Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Сентябрь 2022, 07:00

Ҡояшлы тәҙрәләр

йәки Башҡорт егете Рөстәм Хисмәтуллиндың беҙгә нисек итеп «кетәк»те фатирға алмаштырырға ярҙам иткәне

Ҡыҫыҡ бүлмәлә донъя көтөүҙең, дөрөҫөрәге, донъя көтөргә маташыуҙың, ниндәй этлек икәнен бигерәк тә ятаҡта йәшәүсе кешеләр нығыраҡ аңлайҙыр. Минең дә ҡыҙым менән майҙаны ни бары ун өс кв. м. ғына тәшкил иткән, “торлаҡ” тигән исеме генә булған шундай бүлмәлә утыҙ йыл дауамында йыйылған “мөлкәт”те һыйҙырыр өсөн урын таба алмай, һәр сантиметрын үлсәп, тырышып, йәшәп ятҡан көн ине. Йәшәүме ни – ыҙа сигеү инде ул. Берәй әйберҙе табам тиһәң дә бит, иң тәүҙә бөтә кәштәне, өҫтәл аҫтарындағы бер-береһенә өйөлгән сумка-фәлән, төйөнсөктәрҙе аҡтарырға тура килә! Һөйләһәң кеше ышанмаҫ: бер нисә йыл элек, эҙләү барышын тиҙләтеү өсөн, бүлмәләге әйберҙәрҙең “адресы” күрһәтелгән картотека ла төҙөп маташҡайным. Мәҫәлән, о хәрефенә: “Пальто – зәңгәр ҙур пакетта”, к хәрефенә: “Күк төҫтәге йәйге күлдәк – иң өҫтәге кәштәлә”,  “Кроссовки – һыуытҡыс артында” һ.б.

Башҡа ыҙалар хаҡында, мәҫәлән, йоҡа ғына стена аша йә күршенең телевизоры мөңгөрҙәүен, йә тыштағы иҫерек компанияның аҡырышыуын тыңлап, таңға ҡәҙәр йоҡлай алмай ятҡандарҙы тәфсирләп яҙып та тормайым. 
Былтыр йәй, мунса кеүек булып киткән бүлмәлә эҫелектән дә, ҡы­ҫыҡлыҡтан да йонсоуҙың сигенә еткәндә, әллә ипотекаға фатир һатып алырғамы икән, тигән уй килде башҡа. Туғандар ҙа хуплағас, тәүәккәлләнек. Әйтергә кәрәк, ипотека тураһында күптән уйлана инек, ләкин үҙ көсөңә ышанмау, төрлө шик-шөбһә был уйҙы бойомға ашырыуҙы тотҡарлап килде: телевизорҙамы, интернеттамы төрлө торлаҡ мутлашыусылары тураһында береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ яңылыҡтар уҡыйбыҙ ҙа туҡталып ҡалабыҙ. Шуларҙан алданып, ошо “кетәк”тән дә яҙһаҡ, ҡайҙа барырбыҙ, тибеҙ. Икенсенән, финанс хәлебеҙ ҙә шатланырлыҡ түгел.
Әгәр яҙмыш беҙҙе күсемһеҙ милек агентлығында эшләүсе Рөстәм исемле егет менән осраштырмаһа, был мәсьәлә күпмегә һуҙылыр ине икән – әйтеүе лә ҡыйын.   
...2017 йылда уҡ танышым үҙенең сәхифәһенә нисек итеп хыялында йөрөткән фатирға эйә булыуы тураһында видеояҙма урынлаштыр­ғайны. Видеояҙмала ул “Перспектива – 24” күсемһеҙ милек агентлығы хеҙ­мәткәрҙәренә, бигерәк тә Рөстәм исемле егеттең эшенә ыңғай баһа биргән. Мине лә ҡыҙыҡһындырҙы был агент­лыҡ. Танышымды һорауҙар менән күмеп ташланым.
Фатир алыуға бер ниндәй өмөт булмаһа ла (сөнки эш хаҡым әҙ, ҡыҙым уҡып ҡына йөрөй – ипотека өсөн беренсе иғәнә лә юҡ, исмаһам), белешеп булһа ла сығайыҡ, тип, Рөстәмгә юлландыҡ.
Рөстәм Хисмәтуллин беҙҙе, күп­тәнге таныштары кеүек, йылмайып ҡаршы алды. Мөләйем йөҙлө, яғымлы ҡарашлы, күпереп торған ҡара сәсле, оҙон, мыҡты кәүҙәле егет киноларҙағы төп геройҙарға оҡшап тора ине. Мине  иғтибар менән тыңлағас, ул фатир алыу өсөн ниндәй документтар кәрәклеген, эш хаҡы күләме ниндәй булырға тейешлеген ентекләп һөй­ләне. Үке­нескә күрә, беренсе иғәнәне түләргә лә аҡса юҡ ине беҙҙең, ләкин ветеран ғаиләһе булараҡ, ҡыҙыма тейешле торлаҡ сертификатына өмөтләнеп йөрөгән осор. Милек агентлығында ла: “Әгәр сертифи­катығыҙҙы ҡулланһағыҙ, ипотека арзаныраҡҡа төшәсәк”, – тип тыныс­ландырҙылар. 
Ләкин беҙҙең өмөтөбөҙ аҡланманы. Баҡтиһәң, сертификат тик егерме өс йәшкә тиклем генә бирелә икән! Ә ни өсөн һуң юғарылағы түрәләр балаға егерме өс йәш тулғанын көтә? Был һорауға утыҙ мең һум аҡса түгеп яллаған юрист та, Рәсәй һәм Баш­ҡортостан республикаһы  прокуратуралары ла, Төҙөлөш министрлығы ла, Өфө ҡалаһы хакимиәте лә, депутаттар ҙа, Афғандар үҙәге лә – бер кем дә яуап бирә алманы. Хатта Президентҡа яҙҙыҡ, тик фәтүә булманы. Һәр ва­ҡыттағыса, “Ветерандар тура­һын­да”ғы федераль закондың 23-сө статья­һының 2-се пунктына һылтанып, ҡоро һәм рәсми хаттар ебәреү менән сик­ләнделәр. Уңайлы бит!
Фатир һатып алыу өсөн бер генә юл ҡала ине. Ул –  ятаҡ бүлмәһен һатып, беренсе иғәнәне түләү. Тағы: “Һатһаҡ, үҙебеҙ ҡайҙа йәшәрбеҙ?” – тип ҡай­ғырабыҙ. 
Рөстәм менән һөйләшкәнгә биш йыл үтеп киткәйне инде. Сертификатһыҙ ҡалыуыбыҙ тураһында белгәс, ул бер генә һүҙ яҙҙы: “Мин һеҙгә ярҙам итәсәкмен”. 
Май айы ине. Рөстәм килеп, “ке­тәк”те фотоға төшөрҙө һәм агент­лыҡтың сайтына иғлан ҡуйҙы. Бер үк ваҡытта килешеү төҙөнө һәм ипотека юллау өсөн бөтә документты йыйып, банкка тапшырҙы. Беҙгә бер ергә лә йөрөргә тура килмәне – сделканың үтәлешен компьютер аша ғына күҙәтеп барҙыҡ. Икенсе көндө ипотека мәсьәләһе лә хәл ителде.  
Эш бүлмәне һата һалып, фатир табыуҙа ине. Бының өсөн банк авгусҡа тиклем генә ваҡыт бирҙе. Бүлмәне һата алыуыбыҙға ныҡ шикләндек, әлбиттә. Йәнәһе, прихожая кеүек кенә урында кем йәшәргә теләр? Ләкин яңылыш­ҡанбыҙ икән: ипотека ки­лешеүен төҙөргә ике аҙна ҡалғас, Рөстәм бер егетте эйәртеп килеп инде. 
Быға тиклем беҙҙең менән гел урыҫ телендә аралашҡан Рөстәм саф башҡортса: “Һаумыһығыҙ!”, тип иҫән­ләшкәс, беҙ аптырап киттек. Бүлмәне ҡарарға килгән егет тә ялп итеп уға боролдо ла:
– Бәй, һеҙ башҡортса беләһегеҙме ни ул? – тип һораны, ауыҙы ҡо­лаҡ­тарына еткәнсе йылмайып. 
Бәләкәй генә бүлмә башҡорт телмәре менән тулды. Барыбыҙ ҙа рәхәтләнеп көлөп ебәрҙек. 
– Ҡалала тыуып, урыҫ мәктәбендә уҡығас, мин, әлбиттә, һүҙҙәрҙе ха­талыраҡ әйтәм... – тип аҡланды Рөстәм оялсан ғына.
Хәҙер Рөстәм Хисмәтуллиндың ҡыҫҡаса ғына биографияһы менән танышып үтәйек.
Егет 1987 йылдың 29 авгусында Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән. Унда 2-се мәктәп-гимназияны тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетында белем алып, юрист һөнәренә эйә булған. Тырыш егет уҡыуҙан тыш экономист булып та эшләй, ә биш йылдан һуң үҙ эшен асып ебәрә.  Рөстәмдең атаһы Урал Фирғәт улы Хисмәтуллин, йәш сағынан уҡ хәрби юлды һайлап, полковник дәрәжәһенә күтәрелгән кеше. Әлеге көндә хөрмәтле, абруй ҡаҙанған ир уҙаманы Салехард ҡалаһында хәрби комиссар вазифаһын башҡара. Рөстәмдең әсәһе Кәримә Мөхөтдин ҡыҙы  бар ғүмерен шәфҡәт туташы һөнәренә бағышлаған. Ул әле лә дауаханала эшләй. Егеткә ата-әсәһенең хеҙмәт өлгөһө һәм тәрбиәһе тормошонда һәр ваҡыт үрнәк һәм йәшәү маяғы булып тора. Атаһы хәрби кеше булғас, ғаиләгә йыш ҡына Рәсәй буйлап күсенеп йөрөргә лә тура килгән: Ташкентта, Минскиҙа,   Себер ҡала­ларында йәшәгәндәр. Ниһайәт, яҙмыш елдәре ғаиләне Башҡортостанға ташлай. Өфөлә Рөстәм һылыу башҡорт ҡыҙы Гөлнара менән таныша. Йәштәр өйләнешә. Әле уларҙың ҡыҙҙары үҫеп килә. Әлбиттә, күңеленә ятҡан һөнәрҙе табыр алдынан  баш ҡалала Рөстәмгә күп хитланырға тура килә, ләкин ныҡыш егет, ауырлыҡтарға ҡарамай, һаман да алға бара. 
Төрлө өлкәлә үҙ көсөн һынап ҡарағандан һуң, 2015 йылда Рөстәм     Рәсәйҙә иң алға киткән компа­нияларҙың береһе һаналған, Өфөлә генә лә штаты өс йөҙҙән ашыу кешене тәшкил иткән “Перспектива – 24” федераль компанияһына эшкә барып урынлаша. Һөнәри кимәлен ярайһы ғына үҫтергән егет бына ете йыл инде күсемһеҙ милек буйынса агент булып хеҙмәт итә. 
– Мөлкәт һатыу-һатып алыу ки­ле­шеүҙәре төҙөү күп законды, хоҡуҡи актты белеүҙе генә түгел, ә сабырлыҡ, оҫталыҡ һәм күп көс талап итә, ләкин был һөнәрҙе һайлауыма һис тә үкенмәйем. Сөнки етди компанияла эшләү – үҙе бер ғорурлыҡ, – ти Рөстәм.
Компания сайтындағы “Аҙнаның иң яҡшы агенттары” рубрикаһында Рөстәм Хисмәтуллиндың фото­һү­рәттәре бик йыш баҫыла. Был үҙе үк егеттең эшенә нисек яуаплы ҡа­рағанын иҫбатлай. 
“Кетәк”те уңышлы ғына һатырға ярҙам иткәс, Рөстәм шунда уҡ беҙгә агентлыҡ базаһында теркәлгән фа­тирҙарҙың варианттарын ебәрә башланы. Ни ғәжәп: беренсе фатир­ҙы оҡшаттыҡ. Оҙаҡламай һатыу-һатып алыу килешеүе төҙөлдө. 
Шуны әйтергә кәрәк: беҙ һайлаған фатир икенсе риэлторҙың базаһында булыуға ҡарамаҫтан, Рөстәм офис­тарҙа ла, банкта ла һаман беҙгә ярҙам итеп йөрөнө, һәр ваҡыт яныбыҙҙа булды һәм, ниндәй һорау килеп тыуһа ла, ентекләп аңлатты, электрон сделканы, документтарҙың дөрөҫ тер­кәлеүен күҙәтеп барҙы, күпкә арза­ныраҡ хаҡҡа страховкалау ойошмалары табып бирҙе.
Ниһайәт!.. Егерме һигеҙ йыл буйы ситлектәге кеүек ҡыҫылып йәшәү шул тиклем үҙәккә үткән икән: үҙ фа­тирыбыҙҙа беренсе тапҡыр киң, иркен аҙымдар менән баҫып йөрөй алыуҙан күҙҙәремә йәш тығылды.   
Ур-ра, хәҙер кейем картотекаһы төҙөргә лә кәрәкмәй, ә фатирҙың ҡалын кирбес стеналары бер ниндәй сит тауышты ла үткәрмәй! Декабрь иртәһендә беҙҙе тағы бер мөғжизә хайран ҡалдырҙы. Тәҙрәнән һыҙылып ҡына алһыу таң атҡаны, ҡыҙарып ҡояш ҡалҡҡаны күренеп тора икән. Тимәк, беҙ көн дә таң ҡаршы­лаясаҡбыҙ! Кистәре лә матур: икһеҙ-сикһеҙ күктә йондоҙҙар балҡый, яңғыҙ ай йөҙә, ә ҡайһы саҡта ҡар ишелеп яуа һәм урамда ҡалын көрттәр барлыҡҡа килә. Хәс тә ауылдағы кеүек! Әйтерһең дә, мин кире бала сағыма, тыуған яғыма ҡайтҡанмын. Ошо ҡыуаныс, әҙәмсә йәшәй башлауыбыҙ фатир өсөн арттырып түләргә мәжбүр булыуы­быҙҙы ла аҡлай ине.
Рөстәм беҙҙе онотманы, күсенеп бөткәс тә шылтыратып, хәлебеҙҙе белеште, кәңәштәрен бирҙе, хатта коммуналь хеҙмәттәр түләү өсөн киле­шеүҙәрҙе ниндәй ойошмаларҙа тө­ҙөргә икәнен  әйтеп, өйрәтеп торҙо.  Әлбиттә, бер күңелде ҡырған мәл булды: элекке хужалар оҙаҡ ҡына  прописканан төшмәй йөрөнө. Бында ла Рөстәм, сәбәбен белешеп, фатирҙы һатҡан риэлтор менән бәйләнеш тотоп, мәсьәлә хәл ителгәнсе беҙҙең менән ҡалды. Мин уның иҫ киткес кешелекле икәненә инанғандан-инана барҙым.  
Хеҙмәттәштәре лә Рөстәм тура­һында тик яҡшы һүҙҙәр әйтте. 
– Ул беҙҙең ойошманың иң абруй ҡаҙанған, аҡыллы, үҙ эшен юғары кимәлдә башҡарған профессионал­дарҙың береһе, – ти Денис Суфиянов. – Миңә уның пунктуаллеге, ярҙам­сыллығы, һәр бер кеше менән уртаҡ тел таба белеүе оҡшай.  
Уның һүҙҙәрен Эдгар Мәғәфүров та ҡеүәтләне:
– Рөстәм менән дүрт йылдан ашыу хеҙмәттәшлек итеү осоронда уның ниндәй ярҙамсыл һәм киң күңелле икәнен белдем. Ысынлап та, оло йөрәкле кеше ул. Мәҫәлән, эшләй башлаған ваҡытта иң беренсе миңә ул ярҙамға килеп, профессияның нес­кәлектәрен төшөндөрҙө. Хәҙер Рөстәм – минең иң яҡын дуҫтарымдың береһе. Лидер һәм бик бай тәжрибәле белгес, тип атар инем уны. 
Рөстәм тураһында сайтта ыңғай фекерҙәр бик күп. Шуларҙың бер нисәһе менән таныштырып үтәйем. Наталья яҙа: “Перспектива-24” агент­лығына, бигерәк тә Рөстәм Хисмә­туллинға оло рәхмәтемде еткерәм! Ипотека юллап, фатир алыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Изге күңелле кеше”. Зифа: “Рөстәм Хисмәтуллинға ҙур рәхмәт! Мин ипотеканың нимә икәнен дә белмәгәс, ныҡ ҡурҡҡайным, ләкин дуҫтарым миңә юғары квалификациялы агент Рөстәм Хисмәтуллинға барырға кәңәш итте. Ул сделка барышын аңлатыу ғына түгел, тынысландырып, бөтә шик-ҡурҡыуҙарҙы юҡҡа сығарҙы''. Алһыу: “Мине Рөстәмдең юғары профессиональ сифаттарға эйә булыуы һоҡландырҙы. Ул тиҙ арала беҙгә оҡшаған фатир табып, бөтә ғаиләбеҙҙе ҡыуандырҙы. Уның менән эшләү шул тиклем күңелгә ятты! Ул һәр клиентҡа хөрмәт менән ҡарай, кәрәкле урында шаярта ла белә, ваҡыты тар булыуға ҡарамай, тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында һорауҙарға яуап бирә, йыуата. Һин – иң яҡшы агент!” Ольга: “Мин Рөстәм Хисмәтуллин тураһында, үҙ эшенең оҫтаһы, тип әйтәм! Иң тәүге көндән үк беҙҙе иғтибар менән тыңлап, үҙебеҙгә оҡшаған фатир эҙләй башланы һәм һөҙөмтәлә, беҙ хыялланған фатирҙан да яҡшырағын табып бирҙе! Мөғжизә! Мин уны бар таныштарыма тәҡдим итәсәкмен!” Диана: “Үҙ эшенә яуаплы ҡарай, сделканы сифатлы һәм тиҙ башҡара. Һеҙгә еңел булмаған эше­геҙҙә ҙур уңыштар теләйем!” Рәмзилә: “Тик Рөстәм Хисмәтуллинға ғына мөрәжәғәт итәсәкмен. Бик итәғәтле, йәш, яғымлы кеше”. Гүзәл: “Рөстәм эшенә яуаплы һәм ижади яҡтан ҡарай. Беҙ уға ҙур һаулыҡ, уңыштар, карьера баҫҡыстарынан юғары күтәрелеүен теләйбеҙ!” Динир: “Иң яҡшы риэлтор! Уның тураһында хатта китап яҙырға мөмкин! Яҙмышҡа шундай кеше менән осраштырғаны өсөн рәхмәтлемен...” Диана: “Рөстәм Урал улы менән беҙ күптән бергә. Студиянан башла­ғайныҡ, хәҙер инде өс бүлмәле фатирға барып еттек!” Гөлсәсәк: “Ул эшендә бер ниндәй ҙә сетереклеккә һәм аңла­шылмаусан­лыҡҡа юл ҡуймай: барыһын да оператив, тиҙ хәл итә, ә был клиент өсөн үтә мөһим”. Сәлимә: “Оҫта, юғары белемле хеҙмәткәр. Әгәр ҡыйыныраҡ хәл килеп тыуһа, беҙҙең өсөн борсолоп, янып йөрөнө. Тыныс тонда һөйләшкәне, сабыр холоҡло, әҙәпле, компетентлы, иғтибарлы кеше булғаны өсөн яраттыҡ. Рөстәм һәр кемдә лә тик ыңғай тәьҫораттар, яҡшы хәтирәләр генә ҡалдыра”. Вадим: “Иң яҡшы эксперт, тип атар инем!” 
Беҙ ҙә ошо һүҙҙәргә ҡушылабыҙ һәм: “Афарин, Рөстәм!” – тибеҙ. Уға эш­тәрендә ҙур уңыштар, ғаилә бәхете, һаулыҡ-сәләмәтлек, һәр ваҡыт шулай асыҡ күңелле, шат йөҙлө, шаян, башҡорт рухлы булып ҡалыуын те­ләйбеҙ. Ул, ысынлап та, беҙгә ҡояшлы иртәләр бүләк итте. Һәр кемдең дә иртәһе шулай хәйерле булһын, ҡояшлы булһын, бер кем дә ҡыҫыҡ бүлмәләрҙә интегеп көн күрмәһен...

Миңзилә ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы. 

 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: