Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
10 Июль , 21:00

Йондоҙнамә ( 11 – 17 июль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

 

ЫЛАҠ ( 22.12 – 20.01)

Аҙна үтә мәшәҡәтле килергә оҡшай. Шишәмбе һәм шаршамбыла барыһына ла өлгөрөү өсөн бигерәк күп йүгерерһегеҙ һымаҡ. Ауыр саҡта эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, ул һеҙҙе бер ҡасан да алдамаҫ. Шаршамбынан һуң хәлегеҙ мотлаҡ арыуланыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Һәйбәт хәбәрҙәр даими килеп торор. Иң мөһим мәсьәләләр менән булышырға мөмкинлек сығыр. Тәүге уңыштар кәйефегеҙҙе тағы ла күтәрер, моғайын. Башҡалар менән булған ыңғай мөнәсәбәт тә һәр саҡ ярҙам итер. Был арала кәңәш һорағандар ҡәҙимгенән күберәк булыр.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Бәғзеләр тап ошо көндәрҙә ниндәйҙер ҙур, күптән уйлап йөрөгән эште башлап ебәрер. Тәүге аҙымдарҙан уҡ ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Ләкин улар һеҙҙе ҡурҡытмаҫ. Һис тә уйламағанда аҡса килеүе лә ихтимал. Уны тиҙ тотонорһоғоҙ, һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Аҙна араһында эс бошорғос хәл-ваҡиғалар күбәйер. Һәр саҡ тыныс булып ҡалыу еңел бирмәҫ. Ҡайсаҡ яҡын кешеләр араһында ла үпкәләшеүҙәр булыуы мөмкин. Шаршамбыла ишеткән кәңәш мотлаҡ дөрөҫ юлды күрһәтер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Аҙна яҡшы башланып китер. Ниндәйҙер мөһим мәсьәләне ыңғай хәл итергә мөмкинлектәр булыр. Шаршамбынан һуң йондоҙҙар иғтибарлыраҡ эш итергә ҡуша – икеле ваҡиғалар ҡапыл күбәйеп китер. Йомала бөтөнләй уйламаған эш менән булышырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Таныш эштәрегеҙ һәр саҡтағыса һәйбәт барыр. Шишәмбелә генә ҡыйынлыҡтарға осрауығыҙ ихтимал. Хәйер, башҡаларҙан ярҙам килергә тейеш. Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Хатта элек һис тә ҡатнашмаған кешенән дә йылы һүҙҙәр ишетеүегеҙ бар.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Ҡәҙимгенән күберәк булдыра алырһығыҙ. Күптәнге таныш эштәрегеҙ ҙә күңелле генә барыр. Шаршамбыла ғына ваҡиғалар һеҙ уйламаған йүнәлештән китер. Бәғзеләргә кеше хаталарын да төҙәтергә тура килер, бәлки.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Аҡса килеп торор. Тик шишәмбелә уйламаған сығымдар килеп сығыр. Ысынында, уларҙың әллә ни кәрәге лә юҡ ине һымаҡ. Йондоҙҙар яҡын киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙ тураһында артыҡ һөйләмәҫкә кәңәш итә. Һуңғы ваҡиғалар янығыҙҙа ышанысһыҙ кешеләр булыуын күрһәтте бит инде.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Әллә ни ҙур ваҡиғалар көтөлмәй кеүек. Икенсе яҡтан, яңылыш аҙымдар, хаталар ҙа булмаҫҡа тейеш. Шишәмбе һәм йомала ыңғай ваҡиғалар булыр бар. Һуңғы ваҡытта өйҙә лә, эш урынында ла барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе, шикелле. Быны хупларға ғына кәрәк.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна һәйбәт уҙыр, моғайын. Ниндәй эшкә тотонорға, нимәне аҙаҡ башҡарырға – быға эске тауышығыҙ дөрөҫ йүнәлеш бирер. Шаршамбыла ғына ниндәйҙер етди мәсьәлә килеп сығыр. Бер аҙ уйлағандан һуң, уны сисеү буйынса йәтеш юл таба алырһығыҙ, буғай.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Был көндәрҙе әүҙем үткәрерһегеҙ. Бәғзеләр күптән уйлап йөрөгән ҙур эшкә тотонор. Шишәмбелә бик өмөтлө тәҡдим ишетерһегеҙ. Йомалағы ваҡиғалар үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн дә ҡыуаныслы буласаҡ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Шишәмбе һәм шаршамбыла ҡайһы бер кире хәлдәр осрауы ла ихтимал. Улар әллә ни ҡурҡыныс түгел дә кеүек. Кесе йомала элек булдыра алмаған эште лә үтәй алырһығыҙ. Был арала элек боҙолған мөнәсбәттәрҙе үҙгәртеү форсаты сығыр.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Артур Хасанов
Читайте нас в