Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Июль 2022, 07:00

Беҙҙе ендәр баҫтырҙы...

– “Бәйләнештә”ге гәзит төркөмөндә “Ендәр оялаған йорт” тураһында уҡығас,  бала саҡ хәтирәһе менән бүлешергә булдым, – тип яҙҙы 62 йәшлек ҡатын. – 12 йәштә инем, ҡышҡыһын, 30 декабрҙә, атай-әсәй мине үҙҙәре менән бергә күрше ауылға ҡунаҡҡа алып барҙы. Улайтып бала-сағаны ҡунаҡҡа йөрөтөү ғәҙәте булманы, ныҡ инәлеп, әхирәтем менән күрешәйем, тигәс, алдылар (шул ҡунаҡ саҡырған сыбыҡ осо туғандарҙың ҡыҙы менән әхирәт инек). Атай санаға мул итеп хуш еҫле бесән түшәгәйне, әсәй менән толопҡа уранып, атайҙың арҡаһына терәлешеп ултырыштыҡ. Ҡәҙерле атай-әсәйеңдең йылыһын тойоп, улар янында аттың йомшаҡ ҡына итеп юртыуына, сананың көйлө тауышына ойоп барыу  үҙе бер бәхет ине.  
Туғандарға барып еткәс, беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар, атай-әсәйҙе ихласлап ҡунаҡ иттеләр, беҙ әхирәтем менән серләштек. 
Өлкәндәр гармунға ҡушылып йырлашып, иҙән таҡталарын һындыра яҙғансы бейеп, беҙ һөйләшеп, уйнап туйғас, ярты төн ауғас, ҡайтырға йыйындыҡ. Санаға уранып сумыу менән ойой ҙа башланым. 
Юлдың яртыһын үтеп, йылғаға еткәйнек, атайҙың хәүефле-асыулы тауышы тынлыҡты боҙҙо, йоҡоно осорҙо:
– Но-о, малҡай! Нимә киреләнәһең?!
Күҙҙе астым. Аяҙ төн. Тулған ай яҡтыһынан бар тирә-яҡ яп-яҡты. Ҡайҙалыр сыр-сыу килгән тауыштар ишетелә, шомло булып китте. Ат башын сайҡай-сайҡай бышҡыра, атларға теләмәй. Атай малҡайҙың һыртына сыбыртҡыһы менән һыҙырҙы:
– Но-о! Әйҙә!
Ат күҙҙәрен алартып, теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалды.
Таллыҡты уҙғас, атай әсәйгә һүҙ ҡушты:
– Ҡарале, анауында кешеләрме шул? 
Атай сыбыртҡыһы менән күрһәткән яҡҡа мин дә күҙ һалдым – унда әллә күпме ҡатын-ҡыҙға оҡшаған зат зыҡ ҡубып, бер мәкенән икенсеһенә һыу ташып түгә ине...
Әсәйем: 
– Ләхүәлә, ендәр, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө, атайым атҡа уңлы-һуллы киҙәнеп ныҡ итеп һуҡты:
– Шәберәк, но-о! Миңә нығыраҡ йәбешегеҙ!
Әсәйем иламһырап, мине арттан ҡосаҡлап, атайымдың арҡаһына ҡыҫты:
– Ләхәүлә үә лә ҡуүәәтә... Аллам, һаҡлай күр! Беҙҙе күрмәһәләр ярар ине, Аллам!
Атыбыҙ хәтәр саба! Ә беҙҙең арттан ҡыңғырауҙар, сыр-сыу килгән тауыштар! Мин толоптан, әсәйемдең ҡыҫымынан башымды саҡ сығарып, артҡа ҡарағайным, артыбыҙҙан өс ат егелгән сана килә! Беҙҙең бер генә ат, ә уларҙың – өсәү, ҡыуып етмәһәләр ярар ине, тип ҡотом алынып, толоп эсенә башты кире тыҡтым, атайға сытырман йәбештем.
Ауылға килеп еткәнсе баҫтырҙылар. Мең үлеп, мең терелдем. Беҙ ауылға еткәс кенә ҡапыл юҡ булдылар, әйтерһең дә, бер ни ҙә булмаған. Атыбыҙ, бахырҡай, ҡара тиргә батҡайны. Атайым уны, йылы ҡураға бикләр алдынан, тирен бейәләйе менән һыпырып-һыпырып, муйынынан һөйҙө. Атайҙы яңғыҙын ҡалдырмай, әсәй менән атты туғарышып, саналағы бесәнде ҡураға ташып, өйгә бергә индек...
Башҡаса ундай хәлгә осраманым, шөкөр. Шул тирәлә икенсе кешеләр ҙә ендәрҙе йыш осратҡан. Кемдеңдер аты үҙенән-үҙе туғарылған, кемдеңдер атының кинәт сананы йәки арбаны һөйрәргә көсө етмәй башлаған, кемделер, беҙҙе кеүек, баҫтырғандар.
Шул ваҡиғаға тиклем ҡурҡыуҙың ни икәнен белмәй торғайным. Әлегәсә ҡараңғы төшкәс, өйҙән сыҡмайым, доғаларымды уҡып торам.

Әллә ышанырға, әллә юҡ инде бындай тарихтарға, шулай ҙа шомландырып ҡуясы...

Б.  Ҡаһарманова әҙерләне.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: