Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
24 Июль , 21:00

Йондоҙнамә ( 25–31 июль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

 

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Һәйбәт яңылыҡтар килеп торор. Уларҙың күберәге йорт-ғаиләләргә ҡағылыр һымаҡ. Шишәмбелә ниндәйҙер ашығыс эш килеп сығыуы ихтимал, уны хәл итеү һиҙелерлек көс-ваҡытығыҙҙы алыр. Йомала кемдер элекке бурысын ҡайтарыр, бәлки.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Алдан төҙөлгән уй-маҡсаттарығыҙ йыш боҙолор. Һистә көтөлмәгән мәшәҡәттәр тыуыр. Бәғзеләр бөтөнләй таныш булмаған эш менән булышыр. Шулай ҙа аҙна йомғаҡтарынан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Ҡыйынлыҡтарһың булмаҫтыр, моғайын. Улар башта ғына хәл итә алмаҫлыҡ күренер. Тиҙҙән бының ысынбарлыҡҡа тап килмәгәнен асыҡ күрерһегеҙ. Йондоҙҙар юҡ-бар өсөн артыҡ борсолмаҫҡа ҡуша. Килгән аҡсаны йыйыбыраҡ тотонһағыҙ, яҡшы булыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Элекке уй-фекерҙәрегеҙгә әйләнеп ҡайтыу файҙалы булырға оҡшай. Уларҙың бәғзеләрен бойомға ашырыр өсөн бөгөн үтә уңайлы мәл. Шуныһы мөһим, был арала һәр саҡ ярҙамға өмөт итә алмаҫһығыҙ, буғай. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Аҙна бер аҙ мәшәҡәтлерәк башланыр. Ныҡлап уйлағанда, хәлегеҙ бигүк насар түгел дә кеүек. Үҙегеҙ күрерһегеҙ, тиҙҙән кәйефегеҙ күтәрелер, барыһы ла ҡәҙимге төҫ алыр. Кесе йома ла бик файҙалы аралашыу вәғҙә итә.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Башығыҙҙа төрлө уй-фекер тыуып трор. Шуларҙың бәғзеләре үтә һәйбәт күренә. Яҡындарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ, һис тә яҙыҡ булмаҫ, һымаҡ. Яңы эштәргә тотоноу өсөн бәтә мөмкинлек бар. Был йүнәлештә көсөгөҙҙө дөрөҫ самалағыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Иң уңышлы көндәрегеҙ – дүшәмбе һәм шаршамбы. Тап ошо арала ниндәйҙер күптән борсоп торған һорауға тулы яуап алырһығыҙ. Һәр осраҡта ла үҙегеҙҙе тынысыраҡ тоя башларһығыҙ. Ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙан баш тартырға ла тура килер.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Бөтәһе лә ҡәҙимгесә барған кеүек. Осраған ҡыйынлыҡтарҙы еңергә көсөгөҙ етергә тейеш. Үтә      ауыр мәсьәләр булмаҫта һымаҡ. Кемгәлер күптән күрмәгән кешенең тауышынкесе йомала ишетергә насип булыр. Шишәбеләге ваҡиғалар кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Был арала үҙаллы эш итеүегеҙ уңыш килтерәсәк. Башҡаларҙың һеҙҙе дөрөҫ аңламауҙары ла ихтимал. Кешеләр биргән кәңәштәр ҙә яңлыш булыуы бар. Шишәмбелә кәрәкмәгән дәғүәләр килеп сығыуы мөмкин. Кесе йомала һис тә көтөлмәгән аҡса ҡулығыҙға инер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Дөйөм алғанда, хәлдәрегеҙ яҡшы буласаҡ. Шаршамбыла яҡындарығыҙ менән ниндәйҙер ҡаршылыҡтар көтөлә – улар оҙаҡҡа бармаҫ, шунда уҡ онотолор. Ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар осрар осрауын. Бер аҙ тырышһағыҙ уларҙы еңеп сығырһығыҙ. Ярҙам эҙләргә лә кәрәкмәҫ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Аҙна барышында үҙ көсөгөҙгә генә таянығыҙ. Ышаныслы һаналған кешеләр ҙә һүҙендә тормаҫ һымаҡ. Шулай ҙа. Ҡыйынлыҡтар менән булһа ла, алдан уйлағанығыҙҙы булдыра алырһығыҙ. Аҡса менән һаҡ эш итегеҙ – был бигерәк тә йомаға ҡағыла.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Ҡатмарлы саҡтарға даими осрарһығыҙ. Ундай мәлдә элек алған тәжрибәгеҙ ярҙам итер. Әле күптән түгел генә ул һис тә кәрәкмәҫ тип, уйлай иинегеҙ. Ҡайһы бер аҙымдарығыҙҙың башҡаларға оҡшамауы ла бар. Кесе йомала һеҙгә кемдер асыҡтан-асыҡ дәғүәләр ҙә белдерер.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в