Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
7 Сентябрь 2022, 07:00

Шәхси хужалыҡ (2.09.2022)

Ниңә һуған серей?
Йәшелсәне һәйбәт итеп киптереп алһағыҙ ҙа, ул серейме? Бының сәбәптәре күп.
Һуған себене уңышты ныҡ зарарлай. Ул тупраҡҡа һәм һуған төбөнә йомортҡа һала. Бер нисә көндән сыҡҡан ҡарышлауыҡтар йәшелсәне ашай башлай. Һөҙөмтәлә һуған һулып, серей.
Себен оса башлау менән түтәлдең бер квадрат метрына 100 грамм ағас көлө, бер стакан тәмәке оно, бер балғалаҡ ҡара борос һибеп сығырға кәрәк. Бынан һуң дүрт-биш көн һайын ерҙе йомшартып тороу мөһим.
Ҡарышлауыҡтарҙы еңеүҙең тағы бер ысулы – тәмәке оно төнәтмәһе һибеү. 200 грамм тәмәке оно йә махоркаға өс литр ҡай­нар һыу ҡойоп, ике-өс тәүлеккә ҡалдырып торалар. Һуңынан 10 литр һыу, бер ҡалаҡ һабын, бер балғалаҡ борос һалып бутайҙар. 
Һуған төбө сереүенең сәбәбе – бәшмәк ауырыуы. Был сир барлыҡҡа килһә, һуғанға баҫҡанда йомшаҡ урындарын тойорға була. Һаҡлауға һалынғаны тиҙ серейәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәшмәк һуғанда ла, ерҙә лә икенсе йылға тиклем ҡала. Ауырыуҙан һаҡлау өсөн һуған һәм һарымһаҡты ҡояшлы, ҡоро көндә алып,           25 – 26 градус йылы, еләҫ урында киптерәләр, һуңынан аҡбур менән эшкәртеп, һаҡлауға һалалар.
Переноспороз – шулай уҡ бәшмәк ауырыуы. Тәү сиратта һуғандың ҡыяғында аҡһыл йәшел таптар барлыҡҡа килә, һуңынан улар һорғолт-күкһелгә әйләнә. Ҡыяҡтарҙың осо  һарғайып кибә. Ауырыу ямғырлы һәм һыуыҡ көндәрҙә айырыуса шаша. Был бәшмәк тә тупраҡта һәйбәт ҡышлай. Шуға һалҡын миҙгелгә ҡалдыҡтарын түтәлдә  ҡалдырмаҫҡа, һуғанды киләһе йылда башҡа урынға ултыртырға кәңәш ителә.
Түтәлдә ауырыу барлыҡҡа килеү менән һыу ҡойоуҙы, ашлама индереүҙе туҡтатып тороғоҙ. Башы ҙурайғас та йыйып алырға була. Уларҙы ҡояшта 12 – 14 көн һаҡларға, ҡыяҡтарын шунда уҡ яндырырға кәрәк.
Һуған һәм һарымһаҡ туты – шулай уҡ бәшмәк ауырыуы. Ул тәү сиратта ҡыяҡты зарарлай: аҡһыл-һары ҡабарынҡы урындар барлыҡҡа килә. Бер аҙҙан улар ҡарая. Инфекцияның һуған һәм һарымһаҡ ҡалдыҡтарында, күп йыллыҡ һуғанда һаҡланыуы ихтимал. 
Фузариоз күпселек осраҡта һарымһаҡта осрай. Тәүҙә үҫемлектең төбө йомшара, һуңынан ул кибә һәм ҡорой. Был ауырыу булмаһын өсөн һарымһаҡты ултыртыр алдынан баҡыр купоросы менән эшкәртергә мөмкин. Уны ун литр һыуға бер ҡалаҡ өҫтәп һибеп сығырға, ауырыу үҫемлектәрҙе яндырырға кәрәк.

Помидорҙы ҡасан йыйырға?
Асыҡ грунтта үҫкән томат йыш ҡына көтөлмәгән көн торошонан интегә. 
Йылы һәм ҡоро саҡта ныҡ өлгөрә. Әммә һы­уыҡтар башланһа, көндөҙгө һәм төнгө температура айыр­маһы артһа һәм ысыҡ төшһә, уңыш­тың бер өлө­шөн юғал­тыу ихти­маллығы ла юғары. Ямғырҙар башланһа, томат йыш ҡына ярыла, серей һәм ауырый. Әгәр эргә-тирәлә картуф үҫеп, унда фитофтороз ҡотора башлаһа, тиҙҙән был йәшелсәгә лә күсеүе ихтимал – зооспоралар һыу, ел, бөжәктәр, баҡса инструменттары яр­ҙамында еңел күсә. Фито­фтороздың үҫешенә төрлө фактор – дымлы көндәр, һауа темпе­ра­тураһының түбә­нәйеүе, үҫемлектәрҙең насар вен­ти­ляцияһы, тупраҡта азоттың артыҡ булыуы булышлыҡ итә.
Тупраҡта һәр ваҡыт уңайлы шарттарҙа әүҙемләшеүсе төрлө ауырыу тыуҙы­рыу­сы­лар­ҙың булыуын иҫәп­кә алғанда, беҙгә бер юл ғына  ҡала: хеҙ­мә­тебеҙ бушҡа юғалмаһын өсөн уңышты ваҡытында йыйып алыу. 
Помидорҙы ҡасан ҡы­уаҡ­тан алыр­ға мөм­кин? Әлбиттә, өл­гөргән уңышты йыйыу яҡшыраҡ – улар иң һутлыһы һәм хуш еҫлеһе. Әммә бындай емештәрҙе шунда уҡ ашарға йәки эшкәртергә кәрәк, сөнки улар оҙаҡ һаҡланмай. Оҙайлы һаҡлау өсөн йәшелсәне һутланып өлгөрөү стадияһында (асыҡ йәшел төҫтә), сортҡа ярашлы үлсәмгә еткән ваҡытта алырға мөмкин. Бындай осраҡта улар яҡшы һаҡлана һәм 2 – 3 аҙнанан өлгөрә. Поми­дорҙы ҡыуаҡтан күберәк алған һайын, унда ҡалған емештәр ҙә тиҙерәк формалаша, ҙурая. 

Алмағас сатырын формалаштырыу

Ултыртҡандан һуң алма һәм груша иртә уңыш бирә башлаһын,  емеше күп булһын өсөн уларҙың сатырын дөрөҫ формалаштырыу ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә баҡсасылыҡта ошо эшкә иғтибар бирергә кәрәк.
Сатыр ботаҡтары ныҡ булырға, ҡалын ҡар баҫымына бирешмәҫкә, уның ауырлығынан айырылып төшмәҫкә тейеш. Уларҙың ағас олононда бер тигеҙ алыҫлыҡта спираль формаһында урынлашыуы шарт. Емеш ағасының бейеклеге өс-дүрт метр булғанда, сатырҙың диаметры дүрт-биш метр киңлеккә етеүе мөһим. 
Ағас сатырын формалаштырыуҙың бер нисә төрө билдәле: һирәкләтелгән сатыр, таҡыя һымаҡ сатыр һ.б. Ағас олононда тәүгеһендә – ете-һигеҙ, ә икенсеһендә 10 – 12 төп ботаҡ була.
Сатырҙы формалаштырғанда, кәрәкмәгән ботаҡтар иртә яҙ ҡырҡып алына. Ҡырҡыр алдынан үҫентене ентекләп ҡарарға кәрәк. Үҙәк олон ергә ҡарата вертикаль, ҡалған ботаҡтарға ҡарағанда           20 – 25 сантиметр оҙонлоҡта булһын. Әгәр ситкә ҡараған ботаҡтар үҙәктәгенән оҙонораҡ икән, улар ҡыҫҡартыла. Һәр япраҡҡа ҡояш яҡтыһы төшөрлөк итеп, сатыр эсенә ҡарап үҫкән,  ҡороған, ауырыу   ботаҡтар ҡырҡып алына. Уларҙы бысҡы йәки баҡса бысағы менән дөрөҫ ҡырҡыу мотлаҡ. Шуны хәтерҙә тотоу мөһим: ботаҡ йәки үҫенте дөрөҫ ҡырҡылһа, ағастың яраһы тиҙ төҙәлә.
Сатыр осондағы ботаҡтарҙы ҡырҡҡанда бигерәк тә иғтибарлы булығыҙ. Сатырҙан ситкә ҡараған бөрө өҫтөнән генә ҡырҡып алырға кәрәк, шулай эшләгәндә бөрө үҫентеһе сатыр эсенә ҡарап түгел, ситкә ҡарап үҫер. Үҫентене бөрө өҫтөнән дөрөҫ ҡырҡыу мөһим.
Ҡайһы бер һәүәҫкәр баҡсасылар емеш ағасының оҙонлоғона иғтибар итмәй, уны буйға үҫтерә. Ә бит оҙон ағасты ҡарау ҡыйын. Был ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкәндә, емеш йыйғанда, тәрбиәләгәндә көтөлмәгән мәшәҡәттәр тыуҙыра. Икенсенән, оҙон булып үҫкән емеш ағасының күп өлөшө ҡар өҫтөндә ҡала. Ҡышҡы ҡаты һалҡындарҙа сәскә бөрөләре өшөп һәләк була. Өсөнсөнән, емеш ағасы ни ҡәҙәр оҙон булып үҫһә, емеш биреүсе ботаҡтар тамыр системаһынан шул тиклем алыҫлаша. Һөҙөмтәлә уларҙың  минераль һәм органик матдәләр менән туҡланыуы ҡыйынлаша.
Ошоно иҫәпкә алып, тәжрибәле баҡсасылар емеш ағасының буйға үҫеүенә юл ҡуймай. Ултыртҡандан һуң биш йыл үткәс, үҙәк олондоң үҫентеһе ҡырҡып ташлана. Сатырҙың бейеклеге өс-дүрт метрҙан арттырылмай. 

Йәшелсәне нисек һаҡларға?

* * *
Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә   1 – 1,5 сантиметр оҙонлоғонда ҡалдырып, бысаҡ менән ҡырҡығыҙ. Тамыраҙыҡты йыуырға ярамай. Ҡышҡылыҡҡа һаҡларға һалыр алдынан ҡоро һалҡынса урында бер нисә көн тотоп алыу файҙалы. Сөгөл­дөрҙөң тиҙ арала ашай торғанын һыуытҡыста 0 – 2 градус йылыла полиэтилен тоҡсайҙа  һаҡларға мөмкин. Тик уның ауыҙы асыҡ ҡалырға тейеш.

* * *
Һуғанды, йәй ямғырлы булһа, ныҡ киптерергә кәрәк. Һаҡларға һалыр­ҙан алда бер-ике аҙна 30 – 35 градус йылыла тотоу мөһим. Һабағын 4 – 5 сантиметр самаһы ҡалдырығыҙ, ҡыҫҡа ҡырҡылһа, төрлө инфекция үтеп инеп, серетеүе ихтимал. Ике-өс градус йылылыҡта һуған һәйбәт һаҡлана, оҙағыраҡ ята.

* * *
Кишерҙе алырға ашыҡмаҫҡа ла ярай, сөнки ул сентябрь аҙаҡтарына тиклем өлгөрә. Ә инде өҙлөкһөҙ ямғыр йонсотһа йәки ярыла башлаһа, мәленән алда ҡаҙып алыуҙан башҡа сара юҡ. Шунда уҡ һабаҡтарын ҡырҡығыҙ. Тик ҡул менән түгел, ә төбөнәсә бысаҡ менән. Һаҡларға һалыр алдынан кишерҙе йыуырға ярай. Ләкин аҙаҡ бер-ике көн ышыҡта киптереп алыу фарыз. Был йәшелсә мөгәрәптә бер-ике градус йылы температурала полиэтилен тоҡсайҙарҙа йәки таҙа ҡом һалынған йәшниктәрҙә һәйбәт һаҡлана.

* * *
Картуфты ҡаҙып алғас та 12 – 16 градус йылыла 15 – 20 көн тирәһе ҡоро ҡараңғы урында тоторға кәрәк. Шунан боҙолған, ҡырҡылғандарын айырып алып, һәйбәттәрен генә һаҡларға һалалар. Дөрөҫ үҫтерелгән, ваҡытында ҡаҙып алынған картуф өй шарттарында ла яңы йылға тиклем һәйбәт һаҡлана. Тик ул ҡараңғы урында торорға тейеш. Шулай ҙа мөгәрәпкә йәки баҙға һалыу хәйерлерәк. Араларына һарымһаҡ бүлкәттәре һалырға була.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: