Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
25 Июль , 13:48

Теләк булһа, эш ҡарышмай

Ҡаланы маҡта ла, ауылда йәшә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Бөгөн барыһы ла ҡалаға атлығып торған заманда ауылда ҡалған, үҙ эшен асып, гөрләтеп донъя көткән йәштәрҙең артыуы һоҡландыра. Улар изге маҡсаттар ҡуйып, тыуған төйәге өсөн янып-көйөп йәшәй. Мәҫәлән, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы егете Фидан Ҡулбирҙин тыуған районында туризмды үҫтереү хаҡында хыяллана.

Бала саҡта үҙ ҡулдарың менән эшләнгән һалда йылға буйлап ағып төшөргә кем генә хыялланмаған... Бөгөн иһә бының өсөн магазиндарҙа йәнең теләгәнде табырға мөмкин. Һуңғы ваҡытта сапбордтар (инглизсәнән тәржемәһе – һалға баҫып, ишкәк менән йөҙөү) киң билдәлелек яулай. Иҫке Собханғол егете Фидан Ҡулбирҙин тыуған төйәгенә килгән ҡунаҡтарға тап ошондай һал – сапборд тәҡдим итә. Бөгөн, Башҡортостанда туризм яңы һулыш алған саҡта, ҙур бурыстар ҡуйылғанда, уңған замандашымдың үҙенсәлекле эше, һис шикһеҙ, иғтибарға лайыҡ.

Фидан – тәүге һөнәре буйынса уҡы­тыусы, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында психология факультетын тамамлаған. Бала саҡ хыялына тоғро ҡалып, ошо уҡ институтта юрисҡа уҡып сыға. Шул ваҡытта уҡ   эшҡыуарлыҡ һәләте асыла башлай. Уҡырға ла, кешеләрҙең компьютер-телефонын ремонтлап, аҡса эшләргә лә өлгөрә ул. Сауҙа өлкәһендә лә үҙен һынап ҡарай. Хоҡуҡ белгесе булараҡ, риэлтор эше күңеленә ята. Был йәһәттән Фидан – райондаштарына ҙур ярҙамсы. Бөгөн дә уға йорттарын, ер участкаларын һатыуҙа ярҙам һорап, мөрәжәғәт итәләр. Төрлө социаль түләүҙе юллауҙа, юридик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә кешеләргә булышырға әҙер.

Теләк булһа, бар нәмәне эшләп була, ти Фидан. Был һүҙҙәр егеттең тормош девизына әүерелгән. Тап шундай тәүәккәллек менән үҙе йыйған аҡсаға сапбордтар һатып алып, иптәштәре менән Ағиҙел буйына сығып, ҡуртымға тәҡдим итергә тотона ул.

– Туризм – Бөрйәндең киләсәге, тиҙәр ҙә, шуның менән вәссәләм. Туристар күпләп килә, ә беҙҙең халыҡ, эш юҡ, тигән һылтау менән йоҡлап ята. Әлбиттә, барыһын да бер ҡалыпҡа һалмайым. Һуңғы арала үҫеш күренә, район халҡы ла эшкә әүҙем тотондо. Юғиһә миңә ситтән килгәндәрҙең эш асыуы оҡшамай торғайны, – ти егет.

Бөрйәндең хозур тәбиғәтен тамаша ҡылыу өсөн тап Фидандың заманса һәм уңайлы һалдарын ҡуртымға алыу ҙа етә. Ҡояшҡа иркәләнеп, йылға тулҡындарында тын ғына тирбәлеп барыу – үҙе бер ғүмер. Әлбиттә, был һәр ял итеүсенең күңеленә хуш килә. Фидан автобус турҙары ла ойоштора. Теләгән бер райондан төркөмләп кәмәлә йөҙөүгә (сплавҡа) килеп, ял итеп ҡайтырға мөмкин. Барыһы ла уйланған, транспорт һәм туҡланыу өсөн борсолорға кәрәкмәй.

Йәй ямғырлы, һалҡын башланыуға ҡарамаҫтан, Фидан эшен һис туҡтатмай. Төрлө акция-уйын ойоштороп, халыҡты йәлеп итә. Эш башлағанда Бөрйән егетенең ете сапборды булһа, бөгөн уларҙың һаны егермегә етеп бара. Әлбиттә, барыһы ла еңел генә бирелмәй.

– Халыҡ йөрөмәһә, эште ташлап ҡуйырға теләгән саҡтар ҙа була. Ҡайһы берәүҙәрҙең отошта еңеп, бушлай килеп тә йөрөмәгәненә аптырап ҡуяһың. Күптәр сапбордта йөрөргә ҡурҡалыр, тип уйлайым. Фотола ул бәләкәй генә булып күренә, ә ысынында оҙон, 3 метрға яҡын. Һыуҙа бер нисек тә түңкәрелмәй. Аҫтында махсус йөҙгөстәре бар. Хәүефһеҙлек яғына килгәндә, ял итеүселәрҙе юғары әҙерлекле инструкторҙар оҙатып бара. Һәр кемгә ҡотҡарыу жилеты, кейем-һалым һәм кеҫә телефоны өсөн махсус ҡапсыҡ бирелә, – тип аңлата йүнсел.

Фидан 6 августа сапбордта йөҙөү буйынса ярыш ойошторорға ниәтләй. Бағыусылар ярҙамында ҡиммәтле приздар ҙа булдырыласаҡ. Барлыҡ мәғлүмәт менән «Бәйләнештә» селтәрендә «Sup_Burzyan, прогулки на сапах, сплав Бурзян» төркөмөндә танышырға мөмкин, тиҙҙән унда яңы уйын башлана.

Аҙ һүҙле, әммә күп эшләй – был һүҙҙәр Фидандың характерына тура килә. Ул йүгереп йөрөп эшләй ҙә, ял итергә лә өлгөрә, күптән түгел футбол буйынса донъя чемпионатына барып ҡайтҡан. Изге маҡсаттар ҡуйып, бер ярҙам-таянысһыҙ алға табан барған егеткә тик «Афарин!» тиергә ҡала. Ауылдарҙа ошондай йәш­тәребеҙ күберәк булһын ине. Фидандың үҙ-үҙенә ышанысы һынмаһын, өмөтө өҙөлмәһен, тик уңыштар юлдаш булһын!

Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.

Читайте нас в