Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Сентябрь 2022, 11:05

ҠЫҘ УРЛАУ

(Хикәйә)

Фәтих менән Нәзирә бер  мәктәптә  уҡыны. Малай өсөнсөлә уҡығанда,  ҡыҙ беренсе класҡа барҙы.  Бергә уйнап үҫкән бер урам балалары мәктәпкә лә бергә йөрөнөләр.  Етәкләшеп  барҙылар, йүгерешеп  ҡайттылар... Ике малай араһында үҫкән Нәзирәлә малайлыҡ шуҡлыҡтары ла юҡ түгел ине. Шуғалырмы,  өс өй аша ғына йәшәгән Фәтих менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Хатта дуҫ булып киттеләр.
Фәтих үҙ һүҙле, тәкәббер егет,  ниндәй эшкә тотонһа ла ҡулынан килә.  Ә Нәзирә – ике ир бала артынан тыуған наҙлы, иркә генә, атаһының иң яратҡан ҡыҙы,  әсәһенең уң ҡулы.  Аш бүлмәһендә әсәһе ни эшләһә, шуның менән булырға ярата. Бесән мәлендә  ата-әсәләре туғыҙ йәшлек ҡыҙға  бөтә хужалыҡты ышанып ҡалдырып китә.   Ҡайтыуҙарына өй йыйыштырылған, аш бешкән, сәй ҡайнаған, мунса әҙер булған... 
Нәзирә быйыл урта мәктәпте тамамлап,  бухгалтерҙар курсына уҡырға инде.  Ауылда һылыу ҡыҙға  күҙ һалмаған егет  юҡтыр. Фәтих был аҫыл ҡошто күҙ алмаһы кеүек һаҡлап, янында ғына йөрөй.  Уның эргәһенә бер кемде лә ебәрмәй һәм әлегәсә үҙе лә бик яҡынламай. Өркөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡа. Нәзирә уны ышаныслы дуҫы тип иҫәпләй икән, әйҙә шулай булып торһон әлегә. Тик һуңғы ваҡытта ҡыҙ эргәһендә “ҡоҙғон”дар күп оса башланы. Шуға егет быға тиклем булған уңайлы позицияһынан сығып, ҡыҙ менән өлкәндәрсә һөйләшеп алырға булды: 
– Нәзирә, беҙ хәҙер күптән бала-саға түгел. Һинең һөнәрең бар,  мин дә  шоферҙар курсын тамамлап ҡайттым. Какой ни какой колхоз бынамын тигән  ЗИС-ҡа ултыртып ҡуйҙы...   Ана, күл буйында һалынып бөткән өйөм  кәләш алғанымды көтөп ултыра.  Бул минең кәләшем, миндәй арыу кейәү таба алмаҫһың! – тип  ярҙы ла һалды. 
Ҡыҙҙы әйтерһең дә көслө ел бәреп китте, ҡоймаға һөйәлде. Бер тына ни әйтергә лә белмәй,  аптырап ҡалды. Эскәмйәгә ултырҙы. Фәтих һүҙен дауам итте:
– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, сыҡ миңә кейәүгә!
Ҡыҙ  башта ни әйтергә лә белмәй баҙаны. Битенә тулҡынланып төшкән  сәстәрен ҡолағы артына ҡыҫтырып, өҫтөнә кейгән кейеменә күҙ йүгертеп, үҙе лә яуапҡа ни ишетерен  белмәй, тулҡынланып торған Фәтихтең күҙҙәренә,   ниһайәт, тура ҡарап, үҙен ҡулға алды. Шунан:
– Һин, Фәтих, миңә бәйләнмә, йәме! Ауылда минән башҡа ла ҡыҙҙар бөтмәгән, шулар араһынан эҙлә кәләшлеккә  кандидатты.  Минең әле атай-әсәйем йортонда иркә ҡыҙ булып танһығым ҡанманы.  Өлгөрөрмөн кәләш булырға, – тип, көлөп кенә яуап бирҙе.
Фәтих тыштан ҡыҙ менән килешкән кеүек булып йылмайып торһа ла, шаяртыу ҡатыш ысынлап:
– Нәзирә, әйтмәне тимә, үҙ теләгең менәнме, йә нисек унда тағы... һин  барыбер минеке буласаҡһың.  Урлайым мин һине, ҡолағыңа алҡа итеп элеп ҡуй шуны, йәме! – тине. 
Ҡыҙ ҡысҡырып көлдө:
– Ҡулыңдан килһә, тәүәккәлләп ҡара!..
“Нисек был ҡыҙға ҡармаҡ һалырға? Нисек уңайын килтереп урларға? Нисек урларға? Әгәр ул мине һуңынан бөтөнләй күрәлмаһа нишләрмен?..” Әлегә егет бер һорауына ла яуап белмәй. Дуҫы Нәжип тә:
– Белмәйем, малай, был заманда урлайҙармы һуң? –  тип ҡулдарын ғына йәйҙе.
– Урлайҙармы-юҡмы икәнен әйтә алмайым, ишеткәнем юҡ, шулай ҙа урларға булһам, миңә һинең ярҙамың кәрәк булыр, дуҫ.
– Әлләсе тағы, төрмәгә ябып ҡуймаҫтармы?  Ул һиңә һарыҡ бәрәсе түгел, кеше балаһы!.. Кемдең балаһы бит әле ишшыу – Шәрифулла бабайҙың иң яратҡан, бер бөртөк  ҡыҙы.
– Эйе шул. Ул турала бөтөнләй уйла­мағанмынсы... Сәпсим башымды әйләндерҙе бит был Гөлнәзирә-Нәзирә!..
Ҡыҙ урлау еңел эш түгел, егеттәр. Ҡыҙҙар үҙҙәре риза булған осраҡта ла “ски”ҙары бик күп уның. Беренсенән, ата-әсәһе ризалығын бирерме, һине ҡыҙҙарына тиң күрерме?.. Икенсенән, ҡыҙ нисек  ҡабул итер был йүгәнһеҙ ҡылығыңды? Өсөнсөнән, кеше һүҙе лә ҡурҡыта: кешесә йөрөп, ҡыҙ ҙа ала алманы, меҫкен, бахыр, тиәсәктәр. Нәзирә уға тиң ҡыҙмы, буйы етмәгәнгә үрелә, тип тә ебәрһәләр, баҫҡан ереңдә ят та үл... 
Эсен ут-ялҡын өтөп барһа ла, ҡыҙға һиҙҙермәне Фәтих. Хатта Нәзирә, был егет мине ысынлап яратамы, әллә шаярып ҡына йөрөймө икән, тип шикләнә  лә төштө. 
Был һөйләшеүҙән һуң байтаҡ ҡына ваҡыт үтеп китте.  Ыш та, быш та юҡ,  егет тә әүәлгесә йөрөй бирҙе.  Нәзирәнең асыуы ла килә башланы.  Ахыры бер көндө тегене көнләштерәйем әле тип, Фәтихтең алдында дуҫы Нәжипкә шаярып ҡына бәйләнгән булды: 
– Нәжи-и-ип,  иртәгә тирәклеккә саҡырһаң, килер инем.  Саҡыраһыңмы? – тине.
– Әлләсе тағы, әсәйем, мунса яҡтым,  оҙаҡ йөрөмә, тип әйтеп ҡалды ҡалыуын. – Нәжип оялышынан нимә эшләргә лә белмәне. Бер дуҫына, бер Нәзирәгә ҡараны.
Фәтих:
– Килмәй тор, йөрөмә, дуҫ!  Бөгөн төн ҡараңғы, болотло буласаҡ. Унан кире, Нәзирә кәртә аша һикергәндә итәген эләктереп йыртыуы ихтимал... Лутсы, бар, ҡайтып мунса төш, мунса инәм, тип әйттең дә!..
– Беҙ  кәртә башынан түгел, ә ҡапҡа аша йөрөйбөҙ, ивет, Нәжип? 
Нәжип:
– Китегеҙ әле, мин ҡайттым, – тип, өйө яғына ыңғайланы. 
– Дөрөҫ һөйләйһең,  бар, әтеү әсәйең эҙләп сығыр. – Нәжип ҡайтып, ә Фәтих Нәзирәне оҙатып китте. Ҡапҡа төбөнә еткәс:
– Нәзирә, һин минең алда улай дуҫым менән шаярма, йәме! Әтеү  араны боҙорһоң!
– Ул ни уйнап һөйләгәнде аңлай инде. Ә бына мин һине аңламайым, Фәтих!  Урлайым тигәнеңә күпме ғүмер үтеп китте, ә һин һаман...
– Һин ҡаршы түгелһеңме һуң? Мин бит кеше көлдөрөп ҡуймайым тип ҡурҡып йөрөйөм. 
– Алйот,  ауылда иң беренсе урланған ҡыҙ булырға кем хыялланмай икән?!
– Ысынлапмы?! Әйҙә, бөгөн үк урлайым...
– Әйҙә, тик мин хәҙер,  өйгә инеп, кәлүшемде генә алыштырып кейәйем дә, – тип Нәзирә ҡапҡанан инеп юғалды... Инеп китте лә башҡа сыҡманы. Фәтих ярты төн буйы көттө.  Ҡыҙҙың ата-әсәһе ишетеп ҡуймаһын тип, шым ғына:
- Нәзирәәәә! – тип һөрәнләп тә ҡараны. Тик яуап та, суртым да булманы.  Шунда егет, ҡыҙҙың  аяғындағы  аҡ туфлийын иҫенә төшөрөп, уны  кәкре ҡайынға һөйәп киткәнен аңлап, асыуланып ҡайтып китте.
Икенсе көн Фәтих бухгалтерия яғына барып йөрөмәне. Ҡарап ҡарайыҡ, ни эшләр икән... Тик Нәзирә иртән дә, төш тә силсәүит тирәһендә күренмәне. Егеттең башҡа сыҙар хәле ҡалмағас, үҙе килде, тик бухгалтерия бикле ине.
Күрше бүлмәләге ҡыҙҙарҙан:
– Нәзирә ҡайҙа икән, йомошом бар ине, – тип һораны.
– Ул район үҙәгенә отчет бирергә китте, бөгөн булмай, – тинеләр. Фәтих машинаһына ултырып, фермаға юл тотто. Егеттең кәйефе бөтөнләй ҡырылды. Йәйге оҙон көн уға бөгөн мәңге үтмәҫ кеүек тойолдо. Председатель ҡушҡан ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарып, тегендә-бында һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә, машинаһын ҡалдырып, өйөнә ҡайтып китте. Юлында Нәжип тап булды.
Нәжип:
– Кисә Нәзирәгә нимә булған ине ул? Миңә бәйләнәсе... Әлдә һин булдың... 
Фәтих ҡысҡырып көлдө:
– Эйе, әлдә мин булдым, әтеү үҙеңде урлап алып ҡайтып китер ине.  Э-э-эй, мин һине дуҫым тип йөрөгән булам бит әле, еүеш танау... Ауыҙыңдан һеләгәйеңде ағыҙып тораһың шунда...
– Ярар, тыныслан, һине лә әйтер инем... 
Фәтих:
– Тыңла, минең план бар. Бөгөн киске уйынға сыҡҡанда урлайбыҙ беҙ уны.
– Кемде? – тине Нәжип,  ҡапыл ғына дуҫының уй осон тоталмай.
– Нәзирәне!
– Ҡуй, юҡ менән булмайыҡ, унан кире әсәйем дә әрләйәсәк, һин иҫәр ыңғайына иҫәрләнеп йөрөгәнгә. 
Нәжип  ҡайтыу яғына ыңғайланы.
– Ярар, дуҫлығың шул сама ғына икән. Һинән башҡа ла урлай алам мин уны. Тик күп һөйләнеп йөрөмә, аңланыңмы, мороноңа алырһың...

(Дауамы бар).

Нәзирә менән Фәтих клубта осрашты. Ҡәҙимгесә һөйләшеп, көлөшөп, уйындарҙа ҡатнашып, ҡапма-ҡаршы  бейештеләр. Бик күңелле булды. Ҡыҙ:
– Иртәгә район үҙәгенә барып, бөгөн бөтмәгән эштәремде ослап ҡайтырға кәрәк.  Силсәүит рәйесе, һинең менән барырһың, тине. Юл ыңғайы,  сельпоға һуғылып,  магазинға тауар  ҙа тейәп алып ҡайтырға ҡушты. Иртән   юллама алырға онотма, йәме. Мин һине ауыл ҡапҡаһы  төбөндә көтөп торормон, - тине лә, Фәтихты үсекләгәндәй, битенән үпәс итеп, өйөнә йүгереп инеп китте.
– Тыныс йоҡо, Нәзирәм! – тип тороп ҡалды егет. - Әллә шаяраһың, әллә мыҫҡыл итәһең, аңламайым мин һине, Нәзирә, - тип үҙе менән үҙе һөйләште егет. Шаярып-көлгән кеүек булһа ла, ул да мине ярата кеүек. Әле бая, ҡапма-ҡаршы бейегендәрендә ҡалай яратып ҡараны ул миңә... Ә ҡулдары шундай йомшаҡ, йылы, хатта йөрәгенең тибеше тойолған кеүек... Эх, Нәзирә, Нәзирә!.. Ҡайтып ятҡас та егет оҙаҡ йоҡлап китә алмай, иртәгәге сәфәр тураһында уйланып ятты. Башына ҡыҙыҡ ҡына  уйҙар ҙа килде...
Фәтих  иртән тороп, йыуынып, кейенеп, Нәзирә бүләк иткән хушбуйын һөртөп, тамаҡ ялғап алғас, күтәрмәгә сығып баҫты. Әсәһе:
– Һа-а-ай, үҙемдең улым да ҙур үҫте, кәләш алырлыҡ булды! 
– Әгәр ысынлап кәләш алып ҡайтһам, әсәй, һин ҡаршы булмаҫ инең микән?
– Киленгә кеше ҡаршы була ти мени? 
– Әтеү, бөгөн үк алып ҡайтам, йәме, әсәй, әҙер тор!
– Ярар! Тик атайың кеүек була күрмә...
– Атайыма нимә булған?  Ул  һине урлағанын беләм. Мин дә был йоланы ҡабатларға уйлайым әле...
– Урланы ти, юҡ хәбәр, – әсәһе ҡысҡырып көлдө.
– Әсәй, һөйлә лә, урламанымы әллә?
– Оҙон һүҙ китапҡа яҡшы, - тигән боронғолар... Мин үҙем  атайыңды урланым. Карандаслы атҡа  ҡыңғырауҙар тағып, атайыңдың дуҫы  Зинур бабайыңды кусырға ултыртып, үҙем аҙиалға төрөнөп, атайың эргәһенә менеп ултырҙым да, өләсәйеңдәр ҡапҡаһы төбөнә килеп туҡтаныҡ. Юл ыңғайы, атайыңдың ҡолағына: “Һин мине ысынлап яратаһыңмы?” – тип кенә шыбырҙаным.  Ул: “Яратмаған ҡайҙа ул, яратам кәнишнә!” – тине.   Атайың мине күтәреп  алып  өйҙәренә индерҙе:
– Әсәй, ҡайҙа мендәрең, киленеңдең аяғы аҫтына һал! – тип һөрәнләп ебәреүе булды, өләсәйең ап-аҡ тышлы мендәрен аяғым аҫтына килтереп тә һалды...
–    Һеҙ, ир-атты шулай, кәрәк урында  әҙерәк төртөп  тә  ебәрергә кәрәк ...
Ана шул көндән алып  даны таралып китте атайыңдың. Хатта ир-ат: “Йүнле ирҙәр ҡыҙҙы урлап ҡына ала, ана Нурислам кеүек!” – тип кенә ебәрәләр. Атайың, ҡорсанғы, маһайып торған була шунда. 
– Был турала бер кемгә лә һөйләмәгәнһеңдер, әсәй?
– Юу-у-уҡ!  Үҙемә мәртәбә лә баһа!  Шуға ҡәҙәр, шунан һуң да  ауылда башҡа  ҡыҙ  урлаусы булманы.  Ә уйлап ҡараһаң, ниндәй  матур йола!..  Ярай, улым, эшкә ашығам, һау булып тор!
– Пока, әсәй!
–    Ҡара һин уларҙы, ниндәй сер һаҡлап йөрөткәндәр. –  Атай, мин һинең хатаңды ҡабатламам, – тине лә, үҙенә ишетерлек кенә итеп, егет эшкә сығып йүгерҙе.

***  
Район үҙәгендә Нәзирә үҙ эштәрен бөтөргәнсе, Фәтих машинаһын сельпо алдында ҡалдырып, магазиндарҙа  йөрөп  кәрәк-яраҡ алды.  Фатима инәһенә инеп, хәл-әхүәлен белешеп, һөйләшә-серләшә сәй эсеп алғас, ишек алдында ятҡан түмәрҙәрен ярып ташланы.
– Инәй, миңә  берәй  мату-у-ур аҙиал һатып алырға кәрәк ине. Мин сепрәк-сапраҡтың рәтен белмәйем, алып бирешмәҫһеңме икән? – тине ул инәһенә, һуңғы ярылған дүмәрҙе өйөмгә ырғытып.
– Хәҙер кибеттәрҙә юҡ нәмә үҙе юҡ, улым, беҙҙең йәш саҡта ғына ҡытлыҡ ине ул... Алырбыҙ, алырбыҙ... Хәҙер өҫтөмдө генә алыштырып сығайым да...
–    Иң матур күлдәгеңде кей, йәме, инәй, - тип  артынан ҡысҡырып ҡалды Фәтих. Беҙгә барып  етеп  әйләнерһең, күптән килгәнең юҡ... Әсәйемдәр ҙә ҡыуаныр...

Юлда Нәзирәне ултыртып алдылар.
–    Таныш бул, Нәзирә,  был минең  Фатима инәйем, – тине Фәтих.  Фатима инәй, ә был бая һиңә әйткән   Нәзирә, – тип таныштырҙы егет.
Район менән ауыл араһы ун биш саҡырым, төшкә ҡәҙәр елдереп ҡайтып еттеләр. 
–    Башта Фатима инәйемде өйгә алып ҡайтып ҡалдырайым да, һуңынан һине илтеп ҡуйырмын, йәме, Нәзирә, – тип  Фәтих үҙенең өйҙәре  алдына килеп туҡтаны. Ата-әсәһе лә төшкө ашҡа ҡайтҡайны. 
Машина  ҡапҡа алдына килеп туҡтағас, Фәтих  тиҙ генә төшөп, икенсе яҡтан ишекте асып ебәрҙе.  Нәзирә ситтә ултырғас, Фатима инәйҙе үткәрәйем тип, ергә  төштө.  Тап шул мәл Фатима инәй, бая һатып алған аҙиялды яҙып ебәреп, ҡыҙҙың башынан япты. Шуны ғына көтөп торған Фәтих, Нәзирәне төрөп, күтәреп өйөнә алып инеп   тә китте:
–    Әсәй, ҡайҙа мендәрең, киленеңдең аяғы аҫтына һал! – тип һөрәнләне егет.
Ул арала, алдан һөйләшеп  килешкәнсә, Фатима инәй балын, майын тотоп  йүгереп килеп тә инде.
–    Килен, телең майҙай йомшаҡ, балдай татлы булһын! – тип, ҡыҙға бал менән май ҡаптырҙы..
Ул ике арала Нәзирәнең ата-әсәһе килеп етте. Күрше-тирәләр ҡапҡа алдына йыйылып китте. Нәзирәнең атаһы ҡыҙынан:
–Ҡыҙым, ризаһыңмы, яратаһыңмы? – тип, ҡыҙына ишетерлек кенә итеп,   һораны.
Ҡыҙ, эйе,  тигәнде аңлатып, башын  ғына ҡаҡты.
Йыйылған халыҡ араһынан берәү:
–    Һай, Нурисламдың малайы, афарин! Атаһынан ҡалышманы! Маладис! Тигән тауыштар яңғыраны.
Фәтихтарҙың өй эсе, ҡапҡа алды  умарта күсе кеүек гөж килде.  Ауылда яңылыҡ тиҙ тарала бит ул... Ә был,  әллә нисә йылға бер булған “ҡыҙ урлау” йәшен тиҙлегендә тирә-йүн ауылдарға ла барып еткәйне.
Нәзирәгә күҙ атып йөрөгән “асыҡ ауыҙҙар” Фәтихҡа көнләшеп тә, һоҡланып та ҡаранылар.
–    Вәт, егет исмаһам, әллә ни  һәйләнеп тә йөрөмәне, әйтте – эшләне! – тинеләр.

Туйға бөтә ауыл йыйылды. Ҡаҙандар элеп, тултырып, бишбармаҡ бешерҙеләр, әллә нисә самауыр шыжлатып, ҡайнаттылар... Буҙа, ҡымыҙ эстеләр! Йырланылар, бейенеләр, уйнанылар-көлдөләр... Тәмле һый-хөрмәттән өҫтәлдәр,  затлы бүләктәрҙән һикеләр бөгөлдө...
Аҡ келәт тупһаһын аша атлап үткәс,  Фәтих Нәзирәгә:
– Аҡҡошом, бәхетем, мөхәббәттем, мин һине шул тиклем ныҡ яратам! Өндә түгел, төшөмдә йөҙәм кеүек...  Ә һин?..
– Йәнем,  тағы саҡ ҡына төшөңдә йөҙһәң,  мин осоп китермен, уян инде!
– Бергә осайыҡ, йәме, кәләш!
–    Ярай.
Йәйге көн ҡояшлы. Талғын ғына йылы ямғыр һибәләп үтте. Йәйғор сыҡты.  Еңгәләр йәш киленгә һыу юлы күрһәтергә алып киттеләр. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҡәнәғәт сөкөрләшеп, йәштәр артынан эйәрҙе.
Салауат күпере ауылдың ике осон тоташтырып, һыу юлы ҡапҡаһы булып, йәштәрҙе өйҙәренәсә оҙатып, аҡ ебәк болоттар араһына инеп ирене.  Йәш кәләш мөлдөрәмә силәктәрен сайпылдырмай, ҡәйнәһе тупһаһына алып ҡайтып, тәүге самауырын ҡайнатырға ҡуйҙы.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.

 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: