Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
6 Июль , 10:10

«Һалҡын йөрәкле булырға ярамай...»

йәғни Адвокат ғәҙел һәм кешеләргә битараф булмаҫҡа тейеш

Бөгөн хоҡуҡи дәүләтте адвокатһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Уның төп бурысы – граждандарға һәм ойошмаларға юридик ярҙам күрһәтеү, уларҙың хоҡуҡи мәнфәғәттәрен яҡлау, ҡанундар боҙолоуға юл ҡуймау. Ниндәй генә ҡатмарлы мәсьәлә килеп сыҡмаһын, улар тәүге кәңәшсе булып тора, законлылыҡ һәм ғәҙеллек тантана итһен өсөн көс һала. Бөгөн закондарҙың күплеге һәм төрлөлөгөн иҫәпкә алып, адвокатураны икегә бүлеп ҡарау бар. Беренсеһе – енәйәт өлкәһендә эшләүсе, икенсеһе – гражданлыҡ хоҡуҡтарын яҡлаусы адвокаттар. Бөгөн беҙгә үҙ һөнәре хаҡында Башҡортостан Адвокаттар коллегияһы ағзаһы, енәйәт өлкәһен үҙенең биш бармағылай яҡшы белеүсе адвокат Айҙар ХЫЗЫРОВ һөйләй. 

– Айҙар, һеҙ – Мәскәүҙең Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын тамам­лаған белгес. Ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайланығыҙ?
– Һөнәр һайлауым осраҡлы ғына түгел. Сөнки уҡыусы сағымда үҙем дә хоҡуҡ һаҡсы­лары тарафынан ғәҙелһеҙлеккә юлыҡҡайным. Ошонан һуң, мин адвокат буласаҡмын һәм кеше мәнфәғәттәрен яҡлая­саҡмын, тип үҙемә һүҙ бирҙем. Уға тоғро ҡалдым. Бөгөн уңышлы адвокатмын. Тәүҙә 12 йыл граждандар эштәре буйынса юрист булдым, һуңынан енәйәт адвокатураһына күстем. Төрлө компанияла эшләнем, иң күбе Өфөнөң төҙөлөш компа­ния­һында көс түктем.
Миңә ғәҙелһеҙлек, ауырлыҡ­тар менән осрашҡан кешеләргә ярҙам итеү оҡшай. Беләһегеҙ бит инде:  хоҡуҡ системаһы камил түгел, ҡайһы саҡта улар тарафынан хаталар ҙа булғы­лай. Сөнки хоҡуҡ һаҡлау органдары күп осраҡта ғәйепһеҙлек презумпцияһы принцибын теүәл үтәмәй. 

– Енәйәт процесында яҡлау­ҙың роле ниндәй? Яҡлаусыны үҙенә күрә страховка менән тәьмин итергәме? Адвокат нимә эшләргә тейеш түгел? Төрмәгә, ваҡытлыса тотоу изоляторҙарына ингәндә ауыр булалыр инде?.. 
– Енәйәт процесында адво­каттың төп бурысы – ғәҙел­леккә ирешергә ярҙам итеү, яҡлауға мохтаж кеше өсөн  ныҡлы ҡалҡан булыу.  Адвокат намыҫлы булырға, яуаплы­лыҡ тойоп эш итергә, юридик ҡанундарҙы белергә тейеш. Ул яҡлау эшенә алынған икән,  уның ыңғай һөҙөмтәһе булһын, тип эшләргә тейеш.  
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, суд аҡла­нырлыҡ хөкөм ҡарарҙары сығарырға яратмай. Бөгөнгө көндә аҡлаусы хөкөм ҡарар­ҙарының проценты бик түбән –  ни бары 0,2 процент ҡына. Был – ҡот осҡос һан. Дөрөҫөн әйткәндә, тулыһынса аҡла­ныуға өлгәшеү мөмкин булмаҫ, тигән фекерҙе клиентҡа етке­реү бик ауырға төшә. Ғәйеп­ләнеүсе граждан тәфтиш изоляторҙарына йәки төрмәгә эләккәндә быны эшләү айырыуса  ауыр.  Ләкин үҙ клиентың менән ғәҙел булыу - адвокат­тарҙың профессиональ этика­һы кодексында яҙылған төп принциптарҙың береһе. Унан ситкә тайпылырға ярамай. Һиңә кеше үҙ яҙмышын ышанып тапшырған икән, уның менән бергә аҙағына тиклем еткерергә кәрәк.  

– Һеҙ ярҙамға мохтаж кешеләргә ҡарата ниндәйҙер  ҡыҙғаныу тойғоһо кисерә­һегеҙме ?
– Әлбиттә.  Айырыуса,  әгәр үҙем клиентҡа ышанып, уның  позицияһын ҡабул итһәм. Шулай ҙа үтә хисләнеп китеү ҙә ярамай,  сөнки беҙҙең һөнәр һалҡын баш менән эш итеүҙе ярата.

– Еңеүҙәр барыһының да  күңеленә хуш килә, ә еңелеү осрағын нисек ҡабул итә­һегеҙ?
– Ауыр. Шәхси фажиғә итеп ҡабул итәм. Әммә ундай осраҡ­тар, Аллаға шөкөр, һирәк була. Сөнки хеҙмәттәшлектең башында клиент менән мин өлгәшергә тейеш бурысты билдәләйбеҙ (мәҫәлән, төрмә урынына минималь яза, шарт­лы срок йәки штраф). Аныҡ бурыстар ни тиклем күберәк ҡуйыла, ыңғай һөҙөмтәгә өмөт­тәр ҙә шунса күберәк була.

– Адвокат нимә эшләргә тейеш түгел? Бөтә йүнәлеш­кә лә – административ, хужа-лыҡ, хеҙмәт, енәйәт эштә­ренә берҙәй тотонған адво­кат­тарға нисек ҡарайһығыҙ? 
– Суд эшенең ыңғай һөҙөм­тәһен гарантияларға. Айырыу­са енәйәт эштәрен ҡарағанда. Әгәр кеше адвокат менән кәңәшләшергә килһә һәм ул, ыңғай һөҙөмтәгә тулыһынса ышанам, тип әйтһә, һағайырға кәңәш итер инем. Һеҙҙең алда мутлашыусы йәки тәжрибәһеҙ адвокат булыуы ихтимал. Әгәр адвокат һайлау мөмкинлеге булһа, тап һеҙҙең хоҡуҡи мәсьәләне хәл итеү өлкәһендә шөғөлләнгән тәжрибәле белгесте табырға тырышығыҙ. Мин кешенең бөтә өлкәне лә яҡшы белеүенә ышанмайым. Был адвокаттарға ла ҡағыла. Шуға күрә бөтә өлкәне лә тотош алып барған адвокатҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.

– Яҡлауҙан баш тартҡан осраҡтарығыҙ буламы? Йәиһә  үҙҙәре яллаған адвокаттан эш барышында ҡәнәғәт булмаған осраҡта, бындай граждан  менән килешеүҙе өҙөү мөмкинме?
– Енәйәтселек эшендә ғәйепләнеүсене яҡлауҙан баш тартырға ярамай. Гражданлыҡ эшен алып барғанда мөмкин. Ул ваҡытта клиентты алдан иҫкәртеү мөһим. Ә бына адвокаттан ҡәнәғәт булмағанда, уны башҡаға алмаштырырға ярай. 

– Күптәр, адвокаттарға күп түләргә кәрәк, тип үҙ хоҡуҡтарын яҡлап судҡа мөрәжәғәт итергә ҡурҡа. Уларға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Хәҙерге ваҡытта кешеләргә түләүһеҙ ярҙам итеү ҙә бар. Илебеҙ ҡанундары нигеҙендә  I һәм II төркөм инвалидтарына, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бушлай хеҙмәт күрһәтелә. Мин үҙем дә бушлай консультациялар бирәм. 

– Ғәҙәттә, енәйәт ҡылған кеше халыҡта нәфрәт уята. Ә һеҙ уларҙы ла яҡлайһығыҙ...
– Ниндәй генә енәйәт ҡылһа ла, уға тәүҙә кеше булараҡ ҡарарға кәрәк. Кешене “енә­йәтсе” тип суд хөкөмөнән һуң ғына әйтергә була. Уға тиклем “ғәйепләнеүсе” тип атау дөрөҫ. Рәсәй Конституцияһы ниге­ҙендә ул юридик яҡлауға хоҡуҡлы. Уны яҡлағанда енә­йәтсенең ниндәй хәлдә, ниндәй ситуацияла булыуы ла күҙ уңында тотола. 

– Һуңғы ваҡытта үҙегеҙ ниндәй эштәр менән даими осрашаһығыҙ? Ғәйепләнеү­селәр үҙ ғәйептәрен таныймы?
– Урлашыу, кеше талау, мутлашыу йыш осрай. Бигерәк тә йәштәр тарафынан енәйәт ҡылыусылар күп. Интернетта аҡса эшләйем, тип тә йәштәр муттарға эләгә. Һуңғы бер тетрәндергес эшем: колледжда уҡыусы студент егет, интернет аша эшкә урынлашам, тип наркотиктарҙы йәшерен урын­ға таратыу эшенә эләгә. Ул енәйәт юлында икәнен башына ла килтермәй. Бер генә көн эшләп өлгөрә. Егеттең эҙенә шунда уҡ төшәләр һәм ҡулға алалар. Ярай, уның нисек эләккәнен судҡа аңлатып, яңынан тикшереү эше үткәреп, аҡлап алып ҡалып булды.
Насар юлға баҫыусыларҙың күбеһе үҙ ғәйебен таный. Конституцияның 51-се статья­һы нигеҙендә, енәйәт ҡылған кеше тикшереүселәргә бер ни ҙә һөйләмәҫкә лә хоҡуҡлы.  Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған осраҡта, бармаҡ эҙҙәре уныҡы булһа, йыйылған дәлилдәр уны ғәйепләһә, хөкөм ҡарары уғата ҡәтғиләшә. Ғәйепләнеүсе иркенән мәхрүм ителә, шартлы яза бөтөнләй ҡаралмай.  

– Суд процесына нисек әҙерләнәһегеҙ? Асыҡ сығыш яһапмы, әллә тын ғына кабинетта ултырыпмы? 
– Мин тыныс ҡына кабинетта ултырып әҙерләнеүгә өҫтөнлөк бирәм. Асыҡ майҙансыҡтарҙа фекер алышыуға ҡарағанда, судта прокурор менән "алыш­ҡа" тыныс ҡына әҙерләнеү оҡшай.

– Буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһегеҙ? 
– Буш ваҡытымды ғаиләмә һәм спортҡа бүләм. Әле сентябрҙә үтәсәк халыҡ-ара марафонға әҙерләнәм. Был минең иҫәптә дүртенсе марафон буласаҡ, унда ҡатнаша­саҡмын. Быйыл йүгерергә 7 йәшлек улым Арыҫланды ла үҙем менән алып сығырға ине. 
– Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Айрат Хызыров менән бәйләнешкә инер өсөн телефоны 8-917-48-45-114,
ҡабул итеү адресы: Уфа, ул. Новомостовая, д. 8

 

Гөлнара СОЛТАНОВА әңгәмәләште.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в