Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
17 Июль , 21:00

Йондоҙнамә ( 18–24 июль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

 

Ылаҡ ( 22.12 –  20.01)

Аҙнаны уңышлы ғына үткәрерһегеҙ һымаҡ. Алдан планлаштырғанды булдырырһығыҙ, моғайын. Тик төптөн уйлағанда, күберәк тә эшләй алыр инегеҙ. Быға үҙегеҙ генә ғәйепле шикелле. Йыш ҡына һеҙгә иғтибарлыҡ, түҙемлек етмәй кеүек.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Көндәрҙең бер аҙ ҡатмарлы килеүе ихтимал. Шишәмбелә ниндәйҙер ығы-зығы килеп сығыуы бар. Борсолорға, икеләнергә лә тура килер, бәлки. Дөрөҫ  юлды табыу ваҡытығыҙҙы алыр. Бәғзеләрҙең кәңәш һорарлыҡ та янында кешеһе булмаҫ, мғайын.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Шишәмбелә, кесе йомала көтөлмәгән ваҡиғалар булыуы мөмкин. Шулай ҙа уларҙан бер нинәдй ҙә зыян күрмәҫһегеҙ. Сығымдарығыҙ һиҙелерлек артыр ләкин уар файҙаға ғына булыр. Кемдер тап ошо арала күптән башлаған бик ҙур эшен тамамлар.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Тыныс ҡына барған хәлдәрҙең шаршамбынан һуң ҡапыл үҙгәреп китеүе лә ихтимал. Бәғзеләргә бөтөнләй таныш булмаған эш менән булышырға тура килер. Шуға ҡарамаҫтан, тейешле юлдарҙы тиҙ таба алырһығыҙ, бер ниндәй ҙә юғалтыуҙар кисермәҫһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Күптән таныш булған эш тә туйҙыра башланы һымаҡ. Бәғзеләрҙең тормошона ниндәйҙер яңылыҡ индереү теләге тыуыр. Хәйер, бынан бер ниндәй ҙә зыян булмаҫ, тырышып ҡарағыҙ. Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ, теләһә кем менән дә уртаҡ тел табырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна башы үтә мәшәҡәтле көтөлә. Алдығыҙҙа һис уйламаған яңы мәсьләләр тыуыр. Тәү сиратта нимәгә тотонорға ла белмәҫһегеҙ. Йондоҙҙар үҙ аллы эш итергә, кеше кәңәштәренә артыҡ өмөтләнмәҫкә ҡуша.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Көндәрҙе бик файҙалы үткәрерһегеҙ. Ҡатмарлы хәлдәр күберәк булған һайын, әүҙемлегегеҙ артыр ғына. Иң уңышлы көндәр – шишәмбе, шаршамбы. Артабан үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә кәңәш ителә. Йомалағы һөйләшеү яңы уй-фекерҙәр тыуҙырыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Иң мөһим эштәрегеҙгә иғтибар йүнәлтергә мөмкин булыр. Башлағанығыҙҙы мотлаҡ аҙағынаса еткерә алырһығыҙ, моғайын. Ғөмүмән, эшегеҙҙән тулы ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ. Был арала күптән күрмәгән яҡын кеше менән осрашыу форсаты сығыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Һәйбәт осор. Эшегеҙҙә, ғаилә һәм шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла һәүетемсә генә барыр. Бәғзеләр элекке эштәргә киое әйләнеп ҡайтыр һәм булған хаталарын төҙәтер. Әйтергә кәрәк, был бигүк еңел булмаҫҡа оҡшай.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Кешеләрҙе аңлай белеүегеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Кәрәк ваҡытта ярҙам-кәңәшкә лә өмөт итә алаһығыҙ. Әгәр теләһәгәеҙ үҙаллы ла эш итергә мөмкин булыр. Был арала үҙегеҙгә дәрт-илһам артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Көндәр ауырыраҡ килергә оҡшай. Дүшәмбе һәм шаршамбыла уйламаған хәлдәргә йыш осрарһығыҙ. Ҡайһы бер алдан төҙөгән уй-маҡсаттарығыҙҙы кисектереп торорға ла тура килер, бәлки. Мөмкин тиклем тыныс булығыҙ. Кесе йоманан һуң, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Көтөлмәгән  ваҡиғалар булыр булыуын, ләкин юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ. Шишәмбе һәм йомала иҫтә ҡалырлыҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙ ихтимал. Йндоҙҙар аҡса менән һаҡ булырға ҡуша. Бурысҡа инмәҫкә һәм башҡаларға үтескә бирергә тырышығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в