Хәҙерге полиграфия – дәғүәселек бик юғары булған өлкә. Уның хеҙмәттәренә хаҡ – конкурентлы көрәштә төп йүнәлештәрҙең береһе. Ләкин хаҡтарҙы сикһеҙ кәметеү мөмкин түгел. Баҫма продукцияның сифатына килгәндә, заманса матбуғат ҡорамалдары һәм технологиялары бөтә типографияла ла тиерлек оҡшаш. Шуға күрә полиграфия компаниялары заказсыға ваҡыт/сифат/хаҡтың оптималь берләшеүен тәҡдим итеп кенә ҡалмай, ә бер нисә өҫтәмә хеҙмәт күрһәтергә лә мәжбүр. Бынан ете йыл элек кенә асылып, республика буйынса ярайһы ғына үҫеш алған «Самрау» нәшриәте заказсыларҙы нимә менән йәлеп итә һәм бөгөнгө баҙар шарттарында нисек алдынғыларҙан булып ҡала?
Ошо һорауҙар менән беҙ нәшриәт директоры Мансур Ғилфановҡа мөрәжәғәт иттек.
Ете йылда ойошма
нисек үҙгәргән?
Эште бәләкәй генә бүлмәнән һәм полиграфия өсөн тәғәйенләнгән бер бөртөк принтерҙан башлаған “Самрау” нәшриәте бөгөн ярайһы ғына үҫешкән.
– 2015 йылда бергә уҡыған дуҫ егет Вилнур Хәсәнов менән "Самрау" нәшриәтен асып ебәрҙек. Был күп ойошма, шул иҫәптән нәшриәттәр ҙә ябылған саҡ ине. Аҡса юҡ, ҡорамалдар кәрәк, уларҙы алыу ҙур бер мәсьәлә. Ауыр шарттарҙа, бөтөн ҡаршылыҡҡа үс итеп тигәндәй, беҙ эш башлап ебәрҙек. Күптәр, туғандар-таныштар беҙҙе дыуамал булыуыбыҙҙа ғәйепләне. Әлбиттә, күңелдә шик тә, ҡурҡыу ҙа булды. Һис һүҙһеҙ, беҙ ҡуйған маҡсатыбыҙға ынтылдыҡ. Аллаға шөкөр, ошо ваҡыттан алып күп нәмә үҙгәрҙе: типография бинаһының майҙаны ҙурайҙы, етерлек күләмдә кәрәкле ҡорамалдар менән тулыланды, әйләнеште һәм килемде ике тапҡырға арттырҙыҡ, коллективыбыҙ ҙа үҫә бара – 12 кешене эшкә алдыҡ, цехтарыбыҙ киңәйә, эш күләме лә арта ғына. Әлбиттә, барыһы ла еңел генә барманы. Тәүге ике йыл беҙҙе ярайһы ғына һынаны. Әйткәндәй, полиграфияны төп йүнәлешебеҙ булыр, тип тә уйламағайныҡ. Тәүҙә «Самрау» -медиа булараҡ башлағас, корпоратив видеолар төшөрөрбөҙ, тигән ниәт бар ине. Тик ваҡыт үҙенекен итте, беҙ үҙ мөмкинлегебеҙҙе полиграфия тауарҙарын етештереүҙә таптыҡ. Ойошмаға кәрәкле ҡорамалдарҙы ҡайҙа кредитҡа, лизингҡа, бурысҡа, үҙ аҡсабыҙға алдыҡ. Бөгөнгө көндә нәшриәтебеҙҙә республикабыҙҙың билдәле яҙыусылары, эшмәкәрҙәре китаптарын баҫтыра, район-ҡалалар беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итә.
“Әйләнеш ҙур,
әммә сығымдар ҙа
арта...”
Иҡтисадтың тотороҡһоҙ булыуы эшҡыуарҙарға бер ни тиклем ауырлыҡтар килтерә. Бындай ауыр шарттарҙа эшләүҙән “Самрау” нәшриәте лә ситтә тороп ҡалмай. Ойошма эш башлағас та көрсөккә эләгә, һуңынан иһә илдәге пандемия ла үҙ йоғонтоһон яһай. Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкциялар һөҙөмтәһендә алыпһатарҙар ҙа күҙгә күренеп арта. Был бигерәк тә ҡағыҙға хаҡ артыуҙа күҙәтелде. Уның бер ҡабы 1000 һумға тиклем барып етте. Полиграфия тауарҙарын етештереү өсөн ҡағыҙ ҙа, материалдар ҙа етерлек. Тик улар беҙгә килеп кенә етә алмай, еткән осраҡта ла хаҡы икеләтә арта, ти “Самрау” нәшриәте етәксеһе.
– Ҡағыҙ, кәрәкле материалдарға хаҡтар артһа ла, беҙ етештергән тауарҙарыбыҙға хаҡты әллә ни арттырмаҫҡа тырышабыҙ. Элекке кеүек үк, беҙгә төп табышты полиграфия һәм сувенир продукцияһы килтерә. Һуңғы йылдарҙа типография әйләнеше артты, күберәк продукция сығара башланыҡ. Шуның менән бергә ҙур тираждарға заказ алыу аҙайҙы, ә ҙур булмаған партиялар күбәйҙе. Мин быны хаҡтарҙың артыуына бәйләйем. Мәҫәлән, элек ойошмалар күпләп буклеттар баҫтыра ине. Хәҙер улар әҙләп-әҙләп бер нисә айға бер тапҡыр ғына заказ бирә. Быға хаҡтар артыуы ғына түгел, ә замандың тиҙ-тиҙ йүнәлешен үҙгәртеү ҙә йоғонто яһайҙыр. Шуға ҡарамаҫтан, эшебеҙ туҡтап ҡалмай, әле шәжәрә, һабантуй мәлендә заказдар күп килә. Ноябрь, декабрь айҙары ла үтә табышлы. Яңы йыл алдынан бөтөнләй бушамайбыҙ, хатта төндә ҡалып та эшләргә мәжбүрбеҙ.
Хәҙерге полиграфия.
Заказсылар нимә
теләй?
Полиграфия компанияларына мөрәжәғәт итеп, заказсылар арзан һәм сифатлы полиграфия тауарҙарын ғына алып ҡалмай. Төп бурыс – уларҙы ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы итеп етештереү. Полиграфия ярҙамында, ҡағиҙә булараҡ, түбәндәге мәсьәләләр хәл ителә: 1) Һатыуҙы арттырыу. Ошо маҡсатта реклама полиграфияһының төрлө төрө – буклеттар, листовкалар, флаерҙар, брошюралар, каталогтар, этикеткалар, төрөү (упаковка) материалдары әҙерләнә. 2) Компанияның имиджын яҡлау. Был маҡсатта фирма бланкылары, көндәлектәр, корпоратив бизнес-сувенирҙар, визиткалар, папкалар һәм башҡалар баҫыла. 3) Брендтың танылыуын арттырыу. Фирма пакеттары, мобайлдар, футболкалар етештереү.
– Полиграфия, материал булыуҙан тыш, үҙ функцияһын үтәһен өсөн тәү сиратта заказсынан нимәгә, ниндәй һөҙөмтәгә ирешергә теләүен асыҡларға кәрәк. Беҙгә теге йәки был продукцияны баҫтырыу ғына түгел, ә заказсыға уның бизнесын үҫтереүҙә ярҙам итеү мөһим. Бының өсөн иң элек үҙенсәлекле макеттар әҙерләү генә түгел, ҡулланыусылар тәртибенә, психологияһына төшөнөү һәләтенә эйә булған белемле һәм профессиональ дизайнерҙар кәрәк. Әйткәндәй, тап ошондай хеҙмәткәрҙәр, үҙ эштәренең оҫталары эшләй “Самрау”ҙа. Коллективыбыҙҙа осраҡлы кешеләр юҡ. Беҙ тотош бер команда булып эшләйбеҙ, һәр хеҙмәткәрҙең фекерен, ҡыҙыҡлы идеяһын күҙ уңында тотабыҙ. Сөнки берҙәм команда – ул тотош бер организм. Уның бер ағзаһы сафтан сыҡһа, ҡалғандары ла тотороҡһоҙ эшләй башлай. Йәғни, бизнеста етәксе бер үҙе генә әллә ниҙәр эшләй алмай, хеҙмәткәрҙәрҙең берҙәмлеге генә ниндәйҙер уңышҡа алып килә ала.
Шуға ла беҙгә ҙур ойошмалар, билдәле яҙыусылар, артистар, эшҡыуарҙар күпләп заказ яһай. Кемгәлер китап, кемгәлер афиша, кемгәлер реклама материалдары кәрәк. Беҙ һәр кем менән айырым эшләйбеҙ, уның мөмкинлектәрен самалап, төрлө ташлама, бүлеп түләү ысулдарын ҡарап, килешеү төҙөйбөҙ. Милли баҫмалар әҙерләүгә белемле телселәр, әҙәбиәтселәр менән хеҙмәттәшлегебеҙ бар. Республика кимәлендә уҙғарылған сараларға ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Мәҫәлән, Урман хужалығы министрлығы уҙғарған “Хәтер баҡсаһы” , “Ағас ултырт” акцияһындағы брендбукты (логотип етештереүсе ) тулыһынса беҙ эшләнек. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә бишенсе йыл рәттән ҡатнашып киләбеҙ. Уларҙың быға тиклем үҙҙәрен танытырлыҡ билдәләре юҡ ине, былтыр беҙ логотип тәҡдим иттек һәм эшләнек. Йыл һайын үткәрелгән сара брендҡа инергә тейеш бит. Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн логотиплы блокнот, ручкалар етештерҙек. Был билдәлелек өсөн кәрәк. Мәғариф министрлығына ла яңы логотипты беҙ эшләнек. “БКК” төҙөлөш ойошмаһы менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әйткәндәй, был төҙөлөш ойошмаһы Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлын төҙөй. Визитканан алып китап, сувенир әйберҙәре лә сығарабыҙ. Ғөмүмән, ойошмаларға үҙҙәрен күрһәтергә нимәләр кәрәк – бөтәһен дә баҫабыҙ. Әле тағы ла бер проект өҫтөндә көс түгәбеҙ. Ул да булһа 3 Д принтерҙа үҙенсәлекле шахмат уйынын эшләү өҫтөндәбеҙ. Унда башҡорт батырҙарының француздарға ҡаршы яуы сағыласаҡ. Был ситтән килеүселәргә үҙенсәлекле, тарих һаҡлаған бүләк буласаҡ.
Бөгөн полиграфия компаниялары типография кеүек кенә эшләргә түгел, ә асылда тулы цикллы реклама агентлығы функцияһын үтәргә тейеш. Әгәр заказсы компанияның заказды үтәүгә ижади һәм яуаплы ҡарарға әҙер булыуын, бөтә хеҙмәт комплексын бер урында алып булыуын аңлаһа, бындай ҡараш конкурент өҫтөнлөктө тәьмин итәсәк. “Самрау” нәшриәте тап ошо принцип буйынса эшләй ҙә инде. Матбуғат хеҙмәттәрен күрһәтеүҙән тыш, бизнесты үҫтерергә, кәңәштәр алырлыҡ итеп эшләргә лә тырыша ойошма.
Гөлнара СОЛТАНОВА.
Нәсих ХӘЛИСОВ фотолары..