Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Сентябрь 2022, 07:00

Тамырын белмәгән – тере етем

Типографиянан эштән ҡайтҡан Зарифулла башын эйеп, ҡара янып килеп инде. Иҙәндә уйнап йөрөгән бер йәшлек Ырыҫҡоло "а-та-та!" тип йүгереп ҡаршы килгәс, күңелһеҙ генә йылмайып, уны күтәреп алды, ләкин элеккесә һауаға осортоп атындырманы.


Көнһылыу иренә һағайып ҡараны. Йүгереп йөрөп өҫтәлгә ашарға ултыртты ла, улын ҡулына алып, иренә һораулы ҡарашын төбәне.
– Бөгөн иртән Мәһәҙи ағайҙың ғаиләһен ҡулға алғандар, әллә ниндәй ябыҡ ойошмала торған, тиҙәр. Аптырайым, ул ниндәй "халыҡ дошманы" булһын икән, һәүетемсә генә эшләп йөрөгән ғилемле ағай ине.  Һиңә әйтәм, әллә малай менән ауылға ҡайтаһыңмы?
– Әлләсе,  ағайым менән кәңәшләшеп алмай булмаҫ. Ул ни тиер икән!
- Белмәйем шул, Һылыу, беҙгә лә еле ҡағылыр һымаҡ бит әле. Көндө ел боҙор, кешене һүҙ боҙор, бик аңлайышһыҙ буталсыҡ башланды. Күрәһең бит, ялыу хаты буйынса алалар ҙа китәләр. Ағайыңа ла үҙен һаҡ тоторға кәрәк, тип уйлайым.
Киске ашты ашап та бөтмәнеләр, ике хәрби шатыр-шотор килеп тә инде.
– Зарифулла Ғарифулла улы, совет иленә ҡаршы эштәр алып барғанығыҙ өсөн һеҙҙең ғаилә ҡулға алына. Баланы ла алығыҙ.
- Һуң, ҡатын менән баланы ниңә алып китәһегеҙ? Мин генә барһам, ярамаймы ни?
- Асыҡларҙар. – Хәрбиҙәр ҡабалан­дырҙы. Тиҙ-тиҙ генә кейенеп, баланың кейемен яулыҡҡа төрөп алып, сығып киттеләр.
Өҫтәлдә эсеп бөтөлмәгән сәйҙәре ултырып ҡалды. 
Күршеләренә, фатирҙарына күҙ-ҡолаҡ булып торорға, тип әйтергә туҡылдатып ҡараһалар ҙа, асыусы булманы. Уларҙы төндә алып киткәндәрен белмәй инеләр.
Бер бәләкәй генә тынсыу бүлмәгә килтереп яптылар ҙа, төнө буйы алмаш-тилмәш һорау алып, йонсотоп сыҡтылар. 
Һәр бирелгән һорауҙарға "белмәйем", "күрмәнем" тип яуап биреүгә ҡарамаҫтан, 58-се статья буйынса ҡарар сығарҙылар. 
Көнһылыуҙың юғары урында ултырған ағаһы йүгергеләп йөрөп ҡараһа ла, уның "көслө ҡулы" ла бер нәмә лә эшләй алманы, шулай ҙа һеңлеһе менән кейәүен бер ергә оҙатыуға иреште.
- Ырыҫҡолдо үҙемә яҙҙырам, юлда нимә генә булмаҫ. Борсолмағыҙ, яҡшы ҡарармын. Донъя  бер аҙ тынысланғас, күҙ күрер, – тип баланы үҙенә алып ҡалды. Шунан:
- Заман башҡа – заң башҡа, ауыҙығыҙҙы артыҡ асып йөрөмәгеҙ, – тип ныҡлы киҫәтеп  ҡуйҙы.
Мең михнәт менән Себер тайгаһына барып етте улар. Ул ҡәһәрле юлда меңәрләгән кеше ятып ҡалды, тик иренең йүнселлеге арҡаһында ғына иҫән ҡалдылар. Туң ерҙе соҡоп, тораҡ эшләп, урман ҡырҡтылар. Барыһына риза булды Көнһылыу, тик улын һағынып, зар иланы, йөрәген ярып сыҡҡан балаһы яҙмышы өсөн борсолдо. Бер көн түҙмәй, ағаһына хат яҙып ебәрҙе.  Ошо хат  ағаһының башына етерен белһә,  сәләм дә ебәрмәҫ ине лә бит. Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, күрәһең. Ағаһының ғаиләһен "халыҡ дошмандары" менән элемтә өсөн судһыҙ-ниһеҙ икеһен ике яҡҡа айырып ебәрҙеләр. Шулай ҙа ағаһы таныштары аша үҙҙәренең ике балаһы менән бергә Ырыҫҡолдо ла  балалар йортона урынлаштыртыуға иреште. 
Бер көндө Өфөләге балалар йортона комиссия килеп төштө. Шул  комиссия составында бер  юғары поста эшләгән хәрбиҙең дә ҡатыны бар ине. Валентина Николаевна, үҙенең балалары бул­мағас, бындай урындарҙа йөрөргә яратмай ҙа бит, эше шулай булғас, түҙә инде. 
Ҡайтырға сығып баралар ине, бер бүлмәнән Ырыҫҡол йүгереп сыҡты ла ҡатындың аяғынан ҡосаҡлап алды:
-  Әсәй-әсәкәйем, һинең килереңде мин белдем! Ни эшләп инмәнең ул? Мин һине ныҡ һағындым, алып ҡайтаһыңмы? - Үҙенең ирендәре ҡалтырай, бына-бына илап ебәрергә әҙер.
Шул бәләкәй баланан килгән йылылыҡҡа, наҙға ҡатындың тәне зымбырлап, әллә ни эшләне лә ҡуйҙы. Муйыл кеүек ҡап-ҡара күҙле, уймаҡтай ауыҙлы малайҙы, үҙе лә һиҙмәҫтән, күтәреп алды.
- Бына, улым, эштәрҙе бөтөргәс, инермен тигәйнем , – тине йылмайып.
Һәр ваҡыт ҡоростай зыңлап торған тауышлы ҡырыҫ ҡатындың бындай сағын күрмәгән мөдир ҙә, тәрбиәселәр ҙә яғымлы итеп һөйләшкән мөләйем ханымға ҡарап шаҡ ҡатты.
Валентина Николаевна күптән инде үҙенең бер ҡасан да әсәй була алмаҫына  ризалашып бөткәйне. Әле бына сәстәрен һыпырып, биттәренән суп-суп килтереп үпкән малай күңеленең иң төпкә йәшеренгән  нескә  ҡылдарын тибрәтеп ебәреп,  быға тиклем йоҡлап йөрөгән әсәлек хисе уяныуға берсә аптыранды, берсә шатланды.
- Аҡыллым минең, бар, балалар менән уйнап тор. Мин хәҙер. - Үҙе, ҡырт боролоп, мөдиргә ҡараны:
- Документтарын килтерегеҙ әле!
Мөдир бер  папканы алдына килтереп һалғас: 
- Ата-әсәһе һөргөнгә ебәрелһә лә, баланан баш тартмаған, ғариза яҙып ҡалдырған. Был баланы уллыҡҡа алырға ярамай, - тип ҡаршылыҡ күрһәтте.
- Малай мине үҙе һайланы, тимәк, ул минеке, - тине ҡатын, ҡаты итеп. Алдына алғанын  һәр саҡ башҡарып сығып өйрәнгән Валентина ирен дә, юғарыраҡ таныштарын да күтәрҙе һәм бөтә тыйылған "кәртәне" емереп, Ырыҫҡол ике аҙнанан Суровов Роман Александрович булып китте.
Ғаиләлә етеш тормош, үҙ-ара йылы мөнәсәбәт,  хөрмәт хөкөм иткәс, Ырыҫҡол икенсе мөхиткә тиҙ өйрәнеп, уларҙы ысын атай-әсәй тип ҡабул итте. Шулай ҙа, мөмкинлек сығыу менән, Сурововтар Стәрлетамаҡҡа күсеп китеп, эҙ яҙҙырҙы. 
Алда Бөйөк Ватан һуғышы, шунан һуңғы ауыр йылдар күпме кеше яҙмыштарын икенсе юҫыҡҡа алып китте. Миллионлаған ҡорбан талап ителгән һуғышта Валентина  ирен юғалтҡас, бар ғүмерен улына бағышлап, яҡшы тәрбиә бирҙе. Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң - әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң  әрәм булырһың тип, ҡаты тотто улын. 
Йылдар уҙҙы. Илдәге үҙгәрештәр  кешеләр яҙмышына ла йоғонто яһаны. Көнһылыу менән Зарифулла ла тыуған Башҡортостанға Сталин мәрхүм булғас ҡына ҡайта алды. Ғәйепһеҙ,  ти­неләр. Аҡланылар. Улар Ырыҫҡолдо,  туғандарын эҙләп, ҡайҙарға ғына мөрәжәғәт итеп хаттар яҙ­маны, тик уларҙың яҙмышы билдәһеҙ булып ҡалды. Бөтәһе лә һуғышҡа һылтаны.
Роман уҡып сығып, өйләнде. Тырыш, ныҡышмал, сәмсел ир уҙаманы Стәрлетамаҡтың иң йәш завод директоры дәрәжәһенә үрләне. 
Зарифулла менән Көнһылыуҙың һалҡын Себер яҡтарында тыуған улы менән ҡыҙы ла  ғаиләле, улар ҙа шул уҡ заводта эшләп йөрөй. Яппаровтар  ҡартайһа ла,  бирешмәйенсә, ҡәҙимгесә йәшәп ятҡан көндәре. 
Ғүмер яйлап үҙ ағышы менән барҙы. Советтар Союзының гөрләп сәскә атҡан осоронда тормош көтөүе йылдан-йыл еңелләште, өйҙәргә телевизорҙар алып, кешеләр зәңгәр экран алдында ултыра башланы. Бер көн улы:
- Әсәй, атай, беҙҙең заводты Өфөнән телевидение килеп төшөрөп алып китте. Алдынғы эшселәр араһында ҡыҙың менән мин дә бар, – тип ҡыуандырҙы.
Көтөлгән көндә бөтәһе лә ата-әсә өйөндә йыйылышып, тапшырыуҙы ҡараны. Эшсән, намыҫлы балалары өсөн ололар эстән генә ғорурланып  ултырҙы. Тапшырыу бик матур эшләнгәйне, тәүҙә  заводтың тарихы, төҙөлөшө тураһында һөйләнеләр, шунан эшселәре интервью бирҙе, иң аҙаҡтан һүҙ директорға бирелде. Текләп ҡарап ултырған әсәһе  ҡапыл:
- Ырыҫҡол, улым! Ырыҫҡол! - тип ҡысҡырып ебәрҙе лә иҫен юйҙы.

Гөлназ Нафиҡова-Ғәбитова. 
(Дауамы бар).
Балалары берсә атаһына, берсә телевизорға ҡарап, ҡаушап ҡалды, шунан  бәлйерәгән әсәһен нашатыр еҫкәтеп, саҡ аңына килтерҙеләр. Әсәһе әллә үҙен, әллә ирен ышандырыға тырышҡандай:
- Атаһы, иҫлә әле, һинең йәш сағың бит! Былары беҙҙең яҡҡа тартҡан, ә ул бәләкәйҙән тас һин ине бит! - тине үҙәк өҙгөс тауыш менән.
Ғаиләләге был сетерекле тарихты күп тапҡыр ишеткән балалар шымтайып, ата-әсәһенә төбәлде.
- Мин яңылышмайым! Меңдәр араһынан таныйым   ғәзиз баламды! Ғүмерлек үкенесем бит ул минең!  Үҙем генә ғәйепле, үҙем генә ташлап киттем бит уны-ы-ы-ы! – Әсәһе  һулҡылдай-һулҡылдай иҙәнгә бөгөлөп төштө. Ни эшләргә белмәй өтәләнеп торған балаларына:
-  Арҡаһында, ҡалаҡ һөйәгендә, тап һеҙҙең һымаҡ ҡыҙыл миңе лә бар ине.
Иренә көйҙөрөп ҡарап алды: 
- Атаһы, ни эшләп өндәшмәйһең ул?!  Һуң, һеҙҙең ҡан бит! Мәрхүм ҡайныма  оҡшап тора лаһа! Шулай киң яурынлы, бөркөт ҡарашлы!
Төнө буйы керпек тә ҡаҡмаған әсәһе сыҙаманы, ирен ҡара таңдан заводҡа ебәрҙе. Улар нисек һөйләшкәндер, Роман Александрович уйларға ваҡыт һораған һәм әсәһе менән һөйләшеп, аңлашырға кәрәк, тигән.
Роман бик оҙаҡ уйлап йөрөнө: берсә, ысындыр, кеше уйлап сығара торған хәбәр түгел, берсә, уйҙырмалыр, мин ниндәй башҡорт булайым инде, тип шикләнде. Ата-әсәһенең фотоларын ҡарап, оҡшашлыҡ эҙләне. Тапманы.  Миндә башҡорт ҡаны бармы икән, тип көҙгөнән йөҙөн тикшерҙе. Барҙыр, тине. Тағы ла ҡан баҫымы менән йонсоған ҡарт әсәһенә был яңылыҡты нисек әйтергә белмәне, шуға һүҙҙе шаярыуға борорға булды.
- Әсәй, бер көн эшкә бер башҡорт ағайы килеп, миңә бер ҡыҙыҡ хәбәр әйтте әле. 
- Ыһһһ! - Әсәһе  ыңғырашып ҡуйҙы, эстән бөтә тарамыштары тартҡылашты, шулай ҙа улына тыныс ҡараны.
Роман көлөмһөрәп:
-  Һин минең улым - Рыскул, тисе! Ни саҡлы йылдар буйы һине эҙләнек, әле бына яңылыштан ғына телевизорҙан күреп ҡалдыҡ, тине. Тағы ла әсәйем, туғандарым да бар икән... 
Һәр ваҡыт етди,  бер ҡасан да алдашмаған әсәһенең үҙен сәйер тотошо Романды һағайтты. Валентина Николаевна күңелен күптән өйкәгән  хәбәрҙе улына нисек еткерергә белмәй, үлеп-нитеп китһәм тип, алдан хат яҙып ҡуйғайны. Әле үҙе иҫән саҡта аңлатып,  ғәфү үтенә алыуына шатланып ҡуйҙы. Нисәмә йылдар тейешле органдарҙа эшләү әле лә ярҙам итте, һалҡын ҡанлы булып ҡалырға тырышты.
Бик оҙаҡ өндәшмәй улына ҡарап торҙо ла серванттан бер хат алып тотторҙо.
"Һаумы, улым!  Һин минең берҙән-берем - Романым һәм... минең улым да түгел - Ырыҫҡол.
Һуғыш алды йылдары ине. Һинең  ата-әсәң ҡулға алынған, ә  һин ике туған ағай-апайың менән Өфөлә балалар йортонда инең. Бер көндө эш буйынса шунда барҙым. Һин мине, нисектер күреп ҡалып, йүгереп килеп ҡосаҡлап: "Әсәй!" ти. Ошо бер һүҙ бөтә булмышымды үҙгәртте. Мин, бала теләп, оҙон төндәр йоҡламай, хыялланып сыға инем. Әсәй булыр өсөн йәһәннәмдең үҙенә  барырға риза инем, шуға ялған аҙым эшләнем.  Ғәфү ит! Беҙ һине уллыҡҡа алдыҡ. Атайың менән һине ныҡ яраттыҡ, һин беҙгә әйтеп бөткөһөҙ бәхет бирҙең, ҡәҙерлем!
Үҙемдең мөмкинлектән файҙаланып, һинең ысын ата-әсәйең тормошон күҙәтеп барҙым. Улар иҫән-һау. Һеңлең менән ҡустың да бар. Яҙмыштырмы, мине Хоҙайҙың тағы бер һынауымы, улар ҙа Стәрлетамаҡта йәшәй. Аҙаҡҡы ваҡыт гел ҡурҡып йәшәнем, яңылыш осрашырһығыҙ ҙа, һине мәңгелеккә юғалтырмын тип.
Атайың - Зарифулла, әсәйең - Көнһылыу Яппаровтар, бик әҙәпле кешеләр. Мөмкин булһа, ғәфү ит, улым. Мин һине бик ныҡ яратам!
Бөтә документ йәшел папкала."
Роман бер тынала хатты уҡып бөттө лә, шаңҡып, әсәһенә ҡараны. Һуңғы минутынаса  теге ағай яңылышҡандыр,  тип уйлаған ир юғалып ҡалды. Һәр ваҡыт көслө рухлы, тура һүҙле ҡыйыу әсәһенең ҡапыл  бәләкәсәйеп, башын эйеп, улының ҡарарын, уҫаҡ япрағындай дер-дер ҡалтырап, көтөп тороуы бигерәк ҡыҙғаныс күренде. Ул әсәһен ипләп кенә ҡосаҡлап алды: 
–  Әсәй, үҙемде белгәндән бирле һин минең әсәйем! Тапҡан әсәй түгел, баҡҡан әсәй, тиҙәр бит. Мин һине бик ныҡ яратам!
  Валентина Николаевна башын күтәрҙе, улына наҙ тулы ҡараш менән:
– Яҡшы ул үҫтергәнемде белә инем!  Бына тағы бер мәртәбә инандым. Рәхмәт, улым! - Ҡулдары менән улының биттәренән һыйпап-һыйпап яратты, күҙҙәренән йәштәре аҡты.
–  Әсәй... минең улар менән дә танышҡым килә, сөнки башҡа туғандарым юҡ бит. Кем мин, шуны ла белгем килә. Ғәфү ит, әсәй! Барам...Барайыҡ... Танышайыҡ!
Ҡалын нәҫелле Яппаровтар Валентина Николаевна менән Романдың ғаиләһен саҡырып, ҙур табын йыйҙы. Танышып, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Шатлыҡлы осрашыу хөрмәтенә ололар бер-береһен ғәфү итте, кем белә яҙмыш нисек булырын, тормош юлдары бик ҡатмарлы бит. Ниндәй ауыр йылдарға ҡарамай, бөтәһе лә иҫән - шуныһы мөһим, тинеләр. Туғандары, шаяртып, Романдың күлдәген систереп, арҡаһындағы йөрәк һымаҡ ҡыҙыл миңен үҙҙәренеке менән сағыштырып, мәрәкәләшеп бер булды. Шул көндән бирле  улар туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, дуҫ-татыу йәшәй.
Роман махсус курстарға йөрөп, башҡортса  яҙырға, һөйләшергә өйрәнеп алды, бигерәк тә халыҡ йырҙарын мөкиббән китеп тыңланы. Йыш ҡына атаһы менән кис буйы һөйләшеп ултырҙылар.
- Атай, ошо йырҙарҙы тыңлағанда мин һәр мондоң еҫен тоям, төҫөн күрәм. Ышанаһыңмы, күңелемдә аңлата алмаҫлыҡ ғәжәп тойғо тыуа.
– Һай, улым, тас үҙем икәнһең дәһә! Мин бәләкәй саҡта шундай күңел торошомдр өләсәйеңә һөйләгәйнем. Ул:  "Ҡуй, кеше алдында яңылыштан да ысҡындырып ҡуйма, аймылыша тиерҙәр",  - тип ныҡ тыйҙы. Шунан ул турала башҡа уйламаным. Тимәк, моңдо тойомлау  беҙгә нәҫелдән килә.
Иң яҡын туғандары менән аралашҡас, күптән юғалтҡан иң ҡәҙерле әйберен тапҡандай булды. Роман-Ырыҫҡол  быуындан-быуынға күсә килгән төпкөл аң, йән һәм ҡан тартыу көсөн һиҙҙе, йәшәгән ғүмеренә байҡау яһап, тамырын белмәгәндең - тере етем икәнлеген аңлап, ныҡ тетрәнде. Яйлап ете быуын шәжәрә ағасын өйрәнде, үҙенең дини белемле,  иманлы нәҫеле менән сикһеҙ  ғорурланды. Хаҡлы ялға сыҡҡас,  олатаһы нигеҙенә "Яппар" мәсетен төҙөтөп ултыртты һәм иң тәүҙә үҙенең мулла ҡушҡан ысын Ырыҫҡол исемен ҡайтартты.
... Йәйге йылы төн. Һиллек. Алыҫта офоҡ һыҙыҡ ҡына булып ҡыҙарып күренә. Ауылдың абруйлы имам-хатибы Зарифулла улы Ырыҫҡол иртәнге  намаҙға саҡырырға  тип, ҡапҡа тышына сығып баҫты. Шунан һөйәктәре шығырлағансы кирелеп-һуҙылып алды. Ул ошо иртәнге илаһи бер ваҡытты бигерәк ярата. Бөгөнгө Ҡорбан байрамында башҡарылаһы эштәрҙе барланы. Аллаға шөкөр, халыҡ йылдан-йыл дингә күберәк ылыға, иманын ҡеүәтләй, йәштәр ҙә мәсеткә  ихлас йөрөй башланы, тип шатланды. Олпат ил ағаһы ышаныслы баҫып, мәсеткә атланы. 
Ауыл өҫтөнән  моңло ла, көслө лә аҙан тауышы яңғыраны.
– Аллаааһу әкбәр! Аллаааһу әкбәр!

Гөлназ Нафиҡова-Ғәбитова. 
    
   

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: