Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
1 Август 2022, 18:36

Йәшәй, ти, Нөгөш буйында ғәләмәт ҙур йыландар...

Халыҡ шағиры Мостайҙың “Үлмәҫбай” поэмаһындағы кеүек:
Минең яҙғанды уҡығас,
“Әкиәт”, — тимә, ҡоҙа, тигәндәй, был яҙма ла бик ғибрәтле йән эйәләре тураһында. Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ. Ә ваҡиғалар шаһиттары бар.

“Башы – ат башылай, 
кәүҙәһе – тирәк йыуанлыҡ”

Дөрөҫөн әйткәндә, ҙур йыландарҙы күреүсе ололар ҙа баҡый донъяға күсеп бөтөп бара. Мәләүез районында булған хәл был. Тиҫтәләгән кеше күргән. Шотландиялағы Лох-Несс күлендәге “йылан-аждаһа”ны ла күп йыл күҙәтәләр, әммә яҡындан фотоға төшөрә алмайҙар. Күл  тәрән, мәмерйәһе лә бар. Унда нимә генә булмаҫ! Шуның кеүек, беҙҙең Нөгөш һыу һаҡлағысы ла, йылғаһы ла, уның эргә-тирәһендәге урман да, халыҡта “төпһөҙ” тип аталған бихисап күл дә үҙендә сер һаҡлай. 
Төрлө ауылда йәшәүселәрҙән йыйылған хәбәр-мәғлүмәтте бәйән итмәксемен.
Айтуған ауылында элек бригадир булып эшләгән Зәкәриә ағай, 30 йыл ошо тирәлә йөрөп, ҡуян, төлкө, мышы, ҡабан сусҡаһынан башҡаны күргәнем юҡ ине, күрҙем бит ҡот осҡос ғибрәтте, тип һөйләгәйне бер бесән сапҡанда, ял итергә туҡтағас. “Смаҡ, Яҡтыкүл, Арыҫлан ауылдары халҡы, ике дилбегә буйлы йылан күрҙек, ти торғайны. Улары балаһы ғына булған бит! Гел иртән иртүк тракторсылар күпме эшләгән, шуны иҫәпләп, диспетчерға алып барып тапшырам. Нишләптер был юлы иртәрәк сыҡтым да, күл буйлап тарантаста бара инем, ҡапыл атым өркөп туҡтаны. Ул артҡа сигенеп, саҡ ҡолап төшмәнем. Нимә булды бығаса бер ҙә өркмәгән малға, тип аптырап ҡараһам, үҙ күҙҙәремә ышанманым – ғәләмәт оҙон йылан китеп бармаһынмы! Һауанан төштөмө? Енме? Нимә? Был турала ҡатыныма ғына һөйләнем. Зәкәриәлә “белая горячка” тип, эштән ҡыуырҙар тип ҡурҡтым. Хәҙер пенсияламын, һөйләһәм дә була. Аҙаҡтан барып, нисә метр булғанын аҙымлап самалап, үлсәп ҡараным: 22 аҙым атланым. Был ғибрәтте оноторға яҙһын! Уның башы – ат башылай, йыуанлығы тирәк йыуанлыҡ ине...”
Был хәл 1980 йылдарҙа була. Айтуған ауылы яғындағы ул күлдең оҙонлоғо бер километр тирәһе, Ағиҙелгә барып ҡушыла. Элек ат, һыйыр йөҙөрлөк ине, хәҙер күпкә һайыҡҡан. 
Ағиҙел буйлап Исламғол, Яңауыл, Яҡтыкүл ауылдары яғында һаҙлыҡлы әрәмәлектәр, бейек ағастар күп ине. Ҙур-ҙур ҡамышлы күлдәр, түшкә етерлек күрәндәр... Яҡтыкүлде үткәс, муйыл ағастары ла күп. Шунда ике ҡатын муйылға барған. Береһе бер күлдән икенсеһенә шыуып барған оҙон нәмәне шәйләп ҡала. Тәүҙә аңламай әле ул. Һуңынан, йыланға оҡшаш нәмә икәнен белгәс, һөрәнләп ебәрә, тик тауышы сыҡмай. Бик яҡын була теге ғәләмәт – ҡатынға ун метр самаһы ғына. Саҡ ҡысҡырып, әхирәте менән ҡасыу яғын ҡарайҙар.

“Баҫырау оҙонлоғо”

Смаҡ ауылынан Нөгөш йылғаһы буйлап, төпһөҙ, тип йөрөтөлгән күл бар. Уң яҡлап – кешенән бейек ҡамыштар, әрәмәлек. Унда бер ваҡытта ла әҙәм үтә алмаған. Ул тирәлә Нөгөшкә Тор йылғаһы ла килеп ҡушыла. Уны, бик тәрән, тиҙәр ине. Быуаһы ла бар. Бер көн Хәйерниса инәйҙең һыйыры көтөүҙән ҡайтмаған. Бабайы Батыргәрәй ағайға, эҙләйек, тип әйтеп ҡараһа ла, уныһы, мал ашаған урынына ҡайта, тигәс, ҡапҡаны асыҡ ҡалдырып, йоҡларға яталар. Иртә менән инәй күнәген тотоп, һыйырын һауырға һарайға инә. Юҡ, ҡайтмаған икән дә һәүкәше. Ахырҙа, китә эҙләп.
“Нөгөш буйлап үргә киттем. Ҡал­ҡыулыҡҡа менеп тә ҡарайым, мал шул яҡҡа тартыла, үләне тәмлеме икән, тип. Шунда күлдә шаптырлап нимәлер йөрөгәне ишетелде. Һыйырым батмаһа ярар ине, тип ҡурҡтым. Шул яҡҡа атлап та өлгөрмәнем, иҫ киткес ҙур йыландың күлгә төшөп барғанын күрҙем, ҡулымдағы биҙрәм шалтырап төшөп китте. Ҡурҡыштан бер километр араны нисек йүгереп өйгә ҡайтып ингәнемде лә белмәйем. Бабайыма, бүрәнә йыуанлыҡ йылан күрҙем, тигәс, күҙеңә ен күренгән, тип ҡуйҙы. “Ғүмер буйы балыҡ тоттом, һунарҙа йөрөнөм, бер нәмә лә күрмәнем”, – тине. 1937 йылдарҙамы икән, тыуған ауылым Шәриптә лә шундайыраҡ хәл булғайны. 11 – 12 йәшлек булғанмындыр. Әсәйем быҙауҙы алып ҡайтырға ҡушты. Эңер төшөп килә ине. Оҙон күл буйлап, буй еткеһеҙ күрән-ҡамыш, юл сатынан йүгерә-атлай эҙләйем. Шунда баҫырау оҙонлоғо йыландың юлдан арҡыры бер күлдән икенсеһенә сығып барғанын күрҙем. Бала кешегә ҙур йылан күреү нисектер көлкө тойолдо. Йүгерҙем ҡайтыу юлына. Атайыма әйткәйнем, ышанманы, теге ергә барып ҡараған. Үләндәр ара-тирә йолҡоноп, шыуышып төшөп киткән юлын күреп кенә ышанған. “Әлдә кешегә зыяны теймәй”, – тине. Ҡабат мине яңғыҙ бер ҡайҙа ла ебәрмәнеләр. Бына Смаҡҡа килен булып төшкәс, икенсегә күрҙем. Әллә мине күҙәтә инде?” – тип һөйләне Хәйерниса инәй. 

“Буйы – ике дилбегә”

Смаҡтан Арыҫлан ауылына табан Нөгөш буйында һул яҡлап Бағра тауы күренеп тора. Унда һунарсыларҙан башҡа һис кем йөрөмәне. Һаҙлыҡтар кибә бара. Тәрән күлдәре матурлығы, йәнлектәре менән үҙенә тарта. Балан, муйыл, ҡарағат, гөлйемеш, бөрлөгән, ҡурай еләге күп. Тирә-яҡтан килеп йөрөүселәр ҙә күбәйҙе. Ҡышын ҡояшлы көндә әрәмәлектәр араһында күлдәрҙән боҫ сыға. 
Ана шул Арыҫлан ауылында элегерәк ғәжәйеп һөйрәлеүсене күреүселәр менән һөйләшкәйнем. Ишбулды ағай мулла күршеһе һөйләгәндәрҙе бәйән итте. Бабай бер ҡоро йылда күл буйына күрән сабырға барған. Салғыһын бер-ике һелтәп тә өлгөрмәгән, ҡапыл бер нәмә, ҙур тулҡындар сығарып, һорғолт-ҡара һыртын күрһәтеп, күлгә сумған. Салғыһын бәреп ҡасҡан ул. Ололар һөйләгәнсә, күлдең төпһөҙлөгөнә ышанған. 
Тағы бер булған хәл. Уныһын балыҡсы Әхмәтғәле Ҡотлосурин һөйләне. 1953 йылдар самаһында ул Ҡыйғас тауы аҫтына, Нөгөш йылғаһына ау һалырға төшкән.
“Кәмә менән икенсе яғына сығып өлгөрмәнем, һыуҙан муйыл ағастары араһына ғәләмәт ҙур нәмә шыуышып инеп китте. Шаҡ ҡаттым. Шундай ҙа йылан буламы икән?! Ул тирәгә ҡабат барманым”. 
Беҙ малай саҡта ололарҙың һөйләшеп ултырғанын тыңлай торғайныҡ. Шулай бер Алтын инәйҙең һөйләгәнен ауыҙҙы асып тыңланыҡ: “Ул ваҡытта миңә 16 – 17 йәштәр тирәһе булғандыр. Аяҙ матур көн ине. Әллә ҡайҙан ҡара болот килеп сыҡты ла, Ҡыйғас тауы өҫтөндә тағы ла йыйылып, ҡойон уйнап, нимәнелер сосратып күтәреп алып китте. Шул һөйрәлгән нәмәнең имәнес тауышы һаман ҡолаҡ осонда...” Ул ваҡиғаға ауылдың күп ҡарты шаһиты булған. Ә Алтын инәй 105 йәшкәсә йәшәне.
Шәриптән Алма инәйҙең һөйләгәне лә хәтерҙә ҡалды. Ул Мәләүез баҙарынан һыйыр һатып алып, ауылға Ужа тауы аша турараҡ ҡайтып килгән. Ужа йылғаһына етмәҫ борон малҡай ҡапыл тартылып, артҡа һөйрәгән. “Туҡтап, артҡа ҡараһам, ике дилбегә оҙонлоғо самаһы йыландың йылғаға инеп барғанын күреп, эй, ҡурҡтым. Өйгә саҡ ҡайтып еттем. Балаларым илап, күрше-күлән аптырашып, мине ҡапҡа төбөндә көтөп тора. Күргән хәлде һөйләгәс, оҙаҡ ваҡыт минән, ысын булдымы ул, тип һорарҙар ине”, – тип һөйләгәйне.
Ғәйшә инәйҙең әсәһе бик үткер күҙле булған. Шулай бер муйылға барғандарында, ярайһы йыуан муйыл ағасына уралып торған, башы һарыҡ башылай йыланды күргән. Баҡһаң, шунда балалаған икән. Йылан балалары тыуғас та шыуышып киткәненә аптырағандар. Ололар менән бергә муйылға барған балалар: ”Был ҙур йылан беҙҙе нисек йотманы икән?” – тип һорағас, әсәләре: ”Зыяны юҡ, кешенән күпкә аҡыллы ул”, – тип яуаплаған. Ундай йыландар кешегә һирәк осраған, йә иртә таңда, йә эңерҙә күренгән.

“Самауыр йыуанлығы”

Йәнә Арыҫлан һәм Шәрип ауылы кешеләре күреп һөйләгәндәрҙән. Бер көн  Закира һәм Бәғиҙә инәйҙәр муйыл йыйырға Әсе әрәмәлегенә барған. Бында төрлө емеш тә күп булған. Урыны менән – кеше лә, мал да үтә алмаҫлыҡ һаҙлыҡ. Шишмәләр ҙә күп. 
Инәйҙәр арыу ғына муйыл йыйып, ҡайтырға сыға. Шул саҡ Бәғиҙә инәй бер ҙур муйылға уралып торған йыланды шәйләп ҡала. Икәүләшеп нисек йүгереп ҡасҡандарын да һиҙмәйҙәр. Муйыл тулы күнәктәре лә онотола хатта. Самауыр йыуанлығы йылан, тип һөйләй улар аҙаҡ. Бәғиҙә инәйҙең улы Самат, әсәһенә ышанмайынса, күршеһе Исмәғил ағай менән күнәктәрҙе алырға бара. Яңы күнәгем ятып ҡалды, ти бит әсәһе. Һыбай китәләр. Аунап ятҡан күнәктәрҙе тиҙ генә табалар ҙа, ҡайтыуға йүнәләләр. “Күл буйлап арба юлына төшкәйнек кенә атым өрктө, күнәкте ҡосаҡлап осоп төштөм. Атым ҡасҡан ерҙән туҡтап, ҡолаҡтарын ҡайсылап, миңә ҡарап тора. Исмәғил ағай менән, ни булды икән ат өркөрлөк, тип күлгә яҡыныраҡ килгәйнек, ҡамыштарҙы йыға-йыға, бульдозер эттергән кеүек барған бик ҙур йыланды күрҙек. Тиҙ генә атыбыҙға менеп саптыҡ. Ауылдаштарға һөйләгәйнек, береһе лә ышанманы. Был хәлде оҙаҡ онота алманыҡ...” – тип һөйләне Самат ағай.
Кеше ышанмаҫлыҡ та шул. Ҡасандыр күреп һөйләгәндәрен мин дә, әкиәттер, тип ҡул һелтәгәйнем, тик ундай һөйрә­леүсенең барлығын күп кеше дәлилләй. Ғәжәп йәндәрҙе күреүселәр әле лә бар. Ә һеҙ күрмәнегеҙме? 

Рафаэль МӘХМҮТОВ.
Мәләүез районы, 
Шәрип ауылы.

Читайте нас: