Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
10 Июль , 07:00

Интернетта аҡса эшләйем тип, йә уңаһың, йә туңаһың

йәки Муттар йоҡламай, улар көнө-төнө кеше иҫәбенә кеҫәләрен ҡалынайтыу тураһында мәкер-хәйлә ҡора

Интернет тормошобоҙға көндән-көн нығыраҡ үтеп инә бара. Уҡыу, эш, туғандар һәм яҡындар менән аралашыу... Күптәр хатта өйҙән сыҡмай виртуаль эштә генә кәсеп итеп йәшәү, ғаиләһен туйҙырыу, ҡарау өсөн ярайһы ғына табыш ала. Әммә бының ике яҡлы булыуын да онотмаһағыҙ ине. Интернетта эш­ләп, йә уңаһың, йә туңаһың. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, виртуаль эшкә инеп отолоусылар ҙа юҡ түгел. 


Яңыраҡ шул уҡ социаль селтәрҙәрҙе гиҙгәндә бер хәбәргә юлыҡтым. Уның йөкмәткеһе түбәндәгенән ғибәрәт:
“Май башында билдәле маркетплейста һатырға өйрәнергә тип курс һатып алдым. Әҙме-күпме ярҙам булһын, тип үҙебеҙҙең башҡорт егетенән алдым. 
Әлегә тиклем курстары башланманы. Һуңынан уҡытыу курстарынан баш тартырға булдым һәм аҡсаны кире ҡайтарыуҙарын һораным. Курс хаҡы 40 мең һум ине. Тик яуап итеп аҡсаны ҡайтара алмауҙарын һәм курсты үтергә кәрәклеген белдерҙеләр. Йәнәһе лә, түләнгән аҡсаны кураторҙарға курс материалдарын әҙерләгән өсөн түләгәндәр икән. 
Был үҙебеҙҙең башҡорттар үҙебеҙҙе алдай була түгелме?
Бер юрист менән һөйләшкәйнем, суд аша ҡайтарырға була ул аҡсағыҙҙы, тине. Тик аҡсаны ҡайтартыу өсөн ярты хаҡын адвокатҡа бирергә кәрәк. 
Минең кеүек яңылыша күрмәгеҙ. Блогерҙар реклама яһаған  төрлө курстарҙы һатып алып ултырмағыҙ. Ышанмағыҙ! Минең кеүек аҡсағыҙҙы кире ҡайтара алмай йөрөрһөгөҙ. Улар аҡса өсөн әсәләрен һатып ебәрерҙәр. Һуң аңланым. Шуға уяу булығыҙ. Алдан уҡ студенттарҙы, декретта ултырған әсәйҙәрҙе иҫкәртегеҙ. Ышанып, һатып алып йөрөмәһендәр! Иң күбе шулар һатып алып алдана!
Анон.”

Был хат авторының яҙмаһын уҡығас, ул уйланырға мәжбүр итте. Ә бит интернетта эш, еңел аҡса эшләү юлдарын эҙләп, муттар тоҙағына эләгеүселәр һеҙҙең арағыҙҙа ла юҡ түгелдер. Социаль селтәрҙәрҙә онлайн-эш  буйынса курстар һәм уҡытыу кеүек иғландар күҙгә йыш ҡына салына, уларҙы блогерҙар ҙа маҡтап-маҡтап һөйләй, халыҡҡа тарата. Әммә рекламаға тиҙ генә ышанырға ярамай. Әлбиттә, улар араһында ла үҙ тәжрибәһенән сығып, курстар ойошторған һәм өҫтәмә килем алғандар бар. Шул уҡ ваҡытта төрлө аферист, мутлашыусы ла йоҡламай. Уларға юлыҡмау өсөн ниндәй шарттарҙы үтәргә, юлыҡҡанда, нимә эшләргә ? Ошо һорауға яуап эҙләп, белгестәргә мөрәжәғәт иттек. 
Тәүҙә “Вайлдберриз” маркетплейсын яҡшы белгән һәм уның аша  йорт кәрәк-яраҡтары, көндәлек тауарҙар һатҡан Гөлнара Ханова менән бында эшләү серҙәрен, уның нисек был маркетплейста бизнес төҙөүе менән ҡыҙыҡһындым.
– Бала ҡарау буйынса декрет ялына сыҡҡас, өҫтәмә килем алыу юлдарын эҙләнем. Бында миңә социаль селтәрҙәр ярҙам итте. Әлбиттә, төрлө виртуаль эштәр тәҡдим итеүселәр һәм төрлө эш варианты бында бик күп. Аферистарға эләкмәҫ өсөн  уларҙың һәр береһен дә ентекле тикшерҙем, өйрәндем, комментарийҙарын ҡараным. 
Күп эҙләнә торғас, минең кеүек үк декрет ялында булған һәм интернетта эшләгән ҡыҙҙың сәхифәһенә юлыҡтым. Бында ул “Вайлдберриз”тағы эш хаҡы тураһында һөйләй, ошо өлкәлә килемгә сығыу юлын күрһәтә ине. Был мине бик ҡыҙыҡһын­дырҙы,  шунда уҡ үҙенә ылыҡтырҙы. Быға тиклем миллиондар вәғәҙә иткән блогерҙарҙың видеояҙмаларын, уларҙа курс үтергә саҡырып әйҙәгән иғландарын ҡарап килдем. Тик ниңәлер ышанып етмәнем. Шунда, үҙемә курсты берәйһенән һатып алһам да рекомендация буйынса ғына, 100 процентҡа ышанған кешенән генә, тигән ҡәтғи фекергә килдем. Яңы танышымдың социаль селтәрҙәге сәхи­фәләрен ентекләп өйрәнгәс, мин уға яҙырға, эш нескәлектәрен һорашырға булдым. Һуңынан уның менән осраштыҡ. Шул ваҡытта үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙарымды бирҙем, ул бөтәһен дә һөйләне һәм, иң мөһиме, “алтын тауҙар” вәғәҙә итмәне, киреһенсә, тәүҙә күп эшләргә тура киләсәген, аҡса булған һәр эштәге кеүек даими үҫешергә, белем тупларға кәрәклеген әйтте. Уның миңә ентекләп мәғлүмәт биреүе бик оҡшаны, иң мөһиме, уҡыу курсым оффлайн рәүештә ине, ул өйөмә лә килеп, билдәле бер этапты аңлатты, киләһе осрашыуға башҡарырға тейешле эштәр бирҙе. Шулай итеп,  эҙмә-эҙлекле мине һатыусы итеп киң билдәле маркетплейс майҙансығына алып сыҡты. Бына декрет ялында икенсе бала менән онлайн эшләйем. Эйе, ауыр, күберәк төндә эшләргә тура килә, сөнки көндөҙ балаларға ваҡыт бүлергә кәрәк, еңел аҡса юҡ. Ғөмүмән, теләге булған һәр кем бында эшләй ала, сикләүҙәр юҡ, шәхси эшҡыуар, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт йәки үҙмәшғүл булараҡ теркәлергә генә кәрәк. 
«Трансформация марафоны», «Теләктәр марафоны», «Вайлдберриз», «Авито», Инстаграмда һатырға өйрәтеү серҙәре» һәм башҡа «һауа һатыусылар» үтә лә күп. Уларҙың барыһы ла – кеше аңын томалаусылар. Ә бындай курстар һәм китаптар һатҡан, шулай уҡ төрлө тренинг алып барған кешеләр инфосиғандар тип атала.
Инфосиғандар – ябай мутлашыусылар, уларҙың төп эшмәкәрлеге түләүле материалдар (йышыраҡ өйрәтеүсе) һатыуға нигеҙләнгән, уларҙың һөҙөмтәлелеген объектив баһаларға ярамай. Хатта юридик мөхиттә лә беҙ йыш ҡына ошондай тәҡдимдәргә юлығабыҙ, ти Өфөлә адвокат булып эшләүсе Айҙар Хызыров. 
– Үрҙә килтерелгән хат миҫалында йәш кешенең муттар ҡулына эләгеүе күренә. Түләнгән курс өсөн аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин. Ләкин күп нәмә килешеү төҙөү шарттарынан тора. Мин тәү сиратта “Роспотребнадзор”ға эшҡы­уарҙың законһыҙ ҡылыҡтарына ялыу менән мөрәжәғәт итергә кәңәш бирер инем. Был орган төҙөлгән килешеүҙең «Ҡулла­ныусылар хоҡуғын яҡлау тура­һында»ғы Федераль закон талаптарына тап килеүенә тикшереү үткәрәсәк. Әгәр килешеүҙә ҡулланыусы хоҡуғын боҙоу асыҡланһа, курс һатыусыһына түләнгән аҡсаны  язаға тарттырылыу хәүефе менән ҡайтарыу талабы ҡуйыла. 
Ғәҙәти йәшәү рәүешен нимәлер үҙгәртергә мәжбүр иткән йәки ауыр тормош һынауына юлыҡҡан кешеләр йыш ҡына алдаҡсыларға эләгә, ти белгестәр. Тап ошо ваҡытта улар йәшәйешен үҙгәртеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында мәғлүмәт эҙләй башлай. Бындай кеше­ләрҙең күҙҙәренә тәүгеләрҙән булып интернетта төрлөсә  аҡса эшләү иғландары, финанс хәлдәрен яҡшыртыу өсөн уҡыу курстары салына. Күп осраҡта ҡабаланып ҡарар ҡабул итеүселәр аферистар тоҙағына эләгә лә инде. 
Муттарҙы урап үтеү өсөн адвокат Айҙар Хызыровтан бер нисә кәңәш:
1. Бер ҡасан да ҡабаланмағыҙ! Уйланыу өсөн ваҡыт табығыҙ. Әгәр коучтар (остаздар, бизнес-тренерҙар, гурулар һәм башҡалар) ҡабаландыра икән, был – һағайырға сәбәп.
2. Рәсми сығанаҡтарҙа онлайн-курстың авторы хаҡындағы мәғлүмәтте тикшерегеҙ. Федераль һалым хеҙмәтенең сайтына инеп, унда һатыусының эшҡыуар сифатында теркәлеү-теркәлмәүе, йәғни законлы рәүештә эшләүе тураһында рәсми мәғлүмәтте табырға мөмкин. 

3. Интернетта комментарийҙарҙы уҡығыҙ. Бигерәк тә киреләрен уҡыу мөһим. Минең ҡарашҡа, һәр ваҡыт яҡшы баһалар ғына бирелеүе лә һағайтырға тейеш. Мутлашыусыларҙың кире фекерҙәрҙе алып ташлауы ла бар. 

4. Мөмкин булһа, «сарафан радиоһы» аша ла курсты тикшерегеҙ. Йәғни, был курс тураһында таныштарығыҙҙан һорашырға кәрәк – бәлки, уларҙың ҡайһы берәүҙәре курс авторҙары тураһында нимәлер беләлер.

5.  Мөһим! Төҙөлгән килешеүҙең ҡул ҡуйырға тәҡдим ителгән һәр пунктын иғтибар менән уҡығыҙ. Уның юридик яҡтан рәсмиләштерелеүе һәм аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге бармы-юҡмы икәнен дә ҡарағыҙ. Әгәр быларҙың барыһы ла бар икән, был – яҡшы билдә.

6. Авторҙың белем биреү эшмәкәрлегенә лицензияһы бармы-юҡмы икәнлеген һәм, уҡыу тамамланғас, ниндәй документ биреүен тикшерегеҙ. Әгәр ул юҡ икән, һағайырға урын бар.
 
7. Структура, модулдәр, өйгә эштәрҙең һәм кире бәйләнештең булыу-булмауын ҡарағыҙ. Булһа, был яҡшы. Әгәр уны һеҙҙең талабығыҙ буйынса ғына бирәләр икән, курстан ҡыйыу рәүештә баш тартырға мөмкин.

8. Онлайн-курс авторҙарының вәғәҙә­ләрен иғтибар менән тыңлағыҙ. Әгәр авторҙар курсты тамамлағандан һуң мотлаҡ байыуығыҙҙы вәғәҙә итһә, курстан баш тартырға ла була. Сөнки билдәле бер күнекмәләрҙе үҙләштерергә мөмкин, ләкин улар үҙҙәренән-үҙе байлыҡҡа алып килмәйәсәк. Шуға күрә авторҙарҙың байлыҡ хаҡындағы вәғәҙәләре ғәҙәти «замануха» булып тора.
Еңел аҡса эшләргә ниәтләнһәгеҙ,  бушлай сырҙың ҡапҡанда ғына икәнен онотмағыҙ.  Һәр ерҙә лә тырышлыҡ һәм көс талап ителә.

Гөлнара СОЛТАНОВА.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в