Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
17 Июль , 07:00

Телеңде йоторлоҡ! (24.06)

(эремсек бәлеше, «Ялҡау» пицца, табала бешерелгән торт)

Эремсек бәлеше
Был эремсек бәлешен («Коро­левская ватрушка») кем генә яратмай икән!
Ҡамырға 2,5–3 стакан он, 200 г аҡ май, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, 2 ҡалаҡ шәкәр, эслеккә 400 г эремсек, 2 йо­мортҡа, ярты стакан шәкәр кәрәк.
Он, ҡамыр ҡабартҡыс hәм шәкәрҙе бергә болғатырға. Өҫ­төнә һыуытҡыстан алған  майҙы ҡырырға. Яҡшылап ыуырға. Ыуалып торған ҡамыр килеп сығырға тейеш. Эремсеккә шәкәр, йомортҡа һалып, эслек әҙерләргә.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә. Табаны майларға ла  бер өлөшөн шунда йәйергә, өҫтөнә эремсек, уның өҫтөнә ҡамырҙың икенсе өлөшөн hалырға. 180 градуслы духовкала өҫтө ҡыҙарғансы 45 минут бешерергә.

 «Ялҡау» пицца
Эштән арып ҡайтҡанһығыҙ, ә  балаларығыҙ ҡамыр ризығы таптыра. Тиҙ генә табала пицца бешереп алығыҙ.
Ҡамыр өсөн 3 йомортҡа, 5 ҡалаҡ майонез, 5 ҡалаҡ он, тәменсә тоҙ алына.
Эслек өсөн ит йәки колбаса, сыр, помидор, тоҙло ҡыяр, һуған, һарымһаҡ, соус кәрәк.
  Ҡамырҙы әҙерләп, тефлон табаға һалырға. Соусты тамсылап ҡына ҡамыр өҫтөнә һалып сығырға. Йәшелсәне һәм бешкән итте йәки колбасаны ҡамыр өҫтөнә теҙергә. Өҫтөнә мул итеп ҡырғыстан үткәрелгән  сыр һибергә.
  «Ялҡау»пицца газда һүрән утта, табаның ҡапҡасын ябып, 10 минут бешерелә. Ризыҡтың әҙерлеген ағас таяҡсыҡ менән төртөп ҡарап тикшерергә.

Табала бешерелгән торт
Бер банка ҡуйыртылған һөткә бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡысты (разрыхлитель) 400 г он менән бутап, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Ул пластилин кеүек килеп сыға. Ошо ҡамырҙы ун өлөшкә бүлеп, йәйеп, ҡыҙған табала ҡоймаҡ бешер¬гәндәге кеүек ике яғын да әйләндереп бешереп алырға.
   Крем өсөн 500 мл һөттө ҡайнатырға. Яртыһына 300 г шәкәр, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ крахмал, 3 ҡалаҡ он, бер ҡап ванилин һалып бутарға, ҡалған һөттө ҡойорға һәм ҡуйырғансы бешерергә. Һыуынғас, кремға 200 г аҡ май һалып, туҡырға һәм йәймәләргә һылап, тортты йыйырға.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в