Башҡортостан илгә күп ижадсы бирҙе, улар ҡайҙа ғына эшләһә лә, тыуған төйәктәрен онотманы, уға дан йырланы. Ана шундай шәхестәрҙең береһе – Татарстандың халыҡ яҙыусыһы, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәҡи Иҫәнбәт. Хәҙерге Салауат районының Малаяҙ ауылында донъяға килгән Нәҡи Сиражетдин улы Закиров ( Н. Иҫәнбәт) һәр саҡ тыуған ере менән бәйләнештә торорға тырышҡан.
– Ҡайҙа дәртле, моңло ил, тип һорайһы юҡ. Минең өсөн ул донъяла бары бер генә – Малаяҙ! Һәр кемгә лә үҙ тыуған иле, үҙ тыуған тупрағы ғәзиз. Йүрүҙәнде яҡшы күрер өсөн Мәскәү тауына менеү яҡшы, унда менгәс, үҙенең асыҡ маңлайын балҡытып, йәшел ҡайын сәсен елкәһенә һалған Малаяҙ тауын күрербеҙ. Уның аръяҡтарына ҡараһаҡ, Уралдың иң йәмле Ҡаратау түбәләре күперелеп ята – Йүрүҙәнгә һыу эсергә килгән фил карауандарымы ни!
Бына нисек матур тасуирлай әҙип үҙенең тыуған яғын! Н. Иҫәнбәттең мәғлүмәтлелеге, райондағы һәр тауҙың, ҡалҡыулыҡтың, ҡаяның исемен белеүе, улар менән сикһеҙ һоҡланыуы хайран итерлек. Ул шулай уҡ тыңлаусыларҙы тарихты яҡшы белергә саҡыра:
– Йүрүҙәндең теге яғында киҫеп төшөргән кеүек теп-текә Атҡырылған тауҙары. Юҡҡа ғына улай аталмаған. Башҡорт батыры Салауат Әй яғынан алышып килеп, генерал Михельсон менән шунда һуғышҡан. Һуғыш ҡаты булған. Бик күп ат яр текәһенән аҫҡа осҡан.
Эй, әйҙәнем дә әйҙәнем,
Әй буйында ятып йәйләнем.
Ҡаршыма сыҡҡан биш йөҙ
дошман –
Ҡуй-һарыҡтай итеп
бәйләнем…
Тарих… Ә йыр һаман йәшәй! Уны башҡорт егете Салауат батыр йырлаған. Ул был ерҙәрҙең төп кешеһе булып, колонизатор әбей батшаға, Михельсондарға ҡаршы мөҡәддәс һуғыш, милли-азатлыҡ һуғышы асҡан. Дан уға! Беҙ Малаяҙҙа шул ғорур көрәш, шул йыһат йырҙарын тыңлап, үҙебеҙ ҙә Салауат батырлығы менән ғорурланып, шуның менән рухланып үҫкәнбеҙ.
Әҙип тыуған районын “минең гүзәл ватаным” тип атай һәм Малаяҙ тауын ваҡ таш өсөн аҡтарыуҙарына ҡаршы сыға:
– Тыуған илемдең йәмен кәметеү, уның тәбиғәтен теләһә нисек ҡырағай рәүештә файҙаланыу яғында түгелмен. Беҙҙең алдынғы кешелек бурысыбыҙ – үҙ тирәбеҙҙе йәмһеҙләү түгел, ә уны тағы ла йәмләндереү, байытыу, матурлау. Был мәҙәниәтлек билдәһе, – ти Нәҡи Иҫәнбәт һәм райондаштарын Малаяҙ тауында ҡарағай үҫентеләре ултыртырға саҡыра.
Радио фондында һаҡланған тарихи ҡомартҡылар менән «Йәшлек»тең тоғро дуҫтарын киләһе һандарҙа ла таныштыра барырбыҙ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
«Юлдаш» радиоһы фондында һаҡлана
“Юлдаш” радиоһының алтын фондындағы аудиояҙмалар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙҙәрен тәрән өйрәнеп, ҙур хеҙмәттәр ҡалдырған күренекле әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәновтың “Радиоуниверситет” рубрикаһында башҡорт совет поэзияһы үҫешенә арналған яҙмаһы һаҡлана.
– ХХ быуат – кешелек яҙы. Ниндәй сос һәм өлгөр беҙҙең заманыбыҙ! Мостай Кәримдең “ваҡиғалар ваҡыттарҙан киң саҡ” тигәне беҙҙең дәүергә ҡайһылай тура килә. Берәүҙәр уны “атом осоро”, икенселәр “электротехника заманы” тип атай, “космонавтика дәүере” тип атаусылар ҙа күбәйә бара, ләкин уларҙың береһе лә ХХ быуаттың айышын, ысын йөҙөн билдәләй алмай әле. Улар кешенең тәбиғәт менән көрәшеү юлындағы уңыштары тураһында, – тип ғалим, техник ҡаҙаныштарҙан алда рухи тормоштоң үҫешен юғары баһалай. Милли әҙәбиәттең үҙенсәлегенә иғтибарҙы йүнәлтеп, поэзияның башҡорт әҙәбиәтендә һәр саҡ өҫтөнлөк алып килгән жанр булыуын һәм М. Ғафуриҙың “Ҡыҙыл байраҡ” шиғыры менән Башҡортостанда социалистик реализмдың тәүге биттәре асылыуын билдәләй.
– Халыҡтың октябрҙән һуң мәнфәғәттәрен аныҡ тойоусы һәм шул мәнфәғәттәр өсөн эҙмә-эҙлекле көрәш йәйелдереүсе шағир М. Ғафури булды. Бындай символик образды беҙ Сафуан Яҡшығолов, Дауыт Юлтый, Сәйфи Ҡудаш әҫәрҙәрендә лә осратабыҙ, – ти ул.
Шиғриәттең икенсе үҫеш этабын ғалим граждандар һуғышы менән бәйләй: “Был осор – башҡорттарҙың һынау һәм берләшеү процесы. Д. Юлтыйҙың “Атлан батыр”, С. Ҡудаштың “Кит фронтҡа!”, Ш. Фидаиҙың “Ян!”, Б. Ишемғолдоң “Ас битеңде, тарих!” шиғырҙары шуны сағылдыра. Ижадын Донбасс шахтерҙары араһында башлап ебәргән М. Сөндөклө, Баймаҡ эшселәре сафында тәрбиәләнгән Б. Вәлид, мартен цехтарында сыныҡҡан Мәсғүт башҡорт поэзияһына эшселәр образын, производство тематикаһын алып килде...”
К. Әхмәтйәнов 30-сы йылдарҙы “еңеүсән социализм” тип атай һәм индустриалләштереүҙе данлаған Ғ. Сәләм ижады менән таныштыра:
– Башҡорт поэзияһы 30-сы йылдарҙың аҙағында заманы менән бергә йәшәй ине, ул халыҡты фашизмға ҡаршы көрәшкә әйҙәргә әҙер ине. 1937 йылда яҙылған “Йылдар аша” поэмаһында был шағир Германия менән һуғыш буласағын, ул алышта илебеҙҙең еңеп сығасағын алдан күрҙе. Ватаныбыҙҙың халыҡ-ара хәле тураһында бик күп яҙған Ғ. Сәләм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡулына ҡорал тотоп, халыҡ өсөн көрәшә алманы, 1939 йылда көтмәгәндә вафат булды. Ғ. Сәләмдең үлеменән һуң, М. Хәй тетрәндергес шиғыр яҙҙы:
Уйға килгән шиғри фекерҙәрҙе
Яҙыу өсөн алһам мин ҡәләм,
Мин яҙырмын береһен үҙем өсөн,
Береһен – һинең өсөн, Ғ. Сәләм!
Ошо көрәш эстафетаһын ҡулына алған М. Хәй 1941 йылда фашистар менән алышта һәләк була…
Радио фондында һаҡланған тарихи ҡомартҡылар менән “Йәшлек”тең тоғро дуҫтарын киләһе һандарҙа ла таныштыра барырбыҙ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.