Махсус биттәр
15 Август 2022, 10:08

Үәт, ҡыяр уңған!

Баҡсала ҡыяр күптән өлгөргән инде. Әле хәстәрлекле, уңған хужабикәләр унан ҡышҡылыҡҡа төрлө ризыҡ эшләп, мәж килә. Кемдер элекке һыналған рецебы буйынса яһаһа, бәғзеләр яңыла­рына тотонорға баҙнат итә. Беҙ ҙә һеҙгә бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Маринадланған ҡыяр

Был рецепт буйынса әҙерләнгән ҡыяр кетерләп кенә тора, етмәһә, бик тәмле лә була. Уны өҫтәлгә айырым ғына  бирергә лә,  салатҡа ҡушырға ла мөмкин.
Ҙур булмаған 700 грамм ҡыяр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 2,5 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, 700 мл һыу, 4 – 7 бөртөк ҡара борос, 1 – 2 тырнаҡ һарымһаҡ,  1 керән япрағы, 1 – 2 дана укроптың сатырлы башы, 3-әр сейә, ҡарағат япрағы, 1 лавр япрағы алына. Әлеге нисбәт бер литр банкаға иҫәпләнгән. 
Йәшелсәне өс сәғәт һыуыҡ һыуҙа тотабыҙ. Унан стерилләнгән банка төбөнә керән, сейә, ҡарағат, лавр япраҡтары, бер тырнаҡ һарымһаҡ, бөртөклө ҡара борос, укроп   һалып, йыуылған ҡыярҙы тығыҙ итеп тулты­рабыҙ. Һыуҙы ҡайнатып, ошо әҙер­ләмәгә ҡоябыҙ. Ҡыярҙы 10 минут тирәһе ҡайнар һыуҙа ҡалдырабыҙ.
Шунан банкалағы һыуҙы кәстрүлгә ҡойоп, шәкәр, тоҙ һалып, ҡайнатабыҙ. Аш һеркәһе  өҫтәгәс, һүндерәбеҙ. Әҙер маринадты ҡыярлы банкаға ҡоябыҙ. 
Банкаларҙы ябып, баш түбән әйлән­дереп, одеялға төрөп, бер тәүлеккә ҡалдырабыҙ. Унан һаҡлау өсөн һал­ҡынса, ҡараңғы урынға ҡуйһаҡ та була.

Корейса ҡыяр

Көндәлек меню һәм байрам табыны өсөн шәп ризыҡ. Уны төрлө йәшелсә – ҡыяр, татлы борос, һуған һәм һарымһаҡ, помидор һәм ташҡабаҡ менән дә эшләргә мөмкин. 
2 килограмм ҡыяр, ярты килограмм кишер, бер баш һарымһаҡ, 4 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 100 мл көнбағыш майы, 20 грамм корейса кишер тәмләткесе кәрәк буласаҡ. 
Ҡыярҙы тышындағы сәнскеләре булмаһын өсөн щетка  менән таҙартып, остарын ҡырҡып, йыуабыҙ. Эре итеп, һаламлап турайбыҙ.  Әгәр ҙә ныҡ өлгөргәндәре булһа, орлоҡтарын алып ташлайбыҙ.
Кишерҙе корейса салат өсөн тәғә­йенләнгән махсус ҡырғыста ҡырабыҙ. Уға саҡ ҡына тоҙ һалып, йомшарһын өсөн ҡул менән баҫҡыслап алабыҙ. 
Ә маринад ошолай әҙерләнә: айырым һауытта 100 мл аш һеркәһе, көнбағыш майы, тоҙ, шәкәрҙе бутайбыҙ. Унан корейса кишер өсөн тәмләткесте һалабыҙ. Нисек килеп сыҡҡанын тәмләп, тағы ла үҙеңә оҡшаған тәмләткесте өҫтәргә була.
Ҡырылған кишер, ваҡланған һарым­һаҡ, ҡыярҙы бер һауытҡа һалып, маринад ҡойоп, һәйбәт итеп болғатабыҙ һәм салфетка менән ябып, маринад­ланһын өсөн 2 – 3 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. 
Тейешле ваҡыт үткәндән һуң, салат массаһын плитаға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметеп, ҡарай-ҡарай болғатып тороп, тағы  15 минут ҡайна­табыҙ. Стерилләнгән банкаларға  эҫе килеш һалып, тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ. 

Рассольник

Был рецепт ярҙамында «һә» тигәнсе аш  әҙерләйһең, ваҡытты ла күп алмай. 
170 грамм дөгө, 1 килограмм ҡыяр, 300 грамм кишер, 50 грамм һуған, 70 мл көнбағыш майы, 35 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 35 грамм шәкәр, 1,5 ҡалаҡ тоҙ, 2 лавр япрағы, 5 бөртөк ҡара борос талап ителә. 
Кәстрүлгә 400 мл һыу ҡойоп, дөгө, тоҙ һалып, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утын кәметеп, ваҡыты-ваҡыты менән болғатып, 10 минут бешерәбеҙ. Утын һүндереп, ҡапҡасын алмайынса бешкән дөгөнө тағы 10 минутҡа ҡалдырабыҙ. Унан тишекле сүмескә һалып, йыуабыҙ.
Ҡыярҙы йыуып, һалам рәүешендә турайбыҙ. Кишерҙе эре ҡырғыста ҡырабыҙ. Һуғанды ваҡлап турайбыҙ. 
 Төбө ҡалын кәстрүлгә ҡыяр, һуған, кишер, шәкәр, тоҙ, көнбағыш майы һалып, ҡыҙыу утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметеп, болғата-болғата, 40 минут бешерәбеҙ. Бешкән дөгөнө өҫтәгәс, тағы ла 15 минут тотабыҙ. Тоҙо йәки шәкәре етмәһә, тәменә ҡарап өҫтәргә була. Унан тейешле аш һеркәһе өҫтәгәс, һүндерәбеҙ. Эҫе массаны стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ. Ғәҙәттәгесә, баш түбән әйләндереп, йылы әйбер менән ҡаплап, 1 тәүлек тоторға ла онотмағыҙ. 

Кетчуп менән 
консерваланған ҡыяр

Бының өсөн бер килограмм ҡыяр, 4 ҡалаҡ кетчуп, 6 тырнаҡ һарымһаҡ, 4 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 900 мл һыу, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 4 лавр япрағы, 12 – 16 бөртөк ҡара борос, 8 ҡәнәфер, укроп зонтигы алабыҙ. 
Ҡыярҙы йыуып, һыуыҡ һыуҙа өс сәғәт тотабыҙ. Стерилләнгән банкаға 1 лавр япрағы, 3 – 4 бөртөк ҡара борос, 2 ҡәнәфер, 1 укроп зонтигы, 3 – 4 бүлкәт һарымһаҡ һалып, ҡыярҙы тығыҙ итеп тултырабыҙ. Ә маринад ошолай әҙер­ләнә: кәстрүлгә һыу ҡойоп, тоҙ, шәкәр, кетчуп һалып, ҡайнатыу хәленә еткерәбеҙ. Унан аш һеркәһе һалғас, һүндерәбеҙ.
Ҡыярлы банкаларға ҡайнар маринад ҡоябыҙ. Уларҙы стерилләнгән ҡапҡас­тар менән ҡаплап, ныҡлап япмай торабыҙ. Кәстрүл төбөнә таҫтамал һалып, эҫе һыуға банкаларҙы ҡуйып, биш минут тирәһе стерилләп алабыҙ. 

Ҡышҡылыҡҡа 
ташҡабаҡ менән ҡыяр

300 грамм ваҡ ҡыяр, 1 ташҡабаҡ, 1 тырнаҡ һарымһаҡ, тәменсә әсе ҡыҙыл борос, укроп зонтигы, 4 бөртөк ҡара борос, 1 лавр япрағы, 2 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, 200 мл һыу алына. 
Ташҡабаҡ менән ҡыярҙы йыуабыҙ. Әгәр ҡыяр күптән өҙөлгән йәки быжыған кеүек булһа, бер-ике сәғәткә һалҡын һыуға һалып торабыҙ.  Банкаға ыҡсым ғына һыйһын өсөн ҡыярҙың осон, ташҡабаҡты түңәрәкләп йәки оҙонсалап ҡырҡабыҙ.
Һарымһаҡты урталай ҡырҡып, стерилләнгән банкаға һалабыҙ. Шунда уҡ укроп, бөртөклө ҡара борос, лавр япрағы, әсе ҡыҙыл борос ҡушырға ла онотмайбыҙ. Унан ҡыяр, ташҡабаҡ менән тултырабыҙ. 
Был әҙерләмәгә эҫе һыу ҡоябыҙ. 15 минуттан һуң уны кире кәстрүлгә ҡойоп, тоҙ, шәкәр өҫтәп, ҡайнатып алабыҙ.  Ҡыяр менән ташҡабаҡлы банкаға аш һеркәһе һалып, уның артынса эҫе маринадты ҡоябыҙ. Бан­каларҙы стерилләнгән ҡапҡас менән ябып, баш түбән әйләндереп, йылы әйбер менән ҡаплайбыҙ. 

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА әҙерләне.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас