таралыштылар. Арт яҡтан инергә тип, картуф баҡсаһы ҡапҡаһын асам ғына тигәндә, ҡапыл алдында үҙҙәренең урам егете Зиннур пәйҙә булды.
– Уф, ҡотто алдың! – Ҡыҙ ҡысҡырып ебәрҙе.
– Һине төнө буйы ошонда көтөп ултырҙым, – ти егет. – Шәп күңел астығыҙ. Былтыр беҙ ҙә шулай таң ҡаршылағайныҡ.
– Нишләп ултыраһың ул? – Фаягөл ҡапҡаны асырға үрелде.
Егет ҡыҙ эргәһенә килеп ҡулынан тотоп алды.
– Һине көтәм. Фаягөл, китмә Өфөгә, миңә кейәүгә сыҡ та ҡуй. Ситтән тороп уҡырһың әле.
– Кит, юҡты һөйләмә! Унда ситтән тороп уҡымайҙар. Ебәр, әсәйемдәр көтәлер.
– Китһәң, мине онотаһың.
– Бәй, һине уйлап та ҡарағаным юҡ, иҫемә лә төшмәйһең. Үҙең бөгөн-иртәгә армияға китергә тораһың түгелме?
– Саҡ ҡына ла оҡшатмайһыңмы? Мин һин тип кенә йәшәйем.
– Абау, әллә эсеп алған ул, теләһә нәмә һөйләй башланы. Һинән һорап торам, ти. Ауылда ҡалмайым. Кит юлымдан!
– Фаягөл, сыҡ миңә кейәүгә.
– Кейәүгә сығыр өсөн иң элек яратырға кәрәк, ә мин һине яратмайым.
– Осмот та оҡшамайыммы? Ысынмы? Һуң бер көн анау ҡайын төбөнә килдең дәһә. Бер ҙә ҡар­шылашманың.
– Белгең килһә, икенсегә үс итеп. Фу, эскән. Кит, юғал  юлымдан!
Фаягөл егеттән көскә ысҡынды. Тартҡылашҡан мәлдә күлдәгенең билбауы егет ҡулында ҡалды.
– Бир поясты, ҡайтам!
– Миңә кейәүгә сыҡмаһаң, аҫылынам да үләм. Ана теге ҡайында.
– Уф, һөйләнмә, бар, аҫылын, тик поясты бир.
– Ысын әйтәһеңме? Бына һинең поясыңа аҫылынам, күр ҙә тор.
– Бар, бар, поясһыҙ ҙа матур ул күлдәгем. Ни һөйләгәнен дә белмәй.
Ҡыҙ өйҙәренә йүгереп инеп китте.
...Кисен, хәле бөтөп, Миңниса килеп инде. Илаған. Шешенеп бөткән. 
– Ишеттеңме, Зиннур ағай аҫылынған да ҡуйған. Ана теге беҙ усаҡ яғып ултырған ергә яҡын ғына. Уй, Аллаҡайым, йәп-йәш көйө.
Фаягөл, шаңҡып, урындыҡҡа ултыра төштө. Өҫтөнә ҡайнар һыу һиптеләрме ни.
– Үлгәнме? Нимәгә аҫылынған?
– Алып киттеләр. Арҡан инде, епкә түгел. Уй, Аллам, һәйбәт кенә ағай ине. Әсәһе нисек сыҙар? Ул бит һине ярата ине. Иғтибар ҙа бирмәнең. Арағыҙҙа берәй нәмә булдымы? – Миңниса әхирәтен һелкетә башланы.
– Бер егетте лә яратмағанды беләһең дәһә. 
Миңниса сығып киткәс тә ултырған урынынан тора алмай аҙапланды. Күҙ алдына таңғы осрашыуҙары килеп баҫты. Егеттең үлеменә үҙе генә ғәйепле бит. Ул, башын тотоп, үкһеп иларға тотондо. Теге билбауы иҫенә килеп төшөп, иң яратып кейгән матур кремплин күлдәген мунсаға индереп яҡты.
Шунан башланды ғазаплы көндәре, йылдары... Ҡайҙа барһа ла, иҫәр кеше һымаҡ, Миңнисаға эйәреп йөрөнө-йөрөнө лә, уҡырға инеү һылтауы менән, Өфөгә сыҡты ла китте. «Әле иртә бит, ниңә бер аҙ сыҙамайһың?» – тиһә лә әсәләре, үҙ һүҙендә торҙо.


Тыуған ауылына башҡа ҡайтмаҫлыҡ  бер сәбәп тә булды китер алдынан.
Сумаҙанын әҙерләп ҡуйҙы ла йәшеренеп кенә зыяратҡа барып, Зиннурҙан ғәфү үтенергә теләне. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына барып, ҡәберенә сәскә йыйып һалып, хәбәрҙәрен һөйләп бөтөп ҡайтырға боролғайны ғына, Зиннурҙың әсәһен күреп, артҡа сигенде.
– Хушлашырға килдеңме? –  Ҡайғынан бөгөлөп төшкән, ҡартайып киткән. –  Ҡурҡма, ҡыҙым, улымдың һине оҡшатҡанын беләм. Һеҙҙең яҡтан күҙен алмай торғайны. Ниңә генә, яратмаһаң да, алдаштырып торманың икән. – Ул илай башланы. – Ҡайҙан ғына алып эскән? Эсмәй ине ул. Ҡасырға булдыңмы? Ярай, ныҡ бөтөрөнмә. Әйт, нимә булды арағыҙҙа?  Әллә ул һиңә тейҙеме, ҡурҡыттымы? Йөккә уҙҙырҙымы? Нимәләр һөйләне.
Фаягөл, шаҡ ҡатып, тик торҙо. Бер аҙҙан:
– Апай, мин ғәйепле түгел, – тип саҡ әйтә алды, ғәфү үтенде лә шикелле.
– Ярай, ҡыҙым, сәбәптәре  бер Хоҙайға ғына билдәле. Элмәккә һин тыҡмағанһың бит. Аптырағас ҡына һорайым. Онотма уны. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә хәйер биреп тор. Мә, ал, кеҫәһендә ине баламдың. Һинеке ул. Ошондай күлдәгең бар! – тип теге билбауҙы тотторҙо.
Ҡулына йылан тотторғандай кеүек тертләп, Фаягөл, нишләргә лә белмәй, билбауҙы ергә ташламаҡсы итте.
– Ҡуй, ҡыҙым, ташлама, һуңғы тапҡыр балам уны тотоп торғандыр, яратып еҫкәгәндер. Бир үҙемә кире. Бар, ҡайт, тыныслан. Мин ҡалам әле.
Аяҡтарын саҡ һөйрәтеп, аңҡы-тиңке булып ҡайтып инде  өйҙәренә. Иртәгәһен иртүк ауылдан сығып китте лә, оҙаҡ йылдар ҡайтманы.
                                            * * *
– Зиннурҙың шулайтып ҡапыл ғына иҫәрләнеп китеп барыуы донъямдың аҫтын өҫкә әйләндерҙе. – Фаягөл ауыр һулап, әңгәмәһен дауам итә. –   Шундай иҫәрлеккә барыр алдынан миңә ныҡ рәнйегәндер. Әсәһе лә рәнйегәндер. Аңлайым. Ғәзиз генә балаһы бит. Үҙемде алмаштырып ҡуйҙылармы ни. Ғәйеплемен шул барыбер ҙә. Йәш саҡ, тәкәббер, әллә кем булып ҡыланғанмындыр. Тырт-мырт ҡына һөйләшәм. Кеше күңелен ҡайҙан ғына беләһең инде. Һуңынан ни буласағын уйлап та тормағандыр. Мине, әсәһен, туғандарын ниңә уйламаған? Йәлләмәгән дә. Яуапһыҙ һорауҙар бихисап та, яуап биреүсеһе генә юҡ. Ниңә улайтты, ниңә көтмәне .Кем белә, бәлки һуңынан бергә лә булып ҡуйыр инек...
Уҡырға инә алманыҡ. Миңниса ла. Ярай әле шул документтар, баһалар менән медучилищеға индем. Эшләп тә, фельдшерлыҡҡа уҡып та йөрөнөм. Өфөлә ҡалдым. Баш баҫып эшләнем дә эшләнем. Буш ваҡыттарымда мәсеткә йүгерҙем. Илай-илай хәйер-саҙаҡалар бирәм, ғәфү үтенәм, ялбарам. Тормошом алға бармай. Ир-атҡа бөтөнләй күҙ һалмайым. Егеттәр, әйтерһең дә, бөтәһе лә бер иш, улары ла шулай булып ҡуйһа, тигән ҡурҡыу оялаған. Зиннурҙы йәлләйем. Ниңә генә, яратам, тип әйтмәнем икән тип үҙемде битәрләйем. Медик булараҡ, миңә психолог, психиатрҙар ғына ярҙам итерен белһәм дә уларға күренмәнем. Атай-әсәйемдәр, туғандар,  ауылға саҡыра. Ҡайтманым, аяҡтарым тартманы. Ә бит нисәмә йылдар үтеп китте,  һаман тыныслана алмайым. Дуҫ ҡыҙҙар егеттәр менән  таныштырып маташты, юҡ, күңелем тартмай, нимәлер ебәрмәй, тотҡарлай. Төндәрен һаташам, ҡысҡырып һөйләнәм. Дуҫтарым кейәүгә сығып донъя көтә, балалары ла ҙурайып бөтөп бара, ә мин яңғыҙ.
Бер саҡ әхирәтем күрәҙәсегә алып барҙы. Бөтәһен дә һөйләнем. «Ауылыңа ҡайтып кил, артабан яҡшы буласаҡ. Күстәнәстәр, бүләктәр алып, егеттең әсәһенә ин, хәлен белеш. Әсәйеңдәр ҙә көтә», –  тине. Тоҙ, сәй өшкөрөп бирҙе.
Һәйбәт итеп әҙерләндем. Йәшлек әхирәтем  Миңниса ауылда уҡытыусы булып эшләй, уға ла бүләктәр алдым. 
Һөйөндө ололар. Икенсе көн Зиннурҙың әсәһе Кифая апайға барҙым. Мине күреп шатланды. «Яңғыҙ икәнһең, ҡыҙым, әллә улымды ныҡ яраттыңмы, шуға онота алмайһыңмы?» – тип мине ҡосаҡлап илап ебәрҙе. Икәүләшеп ҡосаҡлаштып илаштыҡ. Сәй эскәс, зыяратҡа барҙыҡ. Кифая апай башта аят уҡыны. Ҡәберен рәтләштереп йөрөгәндә, рәшәткәнең бер ситендә көнгә уңып бөткән теге минең билбауҙы күреп ҡалдым. 
– Үҙең алмағас, аптырап, ошонда бәйләгәйнем, – ти апай. –Ямғыр төшмәгән ерҙә булғас, серемәгән. Матур ине, уңып бөттө. Ҡана, ошонда бер мөйөшкә ергә күмәйем дә ҡуяйым.
Шул мәл  үҙемде ҡоршауҙан ысҡынған кеүек хис иттем. Иркен һуланым. Иңдәремдән нимәлер төшөп китте һымаҡ. Һәр хәлдә, мин шулай хис иттем. Килгәнемә, бәлки, Зиннурҙың рухы ҡыуанғандыр. Хәҙер килеп уйлайым: мине әсәһе лә, улы ла кисергәндәрен тойоуҙан шулай булғандыр.
Ауылдан еңеллек тойоп, артаба Өфөгә н йәшәгеләрем килеп ҡайттым.
Оҙаҡламай  йәше үтеп киткән ҡарт буйҙаҡ менән таныштырҙылар. Ошо ҡалаға күстем. Әсәһе менән генә йәшәйҙәр ине. Баштараҡ ҡәйнәм бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Мине йәшерәк тип уйлағандыр, был бала табыр, тип өмөтләнгәндер ҙә. Аңлайым, ейәндәр һөйгөһө лә килгәндер. Аҙаҡ башланды.Улыма бер ҡыу томшоҡто димләгәндәр, тип һөйләнеп йөрөй башланы. Йәне көйгәндә “ҡыу томшоҡ, биҙәү” тип әрләргә лә тартынманы. Ул ниндәй һүҙ була икән, тип аңламай бер булдым әле ул. Апай, ысынлап та мин ҡыу томшоҡ та ул, йәшем үтеп киткәс, бала һөйә алманым.Үкенәм хәҙер, ниңә генә элегерәк уйламаным икән, иптәшкә берәй бала табып үҫтерһәм ни була. Шунан һуң йәшерәк ҡатын алһын, исмаһам, балаһы булыр тип, киттем унан. Валя ҡарсыҡта йәшәнем.
– Һин уға,  элекке күршең танымаған икән, тип әйт, йәме. Сәләм әйт. Хәҙер ни күҙҙә – күҙлек, биттә– маска. Йөрөйбөҙ шунда. Шунан, ирең һуң?
– Әсәһе һүҙенән сығамы ни. Балалы йәш ҡатын алды. Бәлки, табып та бирер. Бәхетле генә булһын. Миңә генә ҡыу томшоҡ булырға тимәгән.
– Ҡуй, улай тимә. Беҙҙең яҡта әйтәләр шул ул һүҙҙе. Ә минең затым менән ҡасан таныштың? Ҡыйырһытмайҙыр, йыуаш ҡына ла ул.
– Тфү-тфү!  Яңы ғына айырым йорт һаклып сыҡтыҡ. Ҡулы алтын, оҫта. Тәүге ҡатынынан малайы бар, беҙгә йыш киләләр. Өйләнгән, кескәй ейәнсәребеҙҙе үлеп яратабыҙ. Шул ҡыҙыҡай менән ҡур-ғәләмәт киләбеҙ.Өләсәй ҙә өләсәй тип килеп ҡосаҡлап алһа, шатлығымдан ни алып, ни бирергә белмәйем. – Фаягөл инде матур итеп һөйләй хәҙерге тормошон, йөҙө яҡтырып китте. – Беҙҙең яҡтарға йыш йөрөйбөҙ хәҙер. Атайым менән әсәйем олоғайҙы. Былай һеңле-ҡустыларым менән осрашып торабыҙ. Кифая апай ҙа саҡ-саҡ йөрөп ятҡан була, инәм уға ла.
Бына шулай, апай, минең һөйләр һүҙҙәрем. Эс-серҙәремде бушаттым . Ваҡытығыҙҙы ла алдым.
– Беҙҙең ни, ваҡыт етерлек. Инде ҡайғы-хәсрәтһеҙ генә йәшәргә яҙһын.
– Әллә өн, әллә төш кеүек булды ул үткәндәрем.Үҙем дә, үҙем дә түгел һымаҡ, әллә нисек үтте лә китте йәшлегем. Ахырыһы, Зиннур үҙе менән бергә алды.
– Юлыңда яратҡан кешең осраманымы ни? – Шул һорауҙы баянан бирле бирге килә ине.
– Һуңлап ҡына, бергә эшләгән ғаиләле докторға ғашиҡ булдым  ул мин иҫәр. Шым ғына яратып тик йөрөнөм. Ул һиҙмәне лә. Ошо Закирым әҙерәк уға тартҡан  ул, әллә шуға микән , тиҙ генә ризалаштым да ҡуйҙым. – Икәүләшеп парк яңғыратып көләбеҙ. – Ыста, ана үҙе килә ләһә. – Ауыҙы йырылып, шәп-шәп атлап беҙҙҙең яҡҡа Закир килә.
– Мин тегендә эҙләгән булам тағы. Телефоны һүнек. Әлдә бында атланым. Һаумы, Фәүзиә апай, киленең менән танышып утырыңмы? – ти Зәкир ҡул биреп.
– Һаубыҙ әле. Таныштыҡ шул, әйҙәгеҙ беҙгә сәйгә.
– Рәхмәт, икенсе юлы.Үҙеңде яңы өйгә саҡырып алырбыҙ. Малайҙар килде, ейәнсәр өләсәһен таптыра, – ти ҡыуанып Зәкир.
– Һис шикһеҙ барырмын. Барығыҙ! Һаулыҡта күрешәйек!
Зәкир менән Фаягөлдөң сөкөрҙәшеп кенә машиналарына инеп ултырып китеп барғандарын ҡарап ҡалдым. Кеше яҙмыштары, күргән кисерештәре шулай ҡатмарлы. Бәғерҙәрҙе өтә-өтә ғүмерҙәр үтә, тигән һымаҡ, ғүмер юлдары бөтәһенеке лә бер иш түгел шул.Бәндәләрен ҡаҡҡылап, һуҡҡылап, илата-илата һынай. Хәҙер күңелем тынысланды, тине Фаягөл. Иншалла, Зәкир менән бәхетле йәшәүҙәренә шик юҡ. Шулай була күрһен!
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.
Белорет ҡалаһы.
(*Исемдәр үҙгәртеп алынды).

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: